Республика хөкүмәтендә 2027 йылға һәм 2028-2029 йылдарҙың план осорона бюджет проектын ҡаранылар.

Проектҡа ярашлы, 2027 йылда республика бюджетының килемдәре — 326,2 миллиард һум, сығымдары 345,8 миллиард һум тәшкил итәсәк. Дефицит 19,6 миллиард һум кимәлендә планлаштырылған, тип хәбәр иттеләр республиканың министрҙар кабинетынан.
Сығымдарҙың төп статьяһы — социаль өлкә. 2027 йылда бының өсөн 208,5 миллиард һум тотоноласаҡ — быйылғыға ҡарағанда 6% күберәк. Хеҙмәт хаҡына 104 миллиард һум ҡаралған. Бюджет хеҙмәткәрҙәренең дөйөм хеҙмәт хаҡы фонды 150,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Халыҡҡа социаль түләүҙәр өсөн 87,5 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, льготалы дарыуҙар, эшләмәгән граждандарҙы страховкалау һәм етем балалар өсөн фатирҙар өҫтөнлөктә.
Беренсе сираттағы ихтыяждарға 93 миллиард һум планлаштырылған. Шуның 30 миллиарды трассаларҙы ремонтлау һәм төҙөү өсөн юл фондына йүнәлтелә.
«Беҙҙең бурыс — бюджет аҡсаһын мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу, республиканы үҫтереүҙең мөһим бурыстарын хәл итеүгә йүнәлтеү, граждандар алдындағы бурыстарҙы үтәү, кеше капиталын һаҡлау һәм үҫтереү», — тип билдәләне премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев.
Яҡын арала бюджет тураһындағы закон проекты республика Башлығына ҡарауға ебәрелә.