Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Мал көткән ашҡа туйыр
Мал көткән ашҡа туйыр“Шаранагрогаз” йәмғиәте — хәҙерге технологиялар нигеҙендә ныҡлы етештереү базаһына эйә булған, бер үк ваҡытта продукция эшкәртеү тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар биргән алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Бигерәк тә малсылыҡ тармағындағы ҡаҙаныштары менән улар хаҡлы ғорурлана. Шуны телгә алыу ҙа етә: Шаран районында бөгөн күмәк хужалыҡтарҙа етештерелгән һөттөң 38 проценты ошо предприятиеның өлөшөнә тура килә.

— Беҙ төп килемде малсылыҡ тармағынан алабыҙ, шуға фермаларҙың продуктлылығын күтәрергә ынтылабыҙ, — ти предприятие етәксеһе Тимерғәле Тимеркәев. — Һуңғы осорҙа хужалыҡтың икенсе һулышы асылды тип әйтергә мөмкин. Быйыл һөт һәм ит етештереүҙе былтырғы кимәлгә ҡарағанда арттырҙыҡ. Йылдың тәүге биш айында һәр һыйырҙан 2500 килограмға яҡын һөт һауып алынды. Мал йәйләүгә сығарылғандан һуң “һөт шишмәһе” тағы ла тулылана төштө. Әле эшкәртеүселәргә көн һайын 7,2 тонна продукция тапшырабыҙ. Хужалыҡ буйынса тәүлек һауым 20 килограмға яҡын. Һөт әҙерләүҙән генә көнөнә беҙҙең кассаға 72-75 мең һум аҡса инә.
Һүҙ ҙә юҡ, малсылыҡ тармағында бындай уңыш үҙенән-үҙе генә килмәй. Беҙҙең менән әңгәмәләшкәндә Тимерғәле Мәғҙән улы ферма коллективының тырышлығын билдәләп үтте. Хужалыҡ финанс яғынан иркен һулыш алып йәшәй башлағанлыҡтан, быйыл һауынсыларға һәм мал ҡараусыларға эш хаҡын арттырғандар. Хәҙер ауыл уңғандары айына 15-17 мең һум ала.
Мал көткән ашҡа туйыр— Үҙебеҙҙең һөт цехы бар, — ти директор. — Ул коллектив та етештереүсәнле эшләргә, сифатлы продукция сығарырға өйрәнгән. Тик цех фермаларҙан алынған һөттө эшкәртеп өлгөрә алмай. Шуға продукцияның бер өлөшөн Бәләбәй комбинатына тапшырабыҙ. Улар ҡыш һөттөң килограмын 12 һум менән алһа, әле уны 9 һум 80 тингә ҡәҙәр төшөрҙө. Ни эшләмәк кәрәк — аграр тармаҡта хаҡ сәйәсәте крәҫтиән файҙаһына эшләмәй шул.
“Шаранагрогаз” йәмғиәте етәксеһе һөт малсылығын артабан үҫтереү буйынса уй-ниәттәре менән дә уртаҡлашты. Хужалыҡ “500 ферма” дәүләт инвестиция программаһына ингән. Тиҙҙән үҙәк бүлексәнең һөтсөлөк фермаһында 200 башҡа иҫәпләнгән яңы һыйыр аҙбары төҙөй башлаясаҡтар. Киләсәктә унда алдынғы технология ҡулланыласаҡ, ә инде автоматикаға көйләнгән һауыу ҡоролмалары Швецияның “Де Лаваль” фирмаһынан алынасаҡ.
— Ошо инвестиция программаһы 47-48 миллион һумға төшәсәк, сығымдарҙың яртыһы дәүләт субсидияһы иҫәбенә ҡапланасаҡ, — тинеләр хужалыҡта. — Яңы фермала бер оператор үҙе генә лә 100 һыйырҙы хеҙмәтләндерәсәк, беҙҙең өсөн отошло бизнес-проектты бер йыл эсендә ғәмәлгә ашырырға ниәтләнәбеҙ. Көтөүҙе тулыландырыу өсөн 200 баш яҡшы тоҡомло тана һатып аласаҡбыҙ. Ул саҡта инде хужалыҡта 700 һауын һыйыры аҫраласаҡ, продукция етештереү ҙә 40-50 процентҡа артасаҡ. Бер-ике йылдан 6 мең килограмм үрен яуларға ныҡлы ышаныс бар. Бөгөн шулай уҡ һөт эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу, цехты яңы технологик ҡорамалдар менән йыһазландырыу хаҡында ла уйлайбыҙ.
Һуңынан үҙәк бүлексәнең йәйге лагерына ла һуғылдыҡ. Бында мал аҫрау өсөн матур урын һайланған. Хужалыҡта көтөүлектәр иркен булғас, һыйырҙарға һутлы йәшел аҙыҡ мул. Предприятиела ғына түгел, районда алдынғы урынды биләгән фермала көндәлек һауым 22,5 килограмға ҡәҙәр күтәрелгән.
— Тулайым һауым былтырғынан күберәк. Әле көнөнә өс тонна һөт етештерәбеҙ, — ти бүлексә идарасыһы Илфат Мөхәмәтшин. — Мал ҡараусы Илшат Зарипов менән Руслан Ғәлиуллиндың хеҙмәте тос, бик тырыш һәм уңған егеттәр. Малды киске һауымдан һуң да төн уртаһына ҡәҙәр көтөүлектә йөрөтәләр. Ә һауынсылар бәйгеһендә Ирина Сәхибгәрәева бер кемгә лә ал бирмәй. Ул үҙ төркөмөндә көнөнә 850 литр һөт һауа! Йылдың биш айында 3300 килограмм үрен уҙып та китте. Тамара Асмаева менән Наташа Солнцева унан бер аҙға ғына ҡалыша.
Шарандың башҡа күп хужалыҡтарында ла мөмкинлектәрҙе файҙаланып, йәйге осорҙа күберәк продукция алыу бурысын ҡуйғандар. Райондың баш зоотехнигы Рәүис Ғәлимов әйтеүенсә, әле ауыл етештереүселәре һөттө көнөнә былтырғыға ҡарағанда 3 тоннаға күберәк һата.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Шаран районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты
Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 8

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 6

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 9

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 10

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 9

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 5

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 10

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 8

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә