Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Инженер йылы булырмы?
[thumb=left]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2017-09/1504588275_3-1.jpg[/thumb]“Улым Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инде. Инженер буласаҡ. Үҙем дә шунда барыуын теләнем. Уҡып сыҡһа, исмаһам, беҙҙең кеүек аҙ ғына эш хаҡына йөрөмәҫ”.
Таныш-тонош араһында ошондай хәбәрҙе йыш ишетергә тура килә. Бергә белем алған класташтар, төркөмдәштәрҙең балалары ла башлыса техник һөнәр алырға тырыша. Эйе, дәүер үҙгәрә. Бынан егерме-утыҙ йыл элек ауыл йәштәре, нигеҙҙә, гуманитар уҡыу йорттарын һайлаһа, бөгөн улар араһында ла инженер һөнәрен үҙ итергә теләгәндәр бихисап, шуға күрә конкурс шаҡтай ҙур.
Инженер һөнәре ҡайтанан үҙенең кәрәклеген, мөһимлеген һиҙҙерә. Ошо маҡсаттан 2013 йылдан алып “Case-in” халыҡ-ара инженерҙар чемпионаты үткәрелә. Ул йүнәлешле юғары уҡыу йорттарының һәләтле студенттарын һәм аспиранттарын асыҡлауға, уларға ярҙам күрһәтеүгә, инженер-техник белемде популярлаштырыуға һәм ошо тармаҡ­тарҙың кадрҙар резервын туплауға йүнәлтелгән. Өфөлә Бөтә Рәсәй “Йыл инженеры-2015” конкурсы лауреаттары һәм “Case-in” халыҡ-ара инженерҙар чемпионатының төбәк һайлап алыу турында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов:
– Ниһайәт, йәмғиәттә инженерлыҡ эшенә ҡыҙыҡһыныу уянды. Был – алға ҙур аҙым. Йәштәрҙең һәм ата-әсәләрҙең инженер һөнәренең кәрәкле булыуын аңлауы ҡыуандыра, – тигәйне.
Заман йәштәр алдына үҙ талаптарын ҡуя шул. Юғары уҡыу йортон тамамлап та урамда ҡалмаҫ, хеҙмәт урыны табылып та бәләкәй эш хаҡына йөрөмәҫ өсөн күптәр мәктәп эскәмйәһенән үҙен маҡсатлы рәүештә әҙерләй. Атай-әсәйҙәре лә ошо юҫыҡта белем алырға кәңәш итә. Һөҙөмтәлә инженер булырға теләгәндәр арта.
Быйыл сығарылыш имтихандары алдынан халыҡтан алынған һорау инженер һөнәренең абруйы күтәрелә барыуын күрһәткән.
Һәр өсөнсө егет һәм ҡыҙ табип, медицина хеҙмәткәре (быйыл 35 процент булһа, 2005 йылда – 12 процент) булырға теләүен белдергән. Исемлектә шулай уҡ юриспруденция (11%), педагогика (10%) һәм эшсе һөнәрҙәре (10%) бар.
Һорау алыу Рәсәйҙә мәктәп йәшендәге балаһы булған 1800 кеше араһында үткәрелгән. Өс көн арауығында белгестәр уларға үҙҙәренең балалары һәм ейәндәренә ниндәй һөнәр һайларға кәңәш итеүе менән ҡыҙыҡһынған. Өс профессиянан артығын һайламау шарты менән.
Инженер һөнәрен алырға теләгән сығарылыш класс уҡыусыһы кем икән? Тикшереүҙәр уның ғәҙәти дөйөм белем биреү мәктәбендә белем алыуын күрһәткән. Ата-әсәһенең, ҡағиҙә булараҡ, белеме юғары түгел, хеҙмәткәр, эшсе йәки хеҙмәтләндереү өлкәһендә тир түгә. Бына улар балаһына һөнәр һайлауға тәьҫир итә лә инде. Мәктәпте тамамлаған үҫмер үҙенең социаль хәлен яҡшыртыу, киләсәктә һәйбәт хеҙмәт хаҡы түләнгән эшкә урынлашыу өсөн вузға инергә теләй. Инженер булырға теләгән өлкән класс ҡыҙҙарының һәм егеттәренең фекеренсә, һайлаған һөнәр ҡыҙыҡлы, матди яҡтан тәьмин итерлек, карьера эшләргә, хеҙмәт баҙарында кәрәкле булырға тейеш. Әлбиттә, заман йәштәре бер һөнәр менән генә сикләнергә уйламай. Һәр өсөнсө үҫмер өҫтәмә рәүештә юрист, иҡтисадсы, менеджер кеүек профессияны ла үҙләштерергә ниәт итә.
Белгестәр фекеренсә, инженер һөнә­ренең юғары интеллектуаль эшмәкәрлеге өлкәһе икәнлеген пропагандаларға кәрәк. Дәүләт Думаһы депутаты, Мәскәү сәнә­ғәтселәре һәм эшҡыуарҙары конфеде­рацияһы рәйесе Елена Панина был хаҡта: “Революцияға тиклем инженер булыу бик һирәктәргә тәтегән, йәнә был осорға илдең индустриялаштырыу йәһәтенән үҫеш­мәүе һәр кемгә мәғлүм. 1917 йылға ни бары 11,8 мең инженер иҫәпләнгән. Бөгөн барыбыҙ ҙа яҡшы белгән Архимед, Витрувий, Ктесибий техника өлкәһендә бөйөк асыш яһаусылар булараҡ ҡына түгел, ә шул дәүерҙең берҙән-бер тиерлек бөйөк шәхестәре булараҡ та тарихта ҡалған”, – ти ул.
Совет дәүерендә инженер һөнәре тәүҙә илдәге үҫеш, индустриялаш­тырыуға бәйле ғәжәп тиҙлек менән үҫеште, улар халыҡ араһында ҙур хөрмәткә лайыҡ булды. Ә инде уҙған быуаттың 80-се йылдар урталарында биш миллиондан ашыу инженер иҫәпләнде. Ҡайһы ваҡыт сама тигән нәмәне онотоп ташлайбыҙ шул. Ысынбарлыҡта илгә был һөнәр эйәләре ошо тиклем үк кәрәкмәй ине. Әммә техник уҡыу йорттары конвейер кеүек эшләне, энергетиктар, металлургтар, машина эшләү­селәр туҡтауһыҙ әҙерләнде. Дөйөм әйткәндә, белгестәр, уларҙың иҡтисадта күпме талап ителгәнлеге иҫәпләнеп торманы, күберәк булған һайын яҡшыраҡ тигән маҡсаттан уҡытылды. Был проб­леманы һирәкләп булһа күтәреп сыҡһалар ҙа, уға етди тотонманылар. Шулай итеп, ҡасандыр барыбыҙ ҙа һоҡланып һәм хөрмәт менән ҡараған һөнәрҙең бәҫе төштө.
СССР тарҡалғас, фиҙакәр хеҙмәт һөҙөмтәһендә булдырылған ҡаҙаныш­тарыбыҙ күҙ менән ҡаш араһында тигәндәй ботарлап ташланды. Ҡеүәтле заводтар, предприятиелар, инс­титуттар юҡҡа сыҡты. Был болғанышта илдә һәр өсөнсө эшсе урыны бөттө, СССР-ҙан мираҫҡа ҡалған ғилми-техник ҡеүәт емерелде. Оҙаҡ йылдар тәжрибә туплаған һәләтле инженерҙар урамда тороп ҡалды, уларҙың хеҙмәтенең абруйы кәмене. Ул осорҙа ҡайһы бер техник юғары уҡыу йорттарында белем алырға теләгән кеше һаны аҙайғас, конкурс булманы.
Һуңғы ун йылда был күренеш ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Төрлө етештереү ойошмалары барлыҡҡа килә. Рәсәйҙең сит илдәр менән берлектә ойошторолған предприятиеларына әҙерлекле, белемле инженерҙар талап ителә. Тап шуға ла бөгөн инженер һөнәренә эйә булған йәштәргә ихтыяж ҙур. Аҙаҡҡы дүрт йылда ғына, Рәсәй инженерҙар берләшмәһе мәғлүмәттәре буйынса, улар өсөн вакансиялар һаны дүрт тапҡырға артҡан. Иң талап ителгән һөнәр – инженер-кон­с­труктор.
Әлбиттә, баҙар шарттарында уларҙың эш хаҡы һәйбәт. Техник йүнәлештәге уҡыу йортон һайлағандар башҡа һөнәр эйәләренән хеҙмәт хаҡын 40 – 45 процентҡа күберәк алыуын белдергән. Әммә квалификациялы техник белгестәр Рәсәйгә бөгөнгө хеҙмәт баҙарынан ике тапҡырға күберәк кәрәк.
Киләсәкте, юғары технологияларҙың үҫешен инженерҙарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, уларҙың бәҫен күтәреү мөһим. Тап шуға ла Инженер­ҙарҙың милли палатаһы Рәсәйҙә 2018 йылды Инженер йылы итеп иғлан итеү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ә Мәскәү халыҡ-ара инженерҙар форумы ил етәксеһенә “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған инженеры” тигән маҡтаулы исем булдырыу кәрәклеге хаҡында мөрәжәғәт итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә