Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тырышлығыңа күрә – хаҡы
200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк.

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарында “Колибри” йәмғиәтенең теген цехтары байтаҡ асылды. Баймаҡтағыһы – иң ҙуры. Бында 200 кешегә эш урыны булдырылған.

Цехта тегенселәр өсөн бөтә шарттар бар, ашау, йыуыныу урындары кеүек уңайлыҡтар булдырылған. Эш иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем дауам итә. “Әлегә илле тегенсе хеҙмәт күрһәтә, – ти халыҡҡа эш урындары булдырған йәш йүнсел Линара Заһитова. – Ҡабул иткәндә кешеләрҙең йәшенә, ошо йүнә­лештәге тәжрибәһенә ҡарамайбыҙ. Иң мөһиме – эшләргә теләге булһын. Хеҙмәт үҙенсә­лек­тәренә үҙебеҙ бушлай өйрә­тәбеҙ. Хаҡ башҡарылған эш күләменә ҡарап түләнә, шуға һәр тегенсенеке төрлөсә килеп сыға. Кемдер көнөнә бер мең һум табыш алһа, бәғзеләр айына ни бары өс–биш мең һумдан үтә алмай. Әйтеүемсә, барыһы ла теләккә, тырыш­лыҡҡа бәйле”.

Эшкә алынғандар араһында ҡасандыр тегенсе булған ҡатын-ҡыҙ ҙа, яңы шөғөлгә тәүләп тотонғандар ҙа бар. Мәҫәлән, 21 йәшлек ҡыҙ колледж тамамлап, үҙ һөнәре буйынса урын таба алмағас, бында килгән. Ә бына Хәҙисә Хөсәйенованың тәжрибәһе етерлек: ул оҙаҡ йылдар Сибай тегеү фабри­каһында хеҙмәт иткән. Богачевка ауылынан йөрөп эшләргә йыйынған Елена ла бер көйгә генә “йырлаған” сит ил теген машинаһын ғәжәп уңайлы күрә.

Әйткәндәй, был эшмәкәрлек Башҡортостан Хөкүмәтенең республиканың көньяҡ-көн­сығыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһына ярашлы атҡарыла. Ауыл хал­ҡына хеҙмәт урындары булдырған “Колибри” йәмғиә­тенең төбәкте заманса үҫте­реүҙә, мәшғүллек мәсьәләһен хәл итеүҙә өлөшө ҙур. Эш булғас, аш бар, тормош йәмле.

Йәш эшҡыуар Линара Заһитованың пландарына килгәндә, киләсәктә Сибайҙа ла ошондай уҡ цех асыу ҡарала.




Автор: Кәримә УСМАНОВА Район: Баймаҡ ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостан Башлығы илдең төп транспорт форумында ҡатнаша

Башҡортостан Башлығы илдең төп транспорт форумында ҡатнаша 18.11.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров федераль ведомстволар менән республика транспорт тармағының киләсәге тураһында фекер ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү кимәле буйынса Милли рейтингта лидерлыҡты һаҡлап ҡалды

Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү кимәле буйынса Милли рейтингта лидерлыҡты һаҡлап ҡалды 18.11.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан кластерҙарҙы үҫтереү кимәле буйынса Милли рейтингта лидерлыҡты һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 4

Республикала льготалылар өсөн берҙәм юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрҙе

Республикала льготалылар өсөн берҙәм юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрҙе 17.11.2026 // Иҡтисад

Республикала льготалылар өсөн берҙәм юл йөрөү билеты хаҡы үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 7

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Галле урамының яңы участкаһы буйлап хәрәкәткә старт бирҙе

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Галле урамының яңы участкаһы буйлап хәрәкәткә старт бирҙе 16.11.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Галле урамының яңы участкаһы буйлап хәрәкәткә старт бирҙе...

Тотош уҡырға 4

Рәсәйҙә әсәлек капиталы 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк

Рәсәйҙә әсәлек капиталы 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк 16.11.2026 // Иҡтисад

Рәсәйҙә әсәлек капиталы 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы: беҙ яғыулыҡ кризисына юл ҡуймаясаҡбыҙ, иң мөһиме, һөжүмдәрҙе кире ҡағыу

Башҡортостан Башлығы: беҙ яғыулыҡ кризисына юл ҡуймаясаҡбыҙ, иң мөһиме, һөжүмдәрҙе кире ҡағыу 11.11.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тура бәйләнештә яғыулыҡ кризисын булдырмау саралары хаҡында ......

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша кластерҙарға ярҙамын дауам итәсәк

Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша кластерҙарға ярҙамын дауам итәсәк 11.11.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша кластерҙарға ярҙамын дауам итәсәк...

Тотош уҡырға 5

Йыл башынан республикала 82,2 мең йорт газға тоташтырылған

Йыл башынан республикала 82,2 мең йорт газға тоташтырылған 10.11.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда газ үткәреү программаһы дауам итә. Бөгөнгә 82,2 мең йорт тәбиғи газға тоташтырылған, ......

Тотош уҡырға 8

Өфөлә яңы төҙөлгән йортта фатир тағы 110 мең һумға ҡиммәтләнгән

Өфөлә яңы төҙөлгән йортта фатир тағы 110 мең һумға ҡиммәтләнгән 06.11.2026 // Иҡтисад

Октябрь йомғаҡтары буйынса күрһәткес 8,6 миллион һум тәшкил итә....

Тотош уҡырға 8

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 5

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты 02.11.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты...

Тотош уҡырға 7

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 12


Комментарий өҫтәргә