Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Торлаҡ күп төҙөлә. Хаҡы кәмерме?
Торлаҡ күп төҙөлә. Хаҡы кәмерме?Өфөлә төҙөлөш йәнләнә бара. Торлаҡ кварталдарынан тыш сауҙа үҙәктәре, спорт комплекстары һәм халыҡты хеҙмәтләндереү ойошмалары күбәйгәндән-күбәйә. Был хәл күсемһеҙ милек баҙарына нисек йоғонто яһай?


Ҡала хакимиәте төҙөлөш урындарын раҫлауҙы дауам итә. Оҙаҡламай “Инорс” биҫтәһендә, мәҫәлән, кинотеатры ла булған сауҙа үҙәге, шулай уҡ спорт комплексы һәм бассейн, Дим районында биш торлаҡ биҫтәһен төҙөү планлаштырыла. Әйткәндәй, ҡаланың транспорт системаһы ла үҙгәрештәр көтә: яҡын киләсәктә яңы күперҙәр, юлдар һәм юл айырсалары барлыҡҡа киләсәк.
– Күсемһеҙ мөлкәттең һәр төрө үҙ хаҡын булдыра һәм үҙгәртә, – ти “Эксперт” агентлығының генераль директоры Елена Андреева. – Торлаҡ биҫтә­һенең үҙәге булған ниндәйҙер объект һалынһа, был район өсөн ул һәйбәт урын тип иҫәпләнә һәм хаҡы ла юғары­раҡ була. Быға миҫал – “Планета” сауҙа үҙәге: тәүҙә ул барлыҡҡа килде, һуңынан ошо комплекс тирәләй торлаҡ йорттар ҡалҡа башланы. Киреһенсә лә булырға мөмкин: бер үк урында са­манан тыш күп торлаҡ биналары һа­лына, һөҙөмтәлә конкурентлыҡ көсәйә, хаҡтар ҙа бер аҙ төшә, ләкин ундай биҫтә буласаҡ фатир хужаларын әллә ни йәлеп итмәй.
Күсемһеҙ милеккә аҡса һалыу, ябайыраҡ әйткәндә – төҙөләсәк йортта фатир һатып алыу өсөн күп фактор­ҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Мәҫәлән, бында сауҙа үҙәге төҙөү планлаштырыла икән, был фатир хаҡтарының мотлаҡ юғары буласағын аңлатмай. Әйтәйек, йорттоң тәҙрәләре ошо үҙәк­тең автомобилдәр туҡталҡаһы яғына ҡарай йәки эргәлә генә шау-шыулы транспорт ағымы үтә икән, бындағы фатир бик ылыҡтырғыс була алмай. Йәнә килеп, был сәбәптәрҙең бөгөн генә көнүҙәк булыуы, яҡын киләсәктә үҙгәреп тә китеүе мөмкин.
Нигеҙен ҡаҙыу өсөн әле саҡ ер май­ҙаны бүленгән йорттағы буласаҡ фатир­ҙар инде төҙөлөш тамамланыр­ға торған биналарҙағына ҡарағанда 20-30 про­цент­ҡа арзаныраҡ. Элегерәк риэлтор­ҙарға: “Беренсе һәм һуңғы ҡаттағы фатир тәҡдим итмәгеҙ”, – ти торғайнылар. Хәҙерге йорттарҙа беренсе ҡатта фатир планлаштыр­май­ҙар, уларҙа кибет, дарыухана йәки баш­ҡа хеҙмәтләндереү ойошмалары урынлаша. Ә иң юғары ҡаттағы фа­тир­ҙы, һатып алыусыларҙы йәлеп итеү өсөн, элиталы төрҙә эшләргә һәм йыһазландырырға тырышалар. Шулай ҙа нисәнсе ҡатта булыуы хаҡ­тарға йоғонто яһамай ҡалмай: Өфөнөң “Глумилино” биҫтәһендәге “шәмдәр”ҙә, мәҫәлән, 23 – 25-се ҡаттарҙағы фатир хужалары үҙ майҙанын 3 – 5-се ҡаттар­ҙағы менән сағыштырғанда 15 – 20 мең һумға арзаныраҡҡа тәҡдим итә. Юғары ҡаттарҙың тәҙрәһенән һәм балконынан ҡала күренеше иҫ киткес матур, әл­бит­тә, ләкин ҡайһы берәүҙәр унда йә­шәргә ҡурҡа – лифт боҙолоу осра­ғынан һәм янғын хәүефһеҙлегенән шикләнә. Бигерәк тә оло йәштәгеләр.
Фатир хаҡына, тәбиғи, уның майҙа­ны ла йоғонто яһай: квадрат метрҙар күберәк булған һайын хаҡы ла күтә­ре­лә бара, ләкин бында ла үҙенсә­лектәре бар. Бер бүлмәле фатирҙың бер квадрат метры өс йәки дүрт бүл­мәле фатирға ҡарағанда ҡыйбатыраҡ, сөнки тәүгелә­рен алыусылар ҙа кү­берәк, ә ҙур майҙанлы фатир оҙаҡ һатылмай ултыра. Хаҡтарҙа төҙөлөш технологияһы һәм материалдар ҙа сағылыш тапмай ҡалмай. Иң ҡыйбат­лы иткәне – стена­ның кирбестән һалы­ныуы, унан ҡала – монолит (стенаның тотош бетондан ҡойолоуы), ә панель йорттар арзан иҫәпләнә. Фатирҙың эсен эшләгәндә һәм биҙәкләгәндә сит ил материалдары ҡулланылһа, был шулай уҡ уның хаҡын күтәрә. Билдәле булыуынса, хәҙер төҙөүселәр фатир­ҙарҙы күбеһенсә биҙәкләү башҡармай ғына тапшыра, уларҙың бүлмә стеналарында фәҡәт штукатурка була, эске ишектәр һәм тәҙрә тупһалары, ванна һәм раковиналар ҡуйылмай. Ни өсөн икәне аңла­шыла: квадрат метрҙың үҙҡиммәтен мөмкин тиклем түбәнерәк итергә тыры­шалар, һатып алыусыға ла шулай ҡулайыраҡ, сөнки ул был биҙәк менән йыһазды барыбер үҙ зауығына ҡарап алмаштыра.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә