Биш миллионыңды офшорға һал да...21.02.2019
Биш миллионыңды офшорға һал да...Республикабыҙҙа тағы ла өс йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе барлыҡҡа килде. Улар – Белорет, Нефтекама, Благовещен ҡалалары. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Әйткәндәй, Башҡортостан – биш ҡалаһы махсус иҡтисади статусҡа эйә булған берҙән-бер төбәк. Республикабыҙ өсөн был нимәһе менән әһәмиәтле һәм халыҡҡа унан ниндәй файҙа?

Рәсәйҙә бер нисә йыл инде моноҡалаларға ярҙам программаһы тормошҡа ашырыла. Бындай ҡалаларҙа офшор биләмәләре ойошторола. Инвесторҙар килеп, яңы предприятиелар төҙөй, эш урындары булдыра. “Офшор биләмә”лә эшеңде асыу өсөн етештереү өлкәһенә кәмендә биш миллион һум аҡса йүнәлтергә һәм 20 эш урыны тәҡдим итергә кәрәк. Уның ҡарауы, предприятие бер нисә йылға һалым ташламаһы ала, ергә, мөлкәткә түләүҙән азат ителә.

Әлегә аныҡ ҡарар юҡ, әммә Нефтекамала нефть ташыу өсөн насостар, пластмассанан әйберҙәр етештереү, күсмә биналар һалыу, төҙөлөш материалдары сығарыу һәм башҡалар күҙаллана. Йәмғеһе ике мең эш урыны булдырыу, дүрт миллиард һум инвестиция һалыу планлаштырыла.
Белоретта иһә йәшелсә эшкәртергә, һөт ризыҡтары, гиперпреслы кирбес, рессоралар етештерергә, “Морат” тау саңғыһы комплексы янында ҡунаҡхана төҙөргә ниәтләйҙәр. Һөҙөмтәлә 1,5 мең яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, һигеҙ миллиард һум инвестиция йүнәлтеләсәк.

Благовещенда инвесторҙар гусеницалы һәм тәгәрмәсле трактор йыйыу базаһы асырға, тимер-бетон панелдәр сығарырға, эсемлектәр етештереү заводы төҙөргә теләйҙәр. Бөтәһе 1 300 эш урыны булдырыу, ете миллиард һум инвестиция һалыу ҡарала.





Вернуться назад