Бөгөн ауыл халҡы мал, ҡош-ҡорт тота, йәшелсә-емеш үҫтерә, әммә күпселеге уны ҡайҙа сығарып һатырға йә тапшырырға белмәй. Был иһә эшһеҙлек хөкөм һөргән төпкөл халҡының тормошона еңеллек килтермәй, әлбиттә. Ҡайһы берәүҙәр ошо сәбәпле мал тотоуҙан ваз кисә. Күберәк тотоу мөмкинлектәре булғандары ла самалы ғына аҫрай. Ғөмүмән, ер кешеһен “етештергән аҙыҡ-түлекте ҡайҙа итергә?” тигән мәсьәлә борсой. Республика етәксеһе ауыл халҡына ярҙам итеүҙең бер юлын кооперация ойоштороуҙа күрә. Был хаҡта һөйләшеү быйыл май айында уҙғарылып, Эшҡыуарлыҡ буйынса координация советы ултырышында ҡаралғайны. Унда Башҡортостан Башлығы,
2017 йылға эштең төп йүнәлештәрен билдәләп, аныҡ бурыстар ҙа ҡуйҙы.Әлеге ваҡытта республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына ярҙам итеү системаһын булдырыу юлында. Кемдең малсылыҡ биналары һәм аҙыҡ культуралары сәсеү майҙандары бар, улар өсөн ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү программаһы тормошҡа ашырыла. Быйыл ауыл хужалығы кооперативтарына Грант ярҙамы бүлеү өсөн 30 миллион һум сумма ла ҡаралған, ул былтырғыға ҡарағанда 2,2 тапҡырға күберәк. Кооператив эшен көйләү буйынса оператор итеп “Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы консультация үҙәге” дәүләт-бюджет учреждениеһы билдәләнгән. Үҙәк кооператив башланғыстарын үҫтереү һәм ярҙам планын формалаштырған.
Ә июндә үткән эш кәңәшмәһендә Баҡалы, Кушнаренко, Бөрө, Балтас, Дыуан һәм Ҡариҙел райондары ауыл хужалығындағы яңы башланғыс буйынса тест төркөмө өсөн пилот төбәктәр итеп алына, һуңынан был исемлеккә Мәсетле районын да өҫтәйҙәр. Урындағы мәғлүмәт-консультация үҙәктәрендә ауыл хужалығы кооперацияһы системаһын формалаштырыу процесын ойоштороуҙы һәм уҡытыуҙы алып барыу күҙаллана. Шулай уҡ Кушнаренко, Нуриман, Архангел, Баймаҡ райондарында яңынан төҙөлгән кооперативтарҙы тышҡы баҙарға сығарғанда тауарҙы аҡсаға әйләндереүҙе ойоштороу өсөн ҡайһы бер функцияларҙы үҙенә алған логистик үҙәк системаһын булдырыу планлаштырыла.
Алға китеш бар: быйыл республикала 29 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән. Шул иҫәптән 27-һе ҡулланыусылар кооперативы булһа, икәүһе ҡулланыусыларҙың кредит кооперативына ҡарай. Тағы ла алты төркөм теркәүгә әҙерләнгән.
Әйткәндәй, ауыл хужалығы эшен ойоштороуҙы күҙ уңында тотҡан кооперация бөгөн генә барлыҡҡа килгән йүнәлеш түгел. Батша заманында ла ундай берләшмәләр булған, совет ваҡытында ла сауҙа өлкәһендәге уңышлы үҫеш юлдары миҫалдары байтаҡ. 1995 йылда Дәүләт Думаһы тарафынан “Ауыл хужалығы кооперацияһы тураһында” Федераль закон ҡабул ителә. Ваҡыты-ваҡыты менән депутаттар, был темаға әйләнеп ҡайтып, ҡануниәткә үҙгәрештәр индереп тора.
Яңыраҡ ошо хаҡта һүҙ тағы ла күтәрелде. Быға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың кооперация хәрәкәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса үткәргән кәңәшмәһе сәбәпсе булды тиһәк, һис хата булмаҫ. Сарала республика Хөкүмәте ағзалары, ведомство етәкселәре, муниципалитет, фән, бизнес, сауҙа, шулай уҡ ауыл хужалығы кооперативтары вәкилдәре ҡатнашты.
— Кооперация ауыл ерендә мөһим мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итергә мөмкинлек бирә. Ул – ауыл халҡының мәшғүллеге һәм табышы, көслө яҡтарҙың берләшеүе һәм агрохужалыҡтарҙың килемлелеген күтәреү, дөйөм алғанда, ауыл хужалығын нығытыу, бөтә кимәлдәге бюджеттарға өҫтәмә табыш сығанағы, коллектив хужалыҡ алып барыу йолаларын тергеҙеү һәм башҡалар. Төрлө баһалар буйынса, кооперацияны үҫтереү тулайым төбәк продукты үҫешен ярайһы уҡ арттыра ала. Баһалар төрлө – 10 – 30 процент. 10 процент булһа ла, ул да – алға табан ҙур аҙым. Әлбиттә, беҙ бындай мөмкинлекте иғтибарһыҙ ҡалдыра алмайбыҙ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Төбәк Башлығы, дәлилдәргә таянып, ауыл халҡына кооперацияның өҫтөнлөктәрен аңлатырға, урындарҙа уҡыуҙар уҙғарырға, ә ойошторолған кооперативтарға бухгалтерия һәм һалым иҫәбен алып барыу, әҙер продукцияны һатыу мәсьәләһендә ярҙам итергә кәрәклеген билдәләне.
— Теләһә ҡайһы кооператив һәр ваҡытта ла теләге, характеры булған, башҡалар уның артынан барған, ауыл биләмәһендә, районда, муниципалитетта белгән һәм танылыу яулаған, бөтә белгестәр ихтирам иткән кешенән, лидерҙан, башлана. Ә ундай кешеләр бөгөнгә бик аҙ. Урындарҙа күптәр әле һаман уларға Өфөнән килерҙәр, бөтә мәсьәләне хәл итерҙәр, ойошторорҙар һәм эшләрҙәр тип көтөп ултыра. Былай эш бармай. Кооперация, тәү сиратта, ауыл халҡының үҙенә кәрәк, – ти Рөстәм Хәмитов.
Сарала республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов республикала ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү һәм уға ярҙам итеү саралары хаҡында һөйләне. Федоровка, Ҡариҙел, Кушнаренко һәм Баймаҡ райондарынан ғәмәлдәге ауыл хужалығы кооперативтары етәкселәре уңышлы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Баймаҡ районынан “Буранбай” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Фирҙәүес Алтынбаева инде биш йыл рәттән бер нисә ауылдан һөт ҡабул итә. Ошо эш ойошторолғанға тиклем ҡайһы бер хужалар бер-ике һыйыр тотҡан булһа, хәҙер улар араһында унға еткергәндәр ҙә бар, сөнки халыҡ хеҙмәт емешен һатыу мөмкинлегенә эйә. Баймаҡтағы “Буранбай”ҙың үҫә барыуы, яйлап техниканы ла яңыртыуҙары кооперацияның ыңғай эш миҫалы булып тора.
Кушнаренко районынан “Хазина” кооперативы рәйесе Ирек Бакиров: “Ауыл халҡы берләшеп эш алып барһа, һөҙөмтәһе ҙур буласаҡ. Эшҡыуарлыҡ менән яҡшы танышмын, шуға ла яңғыҙ барыу еңел булмағанын яҡшы беләм. Яңғыҙҙы йығыу еңел, ә күмәк булғанда, бер нимә лә ҡурҡытмай. Мин ауыл буйлап аңлатып үттем, халыҡ ышаныс белдерҙе. Йыйған һөт өсөн ваҡытында иҫәпләшеп барам. Хәҙер урындарҙа әүҙем кешеләрҙең аҙ булыуы ауырлыҡтар тыуҙыра. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары был йүнәлештә эш алып барырға тейеш”, – тине.
Бөтә донъя банкы белгесе, ауыл хужалығы буйынса өлкән иҡтисадсы Артавазд Акопян аңлатыуынса, финанс яғынан ярҙам – ул кооператив хәрәкәтен үҫтереү нигеҙҙәренең береһе генә. Методик һәм мәғлүмәти ярҙам да, шулай уҡ төбәктең дөйөм үҫеш кимәле мөһим әһәмиәткә эйә.
— Беҙ республиканың мөмкинлектәрен, уның бизнес-мөхитен, кооперацияны үҫтереү динамикаһын өйрәндек. Бында бөтә инфраструктура – яҡшы юлдар, инженер селтәрҙәре, Интернет бар. Был заман кооперацияһы өсөн бик мөһим. Фермерҙар ысынбарлыҡ режимында продукцияға һәм төрлө хеҙмәттәргә хаҡтар тураһында мәғлүмәт белә, һөйләшеү алып бара ала. Ул кооперативтарҙың үҫешенә, баҙарҙа ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға ярайһы уҡ ярҙам итә, – тип билдәләне ул.
Әлбиттә, төп халҡы ауылда йәшәгән һәм бай ауыл хужалығы тармағына эйә булған төбәк өсөн ошо ҡеүәтте юғалтмау көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Ошо маҡсатта ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү өсөн 2015 йылда федераль бюджеттан – 35, республика ҡаҙнаһынан 19 миллион һум аҡса бүленгән. Әммә йылына бары өс-биш кооператив ҡына ойошторолоуы был йүнәлештә етерлек кимәлдә эш алып барылмауы тураһында һөйләй. Республика Башлығы ла дүрт миллионлы төбәк өсөн был һәйбәт күрһәткес булмауын билдәләне.
Кооперативтар ойоштороу буйынса Башҡортостан төбәктәр араһында егерменсе урында тора, ә алдынғылар рәтендә – Томск, Төмән, Ульяновск, Яҡут Республикаһы. Ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү йүнәлешендә федераль проект буйынса пилот статусы алған ун төбәк иҫәбенә беҙҙең республика инмәгән. Икенсе пилот проектына мотлаҡ эләгеү мөһим, тине төбәк Башлығы. Тик бының өсөн тәүҙә эш күрһәтергә кәрәк.
–– Иң мөһиме – кооперативтар ҡағыҙҙа ғына булмаһын. Етештереү процесы үҫтереүҙән йәки эшкәртеүҙән алып үҫеш планы яйға һалынған предприятиелар булһын. Уларҙың хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың күпселеген туплауы мөһим, араларында иң күбе фермерҙар, шәхси хужалыҡтар булырға тейеш, – ти республика Башлығы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ауылдарҙа кадрҙарға ҡытлыҡ күҙәтелә. Булдыҡлыларҙың күпселеге эш эҙләп йә ҡалаға, йә Себер тарафтарына юллана. Хәҙер йәштәр ҙә ауылда төпләнә һалып бармай. Әммә ҡайһы бер райондарҙа көслө ауылдар һаҡланып килә, тимәк, әлегә таяныр көс бар.
Эйе, бөтәбеҙ тип ҡайғырып, ҡул ҡаушырып ултырһаҡ, үҫеш булмаясаҡ. Шуға ла батмаҫ өсөн һаламға булһа ла йәбешеп, ауыл хужалығындағы көрсөктән сығыр өсөн тырышырға кәрәк. Ә инде ойоштороу башланғысы һәм эште яйға һалыу тәү сиратта район етәкселәренә, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, депутаттарға барып тоташа ла инде. Халыҡтың ышаныслы кешеләре нәҡ улар бит.
Әле республикала 818 ауыл хакимиәте биләмәһе бар. Быға тиклем уларҙың һәр береһендә бер кооператив ойошторолһа ла, республикала 29 түгел, ә 818 ошондай берләшмә булырға тейеш.
Ғөмүмән, халҡыбыҙ әле һаман уянып бөтә алмай шикелле. Кемдер килер ҙә улар өсөн эшләр, тип көтә. Алма, беш, ауыҙыма төш, тип ултырһаҡ, әлбиттә, алға китеш булмаҫ. Шул иҫәптән, кооперативтар ойоштороуҙа ла.