Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Был ауылда бер емерек ферма ла юҡ
Был ауылда бер емерек ферма ла юҡТәү ҡарашҡа Башҡортостандағы башҡа ауылдарҙан бер нимәһе менән дә айырылмай Батыр: күтәртелгән юл үҙәккә тиклем илтә, Ашҡаҙар йылғаһы аша матур күпер һалынған, магазин, фельдшерлыҡ пункты, китапхана, мәҙәниәт йорто эшләй... Ләкин шуныһы ғәжәпләндерә: ҡаҙ бәпкәләре көткән малай-шалайҙарҙан, ҡыҙҙарҙан башҡа урамда кеше күрмәҫһең. “Барыһы ла эш менән мәшғүл, һәр кемдең үҙенең ере бар бит”, — тине оло йәштәге бер апай.

“Үҙҙәренең ере бар бит...” Нәҡ ана шуның менән айырыла ла башҡаларҙан Батыр. Эш шунда: илдә фермерлыҡ хәрәкәте башланып, Рәсәйҙә эре хужалыҡтарҙы тарҡатыу тураһында һүҙ сыҡҡас та ауыл халҡының бер өлөшө, “Батыр” ауыл хужалығы кооперативынан сығып, үҙаллы эшләргә ҡарар итә. Әлбиттә, яңы йүнәлеште һайлау, ошо юлдан тайпылмайынса барыу, ауылдаштарын күндереү еңел булмай башлап йөрөүселәргә. Етмәһә, унан алда ғына колхоз системаһынан арынырға тырышып, ул саҡтағы яңы алымға — хужалыҡ эсендә үҙ-ара иҫәп-хисап итеүгә, һәр тармаҡ буйынса “хозрасчет”ҡа күскән булалар. Яңыса эш дөйөм хужалыҡтағы сығымдарын Был ауылда бер емерек ферма ла юҡкәметә, килемде күтәреүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, ферма, келәт, машина-трактор парктарына, башҡа объекттарға электр счетчигы ҡуйып сығыу ҙа ярайһы уҡ экономия бирә. Кешеләрҙә эшкә ҡараш үҙгәрә. Элекке һымаҡ “көнөм үтһә, шул еткән” тип йөрөүселәр уйлана төшә. Ләкин һәр тармаҡтың айырым эшләүе, үҙ иҫәп-хисабы булыуы кемгәлер оҡшамай башлай, ҡул аҫтынан власть китеүен дә тоялар.
Заманына күрә яңыса хужалыҡ итергә өйрәнгәндә генә илдәге аграр тармаҡта үҙгәрештәр башлана. 1991 йылда Ельцин хөкүмәте колхоздарҙы тарҡатыу, ерҙәрҙе, мөлкәтте колхозсыларға өлөшләтә бүлеп биреү тураһында ҡарар артынан ҡарар ҡабул итә, аҙ процентлы ссудаға техника алыу мөмкинлеге бирә. Башҡортостан, Татарстан иһә был эште ҡырҡа киҫмәйенсә, яйлап, һығылмалы күсеү юлын һайлай. Батыр халҡы был сағында Рәсәй закондарына таяна. Башлап йөрөүселәр тик шул юл менән генә әлегә тиклем ҡыҫылған, ҡасандыр ерҙәренән ҡолаҡ ҡаҡҡан өлөштө (башҡа хужалыҡҡа бүлеп бирелгән) алып ҡалып, ауылдарына кире ҡайтарып буласағын аңлай.
— Колхозда кем күпме эшләгәненә, хеҙмәт хаҡына ҡарап пай өлөшөн сығарырға тырыштыҡ. Халыҡ 60-сы йылдарҙан ғына “тере аҡса” күрә башланы. Бар кешене лә иҫәпкә алдыҡ. Ҡыш буйы һәр береһенең өлөшөн сығарҙыҡ. Дөйөм хужалыҡтың мөлкәте — мал, техника, келәт, фермалар — хаҡын, йәғни ҡеүәтен, төп средстволарын иҫәпләнек, — тип һөйләй элекке эре хужалыҡта агроном, һуңынан һигеҙ йыл экономист булып эшләүсе, яңы хәрәкәтте башлап йөрөүсе Мәҙәрик Хәлитов.
Был ауылда бер емерек ферма ла юҡМәҙәрик Басир улы үҙе 1992 йылдың мартында ғариза яҙған. Ошо уҡ айҙа дөйөм йыйылыш үткәреп, тәүҙән үк эшкә яраҡлы халыҡтың 40 проценты тирәһе хужалыҡтан сығырға ҡарар иткән. Бөтәһе 18 ғаилә биш төркөмгә бүленгән, үҙҙәренә етәксе һайлағандар. Әйткәндәй, һәр төркөмгә техника, мал ғәҙел бүленгән. Мәҫәлән, 150 гектар пай ере тейгән икән, эшләп китеү өсөн трактор, комбайн, машина, тағылма инвентарҙар иҫәпкә инергә, келәт, гараждарҙан урын ҡаралырға тейеш булған. Баҫыуҙар һуңынан йәрәбә буйынса өләшелгән. Шулай эшләгәс, аңлашылмаусанлыҡҡа юл ҡуйылмаған.
— Һәр бер эшләнгән һумға ҡарап дөйөм милек бүленде. Кешенең стажы ҡаралды. Ике категорияға бүлеп иҫәпләмәһәк ғәҙелһеҙлек килеп сығыр ине, сөнки күп эш хаҡы алып эшләгәндәр ҙә, аҙ алғандар ҙа бар. Заманында колхоз аҙ яҙғанға улар ғәйепле түгел бит, — ти Мәҙәрик Басир улы. — Эште ярайһы ғына алып киткәс, тәү башлаусыларға башҡалар ҙа ҡушылды. 2003 йылға колхоз тамам таралды. Бөтәһе лә фермер хужалығы, шәхси эшҡыуар булып айырым эшләй башланы.
Айырым тигәндән, ерҙә үҙең генә эшләп булмай. Шуға ла улар яҙғы сәсеү ваҡытында, урып йыйыу осоронда бер-береһенә ярҙам итә, күмәкләшеп эшләй.
Ер пайҙарын айырып алғандар республикала етерлек, әммә ер өлөшөнә ҡушып милек пайын алыусылар, бигерәк тә тотош ауылдары менән, Батыр ғыналыр. Шуға ла күптәрҙе был мәсьәлә ҡыҙыҡһындыра. Милек пайына нимә эләккән һуң айырым кешеләргә? Мәҫәлән, Хәлитов Мәҙәрик ағай менән Зимфира апай өлөшөнә өс һыйыр, өс башмаҡ, дүрт кенә йыл эшләгән “Колхида” машинаһы, культиватор, картуф ултыртыу агрегаты тейгән. Иң мөһиме — Батыр халҡы үҙаллы эшләргә өйрәнгән. Иген үҙҙәренеке булғас, күпләп мал, ҡош-ҡорт тоталар.
— Ҙур хужалыҡтарҙа колхоз рәйесе, агроном, экономист булдым, ләкин 20 йыл үҙаллы эшләүҙән дә ҙурыраҡ кинәнес тапманым. Элек бер һыйыр аҫрар өсөн йыл буйы тир түгеп, иң күбе бер тонна иген ала инем, былтыр 35 тоннаны келәткә һалдым, — ти ул.
Ауылдарҙа емерек фермалар, таланған техника парктары ғәҙәти күренеш. Нисек кенә тырышмайыҡ, быларҙан арыныуы, төҙөкләндереүе ҡыйын. Ә Батыр халҡы бар мөлкәтте үҙ ҡулына алғас, бер генә бина ла емерелмәгән, киреһенсә, яңылары һалына, кемдер ярҙамы менән түгел, ә үҙҙәре төҙөй. Бөгөн Йәмил Ильясов, Нәфис, Илһам, Хәлит Аҡсуриндар, Мәҙәрик, Хәмзә Хәлитовтар һымаҡ ир-уҙамандарының пайсылары аяҡтарында ныҡлы баҫып тора. Пайсылар тигәндән, башҡа тарафтарҙа арендаға ерҙәрен алыусы бер пайға (5–8 гектар) 1–2 центнер игенләтә түләһә, Батырҙа иһә һәр гектарға берәр центнер, йәғни бер пайға 6–8 центнер бирәләр. Һаламды күпме теләйҙәр, шунса алалар.
— Ауылда сәселмәй ҡалған бер генә гектар ер ҙә юҡ, тағы шуның тиклем булһа, уны ла эшкәртер инек, — ти ауыл халҡының күпселек пайын арендаға алыусы Илһам Аҡсурин. — Пай ерҙәре булғас, шәхси хужалыҡтар ҙа нығынды, мәҫәлән, ҡош-ҡорт үрсетәләр, күп мал аҫрайҙар.
Илһам Аҡсурин малсылыҡ тармағына ныҡлап тотонған. Бөгөн уның фермаһында 140 баш һыйыр малы булһа, шуларҙың 50-һе — һауын һыйыры.
— “Лимузин” тоҡомона өҫтөнлөк бирмәксебеҙ, — ти фермер. — Ошо маҡсатта ике тоҡом үгеҙе алып ҡайттыҡ.
Ауыл халҡының күпселеге пайҙарын Илһамға ышанып тапшырған. Бөтәһе 940 гектар майҙанда көнбағыш, иген культуралары сәсә. Белеме буйынса агроном. Әйткәндәй, ауылда ныҡлы баҫып торған хужалыҡтарҙың һәр береһенең етәксеһе юғары белемле. Был да күп нәмә тураһында һөйләй.
— Хөкүмәт ярҙамын ныҡлы тоябыҙ, шунһыҙ ауыл хужалығын алып барыуы ҡыйынға төшөр ине. Яғыулыҡ-майлау материалдарына, ашламаға ҡытлыҡ юҡ, — тип һөйләй Илһам Аҡсурин. — Әлбиттә, беҙҙең эштә ғаиләлә лә аңлауҙары мөһим, сөнки көнө-төнө баҫыуҙа, фермалаһың, объекттар ҙа етерлек.
Был һүҙҙәрҙе бер нисә фермер ауыҙынан ишеттем. Илһамға килгәндә, уның терәге ныҡлы. Мәктәп директоры булып эшләүсе ҡатыны Эльза Мирғәли ҡыҙы ирен аңлай, йорт эштәрен өлөшләтә үҙ иңенә алған, ул һәм ҡыҙ үҫтергәндәр. Бөгөн Аҡсуриндар колхоздың элекке фермаларын йүнәтеп, үҙҙәре бер бина төҙөгән. Быйылдан техниканы яңыртыу яғын ҡарарға кәрәк, ти фермер.
Батыр — батырҙар, көрәшселәр төйәге. Фәйет Хәлитов, мәҫәлән, самбо буйынса СССР чемпионы булған. Яңыраҡ Рәдиф Аҡсурин донъя чемпионы исемен яулаған. Ауыл хакимиәте башлығы Венер Аҡсурин да көрәшсе. Ғөмүмән, 140 йортлоҡ ауылға ун спорт мастеры һәм мастерлыҡҡа кандидат бар.
Тағы бер яғын әйтмәйенсә булмай, батырҙар — уҡырға ла маһир. Мәҫәлән, Мәҙәрик Хәлитовтың ҡыҙҙары Эльвира Ырымбурҙа нефть фәнни-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары, фән кандидаты, Рита — Мәләүез район хакимиәтендә опека һәм попечителлек бүлегенә етәкселек итә. Әлиә — БДУ-ның тарих факультетын, аспирантура тамамлаған. Мәҡәләнең икенсе геройы Илһам Аҡсуриндың улы Рәфит — Өфө нефть, ҡыҙы Юлиә медицина университетында уҡый. Үҙ көсөн һалып, тир түгеп хәлләнгән, донъяларын бөтәйткән башҡа Батыр ауылы тырыштарының да балаларын ошо исемлеккә индереп булыр ине. Бының менән ни әйтергә теләйемме? Үҙ еренә ерегеп, нигеҙҙәрен нығытҡас, балаларын да уҡыта алғандар.
Ябай ғына ауыл миҫалы. Әммә кешеләре йөҙөндә халҡыбыҙҙың эшһөйәрлеге, эшҡыуарлығы сағыла. Киләсәк көндәрҙе хәстәрләп, һис зарланмайынса, кемдер килтереп бирер тип көтмәйенсә, баҙар шарттарында ла ер менән йәшәп булғанлығын иҫбатлай батырҙар. Тыуған ер уларға көс, дәрт, сәм бирә. Үҙен яратҡандарға ер ҙә йомарт.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.
Федоровка районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән 19.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар бюджетҡа 1,8 млрд һум аҡса индергән...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә