Тырышлығыңа күрә – хаҡы19.09.2018
200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк.

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарында “Колибри” йәмғиәтенең теген цехтары байтаҡ асылды. Баймаҡтағыһы – иң ҙуры. Бында 200 кешегә эш урыны булдырылған.

Цехта тегенселәр өсөн бөтә шарттар бар, ашау, йыуыныу урындары кеүек уңайлыҡтар булдырылған. Эш иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем дауам итә. “Әлегә илле тегенсе хеҙмәт күрһәтә, – ти халыҡҡа эш урындары булдырған йәш йүнсел Линара Заһитова. – Ҡабул иткәндә кешеләрҙең йәшенә, ошо йүнә­лештәге тәжрибәһенә ҡарамайбыҙ. Иң мөһиме – эшләргә теләге булһын. Хеҙмәт үҙенсә­лек­тәренә үҙебеҙ бушлай өйрә­тәбеҙ. Хаҡ башҡарылған эш күләменә ҡарап түләнә, шуға һәр тегенсенеке төрлөсә килеп сыға. Кемдер көнөнә бер мең һум табыш алһа, бәғзеләр айына ни бары өс–биш мең һумдан үтә алмай. Әйтеүемсә, барыһы ла теләккә, тырыш­лыҡҡа бәйле”.

Эшкә алынғандар араһында ҡасандыр тегенсе булған ҡатын-ҡыҙ ҙа, яңы шөғөлгә тәүләп тотонғандар ҙа бар. Мәҫәлән, 21 йәшлек ҡыҙ колледж тамамлап, үҙ һөнәре буйынса урын таба алмағас, бында килгән. Ә бына Хәҙисә Хөсәйенованың тәжрибәһе етерлек: ул оҙаҡ йылдар Сибай тегеү фабри­каһында хеҙмәт иткән. Богачевка ауылынан йөрөп эшләргә йыйынған Елена ла бер көйгә генә “йырлаған” сит ил теген машинаһын ғәжәп уңайлы күрә.

Әйткәндәй, был эшмәкәрлек Башҡортостан Хөкүмәтенең республиканың көньяҡ-көн­сығыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһына ярашлы атҡарыла. Ауыл хал­ҡына хеҙмәт урындары булдырған “Колибри” йәмғиә­тенең төбәкте заманса үҫте­реүҙә, мәшғүллек мәсьәләһен хәл итеүҙә өлөшө ҙур. Эш булғас, аш бар, тормош йәмле.

Йәш эшҡыуар Линара Заһитованың пландарына килгәндә, киләсәктә Сибайҙа ла ошондай уҡ цех асыу ҡарала.





Вернуться назад