Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Биш миллионыңды офшорға һал да...
Биш миллионыңды офшорға һал да...Республикабыҙҙа тағы ла өс йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе барлыҡҡа килде. Улар – Белорет, Нефтекама, Благовещен ҡалалары. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Әйткәндәй, Башҡортостан – биш ҡалаһы махсус иҡтисади статусҡа эйә булған берҙән-бер төбәк. Республикабыҙ өсөн был нимәһе менән әһәмиәтле һәм халыҡҡа унан ниндәй файҙа?

Рәсәйҙә бер нисә йыл инде моноҡалаларға ярҙам программаһы тормошҡа ашырыла. Бындай ҡалаларҙа офшор биләмәләре ойошторола. Инвесторҙар килеп, яңы предприятиелар төҙөй, эш урындары булдыра. “Офшор биләмә”лә эшеңде асыу өсөн етештереү өлкәһенә кәмендә биш миллион һум аҡса йүнәлтергә һәм 20 эш урыны тәҡдим итергә кәрәк. Уның ҡарауы, предприятие бер нисә йылға һалым ташламаһы ала, ергә, мөлкәткә түләүҙән азат ителә.

Әлегә аныҡ ҡарар юҡ, әммә Нефтекамала нефть ташыу өсөн насостар, пластмассанан әйберҙәр етештереү, күсмә биналар һалыу, төҙөлөш материалдары сығарыу һәм башҡалар күҙаллана. Йәмғеһе ике мең эш урыны булдырыу, дүрт миллиард һум инвестиция һалыу планлаштырыла.
Белоретта иһә йәшелсә эшкәртергә, һөт ризыҡтары, гиперпреслы кирбес, рессоралар етештерергә, “Морат” тау саңғыһы комплексы янында ҡунаҡхана төҙөргә ниәтләйҙәр. Һөҙөмтәлә 1,5 мең яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, һигеҙ миллиард һум инвестиция йүнәлтеләсәк.

Благовещенда инвесторҙар гусеницалы һәм тәгәрмәсле трактор йыйыу базаһы асырға, тимер-бетон панелдәр сығарырға, эсемлектәр етештереү заводы төҙөргә теләйҙәр. Бөтәһе 1 300 эш урыны булдырыу, ете миллиард һум инвестиция һалыу ҡарала.




Автор: Лилиә Дәүләтбәкова Фото: Станислав Шахов


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Республикала 1 декабрҙән «Бер һумға йөрөү» акцияһы башлана

Республикала 1 декабрҙән «Бер һумға йөрөү» акцияһы башлана 27.11.2026 // Иҡтисад

Льгота йәш буйынса пенсионерҙарға һәм бөтә төркөм инвалидтарына тәғәйенләнгән....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Ҡоролтайы беренсе уҡыуҙа бюджет тураһында закон ҡабул итте

Башҡортостан Ҡоролтайы беренсе уҡыуҙа бюджет тураһында закон ҡабул итте 26.11.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Ҡоролтайы беренсе уҡыуҙа бюджет тураһында закон ҡабул итте...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә турист һалымы индерелә

Өфөлә турист һалымы индерелә 25.11.2026 // Иҡтисад

Өфөлә турист һалымы индерелә...

Тотош уҡырға 7

2027 йылда Башҡортостанда МРОТ 33 мең һумға тиклем арттырыла

2027 йылда Башҡортостанда МРОТ 33 мең һумға тиклем арттырыла 25.11.2026 // Иҡтисад

2027 йылда Башҡортостанда МРОТ 33 мең һумға тиклем арттырыла...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә шәхси ташыусы юл хаҡын арттыра

Өфөлә шәхси ташыусы юл хаҡын арттыра 24.11.2026 // Иҡтисад

Ул ҡаланың Калинин районында маршруттарҙы хеҙмәтләндерә....

Тотош уҡырға 6

Мәсетле районында Әй йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре тамамланды

Мәсетле районында Әй йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре тамамланды 23.11.2026 // Иҡтисад

Мәсетле районында Әй йылғаһы аша күперҙе ремонтлау эштәре тамамланды...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығы илдең төп транспорт форумында ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы илдең төп транспорт форумында ҡатнаша 18.11.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров федераль ведомстволар менән республика транспорт тармағының киләсәге тураһында фекер ......

Тотош уҡырға 11

Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү кимәле буйынса Милли рейтингта лидерлыҡты һаҡлап ҡалды

Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү кимәле буйынса Милли рейтингта лидерлыҡты һаҡлап ҡалды 18.11.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү кимәле буйынса Милли рейтингта лидерлыҡты һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 8

Республикала льготалылар өсөн берҙәм юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрҙе

Республикала льготалылар өсөн берҙәм юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрҙе 17.11.2026 // Иҡтисад

Республикала льготалылар өсөн берҙәм юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 12

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Галле урамының яңы участкаһы буйлап хәрәкәткә старт бирҙе

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Галле урамының яңы участкаһы буйлап хәрәкәткә старт бирҙе 16.11.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Галле урамының яңы участкаһы буйлап хәрәкәткә старт бирҙе...

Тотош уҡырға 10

Рәсәйҙә әсәлек капиталы 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк

Рәсәйҙә әсәлек капиталы 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк 16.11.2026 // Иҡтисад

Рәсәйҙә әсәлек капиталы 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк...

Тотош уҡырға 8

Башҡортостан Башлығы: беҙ яғыулыҡ кризисына юл ҡуймаясаҡбыҙ, иң мөһиме, һөжүмдәрҙе кире ҡағыу

Башҡортостан Башлығы: беҙ яғыулыҡ кризисына юл ҡуймаясаҡбыҙ, иң мөһиме, һөжүмдәрҙе кире ҡағыу 11.11.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тура бәйләнештә яғыулыҡ кризисын булдырмау саралары хаҡында ......

Тотош уҡырға 10


Комментарий өҫтәргә