Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һатыуҙа – “Маша”
Һатыуҙа – “Маша”Ауыл ерендә йәшәгән бәғзе берәүҙәр өсөн һәр миҙгел – уңыштың мул мәле. Улар иртә яҙҙан алып тәүге ҡар яуғанға ҡәҙәр экологик яҡтан таҙа, сифатлы ҡыяр ашап кинәнә. Ҡайҙа тиһегеҙме? Хәйбуллала! Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәгән Риф Сурин дүртенсе йыл инде йәшелсәселек тармағында үҙ эше менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, ауылда был кәсепкә дүрт кеше тотонған.


– Үҙемде баҡса эшен ныҡлы беләм тип иҫәпләмәйем, шулай ҙа йәшелсә үҫтерәм, – тип йылмая Риф Азат улы. – Ауылда эш юҡ тип ятып булмай бит. Ә тәжрибә хеҙмәттә туплана, төрлө сыға­наҡтар аша, башҡаларҙан күреп өйрә­нәһең. Шулай бер килке уйланып йөрө­гәс, ауылдағы егеттәр менән кәңәш­ләш­кәс, мин дә тәүәккәлләнем. Тәүге йылда дәүләттән бүленгән субсидияға теплица ҡороу өсөн кәрәкле материалдар, ер һөрөүгә уңайлы мотоблок, ике мейес һәм башҡа әйберҙәр һатып алдым.
Һәр эштең үҙ сере, нескәлектәре. Йәшелсә үҫтереүҙә лә “өйрәнсек” өсөн ауырлыҡтар осрап тора. Эш барышында ул төрлө проблемаға юлыға, орлоҡ һайлауҙа ла хаталана, һөҙөмтәлә – сығым артынан сығым... Әммә башлағанын ярты юлда ҡалдырырға күнекмәгән уҙаман эшен ныҡышмал рәүештә дауам итә. Ҡатыны менән улы төп ярҙамсылары була. Хәҙер инде Суриндарҙың ҡыяр үҫтереү буйынса үҙ тәжрибәһе етерлек.
– Тәү сиратта орлоҡто дөрөҫ һайлау мөһим, – ти Риф Азат улы. – Теплица өсөн иң уңайлы сорттарҙың береһе – “Маша F1”. Уны Өфөнән йәки Интернет аша яҙҙыртып алам. Шулай уҡ “Герман” тигән сорт та яҡшы. Сәсеү үҙенсә­лек­тәренә килгәндә, оҙонлоғо – 15, киңлеге алты метрлыҡ теплицаға 200-ҙән ашыу үҫенте ултыртам. Башҡа сорттарҙан айырмалы, “Маша” ауырыуҙарға биреш­мәй, уңышты мул бирә, үҙе һутлы. Тышы ла ҡалын түгел, тиҙ һулымай. Бер йыл “Изумрудный поток” тигән сортлыһын сәсеп ҡарағайным, был оҙонса ҡыяр йәһәт кенә йомшарып, һатып алыусыларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. “Бер нисә көн элек өҙгән йәшелсәгеҙҙе тәҡдим итәһегеҙ”, – тип ризаһыҙлыҡ белдергәстәр, ҡайһы берәүҙәрҙе теплицаға индереп, үҙҙәренән өҙҙөрҙөм. Һабағында уҡ йомшаҡ, һутлы был сортты үҙ итеүсе табылманы. Шунлыҡтан күберәк “Маша”ға өҫтөнлөк бирәм.
Әйткәндәй, теплицала көндөҙ йылылыҡ 25-27 градус булыуы мотлаҡ. Төнөн иһә 18 тирәһендә тотоу ҙа етә. Унан аҫтараҡ булһа, ҡыяр үҫмәй, ә ноль градуста ул бөтөнләй үлә. Тупраҡты өс йылға бер алмаштырып тороу талап ителә.
Быйыл Риф Азат улы теплицаны 15 ғинуарҙа йылыта башлай. Баштараҡ мейес янындағы махсус һауыттарға ҡыяр орлоҡтары сәсеп сыға, уларға яҡтылыҡ өҫтәй. Бер аҙнанан тәүге үҫентеләр күренгәс, артабан икенселәренә тотона. Ер йылынып, эстә температура кәрәкле кимәлдән төшмәй башлағас, үҫентеләрҙе бергәләшеп ултыртып сығалар. Әле улары сәскә атҡан, оҙаҡламай өлгөрәм тигәндәй күңелде һөйөндөрә.
– Һәр үҫемлек ныҡлы тәрбиәләү талап итә, – ти йүнсел. – Айырыуса ҡышҡы һалҡында ике сәғәт һайын ҡарауыллап, ут яғып тороу еңелдән түгел, әлбиттә. Әммә эшең барһын, ашың булһын тиһәң, тырышаһың. Әле ҡыярҙарҙы яҡшылап ҡарап, мул уңыш алыу хәстәрлеге күрелә. Бының өсөн йылылыҡты тейешле кимәлдә тотоу, ашлама индереү, кәрәкле витаминдар менән даими туҡландырып тороу мөһим. Иң күңелле мәл – ҡыяр йыйыу. Иртәнсәк күпме­һендер өҙөп алаһың, кискә йәнә әллә нисәһе ҙурайған була.
Йәшелсәне һатыу ҡыйынлыҡ тыуҙыр­май. Ауылдағы ҡыяр үҫтереүсе­ләрҙең һәр береһенең үҙ клиенты бар, улар йорттан да килеп алып китә. Тәү сиратта урындағы халыҡ сифатлы һәм файҙалы йәшелсә ашап рәхәтләнһә, артабан яңы уңышҡа район үҙәгендә йәшәүселәр кинәнә. Шулай уҡ күрше Гай, Орск ҡа­ла­ларынан килгәндәр ҙә Бәләкәй Арыҫланғол ауылын урап үтмәй. Әйткән­дәй, Суриндар помидор, йәшел тәмле­кәстәр ҙә сәсә, сөнки уларҙы ла халыҡ күп һорай.
Тимәк, йәшелсә үҫтереү табышлы. Быны Риф Азат улының һүҙҙәре менән дәлилләп ҡуяйыҡ. “Теплицаны ҡаплау өсөн – 10, орлоҡ алыуға ике мең һум китте. Хәҙер иһә аҙнаһына алты-ете мең һум табыш алабыҙ. Һатыу апрель уртаһынан август айына тиклем дауам итә. Ҡыяр, аҙаҡ помидор табыш бирә башлай. Йәшел тәмләткестәрҙе һанап та тормайым. Ошонан сығып, йәшелсә үҫтереүҙең отошломо-юҡмы икәне хаҡында һәр кем фекер йөрөтә ала”.
Әлбиттә, утты өҙлөкһөҙ ҡарап тороу, утын өҫтәү ҙә еңелдән түгел, шулай уҡ һыуҙы йылытып һибеү ҙә күптәр өсөн мәшәҡәт тойолор. Тырышлыҡ менән дәрт йәнәш барғанда ғына эшең уң, ашың мул була. Шуны төп ҡағиҙә итеп алған йүнсел Риф Сурин.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә