Район хужалыҡтары бөгөн ең һыҙғанып яҙғы баҫыу эштәрен алып бара, һәр ерҙә был ҡыҙыу осорға ентекле әҙерләнгәндәр. Аграрийҙарға бөтәһе 80 мең гектарҙан ашыу майҙанда сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы йөкмәтелгән.Район ауыл хужалығы идаралығынан белдереүҙәренсә, сифатлы орлоҡ, минераль ашлама, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ һиҙелмәйәсәк, сөнки улар тейешле күләмдә тупланған. Техника паркының да яңы һәм заманса булыуы баҫыу эштәрен ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ башҡарып сығырға мөмкинлек бирә.
Төбәктә бөтәһе 151 крәҫтиән (фермер) хужалығы теркәлеп, уларҙың барыһы ла уңышлы эшләй. Фермерҙар 25 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү эштәрен алып барасаҡ. Шөкөр, һәр береһе тиерлек дәүләттән аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкән. Уҙған йылда, мәҫәлән, был тәңгәлдә 10,2 миллион һум субсидия бирелгән. Районда “Эш башлаусы фермерҙарға ярҙам”, “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” кеүек республика маҡсатлы программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Бынан тыш ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға ла һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Һуңғы өс йылда төбәктә 10 крәҫтиән (фермер) хужалығы грант алыуға ирешкән, быйыл иһә тағы туғыҙы грантҡа өмөт итә.
Иҫке Сытырман ауылынан Айгиз Әхмәров ауылда мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһындағы 20-се һөнәрселек лицейына уҡырға инә, электр һәм газ менән йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Уҡыуҙан һуң эш эҙләп унда-бында мөрәжәғәт итеп ҡарай, тик районда хеҙмәт урыны таба алмағанлыҡтан, сараһыҙҙан иптәштәре менән Себергә юллана. Әммә егетте ул тарафтарҙа ла ҡуш ҡуллап көтөп тормайҙар, һәр ерҙә тиерлек эш стажы булған тәжрибәле хеҙмәткәр талап итәләр. Шулай Себерҙә ярты йыл ҡаңғырып йөрөгәндән һуң, тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә.
— Ауыл малайы бит мин. Бала саҡтан мал араһында үҫкәс, атай-әсәйем менән кәңәшләшеп, яҙмышымды ер менән бәйләргә уйланым, фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт иттем, — ти Айгиз. — Һис кенә үкенмәйем, сөнки ер эшен яҡшы белгән атайым миңә ҙур терәк һәм ярҙамсы. Туғандарҙың да яҡлауын тоям.
Шулай итеп, былтыр үҙ хужалығын булдырып, тырыш егет малсылыҡ менән үҫемлекселек тармағын ныҡлап үҙләштерергә тотона. 30 гектар ергә хужа була, бынан тыш пай ерҙәрен дә ауылдаштары фермерға ышанып тапшыра һәм отолмай. Йәш егет улар менән ваҡытында иҫәпләшә, көҙгөһөн һәр береһенә бишәр центнер ашлыҡ бүлеп бирә. Киләсәктә Айгиз Юлай улы ер майҙанын арттырырға иҫәп тота. “Алла бойорһа, рәхәтләнеп игенен дә үҫтерер инем, ишле мал да аҫрар инем”, – тип хыяллана.
Бөгөн техникаһы ла заманса түгел Айгиздең, бер иҫке тракторы бар, әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәй. “Шөкөр, тәжрибәле фермерҙар ярҙам ҡулы һуҙа, уларҙың техникаһы менән байтаҡ эштәрҙе атҡарырға тура килә”, — ти ул. Элекке совхоздың машина-трактор оҫтаханаһын ҡуртымға алып, әле унда келәт эшләгән.
Бөгөн Айгиз Юлай улы “Эш башлаусы фермер” республика маҡсатлы программаһына инер өсөн документтарын әҙерләп тапшырған. Район хакимиәте лә егеткә һәр яҡлап ярҙам итә икән. Хыялдары тормошҡа ашһа, ул техникаһын да һатып алырға, мал һанын да ишәйтергә уйлай.
Әле ҡурала 15 баш һыйыр малы тотола, көн дә һауып алынған һөттө фермер “Регионсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тапшыра. Бынан тыш, әсәһе төрлө һөт ризыҡтары әҙерләп, Салауат ҡалаһы баҙарына ла сығарып һата. Йәй үҙ көстәре менән мал аҙығы хәстәрләп, ҡышлатыуҙы ла яҡшы үткәргәндәр.
— Ауылда эш юҡ тип илай торған заманалар үтте инде, бөгөн тик үҙеңә генә тырышырға кәрәк. Ә дәүләттән ярҙам һәм яҡлау булғас, минеңсә, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә лә ирешергә булалыр ул, — ти йәш фермер.
Яңы Яуыш ауылынан фермер Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы Йомағолова ла бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торғандарҙан. Ауыл мәктәбендә уҡытыусылыҡ иткәндән һуң, 2015 йылда үҙ эшен ойоштора. Нигеҙҙә, малсылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡта 50 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы аҫрала, шуның 12-һе – һауын һыйыры. Ҡыш айында көтөү яңы тыуған быҙауҙар менән тулыланған. Көнөнә 12-15 литр һөт һауып алалар. Төрлө һөт ризыҡтары етештереп, Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы Федоровка ауылы баҙарына сығара. Тиҙҙән фермер әҙер продукцияны Мәләүез һөт комбинатына тапшырырға йыйына. Бынан тыш йылҡы малы, һарыҡ та үрсетәләр. Әле ҡурала 20-гә яҡын баш ҡуй тотола. Фермер уларҙың һанын киләсәктә арттырырға уйлай, ә бының өсөн бөтә уңайлы шарттар бар. Ҡуралар йылы, иркен, быҙауҙарға айырым урын булдырылған. Мал аҙығы мул булғас, ҡышлатыу осорон уңышлы уҙғарғандар.
Былтыр дәүләттән аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшеп, бер миллион һумға ауыл хужалығы техникаһы, һауын аппараттары, һыйыр малы һатып алған. Фермаларға ярайһы ғына ремонт та үткәргәндәр.
— Беҙҙең яҡта фермерлыҡ ныҡ үҫешкән, хатта тотош ауыл менән был кәсепкә тотонғандар, — ти Илһөйәр Йомағолова. — Дәүләттән, район хакимиәтенән яҡлау булғас, тырышып эшләргә генә ҡала.
Тормош иптәше Юнир Шәфҡәт улы “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә етәкселек итә. 2008 йылда уҡ ойошторолған предприятие үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнә. Ауылдаштарының пай ерҙәрен дә алып, бөгөн бында 350-гә яҡын гектар майҙанды эшкәртәләр. Быйыл фермер 100 гектарҙа арпа, йәнә көнбағыш, бойҙай сәскән. “Сәсеүгә яҡшы әҙерлек менән килдек. Сифатлы орлоҡ, минераль ашлама, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ, уларҙы алдан тейешле күләмдә хәстәрләп ҡуйҙыҡ”, — ти уңған хужа.
Йәмғиәттә өс кеше эш менән мәшғүл, уларҙың барыһы ла — ер эшен яҡшы белгән кадрҙар. Бөгөн дә хеҙмәт урыны һорап килеүселәр бар икән, тағы ла бер нисә кешене эш менән тәьмин итергә уйлай фермер. Техника паркы бай, уны йыл һайын тиерлек яңыртып торалар. Баҫыуҙарҙы сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле техника иңләй. Элекке совхоздан ҡалған биналарҙы ҡуртымға алып, келәт яһағандар.
Баҫыуҙарҙа тир түккән игенселәр йылы аш менән тәьмин ителгән. Хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә. Шәхси хужалығында мал аҫрағандарға бесән-һалам бушлай бирелә. Механизаторҙар Зәбир Рафиҡов менән Юрис Маликов – үҙ эшенең оҫталары. “Уларҙың уңғанлығы менән йыл әйләнәһенә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ”, – ти Юнир Шәфҡәт улы.
Әйткәндәй, Юнир Йомағолов бына оҙаҡ йылдар район Советы депутаты йөгөн дә уңышлы тарта. Ауыл биләмәһе етәкселеге менән эшлекле мөнәсәбәт булдырғандар. Хужалыҡ йыш ҡына бағыусылыҡ менән шөғөлләнә, бер генә байрам-кисәләр ҙә уларҙың ярҙамынан тыш үтмәй.
Фермерҙың киләсәккә уй-хыялдары менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. “Тыуған ауылымдың яҙмышы мине һәр ваҡыт уйландыра. Күпләп эш урындары булдырып, йәштәрҙе ауылда ҡалдырырға ине. Ололарға алмаш та кәрәк бит”, — ти ул.