Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Үҙ кешеләрМөхәмәтнур менән Клара, өйләнешеп йәшәй башлағас, тыуған ауылдарында оҙаҡ тормай. Ул ваҡыттарҙа төбәктә тормош нисектер аҡрынлап һүрелә бара. Хатта кистәрен йыш яңғыраған тальян тауышы ла тынып ҡала. Йәштәрҙең күбеһе ҡалаларға юл тота.

Илһам, өмөт йәшәтә

Әсләмовтар ҙа, туғандары менән һаубуллашып, мауыҡтырғыс тормош һәм төшөмлөрәк эш эҙләп, Нижневартовск ҡалаһына барып урынлаша. Насар йәшәмәй улар унда. Мөхәмәтнур йөк машинаһын йөрөтә. Ғаиләгә дүрт бүлмәле фатир бирәләр.
Йылдар уҙа тора. Әсләмовтар ҡалала үҙ кешегә әүерелә. Ләкин ауылды, бала саҡта яланаяҡ йүгереп йөрөгән болон-сиҙәмдәрҙе, Ҡариҙел буйҙарын һағыналар. Һәм, ниһайәт, ун биш йылдан һуң Әсләмовтар, фатирҙарын ҡалдырып, бер нисә һандыҡ-сумаҙан һәм биш бала менән ҡасандыр ташлап киткән тыуған яҡтарына ниндәйҙер илһам, өмөт, ынтылыш менән ҡайтырға юлға сыға.
Тыуған ер уларҙы ихлас ҡаршы ала. Мөхәмәтнур урман эше менән шөғөлләнә башлай. Абыҙ ауылында яңы йорт һалып инәләр.
Тора-бара ағас эшкәртеү, утын әҙерләү ялҡыта, нисектер ваҡ эш булып күренә башлай. Мөхәмәтнур үҙен бығаса бөтөнләй өйрәнелмәгән, билдәле булмаған өлкәлә һынап ҡарарға уйлай. Ул ағас күмере етештереү теләге менән яна.
Күмер... Хәҙер генә рәхәт ул: сәйҙе электр йәки газ ярҙамында ҡайнатаһың да алаһың. Ә Мөхәмәтнур үҫкән газһыҙ, электрһыҙ заманда нисек ине? Дөрләп-дөрләп мейес яна, һуңынан утындың күмерен айырым көршәккә тултыралар. Сәй эскең килһә, самауырҙы “йырлатыу” өсөн шул күмерҙе һалаһың.
Ғөмүмән, күмер һүндереү ауыл халҡы өсөн күптән таныш, ябай, ғәҙәти бер эше ине.
Һәр яңылыҡ — онотолоп бөткән иҫкелек, тигәндәре дөрөҫтөр. Төбәктә яңы кәсепте яйға һалыусылар ҙа табыла. 2007 йыл башында Яңы Берҙәш ауылында күмер етештереү өсөн пиролиз ҡоролмаһы сафҡа индерелә. Мөхәмәтнур Әсләмов шунда барып, “Луч” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән яҡындан таныша. Аҙаҡ үҙе тәүәккәлләй, тәүге мейес Ҡараяр урман ҡасабаһында эшләй башлай. Силәбелә сығарылған “Атлант-80” ҡоролмаһы район үҙәгенән өс километр алыҫлыҡтағы майҙанда ла урынлаштырыла. Уны монтажлау менән силәбеләр шөғөлләнә. Торбалар һуҙыла, кран-балка ҡуйыла, 2010 йылдың ноябрендә тәүге продукция алына.
Мөхәмәтнур Хатипйән улы мине ҡоролма эше менән таныштыра, ағас күмере етештереү нескәлектәре тураһында һөйләй. Күмер, кемдәрҙер уйлағанса, ҡурҙаҡ әҙерләү өсөн генә файҙаланылмай. Әсләмов был продукция баҙарын шаҡтай яҡшы өйрәнгән инде. Күмер медицинала дарыу етештереү өсөн дә ҡулланыла, ауыл хужалығында мал аҙығына өҫтәмә итеп бирелә, тимер юлда яғыулыҡ булараҡ кәрәк. Ҡариҙел эшҡыуары продукцияһын Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральский ҡалаһындағы металлургия комбинатына ташый. Күмерҙе унда кристаллик кремний өсөн файҙаланалар.
— Айына прицеп менән дүрт-биш рейс яһайым, — ти Мөхәмәтнур. — Бер барғанда ун ике-ун өс тонна күмер илтәм.
“Атлант-80” ҡоролмаһының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеүҙә ун өс кеше тырышлыҡ һала. Йәнә ете эшсе урман киҫеү, ағас әҙерләү менән мәшғүл.
Шәхси предприятиеның техника паркы бай ғына: “ТТ-4”, “ТДТ-55” тракторҙары, ике “КаМАЗ”, гидроманипуляторлы “Урал” автомашиналары бар.
Мөхәмәтнур Әсләмовтың киләсәккә пландары ҙур. Тиҙҙән Комсомол ҡасабаһында ике мейес эшкә ҡушыласаҡ. Әле төҙөлөш-монтаж, әҙерлек эштәре тамамлана. Йәнә ике мейес урынлаштырыу, бөтә объекттарҙы ла ҡыйыҡ аҫтына алыу ниәте бар уның.

Тиҫтәгә яҡын мейес


— Ағас етерлекме һуң? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Сеймал мәсьәләһенә килгәндә, әлегә өҙөклөк, ауырлыҡтар килеп тыуғаны юҡ, — ти Мөхәмәтнур. — Ләкин урман тураһындағы закондар йыл да үҙгәреп кенә тора.
Ысынлап та, урман хужалығын ойоштороу тураһында ҡануниәттә эшләнеп бөтмәгән яҡтар етерлек. Уларҙа, нигеҙҙә, ҡеүәтле эшкәртеүселәр, йәғни урманды оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға алырға хәленән килерҙәйҙәрҙең мәнфәғәте алға сыға. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ, ваҡ предприятиелар иһә нисектер юғалып, онотолоп ҡалғандай.
Ҡариҙел — урманлы төбәк. Район биләмәһенең етмеш процентын “йәшел ҡалҡан” алып тора. Халыҡтың өстән бер өлөшө урман ҡасабаларында ғүмер итә. Улар өсөн ағас — ысын мәғәнәһендә туйындырыусы ла, кейендереүсе лә.
Урман сәнәғәте төбәктә мөһим тармаҡ булып ҡала. Унда эшләргә теләүселәр артҡандан-арта. Әлеге ваҡытта был өлкәлә ике тиҫтәнән ашыу эшҡыуар шөғөлләнә.
Ҡариҙел урмандарына инвесторҙар килеүе ҡыуаныслы.
— “Рамон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте финанс яғынан ғәйәт ҙур ярҙам күрһәтте, — ти Мөхәмәтнур.
М. Әсләмовтың предприятиеһы киләсәктә үҙ продукцияһы менән Рәсәй баҙарына сығыуҙы планлаштыра. Район етәкселеге лә түбән сортлы ағасты тәрән эшкәртеү һәм күмер етештереү буйынса төбәкте беренселәр иҫәбенә сығарыу маҡсатын ҡуя. Пиролиз мейестәренең артыуы өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеүгә, төпкөлдәге ауыл-ҡасабаларҙа яңы эш урындары булдырыуға һәм ахыр килеп ҡаҙнаны тулыландырыуға булышлыҡ итәсәк.
— Көндәштәрҙең артыуынан ҡурҡмайым, — ти Мөхәмәтнур Әсләмов. — Эшләргә теләгән кешегә урманда кәсеп һәр ваҡыт табыла ул.
Бөгөн эшҡыуар күмер етештереү күләмен арттырыу теләге менән йәшәй, яңы технологиялар индереү өҫтөндә эшләй. Ҡалдыҡһыҙ производство мәсьәләһе лә борсой уны.
Күмер әҙерләү — ауыр хеҙмәт, ҡатмарлы процесс. Ағас ҡырҡыу, ташыу, бысыу, ярыу, киптереү... Әҙер күмерҙе тоҡтарға тултырғансы күп тырышлыҡ, көс һалырға кәрәк.
Ә иртәгә Мөхәмәтнур Әсләмов таң менән Каменск-Уральский ҡалаһына юлланыр. Унда, металлургия комбинатында, көтәләр, бик көтәләр Ҡариҙел күмерен.
Финат ШАКИРЙӘНОВ.
Ҡариҙел районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә 13.11.2025 // Иҡтисад

Бизнес-инициатива райондың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелде....

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты 02.09.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 30 сентябренә тиклем хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыуҙа...

Тотош уҡырға 16

Республикала бензин ҡиммәтләнгән

Республикала бензин ҡиммәтләнгән 02.09.2025 // Иҡтисад

Республикала бензин ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 12

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара 29.08.2025 // Иҡтисад

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды 29.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды...

Тотош уҡырға 37

Рәсәйҙә уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләү тәртибе үҙгәрә
Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк 26.08.2025 // Иҡтисад

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк...

Тотош уҡырға 43

Республиканың 5 муниципалитетына төҙөкләндереү өсөн 500 миллион һум йүнәлтелә

Республиканың 5 муниципалитетына төҙөкләндереү өсөн 500 миллион һум йүнәлтелә 25.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың биш муниципалитетының Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала...

Тотош уҡырға 62

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы 25.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостандың Үзбәкстандағы вәкиле эш башланы...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне 21.08.2025 // Иҡтисад

Ҡалтасы районынан Дилара Низаметдинова һигеҙенсе йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә....

Тотош уҡырға 55

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде 21.08.2025 // Иҡтисад

Сервистарҙың уңайлы булыуы һәм бизнесҡа бирелгән льготалар һөҙөмтәһендә ошондай динамикаға...

Тотош уҡырға 66

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 62