Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Махсус программа нисек үтәлә?
Маҡсат — көньяҡ-көнсығыш төбәк халҡының тормош кимәлен яҡшыртыу
“Көньяҡ Урал райондарының 2011–2015 йылдарҙа иҡтисади үҫешенең урта сроклы комплекслы программаһы” Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың 2010 йылдың 16 сентябрендәге ҡарары менән тормошҡа ашырыла башланы.
Уға тиклем Президент көньяҡ-көнсығыш төбәктә булып, былай тигәйне: “...Уникаль төбәк. Ул бай потенциалға эйә һәм Башҡортостандың сәйәси, ижтимағи һәм иҡтисади тормошонда ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Әммә ресурстары менән дан тотҡан төбәктең халҡы бай йәшәмәй. Тимәк, был йүнәлештә аныҡ саралар күреү һәм уны үҫтереү юлдарын табыу зарур”.
Комплекслы программаны төҙөүсе төркөм ойошторола, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр ғилми үҙәге эшкә тотона. Төп маҡсат — Көньяҡ Урал төбәге халҡының тормош кимәлен яҡшыртыу, социаль, экологик, иҡтисади яҡтан тотороҡлолоҡ булдырыу. Төбәктә йәшәгән халыҡ ғүмер буйы илгә хеҙмәт иткән. Батша заманында уҡ алтын, баҡыр, башҡа төр ҡиммәтле металл биргән. Бай яҡта ярлы йәшәү мөмкин түгел һымаҡ. Ләкин был — ысынбарлыҡ. Совет осоронда ла зыялыларыбыҙ яйы сыҡҡан һайын саң һуҡты: “Үҙҙәре алтын сығара, үҙҙәре баракта йәшәй. Урман өҫкә ауырға торһа ла, йортлоҡ ағас ала алмайҙар”... Әлбиттә, хәҙер хәл улай уҡ түгел. Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә юлдар төҙөлә, юғары уҡыу йорттарының филиалдары, яңы урта һәм махсус урта белем биреү йорттары асылды. Мәҙәни йәһәттән алға китеш һиҙелерлек, торлаҡ төҙөлә. Шулай ҙа халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу, эш менән тәьмин итеү буйынса башҡараһы эштәр бик күп әле.
Комплекслы махсус программаға таянып, уны эшләүселәр килтергән бер нисә һанға туҡталып үтеү кәрәк. Муниципаль берәмектәрҙе айырым алғанда, эш хаҡы буйынса република кимәленә еткәндәре лә бар, ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Ләкин уртаса эш хаҡы (12 414 һум) буйынса төбәк республика күрһәткесенән (15 701,8 һум) күпкә ҡалыша.
Кеше өсөн иң ҡәҙерлеһе — һаулыҡ. Һаулыҡ булһа, барыһы ла була, тибеҙ. Ләкин медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса халыҡ заман талаптарына яуап биргән ярҙам ала алмай. Мәҫәлән, мең кешегә 94,2 урта медицина хеҙмәткәре (республикала — 111,7), 21,9 табип (республикала уртаса — 41,7) тура килә. Юғары квалификациялы аллерголог, онколог, уролог һымаҡ белгестәр юҡ кимәлендә. Медицина ҡорамалдары 52 процентҡаса иҫкергән.
Әлбиттә, бар етешһеҙлектәрҙе, заманындағы хаталарҙы, эшләнмәгән эштәрҙе күп яҙырға булыр ине. Маҡсат ул түгел, сөнки гәзитебеҙ төбәктең социаль-иҡтисади хәле, кешеләрҙең көнкүреше тураһында даими сығыш яһап тора, ыңғай яҡты ла, киреһен дә яҡтырта. Бөгөн төп маҡсат — программаның тормошҡа ашырылыуында, халыҡта киләсәккә ышаныс, өмөт уятыу. Бының өсөн республика Хөкүмәте, урындағы хакимиәт барыһын да эшләй. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан 5 237,4 миллион, республика бюджетынан — 33 703 миллион, Көньяҡ Урал муниципаль берәмектәренән — 1 762 миллион, бюджеттан тыш 54 133 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Көньяҡ Урал райондарын үҫтереү һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү 2010 йыл менән сағыштырғанда 2,2 тапҡырға, ағас эшкәртеү — 2, кеше башына төп капиталды инвестициялау 2,3 тапҡырға артырға тейеш. Ауыл хужалығында 2000, ағас эшкәртеүҙә — 700, файҙалы ҡаҙылмалар табыу өлкәһендә — 600 һәм башҡа тармаҡтарҙа, дөйөм алғанда, 5400 яңы эш урыны булдырыу ҡаралған.
Ҡыҫҡаһы, бөгөн көньяҡ-көнсығыш төбәктә эш ҡайнай. Махсус программаны тормошҡа ашырыу Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың шәхсән күҙәтеүе аҫтында бара. Барлыҡ башҡарылған, башҡарыласаҡ эштәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов контролдә тота.

Илшат СИТДИҠОВ, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы:
– Төбәкте комплекслы үҫтереү программаһы көньяҡ-көнсығыш райондарының, шул иҫәптән Баймаҡ районының үҫешен билдәләрҙәй, уға яңы һулыш бирерҙәй үҙенсәлекле проект булды. Бер йыл эсендә әллә күпме осор хәл ителмәгән һәм сиселә алмаҫтай проблемаға әүерелгән мәсьәләләр тормошҡа ашырылды һәм ашырыла. Былтыр Баймаҡ ҡалаһы урамдарында һәм Темәс ауылында электр линиялары төҙөү, ҡала һәм ауылдарҙа газ үткәреү, Темәс психоневрология интернатының таҙартыу ҡорамалдарын реконструкциялау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды. Күлтабанда мегаферманы төҙөү дауам итә, юл инфраструктураһы үҫешенә 191 миллион һум аҡса йүнәлтелде, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ яңырыу кисерҙе. Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү проблемаһы хәл ителә башланы – былтыр райондың 23 ауылында һәм Баймаҡтың үҙендә һыу системаларын яңыртыу эше башланды. Тап ошо программаға ярашлы төҙөлгән “Башҡорт деликатестары” ит комбинаты уңышлы эшләй, уның продукцияһы ихтыяж менән файҙалана.
Республика етәкселеге ярҙамы менән быйыл төбәкте үҫтереү программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Бының өсөн 300 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙ уңында тотола.
Хәлит СӨЛӘЙМӘНОВ, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы:
– Көньяҡ Уралды үҫтереү программаһына ярашлы, Сибай ҡалаһында яңы производстволар асыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереү, юл һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү һәм төбәккә көслө инвесторҙарҙы йәлеп итеү саралары ҡаралған. Ҡалала тире эшкәртеү сәнәғәтен асыу планлаштырылған, С300 сериялы КПД өлөштәрен етештереүсе комбинат төҙөләсәк. Тағы ла өҙлөкһөҙ базальт сүс һәм композицион материалдар етештереү заводы үҙ ишеген асасаҡ. Был, үҙ сиратында, Сибайҙа һәм Көньяҡ Уралда күп кенә эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк, хеҙмәт хаҡы ла ике тапҡырға артасаҡ. Әле ошо программала ҡатнашырға теләк белдереүсе инвесторҙарҙы эҙләү менән мәшғүлбеҙ.
Төбәктә туризмды үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән һанала. Әле был тармаҡты үҫтереүҙең концепцияһы һәм программаһы өйрәнелә. Бынан тыш, ҡала хакимиәте ярҙамы менән “Буранбай” туристик компанияһы үҙ эшмәкәрлеген уңышлы алып бара.
Наил БАЙҒУСҠАРОВ, Хәйбулла районы хакимиәтенең иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге начальнигы:
– Беҙҙең төбәк карьерҙарға бик бай. Юбилейный, Подольский, Төньяҡ Подольский төҫлө металл руда ятҡылыҡтары хатта Рәсәйҙә лә билдәле. Программа сиктәрендә айырыуса һаҡланыусы территорияларҙы ойоштороу, шулай уҡ аҙ һанлы ҡоштарҙы һаҡлау мәсьәләһе ҡарала. Район ауылдарында канализация һәм таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү һәм иҫкеләрен реконструкциялау мәсьәләһе тикшерелә. Йылғалар таҙартыла, гидротехник ҡорамалдар ремонтлана, бүтән бик күп эштәр башҡарыу күҙаллана.
Бөгөн республика һәм инвесторҙар яғынан маҡсатлы финанс ярҙамы ғына аграрийҙарға тейешле күләмдә орлоҡ, ашлама, техника һатып алырға мөмкинлек бирәсәк, тик шул саҡта ғына йәш белгестәр беҙгә кире эшкә ҡайтыр. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ла иғтибар буласаҡ, уларға субсидиялар һәм кредиттар биреләсәк.
Рәйсә ЛАТИПОВА, Әбйәлил районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары:
– Әбйәлил районында ауыл хужалығы етештереүе иҡтисадтың нигеҙен тәшкил итә. Уны уңышлы үҫтереү өсөн байтаҡ сараны тормошҡа ашырырға кәрәк. Мәҫәлән, үҫемлекселектә перспективалы культуралар майҙанын арттырыу. Йылҡы малдары һанын, ҡымыҙ һәм йылҡы итен етештереү күләмен арттырыу планлаштырыла. Шулай уҡ туризмды һәм рекреакцияны үҫтереүҙе өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе тип күҙаллайбыҙ. Әле ошо йүнәлештә биш инвестиция проекты ҡарала.
Олег МИХАЙЛОВ, Йылайыр районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары:
– Көньяҡ Уралды үҫтереү программаһы, минеңсә, ваҡытында ҡабул ителде һәм төбәкте үҫтереүҙә яһалған тәүге аҙымдарҙың береһе булды. Йылайыр районы урманға бай төбәктәрҙән һанала, беҙҙә ағас сәнәғәте үҫергә тейеш. Ошо программа сиктәрендә бында ағасты тәрән эшкәртеү буйынса эре производство булдырырға кәрәк, ә потенциал етерлек. Йомшаҡ япраҡлы ағастар, атап әйткәндә, уҫаҡ, ҡайын ҙур ихтыяж менән файҙалана, әммә улар районда тейешенсә үҙләштерелеп бөтмәй. “Йылайыр урманы” дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан күмер етештереү буйынса ике пиролиз ҡоролма ҡуйылған һәм сафҡа индерелгән. 20 кешегә эш урыны буласаҡ. Туризмды үҫтереү төбәк өсөн отошло буласаҡ, әле районда туристик, ҡунаҡхана һәм экскурсия бизнесын үҫтереүҙең бизнес-планын эшләү бара.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ менән Самат ҒӘЛИН әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләне 21.08.2025 // Иҡтисад

Ҡалтасы районынан Дилара Низаметдинова һигеҙенсе йыл башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә....

Тотош уҡырға 15

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде

Башҡортостан дәүләт ерҙәрен ҡуртымға алыуҙа әүҙемлек буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде 21.08.2025 // Иҡтисад

Сервистарҙың уңайлы булыуы һәм бизнесҡа бирелгән льготалар һөҙөмтәһендә ошондай динамикаға...

Тотош уҡырға 18

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә тоннаға яҡын ҡымыҙ килтерәләр 19.08.2025 // Иҡтисад

Өфөгә «Һөт иле» фестиваленә кәмендә бер тоннаға яҡын шифалы ҡымыҙ килтерелә, тип хәбәр иттеләр...

Тотош уҡырға 24

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы

Радий Хәбиров республика предприятиеһын юбилейы менән ҡотланы 15.08.2025 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «ПОЛИЭФ» заводы коллективын һәм ветерандарын юбилейы менән...

Тотош уҡырға 45

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде 14.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда II кварталда ипотека баҙары йәнләнде...

Тотош уҡырға 48

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде

Рәсәйҙәргә кредит биреү шарттарында яңы пункт барлыҡҡа килде 13.08.2025 // Иҡтисад

Тиҙҙән банктар һәм башҡа кредиторҙар Федераль һалым хеҙмәте һәм Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса...

Тотош уҡырға 48

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған

Башҡортостан төҙөүселәре I ярты йыллыҡта 1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған 11.08.2025 // Иҡтисад

Республика федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү...

Тотош уҡырға 49

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә 08.08.2025 // Иҡтисад

Ишембай районында май һығыу заводы төҙөлә...

Тотош уҡырға 55

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Радий Хәбиров Башҡортостан төҙөүселәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы 07.08.2025 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика төҙөүселәрен...

Тотош уҡырға 48

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ауылдарға интернет үткәреү өсөн тауыш бирергә саҡыралар
Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша

Мәләүез тракторсылары Ер һөрөү буйынса чемпионатта ҡатнаша 05.08.2025 // Иҡтисад

Бөтә Рәсәй механизаторҙар ярышы Ленинград өлкәһендә уҙғарыла....

Тотош уҡырға 71

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә

Рәсәйҙә закон сығарыусылар ипотека буйынса төбәк ставкаларын индерергә тәҡдим итә 05.08.2025 // Иҡтисад

[thumb][/thumb]Социаль ғәҙеллек принцибы буйынса процент ставкалары бөтәһе өсөн дә бер төрлө...

Тотош уҡырға 56