Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яратҡан шөғөлөнән кинәнес таба
Яратҡан шөғөлөнән кинәнес табаСифатлы әйбергә һорау бер ҡасан да кәмемәй. Ошо хәҡиҡәтте аңлаған һәм уны тормошҡа ашырырға ынтылған Булат МӨҠМИНОВ үҙен яратҡан эшенә бағышлап, күндән сифатлы әйберҙәр тегә. Һөнәрсенең эше менән яҡындан танышыу маҡсатында беҙ уның оҫтаханаһына юлландыҡ.

– Булат, оҫтаханағыҙ ҡала үҙәгендә булһа ла, саҡ эҙләп таптыҡ. Бер ниндәй алтаҡта ла, реклама баннеры ла ҡуйылмаған. Ә халыҡ һеҙҙе ҡайҙан белә һәм нисек таба?
– Ысынлап та, иң ҡыҙығы шул – бер ҡасан да реклама тураһында уйлағаным булманы. “Сарафан радиоһы” аша кешеләр мине үҙҙәре эҙләп таба. Шөғөлөмдө бер ваҡытта ла эшҡыуарлыҡ тип ҡабул итмәнем, шуға ла рекламаға әһәмиәт биргәнем юҡ. Шулай булһа ла, миңә, күндән әйберҙәр тегеүемде һорап, бөтә Рәсәйҙән, Европа илдәренән мөрәжәғәт итәләр. Яңыраҡ Францияға заказ оҙаттым.
– Шөғөлөңдө эшҡыуарлыҡ булараҡ ҡабул итмәһәң дә, ҙур эшкә тотонған­һың. Бөгөн арабыҙҙа һирәк осраған һөнәр менән шөғөлләнеү теләге ҡай­ҙан барлыҡҡа килде?
– Сифатлы әйбер етештереү теләге сәбәпсе булды, ә һүрәтте бала саҡтан төшөрҙөм. Пионерҙар йортона йөрөгәндә ағас һырлау, балсыҡтан һындар әүәләп яһау, хатта гобелен туҡыу серҙәренә лә өйрәндем. Ғөмүмән, миңә биҙәү-һынлы сәнғәт оҡшай. Өфөләге 10-сы мәктәпте тамамлағандан һуң колледжда персоналға идара итеү менеджеры һөнәре буйынса белем алһам да, уның буйынса эшлә­мәнем. Тәүҙә атайым менән Краснодарҙа төҙөлөштә йөрөнөм, аҙаҡ ете йыл официант һәм бармен булдым. Ул саҡтан минең яратҡан эшем хобби ғына булды. Ижад емештәрем бөтәһенә лә оҡшай ине, заказдар ҙа артҡандан-арта барҙы. Шуға ла ике йыл элек барҙан китеп, күңелемә яҡын һөнәрем менән булыша башланым.
Тәүҙә ауыр булды, сөнки кеше фатирына инеп йәшәү ҡиммәткә төштө. Заказдар иһә артҡандан-арта, шуға ла коллегам менән бергәләп Гоголь урамындағы оҫтахананы ҡуртымға алдыҡ. Унда ике йыл эшләнек. Ошо тармаҡҡа ныҡлап тартылған һайын фекерҙәштәребеҙ, коллегаларыбыҙ күп булыуын аңланыҡ. Улар менән аралаша, дуҫлаша башланыҡ. Шулай итеп, өс кеше берләшеп, ошо бинаны ҡуртымға алдыҡ. Һәр кем үҙе өсөн эшләй.
– Яратҡан эшегеҙ булғас, ауырлыҡ­тар ҙа һиҙелмәйҙер?
– Ысынында иһә күн менән эшләү еңел түгел, тик мин уны бик яратам. Ялһыҙ эшләгән ваҡыттар ҙа күп, көнөнә 12-шәр сәғәт ултырырға ла тура килә. Шулай булһа ла, унан ҡәнәғәтлек алам, заказсы ла риза. Ике йыл ошо тәртиптә эшләнем. Бөгөн яңы кимәлгә сығырға әҙермен – эшҡыуар булып теркәлергә йыйынам.
Берәй әйберҙе яҡшы эшләйем тиһәң, үҙең эшлә, тип әйтәләр. Туғыҙ йыл элек үҙемә ябай ғына сумка тегеп алдым һәм әле лә уны йөрөтәм. Бындай әйберҙәр, модаға йә башҡа тышҡы йоғонтоға ҡарамайынса, оҙаҡ хеҙмәт итә һәм һәр саҡ кәрәкле.
– Һөнәр серҙәренә ҡайҙан өйрәнә­һегеҙ?
– Хобби булараҡ шөғөлләнһәм дә, яңы техниканы ла үҙләштерҙем, материалдар менән эшләргә өйрәндем. Әле күндән сумка, саквояж, янсыҡ, футляр кеүек көнкүрештә көн дә ҡулланылған әйберҙәр тегәм. Аяҡ кейеменә лә тотонорға торам. Оҙаҡ йылдар файҙаланырлыҡ сифаты булһын, тим. Йәй Түбәнге Новгород ҡалаһында уҡып ҡайттым. Әле үҙемә һәм дуҫтарыма аяҡ кейеме тегәм. Яҙҙан заказдар алырға уй бар.
– Теккән әйберегеҙгә ниндәй хаҡ ҡуяһығыҙ?
– Төп мәсьәлә шунда: бер ваҡытта ла үҙемдең шөғөлгә эшҡыуарлыҡ итеп ҡараманым, шуға күрә лә хаҡтарҙы ла материал хаҡынан сығып билдәләнем, аҡса йыйманым. Әле миңә көнө-төнө эшләргә тура килә. Әгәр ҙә һин сифатлы әйбер етештерәсәгеңә ышанһаң, шул саҡта ғына яңы шөғөлгә тотонорға кәрәк. Уй-хыялдар күп, әммә бөтәһенә лә өлгөрөп булмай. Эшемдә иптәш ҡыҙым ярҙам­лаша. Әсәйем Венера Мәхмүт ҡыҙы тегенсе булды, ул әле әйберҙәр өсөн ҡап, төрөү һауыттары тегә. Атайым Лилис Малик улы төҙөүсе ине. Уларға ҡарап, һәр нәмәне урынына еткереп эшләргә кәрәк­леген күреп үҫтем. Атайым менән әсәйем хәләл ҡул көсөнә таянып йәшәй. Еренә еткерелеп, сифатлы итеп эшләнгән әйбергә һәр саҡ һорау булғанын күреп үҫтем.
– Тауарҙың төрлөлөгөн арттырыу теләге бармы?
– Яңы әйберҙәр етештереү өсөн даими ихтыяж һәм килем булырға тейеш. Шуға ла шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, кәсепселектең даирәһен киңәйтергә теләйем. Үҙем дә, коллегаларым да XIX быуат аҙағы – X быуат башы һөнәрселек йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү хыялы менән йәшәйбеҙ. Ул заманда бөтәһе лә сифат һәм күңелгә ләззәт алыу маҡсатында етештерелгән. Әле Өфөлә лә, башҡа ҡалаларҙа ла оҫталар күп, әммә улар төрлө сәбәптәр арҡаһында яратҡан шөғөлө менән булыша алмай. Әгәр ҙә шөғөлдәрен үҫтерһәләр, бынан бөтәһе лә отор ине.
Һөнәрселекте үҫтереүгә төрлө йәрмин­кәләр, маркетинг ойоштороусылар тос өлөш индерә. Улар йәш оҫталарға үҙ әй­бер­ҙәрен күрһәтеү мөмкинлеген тыуҙыра, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу өсөн дә уңайлы. Бындай майҙансыҡтар ярҙамында ижади эш өлгөләрем менән Өфө халҡы таныша алды.
– Материалды ҡайҙан алаһығыҙ?
– Тәүҙә Рәсәй етештереүселәренән алһам, ваҡыт үтеү менән сифатлыраҡҡа күсә барып, хәҙер Италия, Америка илдәренең күндәренә өҫтөнлөк бирәм. Әлбиттә, сифатлы материалдарҙың хаҡы ла ҡиммәт. Ошоға бәйле тауарға ла хаҡ арта. Беҙҙең эштә төп баҫым сифатҡа йүнәлтелә, шуға ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итерлек материалды һайлайбыҙ.
– Һеҙҙең тауарға ниндәй быуын өҫтөнлөк бирә?
– Һатып алыусыларыбыҙ – төрлө быуынға һәм социаль ҡатламға ҡараған кешеләр, әммә уларҙың һәр береһенең талабын ҡәнәғәтләндерерлек тауар тәҡдим итә алам. Мәҫәлән, Өфө халҡы ла үҙенсәлекле әйберҙәр алырға ярата. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан заказ биреүселәр күп. Ғөмүмән, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән мөрәжәғәт итәләр. Саквояж, янсыҡ, ҡайыш кеүек әйберҙәргә һорау ҙур. Киләсәктә магазин асырға теләйем.
– Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү маҡса­тында төрлө программалар ҡабул ителгән. Уларҙан файҙаланыу теләге бармы?
– Беҙҙең кеүек оҫталарҙың эшен үҫтереү йүнәлешендәге программаларҙы белмәйем. Дәүләтте ауыл хужалығы мәсьәләләре нығыраҡ борсой, шуға күрә техника, ер һатып алыу өсөн субсидиялар ҡаралған. Хәҙер шундай дәүер – үҙеңә генә таянырға кәрәк.
– Улай булғас, һеҙгә үҫеүе күпкә ауырға тура киләлер?
– Әлеге ваҡытта аяҡ кейеме етештерә башлау өҫтөндә эшләйем. Ул осһоҙ булмаясаҡ – материалы ҡиммәт. Әммә һатып алыусы буласаҡ, сөнки сифатлы. Һөнәрсе эшенең төп баһаһын нәҡ ошо сифат күтәрә лә инде. Шуға ла ябай оҫта сифат өҫтөндә тырышһа, бизнес кешеһе килем артынан ҡыуа. Әле илдә һөнәрселәр етештергән әйбергә һорау бар. Тимәк, оҫталар эше Рәсәйҙә дауам итәсәк. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙа беҙҙең тауарға һорау артыуы күҙәтелә. Ниңә? Сөнки баҙарҙа, сауҙа үҙәктәрендә тәҡдим ителгән тауарҙың сифаты төштө. Бынан 40 йыл элек һөнәрсе тауарына ул тиклем һорау булманы, сөнки Совет заманында етештерелгән әйбер сифатлы булды, тик уларҙың ассортименты ғына ярлы ине. Хәҙер иһә бының киреһе күҙәтелә: һайлау мөмкинлеге ҙур, ә сифат яғы аҡһай. Шуға ла яҡшы, үҙенсәлекле, башҡаларҙан айырылып торған әйбер эҙләгән һатып алыусы һөнәрсегә мөрәжәғәт итә.
Күндән әйбер тегеү оҫтаһы Булат Лилис улына 29 йәш, әммә уның эшенә ижади күҙлектән сығып ҡарауы, тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә, үҙенсәлекле фекер йөрөтөүе һоҡланыу тыуҙыра. Егәрле, уңған егет, теләге булғас, яйын табып, тырышып үҙенең яратҡан шөғөлөн үҫтереү йүнәлешендә алға атлай. Бының менән ул ата-бабаларҙан ҡалған һөнәрселекте – күн эшен тергеҙеүгә тос өлөш индерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704