Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баймаҡтың тос башағы
Баймаҡтың тос башағыАуыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә ер эшсәндәрен тәбрикләү – элек-электән килгән матур йола, уларҙың фиҙакәр хеҙмәтенә мәҙхиә йырлау ул.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат ШӘРИПОВ менән әңгәмәлә ағымдағы хеҙмәт йылына байҡау яһап, ҡаҙаныштарҙы билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

– Азат Булат улы, һөнәри байрамды Баймаҡ районы аграрийҙары ниндәй ҡаҙаныш­тар менән ҡаршыланы?
– Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән төбәк булараҡ, ауыл хужалығы тармағы быйыл яҡшы ҡаҙаныштарға өлгәште. Йылдың игенсе өсөн бик ҡулай килеүе, республика Хөкүмәтенең ярҙамы, район хакимиәтенең тармаҡ тураһында даими хәст­әрлек күреүе һәм ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһендә иген һәм мал аҙығы культуралары мул уңыш менән ҡыуандырҙы. 73656 гектарҙағы иген культураларынан 151 мең тонна тулайым ашлыҡ йыйып алынды, гектар ҡеүәте уртаса 20,5 центнер тәшкил итте. Был – һуңғы йылдарҙағы иң юғары күрһәткес. Тулайым йыйым кимәле буйынса район республикала иң яҡшы биш төбәк исемлегенә инде. Бындай юғары һөҙөмтәгә беҙ производствоны тейешенсә ойоштороу, ураҡта ҡатнашҡан һәр кемдең үҙ бурысына яуаплы ҡарауы арҡаһында өлгәштек.
– Урып-йыйыу эштәрен ҡайһы хужалыҡтар ойошҡан атҡарып сыҡты? Дөйөм карауайға кемдәр тос өлөш индерҙе?
– “А. Шәрәфетдинов” КФХ-һы (тулайым йыйым 14510 тонна), “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы (13260 тонна), Ленин исемендәге АХК (3598 тонна), “Таң” АХК-һы (2998 тонна), “Толпар” ЯСЙ-һы (2550 тонна), “Башаҡ” ЯСЙ-һы (2186 тонна), “Д.И. Ситдыҡов” КФХ-һы (2000 тонна) айырыуса дәртләнеп эшләне. Ә гектар ҡеүәте буйынса “Ф.Г. Мансуров” КФХ-һы (32,3 центнер), “А.А. Шәрәфетдинов” КФХ-һы (25,7 центнер), “Д.И. Ситдыҡов” КФХ-һы (25 цент­нер), “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һы (25 центнер), “И.И. Шәмсетдинов” КФХ-һы (24,9 центнер), Ленин исемендәге АХК (23,2 центнер), “Тирмә” ЯСЙ-һы (23 центнер) иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште.
Һуңғы йылдарҙа районда етен, рапс, май һығыу һәм орлоҡ өсөн тәғәйенләнгән көнбағышты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Киләсәктә беҙгә етен, нут, горчица кеүек иҡтисади файҙалы культуралар үҫтереүгә йөҙ бо­рорға кәрәк. Киләһе уңыш тураһында хәстәрлек күреп, етерлек күләмдә иген, мал аҙығы, техник культуралар орлоғо әҙерләп һалынды, 21 мең гектарҙа ер эшкәртелде. Ленин исемендәге, “Таң” АХК-лары, “Толпар”, “Башаҡ”, ЯСЙ-лары, “А.Д. Суханов”, “В.И. Хренов”, “В.Н. Землянский”, “Д.И. Ситдыҡов”, “РР Яхин” КФХ-лары айырыуса ергә етди иғтибар бүлә. Шул уҡ ваҡытта 510 гектарҙа ужым культуралары сәселде, ул Ленин исемендәге, “Таң” АХК-лары һәм “В.Н. Землянский” КФХ-һы өлөшөнә тура килә.
– Малсылыҡ тармағы яңы миҙгелгә нисек әҙерләнде? Был өлкә йылды ниндәй һөҙөмтәләр менән тамамлай?
– Ҡышҡа етерлек мал аҙығы тупланды. Бөтәһе 13900 тонна бесән, 31100 тонна сенаж, 31300 тонна силос, 15000 тонна һалам тупланды, 18600 тонна фураж һалынды. Шартлы һәр баш малға ҡарата 20 центнер аҙыҡ берә­меге әҙерләнде, фуражды иҫәпкә алғанда – 32 центнер. Әле район хужалыҡтарында 40 мең баш һыйыр малы аҫрала, шуның 21 мең башын һауын һыйырҙары тәшкил итә. Һарыҡ-кәзә һаны 46 меңгә етте. Йыл башынан бөтә төр хужалыҡтарҙа 51 мең тонна һөт етештерелгән, һәр һыйырҙан уртаса 3036 килограмм (107 процент) продукция һауып алынған. Күлтабандағы мегаферманы файҙаланыуға тапшырыу һөт етештереүҙе 30 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирҙе. Продукция етештереү буйынса Ленин исе­мендәге АХК алдынғылыҡты бирмәй. Башҡа хужалыҡтар ҙа улар өлгөһөнә эйәрергә бурыслы.
– Йылҡысылыҡты үҫтереү бө­гөн республикала өҫтөнлөк­лө йүнәлеш ала бара. Был тәңгәлдә ниндәй һөҙөмтәләр бар?
– Йылҡысылыҡ тармағы ысын мәғәнәһендә райондың брендына әйләнеп бара. “Толпар”, “Ҡолон­саҡ” ЯСЙ-лары, “Ф.Й. Кәримов” КФХ-һы һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар был йүнәлештә әүҙем шөғөлләнә. Беҙҙә күпләп йылҡы ите, ҡымыҙ етештерелә. Киләсәктә ҡымыҙҙы сәнәғәт кимәлендә һатыуға сығарыу өҫтөн­лөклө йүнәлеш аласаҡ. Тармаҡты артабан үҫтереү бейә һөтөн киптереү цехын асыу ме­нән киң ҡолас аласаҡ.
– Эшкәртеү предприятие­лары тармаҡ үҫешенә ниндәй өлөш индерә?
– Эшкәртеү предприятиелары­ның ауыл хужалығы тармағында әһәмиәте ҙур. Әйтәйек, һөт эшкәр­теү менән шөғөлләнгән “Яковлевка” кооперативы, икмәк ри­зыҡ­тары етештергән “А.А. Ураҙ­бахтина” шәхси предприятиеһы, кондитер ризыҡтары һәм ит ярымфабрикаттары әҙерләгән “Баймаҡ” АХК-һы тотороҡло эшләй. Баймаҡтан “Р.Х. Хөсә­йенов” КФХ-һының, Аҡморондан “Ф.Р Байғотлин” һәм Бикештән “А.В. Юлғотлин” шәхси предприя­тиеларының икмәкхана­лары халыҡты сифатлы продукция­һы менән ҡыуандыра. “Буранбай”, “Урал аръяғы”, “Һөтлө” кооперативтары, “Бай­маҡһөт” ЯСЙ-һы хужалыҡтарҙан һөт йыйыу менән уңышлы шөғөлләнә.
– Белеүебеҙсә, Баймаҡ ра­йоны фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереү буйынса республикала беренсе урынға сыҡты. Быйыл был йүнәлештә ниндәй дәүләт ярҙамы күрһәтелде?
– Ысынлап та, төбәк фермер­ҙар һаны, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса һуңғы йылдар­ҙа Башҡортостанда иң яҡшылар рәтендә. Беҙ йыл да төрлө программаларҙа әүҙем ҡатна­шып, уларҙа еңеп сығабыҙ. “Эш башлаусы фермер” програм­маһы буйынса бөтәһе 38 КФХ дәүләт ярҙамы алды. Быйыл иһә “Ғаилә малсы­лыҡ фермаларын үҫтереү” конкурсында беҙҙең райондан “Б.Ф. Миңлебаев”, “П.Н. Архипов”, “А.Р Азимов”, “РМ. Мө­хәмәт­йә­нов”, “М.Й. Кәримов” КФХ-лары еңеп сыҡты. “Яковлевка” кооперативы иһә “Кооперацияны үҫте­реү” программаһы буйынса грант алды. Әйткәндәй, “Яковлевка” Санкт-Петербургта “Агрорусь-2017” күргәҙмәһендә алтын миҙалға, Мәскәүҙәге “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә көмөш миҙалға һәм дипломға лайыҡ булды. Шулай уҡ “Буранбай” кооперативы һәм “Тирмә” ЯСЙ-һы ла “Алтын көҙ”ҙөң Дипломы һәм көмөш миҙалдары менән бүләкләнде.
Фермер хужалыҡтары ауыл­дары­быҙ иҡтисадының ни­геҙен тәшкил итә, бөгөн уларҙың һаны 300-ҙән ашты. Уларҙың өлөшөнә тулайым продукцияның 34 проценты тура килә. КФХ-лар ра­йондағы бөтә майҙандың 75 процентын эшкәртә, уларҙа һигеҙ мең баш һыйыр малы һәм 3300 баш йылҡы аҫрала. Быйыл ауыл хужалығы предприятиелары һәм КФХ-лар тарафынан ауыл хужалығына 100 миллион һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән.
Район аграрийҙарын һөнәри байрам – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын йөрәктән ҡот­лайым, һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйем. Һеҙ – тыуған еребеҙҙең ҡото һәм терәге!

Гөлсимә СӘЛИХОВА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 533

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 430

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 517

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705