Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнә ике проект өҫтәлде
Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығының быйылғы 23 октябрендәге бойороғо менән Башҡортостандың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә инвестиция күләме 3,4 миллиард һум тәшкил иткән һәм 286 эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан ике объект индерелгән.


Дәүләкән районында ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөргә йыйыналар. “Дәүләкән 1-се КХП” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ошондай тәҡдим индергән. Инвестиция проекты буйынса ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген эшкәртеү һәм он етештереү менән шөғөлләнгән Дәүләкән икмәк продукттары комбинатын реконструкцияларға йыйыналар. Бының өсөн 980,8 миллион һум талап ителә. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты 2019 йылға билдәләнгән. Завод сафҡа инһә, унда 96 эш урыны булдырыласаҡ.
Икенсе проект – Благовар районында селекция-генетика үҙәге асыу. Уның инвесторы – “Башҡорт ит компанияһы” йәмғиәте. Проект буйынса яңы заманса сусҡа селекция-генетика үҙәге төҙөү ҡаралған. “Йоркшир”, “Ландрас”, “Дюрок” тоҡомдарын файҙаланып, DanAyI Дания генетикалы юғары продуктлы хайуандар, шулай уҡ F1 ҡатнаш сусҡалар алыу маҡсатын ҡуя инвесторҙар. Проектты 2017 – 2019 йылдарҙа тормошҡа ашырыу ҡаралған. Ошо маҡсатта 2,4 миллиард һум тотонорға уйлайҙар. Әгәр ҙә үҙәк төҙөлһә, унда 190 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Әлеге ваҡытта төбәктә 207,4 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән һәм 11,7 мең яңы эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан 40 өҫтөнлөклө инвестиция проекты бар.

Белорет металлургтары – “Электрод”та

Белорет металлургия комбинаты йәбештереү материалдары һәм ҡорамалдары етештереүселәрен, һатыусыларын һәм ҡулланыусыларын берләштергән “Электрод” халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы булды. Был уҙаҡташлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға һәм тауарҙы һатыу баҙарын киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.

Берләшмәгә Рәсәй, Украина һәм Ҡаҙағстандан 32 предприятие һәм ойошма инә. Ассоциация эшмәкәрлеге яңы производстволар, булғандарын яңыртыуға, сифатты һәм көнәркәшлекте үҫтереүгә, тармаҡты борсоған проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Алдынғы тәжрибә һәм ғәмәли фән асыштары менән уртаҡлашыу мөһим йүнәлеш булып тора.
– Илдә йәбештереү сымы етештергән эре предприя­тиеларҙың береһе – Белорет металлургия комбинатының ассоциацияға инеүе мөһим. Беҙ 2015 йылда заводты ҡарап, уның тейешле технологияларға, ҡорамалдарға һәм квалификациялы хеҙмәткәрҙәргә эйә булыуына, Рәсәй электрод предприятиеларын сертификатлы сифатлы продукция менән тәьмин итә алыуына инандыҡ. Берҙәм тырышлыҡ менән ситтән килтерелгәнгә алмаш булырлыҡ тауар етештереп, сифатһыҙ йәбештереү материалы етеш­тереүселәрҙе Рәсәй баҙарынан ҡыҫырыҡлап сығарырбыҙ тип ышанабыҙ, – ти ассоциация президенты Елена Палиевская.
Белорет металлургия комбинаты төрлө диаметрҙағы юғары легирланған йәбештереү сымдарын 50 йылдан ашыу етештерә. Әлеге ваҡытта комбинат “Мечел” төркөмө, Силәбе металлургия комбинаты, “Ижсталь” һәм “Урал кузницаһы” предприятиеларына 80-дән ашыу төрлө тауар оҙата.

Йылылыҡҡа һәм эҫе һыуға ҡытлыҡ бөттө

Аҡсаны һыуға һалмайым, тип фекерләгән хужалар ошондай яңы алымдарҙы үҙләштереү юлында. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын да шундайҙар иҫәбенә индерергә мөмкин. Яңыраҡ предприятиела Силәбе өлкәһендә урынлашҡан “Үҙелгә” руднигында газ блок-модулле өс ҡаҙанлыҡ сафҡа индерелде. Объект йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын яңыртыу маҡсатында төҙөлгән.

Үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән ҡаҙанлыҡ һөҙөмтәле эшләмәгән, 40 процент ҡеүәтендә генә фай­ҙаланылған. Быйыл сафҡа ингән 12 мегаватлы БМК-12 ҡеүәтле ҡорамал рудникты йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итәсәк. “Bosch” фирмаһы етештергән өс ҡаҙанлыҡ “Unigas” газ горелкалары менән бергә килә һәм ҙур етештереүсәнлеккә эйә.
– Яңы ҡаҙанлыҡтың файҙалы эш коэффициенты юғары. Автоматлаштырылған булыуы файҙаланыуҙы күпкә еңеләйтә, был система даими ҡарап тороуҙы ла талап итмәй, – ти комбинаттың энергия цехы начальнигы Иван Немчинов.
Рудниктың шахталар үҙәгендә һыулы калорифер ҡорамалдарҙы газға алмаштырғандар. Хәҙер һауа тәбиғи яғыулыҡ менән туранан-тура йылытыла. Ул 100 процент файҙалы эш коэффициенты биреп, автомат тәртибендә эшләй.
Шулай итеп, предприятие энергия хужалығын яңыртыуға 190 миллион һум аҡса йүнәлткән, уның 53,6 миллион һумы блок-модулле ҡаҙанлыҡтарҙы төҙөүгә тотонолған.

Теркәү ябайлаштырыла

Рәсәй Дәүләт Думаһы Күп функциялы үҙәктәр (МФЦ) аша электрон документтар тапшырған ойошма һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы теркәүҙе ябайлаштырған закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.

Ғәмәлдәге ҡануниәт Күп функциялы үҙәктәргә электрон документ ебәреүҙе рөхсәт итһә лә, Федераль һалым инспекцияһы теркәүҙе раҫлаған документты ҡағыҙ форматында бирә ине. Яңы закон проекты ғариза биреүсегә документтарҙы электрон почтаға ебәреүҙе лә хуплай. Күп функциялы үҙәк документтарҙы тапшырғандың икенсе көнөндә үк уларҙы һалым инспекцияһына ебәрергә тейеш. Закон менән билдәләнгән теркәү ваҡытынан һуң ҡарар ойошма йәки граждандың электрон почтаһына, шулай уҡ үҙәккә лә ебәрелә. Ғариза биреүсе Күп функциялы үҙәктән документтың ҡағыҙ форматын ала.
Шулай уҡ закон проектында Күп функциялы үҙәк һәм почта аша Федераль һалым инспекцияһына тапшырылған документтарҙы ҡарауҙы унификациялауға йүнәлтелгән төҙәтмәләр ҙә бар. Закон проекты 180 көндән һуң ғәмәлгә инер тип көтөлә.

Акционер йәмғиәттәре күбәйә

Дәүләт федераль мөлкәтенә идара итеү һәм хосусилаштырыу өлкәһендәге сәйәсәт дауам итә. Рәсәй мөлкәт ведомствоһы етәксеһе белдереүенсә, 2017 – 2019 йылдарға хосусилаштырыу прогнозы планы буйынса, дәүләт унитар предприятиелары акционер йәмғиәттәре итеп үҙгәртеләсәк.

Әлеге ваҡытта Рәсәй мөлкәт ведомствоһына ҡараған биш предприятиены акционерҙар йәмғиәтенә әйләндереү ҡаралған. Өс предприятиены закон буйынса икенсе төрлө ойошмаға үҙгәртергә йыйыналар.
Норматив базаға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарына Федераль дәүләт унитар предприятиелары үҙгәртелергә йә ябылырға тейеш. Рәсәй мөлкәт ведомствоһы федераль милеккә идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу, шулай уҡ милек мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса ҡануниәтте камиллаштырыу өҫтөндә лә эш алып бара. Әлеге ваҡытта “Ер аҫты байлыҡтары тураһында”ғы Законға төҙәтмәләр әҙерләй. Ул документ ҡабул ителһә, эшкәртеү буйынса конкурста ҡатнашҡан компаниялар скважиналарҙы һаҡлау һәм юҡ итеү мәсьәләһендә яуаплы буласаҡ.
Ведомство, федераль законға ярашлы, дәүләт милкендә булған дини тәғәйенләнештәге мөлкәтте дини ойошмаларға тапшырыу буйынса планлы эш алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703