Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тырыштарға ярҙам да күрһәтелә

Учалы аграрийҙары быны яҡшы аңлай.

Республика агросәнәғәт комплексын дәртләндереүгә йыл һайын бюджеттан яҡынса алты миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Һөт етештереү, тоҡомло малсылыҡ, үҫемлекселек һәм тупраҡты туҡландырыу йүнәлештәренә һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә. Техника һатып алыуға, кредиттар буйынса процентлы ставкаларҙы ҡаплауға судсидия бүленә. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ауыл хужалығы продукцияһының көнәркәшлеккә һәләтлелеген арттырыу маҡсатында дизель яғыулығына өҫтәмә аҡса бүлеү тураһында ла ҡарар ҡабул ителде.

Учалы аграрийҙары ла йыл һайын дәүләт ярҙамынан файҙалана.
Районда был мөһим мәсьәлә менән мәғлүмәт-консультация үҙәге шөғөлләнә.

Һөт етештереүселәргә — субсидия

Үҙәк етәксеһе Мария Ситдиҡова бел­дереүенсә, быйыл райондың һөт етештергән ун биш хужалығы берәр миллион һумлыҡ субсидияға эйә булған. Ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан – бер, федераль бюджеттан ике транш йүнәлтелгән. Бер литр һатылған һөткә республика субсидияһы — 2 һум 30 тин, ә федераль ярҙам 3 һум 49 тин тәшкил итә.

Хужалыҡтарға субсидияға эйә булыу өсөн иң беренсе талап — страховка иғәнәләренең, һалымдарҙың ваҡытында түләнеүе. Аҙ ғына бурыстары булғандар ҙа дәүләт ярҙамына өмөт итә алмай. Малдарҙың һанына килгәндә, сикләү юҡ — ҡураһында ете баш мал йә бер көтөү тотҡандар ҙа субсидияға дәғүә итә ала. Әйткәндәй, етештереүселәргә бының өсөн Өфөгә барып, министрлыҡ кабинеттары буйлап йөрөү кәрәкмәй, бөтә был мәсьәләләр үҙәктә хәл ителә.

“Байрамғол” агрофирмаһы” — районда ғына түгел, республикала ла алдынғы урындарҙы биләгән эре хужалыҡтарҙың береһе. Бөгөн Учалы районы тап ошо хужалыҡ арҡаһында һауын буйынса юғары баҫҡыстарҙы биләй. Тау-байыҡтырыу комбинаты ҡанаты аҫтында көн күргән агрофирмала 2700 баш мал аҫрала, шуларҙың 1030 башы — һауын һыйыры. Хужалыҡтың ике һөт-тауар комплексы бар. Ураҙ ауылы эргәһендә урынлашҡанында 250 баш һыйыр һауыла, Уральск комплексында 880 баш “голштин-фриз” тоҡомло һауын һыйыры аҫрала. Улар ун ике йыл элек Германиянан килтерелгән, бөгөн бында ҡырыҫ тәбиғәткә ерегеп, малдарҙың әллә нисәнсе быуыны көн күрә. Үрсем алыу ҙа яҡшы ойошторолған хужалыҡта. 1027 баш һыйырҙан 1030 быҙау алынған. Быйыл туғыҙ айҙа ғына ла бер һыйырҙан 6107 килограмм һөт һауылған.

— Башҡа предприятиелар менән са­ғыштырғанда, беҙҙә хәл яҡшыраҡ, сөнки продукциябыҙ сифатлы. Күләмдең ҙур булыуы ла эшкәртеүсе предприятиеларҙы йәлеп итә. 1 июндән продукциябыҙҙы Магнитогорск ҡалаһының һөт комбинатына тапшыра башланыҡ. Үҙҙәре үк килеп ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика һәм ил кимәлендә һөткә хаҡтар төштө. Быйыл һөт өсөн субсидия алыуыбыҙ ҙур ярҙам булды, — ти “Байрамғол” агрофирмаһы” директоры Салауат Баһауетдинов.


Үҫемлекселек — иғтибар үҙәгендә

Был мөһим тармаҡҡа ла дәүләт ярҙамы ҡаралған. Учалы районының 23 агрострук­тураһы быйыл дөйөм суммаһы дүрт миллион һумдан ашыу тәшкил иткән субсидияға эйә булған. Ярҙам ауыл хужалығы эштәренә киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға, аграр культураларҙың бер гектар сәсеү майҙаны иҫәбенән ерҙең уңдырышлылығын һәм сифатын арттырыуға, етештереү процесында экологик именлекте күҙәтеүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелә.

Баттал ауылынан Илфат Бирғәлин фер­мерлыҡ эшенә 2011 йылда тотона. Бөгөн уның хужалығында 30 баштан ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Етештергән һөт продукция­һын Бирғәлиндәр көн һайын Белорет ҡалаһына алып барып һата. 230 гектар ерендә фермер бойҙай, һоло, борсаҡ үҫтерә. Бер нисә кешегә эш урыны булдырылған, миҙгелле эштәргә лә ауылдаштарын йәлеп итә фермер.

— Быйылғы сәсеү кампанияһын атҡарып сығыу, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, күпкә еңелгә тура килде, сөнки яғыулыҡ өсөн хөкүмәт субсидия бүлде, — тип ҡыуа­нысы менән уртаҡлашты Илфат Бирғәлин.

Әйткәндәй, һөт етештереү өсөн дә Бирғәлиндәр даими рәүештә дәүләт ярҙамын ҡуллана.
Хужалыҡтар элиталы һәм үҙенсәлекле орлоҡ һатып алған осраҡта сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Субсидиялар, һатып алынған бындай төр орлоҡтоң ауырлыҡ берәмегенә ҡарап, ставкаға ярашлы түләнә. Проекттың төп маҡсаты – элиталы орлоҡсолоҡ тармағын үҫтереү. Райондың “Юлдаш”, “Байрамғол” агрофирмаһы” йәмғиәттәре һәм бер нисә ваҡ хужалыҡтары быйыл ошондай төр ярҙамдан файҙаланған.

Фермерҙарҙы хәстәрләп

Республикала алты мең ярым самаһы фермер хужалығы иҫәпләнә. Барлыҡ ауыл хужалығы продукцияһының 11 процентын тап улар етештерә. Тулайым продукция күләме буйынса Рәсәй рейтингында беҙҙең фермерҙар – 11-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урында.
Төбәктә етештерелгән игендең – 30, көн­бағыштың — 25, шәкәр сөгөлдөрөнөң – 20, ябыҡ ысул менән үҫтерелгән йәшелсәнең – 14, иттең — биш, һөттөң яҡынса 10 проценты фермерҙар өлөшөнә тура килә.

Фермерҙарға ярҙам маҡсатында төрлө кимәлдәге гранттар ҡаралған. Учалы районы аграрийҙары ла ошондай проекттарҙа әүҙем ҡатнаша.
“Ғаилә малсылыҡ фермаһы” программаһы буйынса райондың — өс, “Башҡортостанда яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам” программаһы буйынса шулай уҡ өс хужалыҡ грант алыуға өлгәшкән.

— Был матди ярҙамды техника, һыйыр малы һатып алыуға, ферма биналарын төҙөкләндереүгә йүнәлтергә була. Программа шарттарына ярашлы, эш башлап ҡына торған фермерҙарҙың — 10, ә “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” грантына дәғүә итеүселәрҙең 40 процент үҙ аҡсаһы булырға тейеш, — ти Мария Ситдиҡова.

“Ер эшенә ныҡлап тотонасаҡмын”

Туңғатар ауылынан Рөстәм Фазылов 2007 йылдан алып фермерлыҡ эшендә. Хужалыҡ башҡорт тоҡомло ат үрсетеү менән мәшғүл, 700 гектар ере лә бар. Биш кешегә эш урыны булдырылған, йәй көнө миҙгелле эштәргә өҫтәмә көс йәлеп итәләр. Киләсәктә тоҡом­солоҡ хужалығы ойоштороу планы менән яна КФХ башлығы. Хужалыҡта ярыш аттарын да тоталар. Бына өсөнсө йыл инде Фазылов КФХ-һы аттары һабантуйҙарҙа уҙғарылған бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәй.

Быға тиклем хужалыҡтың техникаһы аҙ була: ике “МТЗ-82” тракторы, тейәгес, арбалар, бер “УАЗ” — барыһы ла лизингка алынған. Былтыр 32 гектар ерҙә күп йыллыҡ үлән сәскәндәр. Быйыл КФХ 1 681 500 һумлыҡ республика грантын алыуға өлгәшкән.

— Күптән ер эшенә ныҡлап тотонорға тигән уй бар ине. Грант аҡсаһына яңы трактор, арба, тейәгес, пресс, иген урғыс һатып алдыҡ. Киләһе йыл һоло, арпа, бойҙай культуралары сәсергә иҫәп тотабыҙ, — тип пландарын бәйән итте хужалыҡ етәксеһе.

“Ауылым бөтмәһен өсөн”

Тап шундай ниәт менән фермерлыҡ эшенә тотона Наурыҙ ауылынан Миңзәлә Ҡотло­баева. Заманында данлыҡлы “Байрамғол” совхозының 8-се бүлексәһенә ҡараған ауыл гөрләп тора: күпләп һыйыр, һарыҡ аҫрала, кешеләргә эш урындары булдырыла, йәш ғаиләләр, сабыйҙар тыуа.
Әммә үҙгәртеп ҡороуҙар, ҡулайлаштырыу елдәре ауылды урап үтмәй. Бөгөн Наурыҙҙа оло быуын кешеләре генә көн күрә, тип әйтергә була. Эш булмағас, йәштәр тыуған тупраҡта төпләнергә ашҡынып бармай, күптәр Себер тарафтарында, алыҫ булһа ла, район үҙәгенә йөрөп хеҙмәт итергә мәжбүр.

Бынан бер нисә йыл элек, тәрбиәләнеү­селәр һаны аҙ булыу сәбәпле, балалар баҡсаһы ла ябыла. 80-се йылдар аҙағында төҙөлгән ике ҡатлы мәктәптә бөгөн ни бары 22 бала белем ала.

— Тыуған ауылым һүнмәһен өсөн, фермерлыҡ эшен асырға булдым, тормош иптәшем, яҡындарым да ниәтемде хупланы, район хакимиәте старт капиталы итеп 249 мең һум аҡса бүлде, уға мал һанын ишәйттек, — ти Миңзәлә Жәүҙәт ҡыҙы.

Ошо көндәрҙә Ҡотлобаевтар республика гранты аҡсаһына өр-яңы трактор һатып алған. Нигеҙе генә һерәйеп ултырған ферма бинаһын күтәреп, түбәһен япҡандар. 20 баш һыйыр малы ошо көндәрҙә “өй туйларға” йыйына. Ҡалалағы ойошма-предприятиелар менән килешеү төҙөп, һөт продукцияһын шунда тапшыралар.

— Мал башын арттырып, ауылдаштарыма эш урындары булдырыу – хыялым, — ти фермер. – Бының өсөн базаны тағы ла киңәйтеүҙе планлаштырабыҙ. Беҙҙең яҡта бесәнлектәр күп, көтөүлектәр иркен. Малсылыҡ тармағын үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Хөкүмәтебеҙгә, район хакимиәтенә төрлө яҡлап ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт, — тип ниәттәре менән уртаҡлашты ул.

Кооперативтар төҙөлә

Республикала быйыл граждандарҙың башланғысы менән ауыл хужалығы ҡулла­ныусылары кооперативы төҙөгән осраҡта килемде арттырған проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса программа эш башланы. Был проекттарға 300 миллион һум аҡса бүленгән. Уның ярҙамында меңдән ашыу бәләкәй хужалыҡ грант яуланы. Учалы районында әлегә “Учалы һөт” кооперативы ғына эшмәкәрлек итә.

— Бөгөн районда кооператив ойоштороу маҡсатында өс башланғыс төркөм эш башланы. Уларҙың икәүһе Ахун ауылында Садиҡов КФХ-һы базаһында һәм Озерный ҡасабаһының Ғниәтуллин шәхси хужалы­ғында мал һуйыу менән шөғөлләнәсәк, ә “Прогресс” КФХ-һы ҡарамағындағы кооператив һөттө үлсәп, пакеттарға тултырасаҡ. Кооперативтар һалым органдарында теркәлгәс, өс миллион һум тирәһе аҡса бүленәсәк, — тип аңлатты мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Мария Ситдиҡова.

Дөйөм алғанда, һуңғы ваҡытта республикала ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Тырыштарға, тәүәккәлдәргә төрлө кимәлдә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Быны Учалы аграрийҙары ла яҡшы аңлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 468

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704