Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡорос арҡан етештерәбеҙ
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Мечел” төркөмөнә ингән Белорет металлургия комбинатында өр-яңы канат производствоһын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.


Комбинат етәксеһе әйтеүенсә, әле Рәсәйҙә диаметры 70 миллиметрҙан артҡан күп өлтөклө һәм ун ике өлтөклө арҡандар сығарылмай. Завод белгестәре ғилми-тикшеренеү институттары менән берлектә эшләгән полимерҙың составы ла үҙенсәлекле. Ошондай арҡандар тау-мәғдән һәм нефть сығарыу тармаҡтарында, күпер, суднолар төҙөлөшөндә сит ил тауарҙарын алмаштырасаҡ.


Белорет металлургия комбинатында был арҡан етештереү проекты 2015 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның хаҡы – 510 миллион һумдан ашыу. 2016 йылда комбинат Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фондынан 255 миллион һумлыҡ айырым маҡсатлы ташламалы заем алған. Хаҡтың ҡалған яртыһы – предприятиеның үҙ аҡсаһы. Былтыр яңы канат производствоһы республикалағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә инде.

– Илебеҙҙә һәм республикала ҙур сәнәғәт машиналары эшләү предприятиеһы йәки цехы йыш асылмай. Бындай ваҡиғалар тормошобоҙҙо яҡшырта төшә, – тине Радий Хәбиров.


Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров яңы производствоның әһәмиәтен билдәләне. Министрлыҡтың Металлургия һәм материалдар департаменты директоры Павел Серватинский уның ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.




Автор: Лилиә Дәүләтбәкова Фото: glavarb.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Йыл башынан республикала 82,2 мең йорт газға тоташтырылған

Йыл башынан республикала 82,2 мең йорт газға тоташтырылған 10.11.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда газ үткәреү программаһы дауам итә. Бөгөнгә 82,2 мең йорт тәбиғи газға тоташтырылған, ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә яңы төҙөлгән йортта фатир тағы 110 мең һумға ҡиммәтләнгән

Өфөлә яңы төҙөлгән йортта фатир тағы 110 мең һумға ҡиммәтләнгән 06.11.2026 // Иҡтисад

Октябрь йомғаҡтары буйынса күрһәткес 8,6 миллион һум тәшкил итә....

Тотош уҡырға 5

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 5

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты 02.11.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 10

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 9

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 11

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 11

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 10

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 7

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә