Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәштәрҙе ауылда ҡалдырырға ине...”
“Йәштәрҙе ауылда ҡалдырырға ине...” Район хужалыҡтары бөгөн ең һыҙғанып яҙғы баҫыу эштәрен алып бара, һәр ерҙә был ҡыҙыу осорға ентекле әҙерләнгәндәр. Аграрийҙарға бөтәһе 80 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы йөкмәтелгән.
Район ауыл хужалығы идара­лығынан белдереүҙәренсә, сифатлы орлоҡ, минераль ашлама, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ һиҙелмәйәсәк, сөнки улар тейешле күләмдә тупланған. Техника паркының да яңы һәм заманса булыуы баҫыу эштәрен ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарып сығырға мөмкинлек бирә.
Төбәктә бөтәһе 151 крәҫтиән (фермер) хужалығы теркәлеп, уларҙың барыһы ла уңышлы эшләй. Фермерҙар 25 мең гек­тарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен алып барасаҡ. Шөкөр, һәр береһе тиерлек дәүләттән аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкән. Уҙған йылда, мәҫәлән, был тәң­гәлдә 10,2 миллион һум субсидия бирелгән. Районда “Эш башлаусы фермерҙарға ярҙам”, “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” кеүек республика маҡсатлы программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Бынан тыш ауыл хужа­лығы техникаһы һатып алыуға ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Һуңғы өс йылда төбәктә 10 крәҫ­тиән (фермер) хужалығы грант алыуға ирешкән, быйыл иһә тағы туғыҙы грантҡа өмөт итә.
Иҫке Сытырман ауылынан Айгиз Әхмәров ауылда мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһын­дағы 20-се һөнәрселек лицейына уҡырға инә, электр һәм газ менән йәбештереүсе һөнәрен үҙләш­терә. Уҡыуҙан һуң эш эҙләп унда-бында мөрәжәғәт итеп ҡарай, тик районда хеҙмәт урыны таба ал­мағанлыҡтан, сараһыҙҙан иптәш­тәре менән Себергә юллана. Әммә егетте ул тарафтарҙа ла ҡуш ҡуллап көтөп тормайҙар, һәр ерҙә тиерлек эш стажы булған тәжрибәле хеҙмәткәр талап итәләр. Шулай Себерҙә ярты йыл ҡаңғырып йөрөгәндән һуң, тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә.
“Йәштәрҙе ауылда ҡалдырырға ине...”— Ауыл малайы бит мин. Бала саҡтан мал араһында үҫкәс, атай-әсәйем менән кәңәшләшеп, яҙмышымды ер менән бәйләргә уйланым, фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт иттем, — ти Айгиз. — Һис кенә үкенмәйем, сөнки ер эшен яҡшы белгән атайым миңә ҙур терәк һәм ярҙамсы. Туғандарҙың да яҡлауын тоям.
Шулай итеп, былтыр үҙ хужа­лығын булдырып, тырыш егет малсылыҡ менән үҫемлекселек тармағын ныҡлап үҙләштерергә тотона. 30 гектар ергә хужа була, бынан тыш пай ерҙәрен дә ауылдаштары фермерға ышанып тапшыра һәм отолмай. Йәш егет улар менән ваҡытында иҫәпләшә, көҙгөһөн һәр береһенә бишәр центнер ашлыҡ бүлеп бирә. Киләсәктә Айгиз Юлай улы ер майҙанын арттырырға иҫәп тота. “Алла бойорһа, рәхәтләнеп игенен дә үҫтерер инем, ишле мал да аҫрар инем”, – тип хыяллана.
Бөгөн техникаһы ла заманса түгел Айгиздең, бер иҫке тракторы бар, әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәй. “Шөкөр, тәжрибәле фермерҙар ярҙам ҡулы һуҙа, уларҙың техникаһы менән байтаҡ эштәрҙе атҡарырға тура килә”, — ти ул. Элекке совхоздың машина-трактор оҫтаханаһын ҡур­тымға алып, әле унда келәт эшләгән.
Бөгөн Айгиз Юлай улы “Эш башлаусы фермер” республика маҡсатлы програм­маһына инер өсөн документтарын әҙерләп тапшырған. Район хакимиәте лә егеткә һәр яҡлап ярҙам итә икән. Хыялдары тормошҡа ашһа, ул техникаһын да һатып алырға, мал һанын да ишәйтергә уйлай.
Әле ҡурала 15 баш һыйыр ма­лы тотола, көн дә һауып алынған һөттө фермер “Регионсервис” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиә­те­нә тапшыра. Бынан тыш, әсәһе төрлө һөт ризыҡтары әҙерләп, Са­лауат ҡалаһы баҙарына ла сы­ғарып һата. Йәй үҙ көстәре ме­нән мал аҙығы хәстәрләп, ҡыш­латыуҙы ла яҡшы үткәр­гәндәр.
— Ауылда эш юҡ тип илай торған заманалар үтте инде, бөгөн тик үҙеңә генә тырышырға кәрәк. Ә дәүләттән ярҙам һәм яҡлау булғас, минеңсә, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә лә ирешергә булалыр ул, — ти йәш фермер.
Яңы Яуыш ауылынан фермер Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы Йома­ғолова ла бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торғандарҙан. Ауыл мәк­тәбендә уҡытыусылыҡ иткәндән һуң, 2015 йылда үҙ эшен ойоштора. Нигеҙҙә, малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡта 50 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 12-һе – һауын һыйыры. Ҡыш айында көтөү яңы тыуған быҙауҙар менән тулыланған. Көнөнә 12-15 литр һөт һауып алалар. Төрлө һөт ризыҡтары етештереп, Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы Федоровка ауылы баҙарына сығара. Тиҙҙән фермер әҙер продукцияны Мәләүез һөт комбинатына тапшырырға йыйына. Бынан тыш йылҡы малы, һарыҡ та үрсетәләр. Әле ҡурала 20-гә яҡын баш ҡуй тотола. Фермер уларҙың һанын киләсәктә арттырырға уйлай, ә бының өсөн бөтә уңайлы шарттар бар. Ҡуралар йылы, иркен, быҙауҙарға айырым урын булдырылған. Мал аҙығы мул булғас, ҡышлатыу осорон уңышлы уҙғарғандар.
Былтыр дәүләттән аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшеп, бер миллион һумға ауыл хужалығы техникаһы, һауын аппараттары, һыйыр малы һатып алған. Фермаларға ярайһы ғына ремонт та үткәргәндәр.
— Беҙҙең яҡта фермерлыҡ ныҡ үҫешкән, хатта тотош ауыл менән был кәсепкә тотонғандар, — ти Илһөйәр Йомағолова. — Дәүләттән, район хакимиәтенән яҡлау булғас, тырышып эшләргә генә ҡала.
Тормош иптәше Юнир Шәфҡәт улы “Урал” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәтенә етәкселек итә. 2008 йылда уҡ ойошто­ролған предприятие үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнә. Ауылдаш­тарының пай ерҙәрен дә алып, бөгөн бында 350-гә яҡын гектар майҙанды эшкәртәләр. Быйыл фермер 100 гектарҙа арпа, йәнә көнбағыш, бойҙай сәскән. “Сәсеү­гә яҡшы әҙерлек менән килдек. Сифатлы орлоҡ, минераль ашлама, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ, уларҙы алдан тейешле күләмдә хәстәрләп ҡуйҙыҡ”, — ти уңған хужа.
Йәмғиәттә өс кеше эш менән мәшғүл, уларҙың барыһы ла — ер эшен яҡшы белгән кадрҙар. Бөгөн дә хеҙмәт урыны һорап килеүселәр бар икән, тағы ла бер нисә кешене эш менән тәьмин итергә уйлай фермер. Техника паркы бай, уны йыл һайын тиерлек яңыртып торалар. Баҫыуҙарҙы сит илдә һәм үҙе­беҙҙә етештерелгән ҡеүәтле техника иңләй. Элекке совхоздан ҡалған биналарҙы ҡуртымға алып, келәт яһағандар.
Баҫыуҙарҙа тир түккән игенсе­ләр йылы аш менән тәьмин ител­гән. Хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында тү­ләнә. Шәхси хужалығында мал аҫрағандарға бесән-һалам бушлай бирелә. Механизаторҙар Зә­бир Рафиҡов менән Юрис Мали­ков – үҙ эшенең оҫталары. “Улар­ҙың уңғанлығы менән йыл әйлә­нә­һенә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгә­шә­беҙ”, – ти Юнир Шәфҡәт улы.
Әйткәндәй, Юнир Йомағолов бына оҙаҡ йылдар район Советы депутаты йөгөн дә уңышлы тарта. Ауыл биләмәһе етәкселеге менән эшлекле мөнәсәбәт булдыр­ған­дар. Хужалыҡ йыш ҡына бағыу­сылыҡ менән шөғөлләнә, бер генә байрам-кисәләр ҙә уларҙың ярҙамынан тыш үтмәй.
Фермерҙың киләсәккә уй-хыялдары менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. “Тыуған ауылымдың яҙмышы мине һәр ваҡыт уйландыра. Күпләп эш урындары булдырып, йәштәрҙе ауылда ҡалдырырға ине. Ололарға алмаш та кәрәк бит”, — ти ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 505

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705