Уртаға һалып һөйләшерҙәй, төптән уйлап хәл итерҙәй мәсьәлә бихисап.“Ағас өҫкә ауып килә, ә беҙ уны өй төҙөү өсөн ала алмай интегәбеҙ...”, “Урман уртаһында тиерлек йәшәйбеҙ, ағас алыу өсөн әллә ҡайҙарға барып ҡағыҙ юллайбыҙ...”, “Ҡоро-һары алып ҡайтҡан өсөн дә күрше ауылдағы бер ағайҙы саҡыртып, штраф һалғандар...”
Күп, бик күп ишетергә, уҡырға тура килде ошондай һүҙҙәрҙе, шундай йөкмәткеле хаттарҙы. Утын алыуға килгәндә, ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең барыһы ла уның ни икәнен үҙ елкәһендә татыйҙыр. Хәйер, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла тәүге эш сәфәрҙәренең береһендә үк Әбйәлил районының Ҡырҙас ауылы халҡы ошо турала әсенеп һөйләне.
“Ылыҫлы ағас өсөн сиратта алты-етешәр йыл торабыҙ. Ауылда йәшәп, өйҙәрҙе ағастан төҙөү мөмкинлегебеҙ юҡ. Уның урынына шлаклы блоктан күтәрәбеҙ. Ауыл халҡы өсөн ағас бүлеү проблемаһы хәл ителеүен теләйбеҙ, хатта урман бүлеү ваҡыты ла ҡыҫҡартылһын ине”, — тине улар, күңелдәрен өйкәгән теләктәрен еткереп.
Үҙ сиратында Радий Хәбиров проблеманы төбөнә төшөп өйрәнәсәген һәм шунан һуң ныҡлы ҡарарға килерен белдерҙе. Эйе, мәсьәләне ентекле үҙләштермәйенсә, ҡапыл ғына барыһын хәл итеп булмай. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә был проблемаға ҡағылып, айышына төшөнөргә тырышайыҡ.
Байлыҡтар халыҡтыҡымы?Белмәйем, ожмах ниндәй булалыр. Шулай ҙа ер йөҙөндә Хоҙай яралтҡан “ожмах” бар. Ул – һәр кемдең тыуған ере. Әҙәм балаһы сүллектә донъяға килһә – уныҡы шунда, мәңгелек боҙлоҡ ятҡан ерҙә тыуып, төньяҡты төйәк итһә – шунда. Беҙҙе йыш ҡына “икенсе Швейцария” тиҙәр, тәбиғәтен тиңләйҙәр. Юҡ, бәлки, улар икенсе Башҡортостандыр?! Беҙ сикһеҙ илебеҙҙең йөрәге булған Уралда йәшәйбеҙ. “Ура-ал!” Шуның менән барыһы ла әйтелгән. Урманы, тауҙары, йылғалары... Тәбиғәтенә күрә тырыш кешеләре, сәмле, дуҫ йәшәгән берҙәм халҡы. Ошо уҡ тәбиғәткә күрә – кәсебе, йәшәү рәүеше, көнитмеше.
Тимәк, урман да – беҙҙең йәшәйешебеҙ. Уның Башҡортостандың 40 процентҡа яҡын майҙанын, йәғни 5,7 миллион гектарын алып тороуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Һәм... шул уҡ ваҡытта: “...Сиратта алты-етешәр йыл торабыҙ. Ауылда йәшәп, өйҙәрҙе ағастан төҙөү мөмкинлегебеҙ юҡ...”
Конституция буйынса ла, ябай әхлаҡи ҡанундар нигеҙендә лә “Ер аҫты һәм өҫтө байлыҡтары – халыҡтыҡы”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гелән генә улай булмай шул. Күптәребеҙ күҙаллағанса, туранан-тура, тимәксемен. Ошо байлыҡтарҙы барып ҡына киҫә, ҡаҙып ала, ташый, бүлешә алмайбыҙ.
Уларҙы сығарған, киҫкән, эшкәрткәндәр бар. Шуға ла беҙгә был байлыҡ һалымдар аша юл төҙөү, һаулыҡ һаҡлау, аяҙ күк һәм үҙебеҙ белмәгән башҡа нәмәләр булып әйләнеп ҡайта. Ә инде күпме һалым һалыуҙары, сәләмәтлегебеҙҙе нисек хәстәрләүҙәре, юлдарҙың ҡайһылай булыуы – икенсе мәсьәлә.
Халыҡтың урманға кереп, ҡороған ағас ҡырҡа, йығылғандарын утынға ала алмауы 2006 йылда ҡабул ителгән Рәсәйҙең Урман кодексы нигеҙендә башланғандыр. Хәйер, күбебеҙ уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында барлыҡҡа килгән хужалыҡ итеү системаһына өйрәнеп бөткәйнек бит. Ул сағында урмандар “квадраттар”ға бүленеп, һәр майҙансыҡ өсөн айырым урмансы, егерь яуап бирә торғайны. Шул саҡта “санитар киҫеү”, кәртәһен – кәртәгә, буралығын – буралыҡҡа, йәғни урмандың “етеүе”нә, төҙөлөш өсөн барышына ҡарап киҫтереү, көйләү ҙә булды. Хатта урмансылар миндек әҙерләү, ҡайын бөрөһө, шыршы тубырсыҡтары йыйҙырыу менән дә шөғөлләнде.
“Киҫ. Үҫкәненә генә теймә!”Яңы Урман кодексы иһә бар өҫтөнлөктө ҡуртымсыларға (арендатор) бирҙе. Юҡҡа ғына уны ҡабул иткәс тә “шау-шыу” тыуып алманы: йәнәһе, яңы законды иҡтисадсылар, юристар күҙлегенән генә сығып ҡабул иткәндәр, сит илдә бындай алым бара, беҙҙә юҡ... Ысынлап та, тәү ҡарашҡа шулай һымаҡ, сөнки элекке, алда әйтелгән урман хужалығы системаһында Башҡортостан буйынса ғына ла 12 меңләп кеше (башлыса урман эшен белгән тәжрибәле белгестәр) хеҙмәт итһә, бөгөн – өс меңдән дә кәмерәк. Әйтергә кәрәк, иңдәренә алған ауыр эште улар намыҫ менән башҡара.
“Урманға кереп, ҡоро-һары алып булмай”ға килгәндә, тарихта бындай хәлдәр булды. Оло быуын һуғыш йылдарында, хәйер, унан һуң да ҡоро ботаҡ та алып сыға алмағанын яҡшы хәтерләй. Тик 60-сы йылдарҙа ғына диләнкә бүлеү, ағасты санитар ҡырҡыуҙар башлана.
Яңы кодекс ҡабул ителгәс, күп кеше аптырашта ҡалды: ни өсөн һуң сереп ауырға торған, хатта ҡолаған, ҡороған ағастарҙы яғырға ла алып булмай? Сереп ята, тик тотона күрмә! Йөрәк әрней, күңел һыҙлай... Урман кодексында ҡороған (сухостой), ятҡан (валежный) ағастарға ҡарата асыҡлыҡ индерелмәгәйне. Ундайҙарҙы тик утын әҙерләүгә һәм айырым участканы “деловой” өсөн ҡуртымға алғанда ғына алырға мөмкин булды (Рәсәй Урман кодексының 32-се статьяһы).
Уйлап ҡараһаң, мунса яғыу өсөн йылына дүрт-алты кубометр утын алырға ғына ла күпме тупһа аша атларға, документ юлларға кәрәк бит! Бындай алым урманды ваҡытында таҙартыуға ла ҡамасауланы. Был үҙ сиратында янғын хәүефе аҫтына ҡуйҙы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ошо уҡ кодекстың 33-сө һәм 11-се статьялары халыҡҡа “ағас булмаған ресурстар”ҙы бушҡа һәм үҙ ихтыяжы өсөн теләгәнсә йыйыуҙы тыйманы.
Ниһайәт, быйыл Рәсәй Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәреш индерелде. Уның икенсе өлөшөндәге “относится” тигән һүҙ артынан “валежник” тигәне генә өҫтәлгәйне, ҡоро-һары “ағас булмаған урман ресурстары”на (“к недревесным”) әйләнде лә ҡуйҙы. Рәсәй Президенты Владимир Путин 18 апрелдә ҡул ҡуйған закон киләһе йылдың башынан, 2019 йылдың 1 ғинуарынан, үҙ көсөнә инә. Әйҙә, үҙең өсөн йый, киҫ, рәхәтлән, тик үҫеп ултырғанына ғына теймә! Ана шуныһы урман һаҡлаусыларҙы һағайта ла...
Өй һалыуға килгәндә...Рәсәй Урман кодексының 30-сы статьяһына һәм “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү” республика Законына (20.11. 2007 йыл, № 486-з), шулай уҡ кешеләрҙең ағасты үҙ мәнфәғәттәре өсөн файҙаланыуға алғанда һатыу-һатып алыу килешеүен төҙөү тәртибенә (Башҡортостан Хөкүмәтенең 2010 йылдың 1 апрелендәге ҡарары менән раҫлана) ярашлы, граждандар ағасты яғыулыҡ маҡсатында, төҙөлөш өсөн әҙерләй ала.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: үҙ мәнфәғәттәрең өсөн әҙерләнгән ағас башҡа кешегә күсергә йәки бирелергә, һатылырға тейеш түгел. Ошонда уҡ нормативтар ҙа ҡаралған. Әйтәйек, шәхси йорт төҙөү өсөн 25 йылға бер тапҡыр 110 кубометр ағас бирелә. Өйҙә ремонт, яңыртыу үткәреүгә биш йылға бер тапҡыр 25 кубометрға саҡлы. Йорт алды, ҡаралты төҙөлөшө өсөн биш йылға бер тапҡыр – 50 кубометр, уларҙы ремонтлауға өс йылға – 15 кубометр, өйҙө һәм ҡаралтылағы башҡа төҙөлөш объектын йылытыуға (утынға) йыл һайын 20 кубометр ҡаралған. Шунан уйлап ҡарайыҡ инде: был ғаиләле йәки айырым йәшәгән кешегә аҙмы?
Эйе, закон бар. Хоҡуҡ күрһәтелгән. Тик башҡа мәсьәлә тыуа: барыһы ла урманлы төбәктә йәшәйме лә барып ағас әҙерләү ҡулынан киләме? Ғөмүмән, өй һалыу өсөн ылыҫлы ағас етәме?
– Киҫергә рөхсәт ителгән урманда ылыҫлы ағас тик ун процент ҡына тәшкил итә, – тигәйне был йәһәттән бер интервьюһында Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Уның да яртыһынан күбеһе ҡуртымсыларҙа. Билдәле күләмде беҙ “Домокомплект” дәүләт программаһына резервлайбыҙ, янғындан ҡаза күргәндәрҙе тәү сиратта тәьмин итәбеҙ. Асылда беҙҙең барлыҡ урман ҡатнаш, хатта Бөрйән, Белорет райондарында ла. Элек сиратты ағасты алып һатып ебәргәндәр арттыра ине. Беҙ улар менән көрәштек, штраф санкциялары ҡулланылған судтар булды.
Хәҙер ағас алыу тәртибе асыҡ, “Электрон сират” индерелде. Документтарҙың барлыҡ этапта үтеүен ҡарарға мөмкин...
Хәүеф, сетерекле мәсьәләләр
Урман өсөн иң хәүефлеһе айырым кешенең балта тотоп, үҙенә кәрәк ағасты йығыуы түгелдер. Хәйер, барыһын законға ярашлы эшләп була. Әйтелгәненсә, килешеү төҙөп йәки яңы йылдан башлап бушҡа ҡоро-һары йыйып. Иң ҡурҡынысы – янғындар. Уныһы ла тәү сиратта кешегә бәйле. Быйыл, мәҫәлән, 148 янғын осрағы теркәлһә, шуның 122-һе кешенең вайымһыҙлығы, иғтибарһыҙлығы сәбәпле.
Башҡортостандың ҡырҡ процентҡа яҡын майҙаны урман менән ҡапланған, тинек. Фондтағы дөйөм запастың 55 процентын өлгөргән һәм ваҡыты үткән урмандар тәшкил итә. Тора-бара уларҙың да сифаты насарая. Бөгөн тик 30-33 процентында ғына эш бара. Төп сәбәп – барлыҡ ил буйынса һымаҡ уҡ урман юлдарының булмауы. Шунан һуң, эре эшкәртеүсе предприятиелар Өфөлә урынлашҡан. Алыҫтан сеймал ташыу ҡиммәткә төшә. Урындарҙа эшкәртеүсе цехтар асырға кәрәк. Был мәсьәлә буйынса сентябрҙә республика Хөкүмәтендә 2030 йылға тиклем төбәктә урман сәнәғәте комплексын үҫтереү стратегияһы ҡаралды.
Урман хужалығы, сәнәғәте өлкәһе һәм ерҙең йәшел ҡалҡанын һаҡлау – бик ҡатмарлы мәсьәлә. Һәр нәмәне уйлап эш итеүҙе, шул уҡ ваҡытта халыҡ тарафынан да аңлауҙы талап итә...
Айрат ИСКӘНДӘРОВ,
Башҡортостан урман хужалығы министры ярҙамсыһы:
— Өй төҙөү өсөн ағас алыу мәсьәләһе буйынса беҙгә йыш мөрәжәғәт итәләр. Документтарҙы ҡайҙа, нисек тапшырыу хаҡында ла һорайҙар. Иң тәүҙә шуны әйтер инем: һәр дүшәмбе киске сәғәт 5-тән 6-ға саҡлы министр халыҡты ҡабул итә. Бының өсөн 8 (347) 218-14-10 телефоны буйынса алдан шылтыратып яҙылырға кәрәк. Ҡыҙыҡһындырған төрлө мәғлүмәтте министрлыҡтың сайтынан да алырға була.
Шулай уҡ етәкселек ай һайын график буйынса бер районға сыға, халыҡ менән осраша, һорауҙарға яуап бирә. Бынан тыш, ведомствоның төбәк диспетчеры тәүлек әйләнәһенә эшләй, 8 (347) 218-14-14 телефонына шылтыратырға мөмкин. Шәхси һорауҙар буйынса ла мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең ишектәр һәр кемгә асыҡ, бәйләнешкә сығыу өсөн мөмкинлектәр етерлек.