Ер, ауыл хужалығы яҙмышы береһен дә битараф ҡалдырмай. Был турала редакцияға килгән хаттар ҙа һөйләй. Бигерәк тә Рәшит Кәлимуллиндың “Хеҙмәткә дан йырланыҡ та ул...” (быйылғы 5-се һан) тигән мәҡәләһенән, В. Борисовтың иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев менән әңгәмәһенән (“Күмәк хужалыҡтарҙы тергеҙеү — көнүҙәк мәсьәлә”, 2012 йыл, 28 февраль) һуң авторҙар әүҙемләште. Тик, беҙҙә генә булғанса, тип әйтәйекме, ике яҡ ярға — “баррикада” артына — баҫтылар. Шуныһы ҡыҙғаныс: бәхәс ауыл хужалығын күтәреү, халыҡты эш менән тәьмин итеү, ғаиләләрҙең матди яғын ҡайғыртыу һымаҡ дөйөм мәсьәләләрҙән тайпылып, колхоз кәрәк”, “кәрәкмәй”, “теге хаҡ әйтә”, “был дөрөҫ һөйләй” һымаҡ дежур һүҙҙәргә, әйтешкә әйләнде.
Барыһының да фекерен иҫәпкә алып, иҡтисад фәндәре докторы, Башҡортостан фермерҙары берләшмәһе рәйесе Зифҡәт Ислам улы СӘЙЕТҒӘЛИЕВКӘ йәнә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Зифҡәт Ислам улы, һеҙҙең менән әңгәмәнән һуң редакцияға байтаҡ хат килде. Уларҙан күренеүенсә, күбеһе һеҙҙе — “колхоздарҙы тергеҙеү яҡлы ғалим”, ә уй-фекерегеҙҙе “колхоз-совхоздар ғына илде ауыл хужалығы көрсөгөнән сығарасаҡ” тип аңлаған...
— Матбуғатта, телевидениела гелән: “Халыҡҡа ниндәй ауыл хужалығы тармағы ҡулай, ғаиләһен ҡарарлыҡ, йорт-ҡаралтыһын төҙөк тоторлоҡ матди табыш килтерә, илдәге аҙыҡ-түлек мәсьәләһен хәл итә ала — барыһы ла яҡшы”, — тип сығыш яһайым. Урындарҙа тик шундай хужалыҡтарға өҫтөнлөк бирелергә тейеш, тим. Колхоздарҙы хәҙер кире элекке хәлендә тергеҙеп булмаясағы менән килешергә кәрәк. Тағы шуныһын да таныу мөһим: бөгөн фермерҙар барлыҡ ауыл хужалығы тауарының 6 процентын ғына етештерә. Айырым алғанда, мәҫәлән, Һарытауҙа — 45 процент. Краснодарҙа үткән йылда 2 миллион 300 мең тонна иген үҫтергәндәр. Шуға ла был тармаҡ яҡшы ла, насар ҙа тип әйтә алмайым. Ғиллә бит “эре хужалыҡтарһыҙ эш бармай”ҙа түгел, ә барлыҡ хужалыҡ итеү алымдарының яҡшы булыуында, уны “егә” генә белеүҙә. Миҫалға дәүләт предприятиеларын — Рәсәй кимәлендә тәүгеләрҙән булған “Алексеевка”, “Рощинский” совхоздарын — килтерергә мөмкин. Фермерҙарға килгәндә, дөйөм күрһәткестәр уртаҡ булһа ла, өс һыйыр аҫрағаны ла “фермер” тип атала, өс мең баш тотҡаны ла. Мәҫәлән, Шишмә районынан Илдар Әғлиуллиндың “Әғли” фермер хужалығы 130 миллион һумлыҡ продукция етештерә. Туймазынан “Ҡушбүләк” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Латиповтың эше Рәсәйҙә билдәле. Мәсетленән Илдар Ниғмәтйәновтың “Аҡтау”, Баймаҡтан Айрат Шәрәфетдинов, Мәләүездән Илдус Шәрипов хужалыҡтарының етештереүсәнлеге лә өлгө алырлыҡ. Благовещендан Мәҡсүм Фәрхетдинов беҙҙең яҡтарҙа бигүк таралмаған йүнәлешкә тотондо: кәзә һөтөнән ҡымыҙ, башҡа төр ризыҡ етештерә. Әйткәнемсә, һәр йүнәлештә эшләп була.
— Бер уйлаһаң, колхоздар ҙа, тарҡатылмаған килеш, баҙар шарттарына яраҡлаша ала ине. Уларҙың бөлөүенә, баҙар менән “һыйыша” алмауына нимә сәбәпсе?
— Колхоз уставы тулыһынса тиерлек баҙар шарттарына ҡулайлаштырылған. Бер генә завод йә фабрика, етештереү тармағы ла баҙарға колхоздар һымаҡ уҡ яҡын булманы. Бына мин, мәҫәлән, 1979–1981 йылдарҙа Илеш районының Ульянов исемендәге колхозында рәйес булып эшләнем. Хужалыҡ биш ауылды (хәҙер дүрт) берләштерҙе. Үҙ көсө менән ике мәктәп, ике ҡатлы өс мәҙәниәт йорто һалды, тәбиғи газ үткәрҙе. Хатта мейес, газ плитәләренә тиклем алдыҡ. Күперҙәр һалдыҡ, асфальттан юл төҙөнөк. Колхозсыларға шифаханаларға, ял йорттарына йылына 25–30 путевка бирә торғайныҡ. Үҙебеҙҙең Янғантауҙан — Сочиға тиклем. Шунан колхоздың ҡайһы ере насар ине?
Тарҡалыуҙарына килгәндә, бында бер нисә сәбәп бар. Тәүгеһе — хужалыҡ рәйестәрен ситтән килтереп тәғәйенләнеләр. Әлбиттә, кадрҙар мәсьәләһе, уларҙы үҫтереү элекке заманда һәйбәт ҡуйылғайны. Шулай ҙа килтереп ҡуйылған рәйестәрҙе урындағы халыҡ бигүк үҙһенмәне.
— Килеп байыйҙар ҙа китәләр, тигән “аксиома” ла барлыҡҡа килгәйне...
— Эйе. Быныһы бер булды. Икенсенән, ревизия комиссиялары тейешенсә эшләмәне. Уларҙы рәйестең йә туғаны, йә әшнәһе йәки бөтөнләй бухгалтерия эшен, иҫәп-хисапты белмәгән әҙәм етәкләне. Тәүҙә бит, колхоздар ойошторғанда, быларҙың барыһы ла булған: рәйесте халыҡ үҙе һайлаған, ревизия комиссияһының отчетына ла йәмәғәтселек баһа биргән. Былар иһә етәкселектең баш-баштаҡлығына юл ҡуймаған.
Шул йәһәттән бер-ике миҫал килтерге килә. Салауат районында булған хәл. Колхоз йыйылышы бара икән. Төрлө кимәлдәге отчеттарҙы тыңлағас, бер бабай сыҡҡан да: “Колхоздың бик шәп әтәсе бар ине, уны ҡайҙа ҡуйҙығыҙ?” — тип һораған. Юртаҡ айғырҙы сабышҡа әҙерләгәндә эске ағзаларын ашаттыҡ, тигән түрә. “Ә итен ҡайҙа ҡуйҙығыҙ һуң?!” — тип таптырған бабай. Тегенеһе бер ни ҙә әйтә алмаған. Бына шулай, ошо бабай һымаҡ колхозсылар талап итһә, ревкомиссия ла эшләр ине.
Германияла (Баварияла) булғанда фермерҙар менән осрашҡайныҡ. “Баева” тип аталған хужалыҡ етәксеһенең кәйефе насар ине. Ул хәлде былай аңлатты: “Бишенсе көн пайсыларҙың йыйылышы бара, пенсияға китермен инде”. Бына бит унда уртаҡ мәсьәләләрҙе нисек тикшерәләр. Ысын акционерҙар йәмғиәтендә, пайсыларҙан торған хужалыҡтарҙа шулай булырға тейеш.
— Колхоз системаһын тарихта ҡалдырһаҡ, беҙгә ниндәй хужалыҡ итеү алымы ҡулай? Бер уйлаһаң, колхоздарға нимәһе менәндер яҡын кибуца Израилдә йәшәй бит. Тимәк, донъяла уға оҡшаштар бар.
— Кибуцаға килгәндә, ысын мәғәнәһендә колхоз инде ул. Тик, беҙҙән айырмалы рәүештә, унда ҡомлоҡта ла йылына һәр һыйырҙан 13 мең литр һөт һауалар. Хатта эсәр һыуҙы ла танкерҙа Төркиәнән ташыйҙар. Бында һөҙөмтә кешенең эшкә мөнәсәбәтенән дә тора. Рәсәйгә тәбиғәт барыһын да биргән: ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтарын, һыу ятҡылыҡтарын. Эшлә генә. Хужалыҡ итеүгә килгәндә, беҙгә кооперация алымы отошло, элекке ТОЗ-дар (ерҙе эшкәртеү ширҡәттәре) һымаҡ. Тик ТОЗ-да кешенең айырым шәхси мөлкәте, ер пайы булмаған. Хәҙер иһә крәҫтиән “ширҡәткә”, акционерҙар йәмғиәтенә — нисек кенә аталмаһын — үҙ пайҙары менән инергә, килешеү төҙөргә, килешеү үтәлмәһә, теләһә ҡайһы ваҡытта хужалыҡтан сығып китә алырға тейеш. Бөгөн ауыл кешеһе ҡайҙа барырға белмәй. Бер йөк һалам, бер-ике тоҡ иген өсөн пайын теләһә кемгә тотторорға риза. Эшләгән кеше ике төрлө хаҡ алырға тейеш: эшләгәне һәм ерен ҡуртымға биргәне өсөн. Хәҙер эре хужалыҡтарҙың күбеһе тарҡалды. Әйткәнемсә, халыҡ ер пайҙарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Ниңә инвесторҙар килер ҙә барыһын да эшләр, социаль мәсьәләне хәл итер тип көтөп торорға?
— Инвестор килһә лә, ерҙәрен ун-ун биш йылға ҡуртымға һорай. Ни өсөн тигәндә, аҙ ваҡытҡа уға бер банк та кредит бирмәйәсәк. Ҡайһы бер намыҫһыҙ инвесторҙарҙы беҙҙең ерҙән, ауыл хужалығын үҫтереү теләгенән дә бигерәк аҙ процентлы кредит, ссудалар ҡыҙыҡһындырмаймы икән? Пайҙарҙың бит тәүҙә инвестор, һуңынан, улар банкротҡа ҡалһа, банк милкенә күсеүе лә бар.
— Иң яҡшыһы — пайсыларҙың үҙҙәренең берләшеүе. Баҙар шарттарын яҡшы белгән, киләсәкте күҙаллаған ауылдаштарын етәксе итһәләр, оторҙар. Бер сәсеп, бер урыуы мөһим. Һуңынан, аҙыҡ булғас, малсылыҡты тергеҙеү зарурлығы тыуыр. Бәләкәй хужалыҡтар баҙарға тиҙ яраҡлаша ала. Оҙайлы ваҡытлы инвесторға килгәндә, шулай ҙа һағайта. Инвестор — капиталист. Ике яҡлы килешеүҙе лә улар яҙа. Тимәк, отолмаясаҡтар. Тәү сиратта үҙ яғын ҡайғыртасаҡтар. Ни генә тимә, төрлө хужалыҡ итеү алымдарын ҡулланып, үҙебеҙгә эшләргә өйрәнергә кәрәк.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ әңгәмәләште.