Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Яңыса һулыш алып...
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән тантаналы кисә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамына һәм “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының 85 йыллыҡ юбилейына бағышланғайны. Сара ғәйәт йылы, ихлас һәм йөкмәткеле булды. Унда Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, “Башнефть” компанияһының вице-президенты Александр Романов ҡатнашты.


Яңы тарих

Былтыр октябрҙә компания тарихында яңы үҫеш осоро башланды. Ул донъялағы иң ҙур нефть һәм газ компанияһы – “Роснефть” составына инде. Үткәндәрҙәге иң яҡшы йолаларҙы һаҡлап ҡалыу, алдынғы практиканы файҙаланыу “Башнефть”кә киләсәктә лә уңышҡа өлгәшеү, үҫеште әүҙемләштереү мөмкинлеген бирәсәк, тигән ышаныс бар.
Тантаналы ултырышта Хөкүмәт етәксеһе Рөстәм Мәрҙәнов “Роснефть” структураһына күскәндән башлап компанияның сифатлы яңырыу кисереүен, планлы модернизация үткәрелеүен, яңы ятҡылыҡтар асылыуын билдәләне. 2015 йылдан республика бюджетына 12 миллиард һумдан ашыу дивиденд ингән, компания түләгән һалымдар күләме 56 миллиард һумдан ашып киткән, ә республиканың йыйылма бюджетына керемдәр суммаһы 68 миллиард һумға еткән. Был аҡсалар инвестицион һәм инфраструктур үҫешкә, өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади программаларҙы, инновациялы проекттарҙы, шул иҫәптән тәбиғи ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыуға һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тотонола.
– Күп йәһәттән компанияны ҡайтанан техник йыһазландырыу һөҙөмтәһендә атмосфераға сығарылған ҡалдыҡтарҙың йыллыҡ күләме 300 мең тоннаға кәметелде. Компания һалған аҡсаға Өфөлә һауаны автоматик контролдә тотоуҙы тормошҡа ашырған ике станция төҙөлдө, был станциялар ярҙамында һауа мөхите тәүлек әйләнәһенә күҙәтелә, – тине Премьер-министр.

Төп байлыҡ – хеҙмәтсәндәр
һәм ветерандар


Рәсми хәбәрҙәрҙән һуң ваҡыттың күп өлөшөн тармаҡ ветерандарын хөрмәтләүгә һәм “Башнефть” компанияһының алдынғы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләүгә бағышланылар. Иң яҡшы эшсәндәргә һәм тармаҡ ветерандарына компанияның һәм Рәсәй Энергетика министрлығының Почет грамоталары тапшырылды. Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов “Башнефть – Розница” автозаправкалау станцияһы операторы Фәриҙә Рәҡиповаға, “Башнефть – УНПЗ” етештереү буйынса бүлек начальнигы Таһир Насиповҡа, “БашНИПИнефть” йәмғиәте етәксеһенең урынбаҫары Анатолий Хлыбовҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы. “Арланнефть” нефть һәм газ сығарыу идараһы бүлек начальнигы, инженер-технологы Фарел Әхмәтов, “Башнефть – Добыча” йәмғиәте инженеры Тимур Вәхитов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе” исеменә лайыҡ булды.
Наградланғандар араһында бензин ҡойоу станцияһы операторы, производство майҙансығы начальнигы, төп инженер, генераль директор урынбаҫары һәм башҡалар бар. “Туймазынефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы Виктор Почуевҡа “Рәсәйҙең почетлы нефтсеһе” танытмаһы тапшырылды. 1977 йылда ул быраулау станцияһына өйрәнсек булып килә, шунан бирле эш урынын алмаштырмай. Почуев бик күп алдынғы технологиялар һәм системаларҙы индереү инициаторы була.
Нефтселәрҙе байрам менән ҡотларға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов та килгән ине. Ул сығышында киләсәктә компания менән берлектә Башҡортостан нефтенә арналған һәйкәл булдырыу кәрәклеген әйтте һәм залдағыларҙы оло байрам менән ҡотланы, “ҡара алтын” респуб­ликаның ғына түгел, илдең һәр йәһәттән үҫешенә юл асыуын билдәләне, үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән эшсәндәргә рәхмәт әйтте.
– Беҙҙе “Башнефть” компанияһы менән оҙаҡ йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек бәйләй, – тине үҙенең сығышында Ирек Ишмөхәмәт улы. – Былтыр Өфө ҡалаһы етештерелгән продукция күләме буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды яуланы. Бында “Баш­нефт”тең өлөшө ҙур.
Бынан тыш Дүртөйлө районы хакимиәте баш­лығы Ринат Хәйруллин “Саҡмағошнефть” нефть һәм газ сығарыу идараһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән Альфред Фәтхелбаяновҡа “Дүртөйлө райо­нының арҙаҡлы шәхесе” исемен тапшырҙы. Бөгөнгө хеҙмәт батырҙарын ҡотлау менән бер рәттән, тереләр араһынан киткәндәр ҙә иҫкә алынды. Кисәне алып барыусы дәррәү алҡыштар аҫтында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған яҡташ нефт­селәрҙең исем-шәрифтәрен һанап сыҡты – улар бөтәһе туғыҙ. Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен йөрөткән 21 эшсәнде лә исемләп телгә алдылар. Геройҙарҙың дүртеһе залда ултыра ине. Шуларҙың береһе – легендар нефтсе Дмитрий Иванович Михайлов. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытын­да ул Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнашҡан, танкка ҡаршы орудие командиры булған, тыныс осорҙа күп йылдар Өфө быраулау эштәре идаралығының начальник урынбаҫары булған. Быйыл ул 98 йәшен билдәләне.
Компанияның алтын фондын тәшкил иткән бөтә ветерандарға байрам гөлләмәләре тапшырылды. Барлығы 459 хеҙмәткәр наградаларға лайыҡ булды.
Нефть һәм газ тармағы хеҙмәткәрҙәренең республика профсоюзы етәксеһе Валерий Сафиханов нефтсе­ләргә хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт хәүефһеҙле­ге, хеҙмәткәрҙәрҙе һауыҡтырыу өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм физкультура менән спортты үҫтереүҙәге әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Нефтселәребеҙҙең данлы юлы

1932 йылда Ишембай ятҡылығы асылғандан һуң Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә күләмле геологик-разведкалау эштәре башҡарыла. 1939 йылда ил етәкселеге Волга менән Урал араһында өр-яңы нефть базаһын – “Икенсе Баҡы”ны асырға ҡарар итә. Һуғышҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда нефть сығарыу йылына 4,6 мең тоннанан 1,3 миллион тоннаға тиклем еткерелә. Бөйөк Ватан һуғышында һәр өсөнсө танк башҡорт нефтенән алынған яғыулыҡта йөрөй. “Башнефть”тең подразделениелары күп тапҡыр СССР Дәүләт оборона комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағы менән бүләкләнә.
1944 йылда Туймазы ятҡылығында, ә 50-се йылдар башында Шкапов, Саҡмағош, Маншыр һәм ғәйәт ҙур Арлан ятҡылығында девон нефте асыла. 1967 йылда Башҡортостан нефтселәре, республика биләмәһендә 48 миллион тонна нефть сығарып, ҙур уңышҡа өлгәшә.
Төбәктә ятҡылыҡтар байтаҡтан эшкәртелһә лә, “Башнефть” һуңғы йылдарҙа “ҡара алтын” сығарыуҙы 50 проценттан ашыуға арттыра алды. Үҫеш юғары һөҙөмтәле геологик-техник сараларға, горизонталь скважиналар быраулауға, күп стадиялы геологик-разведкалау партиялары үткәреүгә бәйле.
– 2016 йылда “Башнефть”, 21 миллион тоннанан күберәк нефть сығарып, Рәсәйҙә нефть сығарыу компаниялары араһында алтынсы урынды алды. 18 миллион тоннанан күберәк нефть эшкәртелеп, илдә ошо тармаҡта дүртенсе урынға сыҡты. Әлеге ваҡытҡа 1,7 миллиард тонна нефть сығарылған. Был – ҙур һан, әлбиттә, – тип билдәләп үтте “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы вице-президенты Александр Романов.
Башҡортостанда, Ханты-Манси һәм Ненец автономиялы округтарында, Ырымбур өлкәһендә һәм Татарстанда нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә компанияның 216 лицензияһы бар. 182 ятҡылыҡ сәнәғәт файҙаланыуында тора.
2013 – 2014 йылдарҙа Ненец автономиялы округындағы Р. Требс һәм А. Титов исемендәге, Ханты-Манси автономиялы округында Сороское ятҡылыҡтарында нефть сығарыла башланы. Әммә “Башнефть” сығарған нефттең төп өлөшөн әүәлгесә республикалағы ҡеүәттәр тәшкил итә.
“Башнефть” идараһы рәйесе, “Роснефть” компанияһы вице-президенты Андрей Шишкин акционерҙарҙың күптән түгел үткән йыллыҡ йыйылышында “Башнефть” йәмғиәтенең республикала йылына нефть сығарыуҙы 15-16 миллион тонна күләмендә һаҡлап ҡалырға ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Көнбайыш Себерҙә яңы активтарҙы эшкәртеү, инфраструктура һәм логистика, “Роснефть”тең был төбәктәге ошондай уҡ проекттары менән ауаздаш булғанға күрә, яңы кимәлгә сыға.
Әле “Башнефть” компанияһы “Өфөоргсинтез” нефть химияһы заводы ҡеүәттәрен икеләтә арттырыу мөмкинлеген өйрәнә, бер үк ваҡытта нефть эшкәртеүҙең дөйөм күләмен йылына 19-20 миллион тонна кимәлендә һаҡлап ҡалыуҙы, мазут етештереүҙән тулыһынса баш тартыуҙы күҙаллай. “Өфөоргсинтез” йылына 650 мең тоннанан ашыу сеймал эшкәртә. Хәҙер заводтың ҡеүәтен 1,5 миллион тоннаға тиклем арттырыу мәсьәләһе ҡарала. Һөҙөмтәлә “Башнефть” предприятиелары етештергән нефть химияһы продукцияһының дөйөм күләмен йылына 2,5 миллион тоннанан ашыуға арттырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. “Өфөоргсинтез”дың да нефть химияһы йүнәлешендәге ҡеүәтле үҙәккә әүерелеү ихтималлығы ҙур.
“Башнефть” республикала социаль проекттарҙы 2016 йылғы кимәлдә (4 миллиард һум) финанслауҙы планлаштыра. Июнь айында компания менән Башҡортостандың Социаль программалар фонды араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ул төбәктә компанияның хәйриә программаһы күләмен һәм йөкмәткеһен, шул иҫәптән муниципалитеттарҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән социаль инфраструктура объекттары исемлеген билдәләй. Әйткәндәй, былтыр республикала 70-тән ашыу социаль инфраструктура проекты финансланған. Саҡмағош ауылындағы боҙ майҙансығы, Дәүләкәндәге 1-се урта мәктәп, Үрге Йәркәйҙәге поликлиника, Бүздәктәге бассейн, Үрге Тәтешлеләге инвалидтарҙы реабилитациялау үҙәге, Нефтекамалағы 39-сы балалар баҡсаһы, “Туймазы-арена” универсаль комплексының икенсе сираты – улар иҫәбендә.


Автор: Гөлсирә СӘХИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 7

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә