Вице-премьер Хөснуллин Башҡортостанды биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттары буйынса лидерҙар иҫәбенә индерҙе 20.10.2026 // Иҡтисад
Марат Хөснуллин биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмы аша ҡалаларҙы яңыртыу хаҡында һөйләне....
Республика хөкүмәтендә 2027 йылға һәм 2028-2029 йылдарҙың план осорона бюджет проектын ҡаранылар.

Проектҡа ярашлы, 2027 йылда республика бюджетының килемдәре — 326,2 миллиард һум, сығымдары 345,8 миллиард һум тәшкил итәсәк. Дефицит 19,6 миллиард һум кимәлендә планлаштырылған, тип хәбәр иттеләр республиканың министрҙар кабинетынан.
Сығымдарҙың төп статьяһы — социаль өлкә. 2027 йылда бының өсөн 208,5 миллиард һум тотоноласаҡ — быйылғыға ҡарағанда 6% күберәк. Хеҙмәт хаҡына 104 миллиард һум ҡаралған. Бюджет хеҙмәткәрҙәренең дөйөм хеҙмәт хаҡы фонды 150,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Халыҡҡа социаль түләүҙәр өсөн 87,5 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, льготалы дарыуҙар, эшләмәгән граждандарҙы страховкалау һәм етем балалар өсөн фатирҙар өҫтөнлөктә.
Беренсе сираттағы ихтыяждарға 93 миллиард һум планлаштырылған. Шуның 30 миллиарды трассаларҙы ремонтлау һәм төҙөү өсөн юл фондына йүнәлтелә.
«Беҙҙең бурыс — бюджет аҡсаһын мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу, республиканы үҫтереүҙең мөһим бурыстарын хәл итеүгә йүнәлтеү, граждандар алдындағы бурыстарҙы үтәү, кеше капиталын һаҡлау һәм үҫтереү», — тип билдәләне премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев.
Яҡын арала бюджет тураһындағы закон проекты республика Башлығына ҡарауға ебәрелә.
Вице-премьер Хөснуллин Башҡортостанды биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проекттары буйынса лидерҙар иҫәбенә индерҙе 20.10.2026 // Иҡтисад
Марат Хөснуллин биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү механизмы аша ҡалаларҙы яңыртыу хаҡында һөйләне....
Ишле ғаиләләр мөлкәт һалымы буйынса ҡайтарма алырға хоҡуҡлы 19.10.2026 // Иҡтисад
Был республикала күп балалы ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән льготаларҙың береһе....
Радий Хәбиров Мишустинға Башҡортостандың ауыл хужалығы сәнәғәте хаҡында һөйләне 07.10.2026 // Иҡтисад
Радий Хәбиров Мишустинға Башҡортостандың ауыл хужалығы сәнәғәте хаҡында һөйләне...
Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы 06.10.2026 // Иҡтисад
Башҡортостан Башлығы «ИнвестБот» веб-ҡушымтаһы менән таныштырҙы...
2027 йылда Рәсәйҙә әсәлек капиталы арта 01.10.2026 // Иҡтисад
Беренсе балаға түләү 778,5 мең һумға тиклем арттырыла....
Рәсәйҙә ғаилә ипотекаһының яңы ҡағиҙәләре көсөнә инде 01.10.2026 // Иҡтисад
Хәҙер торлаҡ кредиты ставкаһы һәм максималь сумма балалар һанына һәм йәшәү урынына (илдең баш ......
Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды 29.09.2026 // Иҡтисад
Башҡортостанда ауыр транспорт өсөн Тере Танып йылғаһы аша күпер асылды...
Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды 29.09.2026 // Иҡтисад
Бөрө ҡалаһында йылытыу миҙгеле башланды...
Башҡортостанда йылытыу миҙгелен башлау көнө билдәле 28.09.2026 // Иҡтисад
Октябрҙән төбәктә көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә....
Тотош уҡырға 11
Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше мөлкәт һалымын түләргә тейеш 28.09.2026 // Иҡтисад
Бюджетҡа 8 миллиард һум аҡса инеүе көтөлә....
Республикала ужым культураларын сәсеү буйынса план үтәлгән тиерлек 16.09.2026 // Иҡтисад
Башҡортостан аграрийҙары ужым культуралары сәсә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы ......
Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды 11.09.2026 // Иҡтисад
Төп ставка 14% кимәлендә ҡалды....