Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Берәүҙәргә — балалар майҙансығы, ә икенселәргә — матур ихата
Ауыл ерендәге проблемалар хәл ителә

Берәүҙәргә — балалар майҙансығы, ә икенселәргә — матур ихатаРеспубликала бер нисә йыл рәттән тормошҡа ашырылып килгән социаль проекттар араһында ауыл халҡында бигерәк тә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы” ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Программаның төп үҙенсәлеге — көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм ҡулынан килгәнсә булышлыҡ итә. Ул – ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ярҙам иткән сараларҙың береһе, нисәмә йыл буйы түҙемһеҙләнеп көткән хыялдарҙың тормошҡа ашыуы ла.


Бөтә донъя банкы проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса Хәйбулла районы халҡы ла ҙур әүҙемлек күрһәтә. Программаға ярашлы күп кенә ауыл­дарҙың социаль һәм коммуналь инфра­структураһы яҡшырған, урамдарға яҡтылыҡ үткәреү, юлдарҙы ремонтлау, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөү, төрлө социаль объекттарҙы төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Быйыл районда барлығы 12 проект тормошҡа ашырыла, дүрт ауылда спорт һәм балалар майҙансығы төҙөү ҡаралған, ике ял урыны сафҡа инәсәк.
Һуңғы йылдарҙа Сиҙәм ауыл билә­мәһенә ҡараған тораҡтарҙың төҙөкләнеүе күҙгә ташлана. Биләмә башлығы Ольга Попова әйтеүенсә, программа нигеҙендә 2015 йылда Сиҙәм ауылында балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн спорт майҙансығы булдырылған, 2016 йылда Иҫәнгилде ауылында урамдарға яҡтылыҡ үткән. Былтыр бүленгән аҡсаға күптән түгел Вәлиттә балалар майҙансығы сафҡа ингән. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ҙур бүләк булған майҙансыҡ хәҙер ауыл халҡының иң яратҡан урынына әйләнгән.
Быйыл сиҙәмдәр ауыл зыяратын кәртәләү, уны төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә. Проект хаҡы — 600 мең һум. Һәр йорттан 300 һум аҡса йыйыу ҡарала, халыҡ был эштә әүҙем ҡатнаша.
— “Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү программаһы”ның барлыҡҡа килеүе бигерәк тә ауыл ерендә йәшә­гәндәр өсөн әһәмиәтле, сөнки тап ошо проект ярҙамында бөгөн күп ауылдарҙа йылдар буйы борсоған көнүҙәк проблемалар хәл ителә. Ниндәй проект өсөн тауыш бирергә һәм яҡларға икәнлеген ошонда йәшәүселәрҙән башҡа берәү ҙә яҡшы белмәй, шуға күрә тәҡдим ителгән һәр проект тәү сиратта улар тарафынан ныҡлы өйрәнелә, ҡайһыһы файҙалы һәм отошло булыры йыйылышта ауылдаштар хөкөмөнә сығарыла. Һәр кемдең фекерен, теләген тыңлағандан һуң ғына яҡлаясаҡ проект ҡабул ителә, — ти Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов.
Райондың иң төпкөлөндә урынлашҡан ауыл өсөн янғын һүндереү проблемаһы күптән инде бында йәшәүселәрҙең иң “ауыртҡан сир”енә әйләнгән, сөнки район үҙәгенән күп осраҡта “ҡыҙыл әтәс” ҡунған йортҡа янғын һүндереү машинаһы килеп өлгөрмәй. Шуға күрә әбештәр 2016 йылда янғын һүндереү машинаһы өсөн гараж төҙөүгә тауыш биргән, былтыр бөтә ҡоролмалары булған өр-яңы МТЗ-82 тракторы һатып алған. Быйыл иһә ауыл халҡы янғын һүндереү машинаһы алырға ниәтләнә.
Районда шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Заманса ҡала мөхите” федераль программаһы ла әүҙем тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙың ихатаһына асфальт түшәү ҙә йылдам бара. Был программаға ярашлы, райондың алты ауыл биләмәһендә унлаған ихатаға асфальт түшәү ҡаралған. Яҡын арала Аҡъяр, Бүребай, Маҡан, Подольск, Татырүҙәк, Өфө ауылдарының ҡайһы бер урамдары төҙөкләндереләсәк. Иң мөһиме — күп фатирлы йорттар ихатаһының һәм йәмәғәт урындарының төҙөк, уңайлы булыуы.
“Заманса ҡала мөхите” программаһын районда тормошҡа ашырыу өсөн 7,5 миллион һум аҡса бүленгән, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан — 6 264, 40 мең һум, ә республика ҡаҙнаһынан 233, 3 мең һум йүнәлтелгән. Әле был маҡсатлы эш Аҡъяр ауылы урамдарында башланған да инде.
Ябай халыҡ мәнфәғәтендә изге эштәр дауам итә, ауыл халҡы урындағы башланғыстарҙы ла, башҡа төрлө программаларҙы ла хуплап ҡына түгел, хәҙер көтөп тә ҡала.

Хәйбулла районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә