Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Геология өлкәһендәге килешеүҙәр һәм ысынбарлыҡ
Геология өлкәһендәге килешеүҙәр һәм ысынбарлыҡБыйыл Башҡортостан нефтенең 85 йыллыҡ юбилейын билдәләнек. Республика халҡының тормош-көнкүрешендә был дәүер сиктән тыш әһәмиәтле һаналып, геологтарҙың фиҙакәр хеҙмәте лайыҡлы урын биләй.
1992 йылдың февраль айында Башҡортостан Юғары Советы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһының геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты ойошторолғайны (быйыл уның 25 йыллыҡ юбилейы). Комитеттың тарихына тәрән төшмәйенсә, үҙем эшләгән осорҙағы (1992–1997 йылдар) илдәге ҡайһы бер ваҡиғаларға бәйле беҙҙең эш һөҙөмтәләре менән таныштырып үтмәксемен.
Республикала билдәле геолог, СССР дәүләт премияһы лауреаты Басир Мәһәҙиев етәкселегендә (мин уның беренсе урынбаҫары) комитет августа уҡ эшләй башланы. Ул ҙур булманы. Штат туплаған саҡта ҡыйынлыҡтар ҙа булды, белгестәр генә түгел, идара итеү һәләтенә эйә кешеләрҙе лә эҙләнек — был беренсе мәсьәлә.
Предприятиела белгестәрҙең эш хаҡы яҡшы ине. Үкенескә ҡаршы, теләгән кешеләрҙе аппаратҡа ала алманыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә килгән беренсе тулҡынды, элеккесә әйткәндә, энтузиастар, үҙенең халҡына, республикаһына хеҙмәт итергә теләгән кешеләр тәшкил итте. Улар коллективтың төп таянысы булды. Унан инде пенсияға сығыр алдындағы һәм пенсиялағыларҙы ла алырға тура килде. Илебеҙҙең бөйөк ғалимдарының береһе академик Г.К. Скрябин әйтмешләй, “әгәр штат тик ҡарттарҙан торһа – был трагедия, әгәр ҙә тик йәштәрҙән торһа – был комедия”.
Иҫебеҙгә төшөрәйек, 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителде. 1992 йылдың 31 мартында Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан етәкселәре Федератив Килешеүгә һәм уның Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымтаһына ҡул ҡуйҙылар. Унда “Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы ер өҫтө, ер аҫты һәм тәбиғәт байлыҡтары, башҡа ресурстар шунда йәшәгән күп милләтле халыҡтың үҙ мөлкәте (байлығы) булып тора. Уларға эйә булыу, ҡулланыу һәм идара итеү мәсьәләләре Республиканың үҙ закондары һәм Рәсәй Федерацияһының федератив хөкүмәт даирәләре менән ике яҡлы килешеү нигеҙендә бойомға ашырыла” тиелгән.
Башҡортостан Республикаһында 1993 йылдың 25 апрелендә үткәрелгән референдум һәм һуңғараҡ шул йылдың декабрь айында ҡабул ителгән Башҡортостан Конституцияһы ике властың – федераль һәм урындағы – үҙ-ара мөнәсәбәттәре артабан да килешеү нигеҙендә көйләнәсәген раҫланылар.
Өҫтә әйтеп үтелгән документтар 1994 йылдың 4 авгусында ҡул ҡуйылған “Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында идара даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында килешеү”ҙең принципиаль нигеҙе булды. Ошо ҙур килешеү менән бер үк ваҡытта ун бер хөкүмәт-ара килешеүгә, шул иҫәптән “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғи байлыҡтарҙы файҙаланыу” һәм “Яғыулыҡ-энергетика өлкәһендәге хеҙмәттәшлек” тураһындағыларына ла, ҡул ҡуйылды.
Ойошторолған ғына сағында беҙҙеке кеүек үҙенең закондарын сығарыу хоҡуҡлы геология комитеты Рәсәйҙә икәү генә ине. “Ер аҫты тураһында Башҡортостан Республикаһы кодексы” (1994) тәүге һәм иң мөһим документ булды. Икенсе мәсьәлә — Башҡортостан Хөкүмәте биргән хоҡуҡ нигеҙендә беҙҙең комитет республика күләмендә геология эҙләнеү һәм ер аҫтын төрлө маҡсаттарҙа файҙаланыу эштәрен планлаштырырға, уның үтәлешен һәм һөҙөмтәләрен тикшерергә тейеш. Алда торған өсөнсө мәсьәлә — уларҙы финанслау. Шуға ла инде 1992 йылдың авгусынан уҡ Башҡортостандың Геология буйынса дәүләт комитеты төҙөлә башлағас та, беҙ Рәсәй дәүләт геология комитеты менән вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһында һөйләшеүҙе башланыҡ. Һөҙөмтәлә ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте кимәленә күтәрелде һәм, ниһайәт, 1995 йылдың декабрендә “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Геология һәм ер аҫтын файҙаланыу буйынса Рәсәй дәүләт комитеты (Роскомнедра) араһында геологик тикшеренеү һәм файҙаланыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек һәм вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы килешеү”гә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Р.С. Баҡыев һәм “Роскомнедра” рәйесе В.П. Орлов тарафынан ҡул ҡуйылды. Был килешеү заманында ошо юғары кимәлдә төҙөлгән Рәсәй Федерацияһының тармаҡ – Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт араһындағы килешеүҙәренең беренселәренән иҫәпләнә.
Иғтибар менән килешеүҙең йөкмәткеһе менән танышайыҡ. Ни өсөн тигәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҙур әһәмиәтле документ хәҙер тарихи ҡомартҡыға әйләнде. Сәбәптәрен дәүләт сәйәсәтенең 1990 йылдарҙағыһынан ҡырҡа үҙгәреүе менән аңлатырға мөмкин. Был турала һуңғараҡ әйтербеҙ.
Килешеү преамбуланан (инеш һүҙ) һәм биш статьянан тора. Ҡыҫҡаса уның эстәлегенә туҡталайыҡ. Преамбу”ла килешеүҙең нигеҙендә үрҙә әйтелгән Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһындағы алдағы закондар, норматив акттар һәм килешеүҙәр ятҡаны һәм минераль ресурстарҙың Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың иҡтисади үҫешендә мөһим урыны билдәләнә.
1-се статьяла Башҡортостан Республикаһында геологик тикшеренеүҙәр һәм ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә яҡтарҙың бер-береһе менән килешеүле сәйәсәте түбәндәге йүнәлештәрҙә үткәреләсәк: федераль, территориаль һәм тармаҡ программаларын эшләү һәм тормошҡа ашырыу; ер аҫтын дөйөм геологик тикшеренеүҙә, тикшеренеүҙәрҙең төбәк геологик һәм геофизик ысулдарын ҡулланыуҙа төп йүнәлештәрҙе билдәләү; Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн стратегик әһәмиәткә эйә булған дефицитлы файҙалы ҡаҙылмаларҙың ятҡылыҡтарын табыу һәм үҙләштереүгә әҙерләү; Башҡортостанда ер аҫты фондына идара хөкүмәт системаһын булдырыу һәм ер аҫтын файҙаланыу мөнәсәбәттәрен көйләүҙе лицензиялау, барлау һәм контроль аша артабан камиллаштырыу; ер аҫтын аҡыллы (рациональ) файҙаланыуҙы һәм һаҡлауҙы дәүләт геологик контроль хеҙмәте аша алып барыу; ер аҫты һәм ҡаҙылма байлыҡтар тураһындағы мәғлүмәт буйынса берҙәм дәүләт системаһын булдырыу: ер аҫтын файҙаланған өсөн түләүҙәр һәм уларҙы Рәсәй һәм Башҡортостан закондарына ярашлы рәүештә бүлешеү системаһын булдырыу; геологик мөхиттең мониторингын ойоштороу һәм уны координациялау; республикабыҙҙа геология эҙләнеү эштәрен үткәреүгә илебеҙ һәм сит ил инвестицияларын йәлеп итеү маҡсатында халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте ойоштороу.
Яҡтарҙың уртаҡ булған 2-се һәм 3-сө статьяларында һәр береһенең айырым вәкәләттәре бәйән ителә. 2-се статьяның беренсе өлөшө Башҡортостан Хөкүмәте вәкәләттәренә ҡайтып ҡалһа, икенсе өлөшөндә иһә республика Хөкүмәтенең һәм “Роскомнедра”ның үҙ-ара ошо килешеү буйынса Башҡортостанда ер аҫтына идара итеүҙең дәүләт органы булған Башҡортостан дәүләт геология комитетына бирелгән вәкәләттәре тураһында һүҙ бара.
Өлгәшелгән килешеү, бер яҡтан, Башҡортостан халыҡтарының үҙ еренең һәм уның байлыҡтарының тулы хоҡуҡлы хужаһы булыуын раҫлаһа, икенсе яҡтан, халыҡтарҙың, шул иҫәптән геологтарҙың республика сиктәрендә генә бикләнеп йәшәй алмағанлығына тағы ла бер көслө дәлил булып тора.
Башҡортостандың геологияһы хаҡында, 1992—1995 йылдарҙы күҙ уңында тотҡанда, иң уңышлылар иҫәбендә ине тип әйтергә була. Әммә илдәге дөйөм көрсөк хәлде насарайтты. Йәй булһа, геологтар яланға сыға алмай. Карталар төҙөү, геологик эҙләнеү һәм тикшеренеү эштәре Рәсәй һәм халыҡ-ара программаларында ҡатнашыу сикләнде, ә уларһыҙ йәшәп булмай, сөнки геологияның сиктәре юҡ. Алға ҡуйылған эштәрҙең 1995 йылда уҡ бер өлөшө финансланмай ҡалды. Предприятиелар тәжрибәле кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә башланы. Республиканың үҙаллылыҡ алыуы тулы көскә эшләй башларға мөмкинлек биргәйне. Үрҙә әйтеп үтелгән бөтә эштәрҙе башҡа цивилизациялы илдәрҙәге, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһындағы кеүек хоҡуҡи нигеҙҙә лицензиялар аша алып барыу ғәмәлгә инде, үҙебеҙҙең махсус бюджеттан тыш минераль сеймал базаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән фонд иҫәбенә геологик партияларға аҡса күсерә башлағайныҡ. Бының мәғәнәһе шунда: беҙҙең ҡарамаҡтағы предприя­тиеларҙың продукцияһын һатҡандан алған аҡсаның, ҡаҙылма байлыҡтың төрөнә ҡарап, 1,7 — 10 проценты ана шул фондҡа күсерелә ине. Илебеҙҙең тарихындағы был ҡырҡа һынылыш осоронда Башҡортостан геология комитеты, бюджеттан тыш минераль сеймал базаһын үҫтереү фондына эйә булып, “Башкиргеология”, “Башнефть”, ВНИИГИС-ты һәм башҡа ойошмаларҙы тарҡалыуҙан һаҡлап алып ҡалды. Ләкин, күп тә үтмәй, был фонд аҡсаһы беҙҙән тартып алынып, республика ҡаҙнаһына ҡушылды. Миңә лә Минфинға “аҡса бирегеҙ” тип йөрөргә тура килде.
Дүрт йыл эсендә беҙҙең комитет ер аҫтын файҙаланыуҙың төрлө яҡтарын үҙ эсенә алған егермеләп закон һәм норматив акт әҙерләне. Улар республика Хөкүмәте тарафынан раҫланды. Һәр береһе сәйәси һәм иҡтисади үҙаллылыҡтарын иҫәпкә алып эшләнде, төбәгебеҙгә генә хас булған ер аҫтына идара итеү һәм файҙаланыу үҙенсәлектәре уларҙа үҙҙәренең кәүҙәләнешен тапты. Шуны ла әйтергә кәрәк: был документтарҙың нигеҙендә күп осраҡта шуға оҡшаған Рәсәй закондары һәм норматив акттары ята. Әһәмиәте буйынса шул ук ваҡытта донъя күргән “Башҡортостан Республикаһының тәбиғи ресурстарын файҙаланыу өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте концепцияһы” ла (1994 йыл) иғтибарға лайыҡ. Комитеттың нефть эҙләү һәм ятҡылыҡтарын үҙләштереү тармаҡтары етәксеһе булараҡ, артабан һүҙ илдәге үҙгәрештәрҙең шул өлкәләге йоғонтоһоноң бер нисәһенә генә туҡталайыҡ.
Рәсәй нефть бизнесын дәүләт тарафынан көйләүҙең етерлек самала булмауы.
1. Рәсәйҙең ер аҫты тураһында һәм акционер йәмғиәттәре хаҡындағы закондарындағы ҡаршылыҡтар. Беренсеһендә ер аҫтын файҙаланыусы бөтә нормаларға ярашлы төп һәм уның эйәрсен файҙалы ҡаҙылмаларын тулыһынса сығарыу булһа, икенсеһендә уның маҡсаты — һалынған инвестициянан иң ҙур табыш алыу. Был юҫыҡта ятҡылыҡты рациональ үҙләштереү тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.
2. Минераль сеймалды тулыландырыуға булған түләүҙәрҙе юҡҡа сығарыу. “Роснедра”ның элекке етәкселәре быны иң ҙур сәйәси һәм иҡтисади хата тип иҫәпләй.
3. Сирек быуат дәүерендә нефть сығары­лышының яңы асылған запастар менән компенсацияланмауы.
4. Рәсәйҙә нефтте ҡатламдарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыу коэффициентының кәмеүе. Ул 1960 йылдан 2000 йылғаса Рәсәй буйынса 51 проценттан 30 процентҡа төштө. Был миллиард тонналарҙы юғалттыҡ тигәнде аңлата.
5. Нефттең ауыр сығарыла торған өлөшөнөң артыуы: Башҡортостан һәм Көнбайыш Себерҙә үҙләштереүҙә булған ятҡылыҡтар запастарының 45–50 процентын тәшкил итә һ.б.
Һанап киткән факторҙар Башҡортостанды ла урап үтмәне. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2010 йылда белдереүенсә, “республика милкен тәшкил иткән төп предприятиеларҙың күбеһе, беренсе нәүбәттә нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү тармаҡтары сәнәғәтенә ҡағыла, хосуси милеккә әүерелде”. “Үҙ юлы” менән барған республика ер өҫтө һәм ер аҫты байлыҡтарын тулыһынса шәхси ҡулдарға йәки федераль милеккә күсерә.
Тәбиғи байлыҡтарҙан совет заманынан уҡ ҡолаҡ ҡаға инек. Мәҫәлән, 2006 йылда 5865 килограмм алтын, 81,5 тонна көмөш табылған, ә алтын сығарыу сәнәғәте продукцияһы республиканан ситтә эшкәртелә: алтын шлихы (ҡалдығы, концентрат), алтын шламдары һәм алтын иретмәләре – Приокск (Рязань өлкәһе) төҫлө металл заводында, алтын ҡушылған баҡыр концентраттары “Святогор” комбинатында (Красноуральск ҡалаһы), Кировоград һәм Урта Урал баҡыр иретеү заводтарында (Свердлов өлкәһе Кировоград һәм Ревда ҡалаһы), алтын ҡушылдыҡлы цинк концентраттары – Силәбе электролит-цинк заводында. Ул ваҡытта бындай хәлде бөтә совет халҡы мәнфәғәттәренә яуап бирә тип аңлай инек.
Башҡортостандың Геология комитетына килгәндә, Басир Мәһәҙиев 1997 йылдың апрелендә ялға сыҡты, мин, августа конкурстан үтеп, “БашНИПИнефть” институтына фәнни эшкә яңынан ҡайттым. Беҙҙе шулай уҡ юғары профессионалдар — таусы Р. Хәмитов һәм геолог А. Чернов алыштырҙы. Әммә комитет, дәүләт статусын юғалтып, Министрҙар Кабинетының идаралығына әйләнеп, “Роснедра” ер аҫтын файҙаланыу агентлығының Башҡортостан буйынса идаралығы, хәҙерге көндә Түбәнге Новгород федераль округ идараһына буйһонған Өфө бүлеге һанала. Премьер-министр урынбаҫары М. Шакиров вафат булғандан (2006 йыл) республика хакимиәтендә геологияны көйләгән структура ҡалманы. Бында үҙебеҙҙә лә ғәйеп барҙыр, сөнки Министрҙар Кабинетының бер ултырышында “Рәсәй геологияһы тарҡалыуға дусар булды” тигәнгә беҙҙең чиновниктар, ҡаҙылма байлыҡтарыбыҙ 20-30 йылға етерлек, беҙгә геологияның ни хәжәте бар, тип белдерҙе.
Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе Р. Ну­ретдинов “Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 7 февраль һанында “Девон нефте бөтһә, рифей хазиналары бар” тигән мәҡәлә баҫтырғайны. Ниңә һуң беҙгә рифей тынғы бирмәй тигән һорау тыуа, сөнки Көнсығыш Себер платформаһы, Ҡытай, Австралия, Африка рифейында ҙур нефть ятҡылыҡтары асылған. Рифейҙы ул “баулы комплекс” тип атай, ғилми тикшеренеүҙәрҙе 50-се йылдарҙа атаҡлы башҡорт геологы, профессор Ҡ. Тимерғәзин башлай. Профессор Е. Лозиндың монографияһында (2015 йыл) рифейға бик етди иғтибар бирелгән. Бөгөнгә был ҡатламдарға 17 параметрик һәм өс таяныс скважинаһы бырауланған. Уларҙың уртаса тәрәнлеге – биш километр. Шунан тыш, 150 рифей ҡатламдарына төрлө тәрәнлеккә (10–100-әр метр) үтеп ингән эҙләнеү һәм разведкалау скважиналары бырауланған. Башҡортостанда 60-сы йылдарҙың уртаһында уҡ рифей (кембрий алды-протерозой) ҡатламдарының ҡалынлығы өҫтә ятҡан палеозойҙан (бында иһә девон, карбон һәм пермь нефть ҡатламдары инә) дүрт тапҡыр артыҡ булыуы асыҡлана. Әгәр палеозойҙа нефттең башланғыс ресурстары ике миллиард тонна иҫәпләнә икән, тимәк, рифейҙа ул дүрт тапҡыр артыҡ булырға тейеш, йәнәһе.
Нефть ятҡылығының формалашыуы өсөн өс шарттың тура килеүе зарур: “ловушка” тип аталған ыңғай структура булыуы (иң ябайы — көмбәҙ формалағы антиклиналь), “коллектор” тип аталған күҙәнәкле, нефть, газ һәм һыуҙы үткәреүсән ҡатлам (ҡомташ, доломит, эзбизташ һ.б булыуы мөмкин) һәм структураны герметизациялай алырлыҡ өҫтөн ҡаплаған ҡатлам булыуы мотлаҡ.
Рифей ҡомташтарының күрһәткестәре бик түбән, башлыса ҡыҙыл төҫтә булыуы ла ыңғай сифат тип әйтеп булмай. Балсыҡ һәм ваҡ бөртөклө алевролиттарҙан торған япмаларҙың герметизацияны һаҡларлыҡ сифаттары ла яҡшынан түгел. Уларҙың ышаныслы ҡатламдары Көнсығыш Европа платформаһының Башҡортостан өлөшөндә биш километр тәрәнлектә лә осрамаған әле. Ҡатламдарға аҫтан (мантиянан) килгән углеводородтар ағымы ла табылмаған. Тик Кама – Ағиҙел уйылының көнбайыш битләүендә генә тоҙло ҡатламдар локаль (ваҡ) “ловушка”ларында япма ролен уйнай алыр ине, тип һанай ғалимдар. Тектоник, палеогеографик, литофациаль һәм геохимик тикшеренеүҙәрҙе анализлау шуны күрһәтә: рифейҙа углеводородтар яралһа ла, улар ҡатламдарҙағы юғары температурала тарҡалыуға дусар булып, ярыҡтар аша палеозойҙағы “ловушка”ларҙы тултырыуы бик ихтимал. Ә унда инде бөтә ятҡылыҡтар ҙа тейешле шарттарға тулыһынса ыңғай яуап бирә.
Әлегә тиклем тикшеренеүҙәр аныҡ һөҙөмтәләр бирмәгәс, ә ғилми программалар “Башнефть” һәм “БашНИПИнефть” белгестәре һәм ғалимдарының көнүҙәк темаһы булып ҡала бара, 30 йылдан ашыу геохимиктар был ҡатламдарҙың нефть запастарын барлау түгел, ә уларҙың нефть барлыҡҡа килтереү потенциалын иҫәпләү менән мәшғүл. Беҙҙең ғалимдар нефть һәм газ тупланыуына геологик, геохимик шарттарҙың булыуына ышана. Рифейҙың нефть һәм газды тыуҙырыу потенциалы S1 һәм S2 категориялары буйынса 81,1 һәм 120 миллиард тонна углеводородтар ресурсын тәшкил итә (Р.Х. Мәсәғүтов һ.б., 2014). Ә 28 йыл элек иҫәпләү буйынса 1,575 миллиард тонна ғына ине (Н.П. Егорова, Н.С. Студенко,1989).
Шундай ресурстарға ҡарамаҫтан, әлегә углеводород ятҡылыҡтары табылмағас, “Башнефть” инде 15 йылдан артыҡ республиканан ситтә перспективалы запастарҙы үҙләштерә. Былтыр сығарылған 21,4 миллион тонна нефттең 4,5 миллионы Себер һәм төньяҡтағы промыслаларҙа алынған.

Эрнст ЮЛБАРИСОВ,
Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған нефтсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 513

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 535

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 431

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 480

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 507

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 520

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705