Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағас өҫкә ауып килһә лә...

Уртаға һалып һөйләшерҙәй, төптән уйлап хәл итерҙәй мәсьәлә бихисап.

“Ағас өҫкә ауып килә, ә беҙ уны өй төҙөү өсөн ала алмай интегәбеҙ...”, “Урман уртаһында тиерлек йәшәйбеҙ, ағас алыу өсөн әллә ҡайҙарға барып ҡағыҙ юллайбыҙ...”, “Ҡоро-һары алып ҡайтҡан өсөн дә күрше ауылдағы бер ағайҙы саҡыртып, штраф һалғандар...”

Күп, бик күп ишетергә, уҡырға тура килде ошондай һүҙҙәрҙе, шундай йөкмәткеле хаттарҙы. Утын алыуға килгәндә, ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең барыһы ла уның ни икәнен үҙ елкәһендә татыйҙыр. Хәйер, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла тәүге эш сәфәрҙәренең береһендә үк Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы халҡы ошо турала әсенеп һөйләне.

“Ылыҫлы ағас өсөн сиратта алты-етешәр йыл торабыҙ. Ауылда йәшәп, өйҙәрҙе ағастан төҙөү мөмкинлегебеҙ юҡ. Уның урынына шлаклы блоктан күтәрәбеҙ. Ауыл халҡы өсөн ағас бүлеү проблемаһы хәл ителеүен теләйбеҙ, хатта урман бүлеү ваҡыты ла ҡыҫҡартылһын ине”, — тине улар, күңелдәрен өйкәгән теләктәрен еткереп.

Үҙ сиратында Радий Хәбиров проблеманы төбөнә төшөп өйрәнәсәген һәм шунан һуң ныҡлы ҡарарға килерен белдерҙе. Эйе, мәсьәләне ентекле үҙләштермәйенсә, ҡапыл ғына барыһын хәл итеп булмай. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә был проблемаға ҡағылып, айышына төшөнөргә тырышайыҡ.

Бай­лыҡтар халыҡтыҡымы?

Белмәйем, ожмах ниндәй булалыр. Шулай ҙа ер йөҙөндә Хо­ҙай яралтҡан “ожмах” бар. Ул – һәр кемдең тыуған ере. Әҙәм балаһы сүллектә донъяға килһә – уныҡы шунда, мәңгелек боҙлоҡ ятҡан ерҙә тыуып, төнь­яҡты төйәк итһә – шунда. Беҙҙе йыш ҡына “икенсе Швейцария” тиҙәр, тәбиғәтен тиңләй­ҙәр. Юҡ, бәлки, улар икенсе Башҡортос­тандыр?! Беҙ сикһеҙ илебеҙҙең йөрәге булған Уралда йәшәй­беҙ. “Ура-ал!” Шуның менән барыһы ла әйтелгән. Урманы, тауҙары, йылғалары... Тәби­ғә­тенә күрә тырыш кешеләре, сәм­ле, дуҫ йәшәгән берҙәм халҡы. Ошо уҡ тәбиғәткә күрә – кәсебе, йәшәү рәүеше, көнитмеше.

Тимәк, урман да – беҙҙең йә­шәйешебеҙ. Уның Башҡорт­ос­тандың 40 процентҡа яҡын майҙанын, йәғни 5,7 миллион гектарын алып тороуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Һәм... шул уҡ ваҡытта: “...Сиратта алты-етешәр йыл торабыҙ. Ауылда йәшәп, өйҙәрҙе ағастан төҙөү мөмкинлегебеҙ юҡ...”
Конституция буйынса ла, ябай әхлаҡи ҡанундар ниге­ҙендә лә “Ер аҫты һәм өҫтө бай­лыҡтары – халыҡтыҡы”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гелән генә улай булмай шул. Күптәребеҙ күҙаллағанса, туранан-тура, ти­мәксемен. Ошо байлыҡтарҙы барып ҡына киҫә, ҡаҙып ала, ташый, бүлешә алмайбыҙ.
Улар­ҙы сығарған, киҫкән, эш­кәрткәндәр бар. Шуға ла беҙгә был байлыҡ һалымдар аша юл төҙөү, һаулыҡ һаҡлау, аяҙ күк һәм үҙебеҙ белмәгән башҡа нәмәләр булып әйләнеп ҡайта. Ә инде күпме һалым һалыу­ҙа­ры, сәләмәтлегебеҙҙе нисек хәстәрләүҙәре, юлдарҙың ҡай­һы­лай булыуы – икенсе мәсьәлә.

Халыҡтың урманға кереп, ҡороған ағас ҡырҡа, йығыл­ғандарын утынға ала алмауы 2006 йылда ҡабул ителгән Рә­сәйҙең Урман кодексы нигеҙен­дә башланғандыр. Хәйер, кү­бебеҙ уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында барлыҡҡа кил­гән хужалыҡ итеү системаһына өйрәнеп бөткәйнек бит. Ул сағында урмандар “квадраттар”ға бүленеп, һәр майҙансыҡ өсөн айырым урмансы, егерь яуап бирә торғайны. Шул саҡта “санитар киҫеү”, кәртәһен – кәртәгә, буралығын – буралыҡ­ҡа, йәғни урмандың “етеүе”нә, төҙөлөш өсөн барышына ҡарап киҫтереү, көйләү ҙә булды. Хатта урмансылар миндек әҙерләү, ҡайын бөрөһө, шыршы тубыр­сыҡ­тары йыйҙырыу менән дә шөғөлләнде.

“Киҫ. Үҫкәненә генә теймә!”

Яңы Урман кодексы иһә бар өҫтөнлөктө ҡуртымсыларға (арендатор) бирҙе. Юҡҡа ғына уны ҡабул иткәс тә “шау-шыу” тыуып алманы: йәнәһе, яңы законды иҡтисадсылар, юристар күҙлегенән генә сығып ҡабул иткәндәр, сит илдә бындай алым бара, беҙҙә юҡ... Ысынлап та, тәү ҡарашҡа шулай һымаҡ, сөнки элекке, алда әйтелгән урман хужалығы системаһында Башҡортостан буйынса ғына ла 12 меңләп кеше (башлыса урман эшен белгән тәжрибәле белгестәр) хеҙмәт итһә, бөгөн – өс меңдән дә кәмерәк. Әйтергә кәрәк, иңдәренә алған ауыр эште улар намыҫ менән башҡара.
“Урманға кереп, ҡоро-һары алып булмай”ға килгәндә, тарихта бындай хәлдәр булды. Оло быуын һуғыш йылдарында, хәйер, унан һуң да ҡоро ботаҡ та алып сыға алмағанын яҡшы хәтерләй. Тик 60-сы йылдарҙа ғына диләнкә бүлеү, ағасты санитар ҡырҡыуҙар башлана.

Яңы кодекс ҡабул ителгәс, күп кеше аптырашта ҡалды: ни өсөн һуң сереп ауырға торған, хатта ҡолаған, ҡороған ағас­тарҙы яғырға ла алып булмай? Сереп ята, тик тотона күрмә! Йөрәк әрней, күңел һыҙлай... Урман кодексында ҡороған (сухостой), ятҡан (валежный) ағастарға ҡарата асыҡлыҡ индерелмәгәйне. Ундайҙарҙы тик утын әҙерләүгә һәм айырым участканы “деловой” өсөн ҡуртымға алғанда ғына алырға мөмкин булды (Рәсәй Урман кодексының 32-се статьяһы).

Уйлап ҡараһаң, мунса яғыу өсөн йылына дүрт-алты кубометр утын алырға ғына ла күпме тупһа аша атларға, документ юлларға кәрәк бит! Бындай алым урманды ваҡытында таҙартыуға ла ҡамасауланы. Был үҙ сиратында янғын хәүефе аҫтына ҡуйҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо уҡ кодекстың 33-сө һәм 11-се статьялары халыҡҡа “ағас булмаған ресурстар”ҙы бушҡа һәм үҙ ихтыяжы өсөн теләгәнсә йыйыуҙы тыйманы.

Ниһайәт, быйыл Рәсәй Урман кодексының 32-се статья­һына үҙгәреш индерелде. Уның икенсе өлөшөндәге “относится” тигән һүҙ артынан “валежник” тигәне генә өҫтәлгәйне, ҡоро-һары “ағас булмаған урман ресурстары”на (“к недревесным”) әйләнде лә ҡуйҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путин 18 апрел­дә ҡул ҡуйған закон ки­ләһе йылдың башынан, 2019 йылдың 1 ғинуарынан, үҙ көсө­нә инә. Әйҙә, үҙең өсөн йый, киҫ, рәхәтлән, тик үҫеп ултыр­ғанына ғына теймә! Ана шуны­һы урман һаҡлаусыларҙы һағайта ла...

Өй һалыуға килгәндә...

Рәсәй Урман кодексының 30-сы статьяһына һәм “Баш­ҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү” республика Законына (20.11. 2007 йыл, № 486-з), шулай уҡ кешеләрҙең ағасты үҙ мәнфә­ғәттәре өсөн файҙаланыуға алғанда һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөү тәртибенә (Башҡортостан Хөкүмәтенең 2010 йылдың 1 апрелендәге ҡарары менән раҫлана) ярашлы, граждандар ағасты яғыулыҡ маҡсатында, төҙөлөш өсөн әҙерләй ала.

Шуныһын да билдәләргә кәрәк: үҙ мәнфәғәттәрең өсөн әҙерләнгән ағас башҡа кешегә күсергә йәки бирелергә, һаты­лырға тейеш түгел. Ошонда уҡ нормативтар ҙа ҡаралған. Әйтәйек, шәхси йорт төҙөү өсөн 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр ағас бирелә. Өйҙә ремонт, яңыртыу үткәреүгә биш йылға бер тапҡыр 25 кубометрға саҡлы. Йорт алды, ҡаралты төҙөлөшө өсөн биш йылға бер тапҡыр – 50 кубометр, уларҙы ремонтлауға өс йылға – 15 кубометр, өйҙө һәм ҡаралтылағы башҡа төҙөлөш объектын йылытыуға (утынға) йыл һайын 20 кубометр ҡаралған. Шунан уйлап ҡарайыҡ инде: был ғаиләле йәки айырым йәшәгән кешегә аҙмы?

Эйе, закон бар. Хоҡуҡ күрһә­тел­гән. Тик башҡа мәсьәлә ты­уа: барыһы ла урманлы төбәктә йәшәйме лә барып ағас әҙер­ләү ҡулынан киләме? Ғөмүмән, өй һалыу өсөн ылыҫлы ағас етәме?

– Киҫергә рөхсәт ителгән урманда ылыҫлы ағас тик ун процент ҡына тәшкил итә, – тигәйне был йәһәттән бер интервью­һында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Уның да ярты­һынан күбеһе ҡуртымсы­ларҙа. Билдәле күләмде беҙ “Домокомплект” дәүләт програм­­маһына резервлайбыҙ, янғындан ҡаза күргәндәрҙе тәү сиратта тәьмин итәбеҙ. Асылда беҙҙең барлыҡ урман ҡатнаш, хатта Бөрйән, Белорет райондарында ла. Элек сиратты ағасты алып һатып ебәргәндәр арттыра ине. Беҙ улар менән көрәштек, штраф санкциялары ҡулланылған судтар булды.

Хәҙер ағас алыу тәртибе асыҡ, “Электрон сират” индерелде. Документтарҙың барлыҡ этапта үтеүен ҡарарға мөмкин...

Хәүеф, сетерекле мәсьәләләр

Урман өсөн иң хәүефлеһе айырым кешенең балта тотоп, үҙенә кәрәк ағасты йығыуы тү­гелдер. Хәйер, барыһын закон­ға ярашлы эшләп була. Әйтел­гә­ненсә, килешеү төҙөп йәки яңы йылдан башлап бушҡа ҡоро-һары йыйып. Иң ҡурҡы­нысы – янғындар. Уныһы ла тәү сиратта кешегә бәйле. Быйыл, мәҫәлән, 148 янғын осрағы теркәлһә, шуның 122-һе кеше­нең вайымһыҙлығы, иғтибар­һыҙ­лығы сәбәпле.

Башҡортостандың ҡырҡ про­центҡа яҡын майҙаны урман менән ҡапланған, тинек. Фонд­тағы дөйөм запастың 55 процентын өлгөргән һәм ваҡыты үткән урмандар тәшкил итә. Тора-бара уларҙың да сифаты насарая. Бөгөн тик 30-33 процентында ғына эш бара. Төп сәбәп – барлыҡ ил буйынса һымаҡ уҡ урман юлдарының булмауы. Шунан һуң, эре эшкәр­теүсе предприятиелар Өфөлә урынлашҡан. Алыҫтан сеймал ташыу ҡиммәткә төшә. Урындарҙа эшкәртеүсе цехтар асырға кәрәк. Был мәсьәлә буйынса сентябрҙә республика Хөкүмәтендә 2030 йылға тиклем төбәктә урман сәнәғәте комплексын үҫтереү стратегияһы ҡаралды.

Урман хужалығы, сәнәғәте өлкәһе һәм ерҙең йәшел ҡал­ҡанын һаҡлау – бик ҡатмарлы мәсьәлә. Һәр нәмәне уйлап эш итеүҙе, шул уҡ ваҡытта халыҡ тарафынан да аңлауҙы талап итә...

Айрат ИСКӘНДӘРОВ,
Башҡортостан урман хужалығы министры ярҙамсыһы:
— Өй төҙөү өсөн ағас алыу мәсьәләһе буйынса беҙгә йыш мөрәжәғәт итәләр. Документтарҙы ҡайҙа, нисек тапшырыу хаҡында ла һорайҙар. Иң тәүҙә шуны әйтер инем: һәр дүшәмбе киске сәғәт 5-тән 6-ға саҡлы министр халыҡты ҡабул итә. Бының өсөн 8 (347) 218-14-10 телефоны буйынса алдан шылтыратып яҙылырға кәрәк. Ҡы­ҙыҡ­һындырған төрлө мәғлүмәтте ми­нистр­лыҡтың сайтынан да алырға була.

Шулай уҡ етәкселек ай һайын график буйынса бер районға сыға, халыҡ менән осраша, һорауҙарға яуап бирә. Бынан тыш, ведомствоның төбәк диспетчеры тәүлек әйләнәһенә эшләй, 8 (347) 218-14-14 телефонына шылтыратырға мөмкин. Шәхси һорауҙар буйынса ла мө­рәжәғәт итә алаһығыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең ишектәр һәр кемгә асыҡ, бәйләнешкә сығыу өсөн мөмкинлектәр етерлек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 468

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704