Ҡорос арҡан етештерәбеҙ05.12.2018
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Мечел” төркөмөнә ингән Белорет металлургия комбинатында өр-яңы канат производствоһын сафҡа индереү тантанаһында ҡатнашты.


Комбинат етәксеһе әйтеүенсә, әле Рәсәйҙә диаметры 70 миллиметрҙан артҡан күп өлтөклө һәм ун ике өлтөклө арҡандар сығарылмай. Завод белгестәре ғилми-тикшеренеү институттары менән берлектә эшләгән полимерҙың составы ла үҙенсәлекле. Ошондай арҡандар тау-мәғдән һәм нефть сығарыу тармаҡтарында, күпер, суднолар төҙөлөшөндә сит ил тауарҙарын алмаштырасаҡ.


Белорет металлургия комбинатында был арҡан етештереү проекты 2015 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның хаҡы – 510 миллион һумдан ашыу. 2016 йылда комбинат Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фондынан 255 миллион һумлыҡ айырым маҡсатлы ташламалы заем алған. Хаҡтың ҡалған яртыһы – предприятиеның үҙ аҡсаһы. Былтыр яңы канат производствоһы республикалағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә инде.

– Илебеҙҙә һәм республикала ҙур сәнәғәт машиналары эшләү предприятиеһы йәки цехы йыш асылмай. Бындай ваҡиғалар тормошобоҙҙо яҡшырта төшә, – тине Радий Хәбиров.


Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров яңы производствоның әһәмиәтен билдәләне. Министрлыҡтың Металлургия һәм материалдар департаменты директоры Павел Серватинский уның ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.





Вернуться назад