Ауыл ерендә йәшәгән бәғзе берәүҙәр өсөн һәр миҙгел – уңыштың мул мәле. Улар иртә яҙҙан алып тәүге ҡар яуғанға ҡәҙәр экологик яҡтан таҙа, сифатлы ҡыяр ашап кинәнә. Ҡайҙа тиһегеҙме? Хәйбуллала! Бәләкәй Арыҫланғол ауылында йәшәгән Риф Сурин дүртенсе йыл инде йәшелсәселек тармағында үҙ эше менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, ауылда был кәсепкә дүрт кеше тотонған.– Үҙемде баҡса эшен ныҡлы беләм тип иҫәпләмәйем, шулай ҙа йәшелсә үҫтерәм, – тип йылмая Риф Азат улы. – Ауылда эш юҡ тип ятып булмай бит. Ә тәжрибә хеҙмәттә туплана, төрлө сығанаҡтар аша, башҡаларҙан күреп өйрәнәһең. Шулай бер килке уйланып йөрөгәс, ауылдағы егеттәр менән кәңәшләшкәс, мин дә тәүәккәлләнем. Тәүге йылда дәүләттән бүленгән субсидияға теплица ҡороу өсөн кәрәкле материалдар, ер һөрөүгә уңайлы мотоблок, ике мейес һәм башҡа әйберҙәр һатып алдым.
Һәр эштең үҙ сере, нескәлектәре. Йәшелсә үҫтереүҙә лә “өйрәнсек” өсөн ауырлыҡтар осрап тора. Эш барышында ул төрлө проблемаға юлыға, орлоҡ һайлауҙа ла хаталана, һөҙөмтәлә – сығым артынан сығым... Әммә башлағанын ярты юлда ҡалдырырға күнекмәгән уҙаман эшен ныҡышмал рәүештә дауам итә. Ҡатыны менән улы төп ярҙамсылары була. Хәҙер инде Суриндарҙың ҡыяр үҫтереү буйынса үҙ тәжрибәһе етерлек.
– Тәү сиратта орлоҡто дөрөҫ һайлау мөһим, – ти Риф Азат улы. – Теплица өсөн иң уңайлы сорттарҙың береһе – “Маша F1”. Уны Өфөнән йәки Интернет аша яҙҙыртып алам. Шулай уҡ “Герман” тигән сорт та яҡшы. Сәсеү үҙенсәлектәренә килгәндә, оҙонлоғо – 15, киңлеге алты метрлыҡ теплицаға 200-ҙән ашыу үҫенте ултыртам. Башҡа сорттарҙан айырмалы, “Маша” ауырыуҙарға бирешмәй, уңышты мул бирә, үҙе һутлы. Тышы ла ҡалын түгел, тиҙ һулымай. Бер йыл “Изумрудный поток” тигән сортлыһын сәсеп ҡарағайным, был оҙонса ҡыяр йәһәт кенә йомшарып, һатып алыусыларҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. “Бер нисә көн элек өҙгән йәшелсәгеҙҙе тәҡдим итәһегеҙ”, – тип ризаһыҙлыҡ белдергәстәр, ҡайһы берәүҙәрҙе теплицаға индереп, үҙҙәренән өҙҙөрҙөм. Һабағында уҡ йомшаҡ, һутлы был сортты үҙ итеүсе табылманы. Шунлыҡтан күберәк “Маша”ға өҫтөнлөк бирәм.
Әйткәндәй, теплицала көндөҙ йылылыҡ 25-27 градус булыуы мотлаҡ. Төнөн иһә 18 тирәһендә тотоу ҙа етә. Унан аҫтараҡ булһа, ҡыяр үҫмәй, ә ноль градуста ул бөтөнләй үлә. Тупраҡты өс йылға бер алмаштырып тороу талап ителә.
Быйыл Риф Азат улы теплицаны 15 ғинуарҙа йылыта башлай. Баштараҡ мейес янындағы махсус һауыттарға ҡыяр орлоҡтары сәсеп сыға, уларға яҡтылыҡ өҫтәй. Бер аҙнанан тәүге үҫентеләр күренгәс, артабан икенселәренә тотона. Ер йылынып, эстә температура кәрәкле кимәлдән төшмәй башлағас, үҫентеләрҙе бергәләшеп ултыртып сығалар. Әле улары сәскә атҡан, оҙаҡламай өлгөрәм тигәндәй күңелде һөйөндөрә.
– Һәр үҫемлек ныҡлы тәрбиәләү талап итә, – ти йүнсел. – Айырыуса ҡышҡы һалҡында ике сәғәт һайын ҡарауыллап, ут яғып тороу еңелдән түгел, әлбиттә. Әммә эшең барһын, ашың булһын тиһәң, тырышаһың. Әле ҡыярҙарҙы яҡшылап ҡарап, мул уңыш алыу хәстәрлеге күрелә. Бының өсөн йылылыҡты тейешле кимәлдә тотоу, ашлама индереү, кәрәкле витаминдар менән даими туҡландырып тороу мөһим. Иң күңелле мәл – ҡыяр йыйыу. Иртәнсәк күпмеһендер өҙөп алаһың, кискә йәнә әллә нисәһе ҙурайған була.
Йәшелсәне һатыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ауылдағы ҡыяр үҫтереүселәрҙең һәр береһенең үҙ клиенты бар, улар йорттан да килеп алып китә. Тәү сиратта урындағы халыҡ сифатлы һәм файҙалы йәшелсә ашап рәхәтләнһә, артабан яңы уңышҡа район үҙәгендә йәшәүселәр кинәнә. Шулай уҡ күрше Гай, Орск ҡалаларынан килгәндәр ҙә Бәләкәй Арыҫланғол ауылын урап үтмәй. Әйткәндәй, Суриндар помидор, йәшел тәмлекәстәр ҙә сәсә, сөнки уларҙы ла халыҡ күп һорай.
Тимәк, йәшелсә үҫтереү табышлы. Быны Риф Азат улының һүҙҙәре менән дәлилләп ҡуяйыҡ. “Теплицаны ҡаплау өсөн – 10, орлоҡ алыуға ике мең һум китте. Хәҙер иһә аҙнаһына алты-ете мең һум табыш алабыҙ. Һатыу апрель уртаһынан август айына тиклем дауам итә. Ҡыяр, аҙаҡ помидор табыш бирә башлай. Йәшел тәмләткестәрҙе һанап та тормайым. Ошонан сығып, йәшелсә үҫтереүҙең отошломо-юҡмы икәне хаҡында һәр кем фекер йөрөтә ала”.
Әлбиттә, утты өҙлөкһөҙ ҡарап тороу, утын өҫтәү ҙә еңелдән түгел, шулай уҡ һыуҙы йылытып һибеү ҙә күптәр өсөн мәшәҡәт тойолор. Тырышлыҡ менән дәрт йәнәш барғанда ғына эшең уң, ашың мул була. Шуны төп ҡағиҙә итеп алған йүнсел Риф Сурин.