Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Май указдары” үтәләме?
“Май указдары” үтәләме?Рәсәй финанс министры Антон Силуанов ғинуарҙан бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең эш хаҡы уртаса 23 процентҡа артыуы тураһында белдерҙе.
– Президенттың 2012 йылдың “май указдары”нда һалынған ҡарарҙарҙы тулыһынса үтәйәсәкбеҙ. Быйыл ғинуарҙан бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы Президент ҡуйған бурыстарҙы тәьмин итәсәк, – тине ул.


Ыңғай һөҙөмтәләр көтөлә

Шулай итеп, уҡытыусыларҙың, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең, табиптарҙың, вуз преподавател­дә­ренең һәм башҡа категория бюджет­сыларҙың хеҙмәт хаҡы 23 процентҡа тиклем арта. “Май указдары”н үтәү өсөн бюджеттан 2018 йылда – 769,6, 2019 йылда – 735,4, 2020 йылда 714 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла.
Әйткәндәй, “май указдары”на Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған 14 документ инә. Әлбиттә, уларҙы үтәү еңелдән булмаясаҡ.
“Дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында” 597-се указды үтәү өсөн өс йылда бөтәһе 791,2 миллиард һум сарыф итергә йыйыналар. Йәғни 2018 йылда – 280,1, 2019 – 251,6, 2020 йылда 259,5 миллиард һум бүленәсәк. Быйыл, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Хөкүмәткә алдағы йыл­дар­ға ҡарағанда 145,9 миллиард һумға күберәк тотонорға тура киләсәк. Бюджет хеҙмәткәрҙәренең был кимәлен тотоу өсөн йыл һайын эш хаҡын дүрт про­центҡа индексацияларға тәҡдим ителә.
Хеҙмәт хаҡын арттырыуҙа айырыуса ҡыйынлыҡтар тыуҙырған төбәктәрҙә 80,4 миллиард һум күләмендә өҫтәмә дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралған. Был бюджет дотациялары былтырғыға ҡарағанда 40 миллиард һумға күберәк. Ә инде 2019 һәм 2020 йылдарҙа ошо маҡсатта 100 миллиард һум һалынған.
А. Силуанов белдереүенсә, быйыл күптәрҙең ғаилә килеме 4,1 процентҡа үҫәсәк. Әммә был үҫеш икенсе сығанаҡ­тарҙан килемгә керемде компенсацияламай. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, былтыр ноябрҙә халыҡтың ысын килеме унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 0,3 процентҡа ҡыҫҡарған, ә ғинуар–декабрҙә – 1,4 процентҡа. Хеҙмәт хаҡын дүрт процентҡа индексациялау эске тулайым продукттың 0,8 процентҡа артыуына килтерәсәк, һәм үҫеш эш урындарын һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Ғәмәлдә иһә бер кешенең килеме айына 1500 һумға артасаҡ, тик был ғына илдәге ярлылыҡты кәметә алмай, сөнки халыҡтың ғәмәлдәге килеме инде дүрт йыл кәмей бара. Йәғни 2014 йылда – 0,7, 2015 йылда – 3,2, 2016 йылда 5,9 процентҡа төшкән. Быйыл да уның ҡабатланыуы ихтимал.
Әммә ҡайһы бер эксперттар, хеҙмәт хаҡын һәм пенсияны индексациялау ха­лыҡтың килеменең кәмеүен туҡтатасаҡ, килем үҫеше күҙәтелгәндә лә әллә ни һиҙелерлек булмаясаҡ, тип белдерә.
Рәсми күҙаллауҙар иһә ыңғай һөҙөмтә вәғәҙә итә. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарамайынса, “күләгәләге” килемде үҙ эсенә алған социологик күҙәтеүҙәргә күҙ һалһаҡ, халыҡтың ысын килеме тотороҡланған, тип белдерәләр Стратификация тикшеренеүҙәре үҙәгенән.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы съезында Владимир Путин илдәге хәйерселек хәлен түбәнселек тип белдерҙе. Хәйер­селекте кәметергә һәм граждандарҙың килемен оҙайлы һәм тотороҡло күтә­реүгә өлгәшергә тигән маҡсат ҡуя ул.
– Йәмғиәтебеҙҙең тотороҡлоғона һәм берҙәмлегенә хәүеф тыуҙырған хәйерселекте кәметергә кәрәк. Был хәл кешене кәмһетә, – тип Президент пенсияларҙы күтәрергә саҡырҙы.

Үҙгәрештәр торлаҡ хаҡында сағылырмы?

Илдә алданған өлөшсөләр кәме­мәй. Төҙөлөп бөтмәгән йорттарҙан фатир алыу хәүефле булғанын белә тороп, осһоҙ квадраттарға алданып, ошо аҙымға барыуҙарын дауам итә халыҡ. Һуңынан инде ҡайҙан ярҙам һорарға белмәй, аслыҡ иғлан итеү кеүек һуңғы аҙымдарға ла баралар. Былар барыһы ла кешенең үҙенең яуапһыҙлығына ҡайтып ҡала.
“Май указдары” үтәләме?Ошо хәлде яйға һалыу маҡсатында, Рәсәй Президенты профилле министр­лыҡтарға торлаҡты өлөшсө төҙөлөшөнән проектлы финанслау механизмына күсергә тәҡдим итә. “Төҙөүселәргә ҡаты талаптар индергәндән һуң, банктарҙы файҙаланып, этаплы рәүештә банктар оҙатыуы аша проектлы финанслауға күсергә кәрәк”, – тип билдәләне ул.
Әйткәндәй, яңы ҡағиҙәләр 1 июлдән ғәмәлгә инә. Әҙерләүселәргә ошо күсеү ваҡытын иҫәпләргә кәрәк. Шулай итеп, әле төҙөлмәгән йорттан фатир һатып, граждандарҙың аҡсаһын файҙаланған өлөшсө ҡатнашлығындағы төҙөлөш­тәрҙән баш тартыу планы булдыры­ласаҡ. Рәсәйҙәге торлаҡ төҙөлөшөнөң 90 проценты ошо юл менән алып барыла.
Әлеге ваҡытта төҙөүсе буласаҡ фатир хужаларынан һәм кредит бүлгәндә һатыу планына ҡараған банктарҙан аҡса ала. Төҙөлөш бурысын атҡарыуҙы контролдә тотоу – дәүләт төҙөлөш күҙәтеү органдары иңендә.
Яңы схема буйынса, төҙөлөштө банктар ғына финанслаясаҡ һәм эш барышына ҡарап ҡына кредит бирәсәктәр. Шуға ла инде хаҡы түләнгән һәм төҙөлөп бөт­мәгән йорттарға бәйле хәлдәр булмаясаҡ. Ошоға бәйле хаҡтарҙың 15-20 процентҡа артыуы көтөлә. Әле банк­тар 15-18 процент менән кредит би­рә. Бындай яңы схемаға күсеү ваҡы­ты­ның өс йылдан алып биш йылға тик­лем­гә һуҙылыуы бар, тип билдәләй эксперттар.

Кемдәрҙең тормошо 30 процентҡа яҡшыра?

Йыл аҙағында Дәүләт Думаһы депутаттары пенсия ҡануниәтенә үҙгә­рештәр индерҙе. Уға ярашлы, быйыл индексация ваҡыты һәм һаны, шулай уҡ проценттар иҫәбе үҙгәрештәр кисерҙе.
2018 йылдан прокуратура һәм тәфтиш органы хеҙмәткәрҙәренең пенсиялары 30 процентҡа артасаҡ. Әгәр ҙә әле хаҡлы ялдағы прокурор 20-22 мең һум самаһы пенсия алһа, яңы өҫтәмәләргә ярашлы, килемдәренең 26-29 мең һумға тиклем артыуы көтөлә. Был үҫеш “Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында”ғы һәм “Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты тураһында”ғы закондарға индерелгән төҙәтмәләргә бәйле.
Был саралар прокуратура органдары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлауҙы арттырыу маҡсатында күрелә, тип белдерҙе Дәүләт Думаһының Хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитеты рәйесе Василий Пискарев. “2017 йылдың 1 ғин­уарына тиклем хәрби прокурорҙар, хәрби тәфтишселәр Ҡораллы Көстәр министрлығы штатына ҡараны һәм ҡайҙа хеҙмәт иткән, шунан аҡса алды. Йыл башынан улар Генераль прокуратура һәм Тәфтиш комитеты штатына инде, шуға бәйле хәрби һәм хәрби булмаған прокуратура, тәфтиш органдары пенсияһы араһында ҙур айырма килеп сыҡты”, – ти ул.
Әлбиттә, пенсияға өҫтәмә чин класына (махсус исеменә) бәйле. Шулай итеп, 1 февралдән прокуратуранан – 22 мең, Тәфтиш комитетынан хаҡлы ялға сыҡҡан 2,4 мең кешенең матди хәле яҡшырасаҡ. Ошо маҡсатта федераль бюджетҡа 2,5 миллиард һум һалынған, алдағы йылдарҙа 3,1 миллиард һум бүленәсәк.

Ерең алты сутыймы?

“Май указдары” үтәләме?Беренсенән, быйыл пенсионер­ҙарҙы ер һалымынан азат итәләр. Икенсенән, эшҡыуарҙарҙың социаль иғәнәләр буйынса бурыстары ғәфү ителә. Өсөнсөнән, милек һалымы буйынса бурыстарҙы һыҙып таш­лаясаҡтар.
Әммә 2015 йылдың 1 ғинуарынан бурыстарығыҙ булһа, уны мотлаҡ түләргә кәрәк, сөнки күңелһеҙ хәлгә ҡалыуығыҙ бар.
Шәхси эшҡыуарҙарҙың 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклемге социаль иғәнәләр буйынса бурыстары булһа, уны ла дәүләт ғәфү итергә әҙер. Быға тиклем эшҡыуар булып яңы ғына теркәлгән кеше бер ниндәй эшмәкәрлек алып бар­маһа ла, әгәр ваҡытында отчет бирмәһә, уға шунда уҡ бер нисә минималь эш хаҡы күләмендә штраф һалына һәм пенялар үҫә ине. Был законға ярашлы, ошондай ауыр хәлдәге эшҡыуарҙарҙың бурыстарын ғәмәлдән сығаралар.
Һалым кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, быйылдан пенсионерҙар алты сутый ер өсөн һалымдан азат ителә. Ә инде уның майҙаны алтынан артһа, артыҡ майҙан айырмаһы өсөн генә түләйәсәктәр. Был яңылыҡ баҡсаһы булған пенсионерҙарға ҙур ҡыуаныс, сөнки күптәрҙең баҡса майҙандары алты сутыйҙан артмай.

Ололарға иғтибар арта

“Май указдары” үтәләме?Хеҙмәт министры Максим Топилин белдереүенсә, оло йәштәгеләрҙе ҡарау системаһын булдырыу өсөн быйыл бюджетҡа 100 миллион һум һалынған.
“Ҡайһы бер банктарға ярҙам итеү өсөн миллиард һумдар бүленә, ә ярҙамға мохтаж ололар өсөн бары 100 миллион һум ғына бирәләр”, – тигән фекер белдергәндәр ҙә бар. Әлбиттә, ололарҙың хәлен яҡшыртыу маҡсатында бүленгән был сумма ҙур ил өсөн бер тамсы һыуға тиң, әммә дәүләттең ошо йүнәлештә эш башлауы ыңғай баһалана. Ҡарттар йорто тотҡансы, ололар ғаиләләрҙә тәрбиәләнһә, яҡшыраҡ буласаҡ һәм ил ҡаҙнаһына ла еңелерәккә тура киләсәк, тип иҫәпләй ҡайһы бер эксперттар.

Аҡса иҫәп ярата

Иҫәп палатаһы былтыр тикшереү һөҙөмтәһе буйынса бюджет систе­маһында 6,5 мең хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған, йәғни 1,9 триллион һумдың эҙенә төшкән. Ә 2016 йылда был һан 1,2 триллион һумға тиңләшкән.
Был аҡсалар ҡайҙа булған? 2017 йылда асыҡланған ҡанун боҙоу осраҡтарының яртыһы (813,5 миллиард һумы) бухгалтер иҫәбенә һәм бюджет отчетына ҡағыла. Былтыр төҙөлөш өсөн бүленгән аҡсаны иҫәпһеҙ сарыф итеү, үтәлмәгән дәүләт контракттарынан, намыҫһыҙ подрядсыларҙан пеняларҙы һәм юғалтыуҙарҙы ҡаплауҙы талап итмәү, аҡсаларҙы маҡсатлы файҙалан­мау, милек һалымы һалынған объект­тарҙы тулыһынса иҫәпләмәү һәм башҡа ошондай бюджетҡа тура юғалтыу килтергән боҙоуҙар күләме кәмегән. Ведомствоның күҙәтеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бюджет системаһына 18,8 миллиард һум ҡайтарылған, әммә боҙоуҙарҙың төп өлөшө буйынса аҡсаны кире алыу мөмкин түгел, тип белдерәләр ведомствола.
Бюджетты формалаштырыу һәм үтәүгә бәйле 599 миллиард һумға тиң булған ике меңдән ашыу тәртип боҙоу осрағы асыҡланған. Дәүләт һатып алыуҙары буйынса мутлашыусылар күп – былтыр уларҙың уғрылығы 118,7 миллиардҡа еткән. Тәртип боҙоуҙарҙың күбеһе ҡануниәттең камил булмауына һәм бюджет аҡсаларына идара иткән чиновниктарҙың белдекһеҙлегенә, яуапһыҙлығына бәйле.
Бер йылда Иҫәп палатаһы инспекторҙары административ тәртип боҙоуҙар тураһында 389 эш асҡан. Улар буйынса 11 етәксегә 23,4 миллион һум күләмендә штраф һалынған. Иҫәп палаһы тикшереүе һөҙөмтәһендә прокуратура 169 күрһәтмә сығарған, 44 эш судҡа тапшырылған, 76 материал тикшереүгә ҡайтарылған һәм улар буйынса 20 енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Түләүҙәрҙең ике тапҡырға кәмеүе ихтимал

Рәсәй Ауыл хужалығы министр­лығы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән зыян күргән хужалыҡтарға ярҙам күрһәтеү тәртибен үҙгәртеүҙе тәҡдим иткән Хөкүмәт ҡарары проектын әҙерләгән. Документҡа ярашлы, зыянды ҡайтарыу маҡсатында федераль бюджеттан бүленгән компенсацияны агростраховкалау килешеүе төҙөүгә ҡарап билдәләргә йыйыналар.
Был документ ауыл етештереүселәре үҙҙәрен төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән страховкалаһын өсөн әҙерләнгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән үҙҙәрен ирекле страховкалаған хужалыҡтар ғына юғалтыуҙы страховка түләүҙәре һәм компенсация иҫәбенән, ҡалғанын дәүләт бюджетынан тулыландырып, 100 процент күләмендә ҡайтарыуға иҫәп тота аласаҡ. Алдан һаҡланыу сараһы күрмәгәндәргә юғалтыуҙың 50 процентын ғына ҡайтарасаҡтар.
2016 йылда Рәсәйҙә агростраховкалау баҙары 25,1 процентҡа үҫкән, әммә былтыр тәүге туғыҙ айҙа килешеүҙәр һаны 18,6 процентҡа ҡәҙәр кәмегән. Агростраховкалаусыларҙың милли союзы күрһәткестәре буйынса, дәүләт ярҙамы менән страховкалау 54 процентҡа кәмегән – 1441-ҙән 664-кә тиклем. Был баҙарҙа эшләгән страховка компаниялары йыйымын 57 процентҡа тиклем, йәғни 3,2 миллиард һумға кәметкән, дәүләт ярҙамы менән страховкалау сегментында – 68 процентҡа, йәғни 2 миллиард һумға. Былар страховкалау сығымдарын “берҙәм субсидия”ға индереүгә бәйле, ошо сәбәпле былтыр өс кварталда тәүге тапҡыр субсидиялар һаны дүрт мәртәбәгә кәмене, йәғни ике миллиард һумдан 487 миллион һумғаса, тип билдәләй Агрострахов­калаусыларҙың милли союзы президенты Корней Биждов.
Һәр кем үҙенсә хаҡлы, тигәндәй, Ауыл хужалығы министрлығы иһә, страховкалаусылар һанының кәмеүе закондар базаһы булмауға һәм страховка түләү­ҙәренең түбәнлегенә, юғалтыуҙарҙы ҡапламауға һәм төбәктәрҙә ошо эш менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың етерлек булмауына бәйле, тип белдерә.
Ил климатына бәйле игенселектең 70 проценты хәүеф төркөмөнә ҡарай, тип баһалана. Мәҫәлән, былтыр 21 ноябргә ҡарата аномаль тәбиғәт шарттары арҡаһында 21 төбәктә ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Һөҙөмтәлә 489 мең гектарҙа ауыл хужалығы культуралары, 202 мең гектарҙа күп йыллыҡ үҫемлектәр һәләк булған. Эксперттар был юғалтыуҙы 3,6 миллиард һум менән баһаланы, ә страховка килешеүҙәре буйынса түләүҙәр 135 миллион һум ғына булған, йәғни дөйөм юғалтыуҙың 3,7 процентын тәшкил иткән. Агро­страховкалаусыларҙың милли союзы зыянды 4-4,5 миллиард һум тип баһалай, шул уҡ ваҡытта дәүләт ярҙамы менән страховкалауҙың маҡсатлы күрһәткестәре бары 25 процентҡа ғына үтәлгән. Шуға ла Ауыл хужалығы министрлығы тәҡдим иткән механизм был тармаҡта эшләүселәрҙе страховкалау системаһында ҡатнашырға ҡеүәтләр тип көтөлә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703