Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Йогурт! Бейә һөтөнән
Йогурт! Бейә һөтөнәнБейә һөтөнөң файҙалы булыуы яңылыҡ түгел, уны ғалимдар күптән раҫлаған. Ул беҙҙә башлыса ҡымыҙ етештереү өсөн ҡулланыла. Баҡтиһәң, эсемлектән бүтән төрлө аҙыҡтар ҙа әҙерләргә мөмкин. “Йоматау” шифаханаһында үткән конференцияла ҡатнашҡандар быға үҙҙәре шаһит булды.

Эсемлек башҡа дәүләттәрҙә сабыйҙар аҙығы эшләгәндә әсә һөтөн алмаштырыу сифатында төп компонент булараҡ ҡулланыла. Уның ағзаларҙағы шеште дауалағанда һәм күкрәк балаларының эс ҡатыуынан шифаһы ҙур. Әйткәндәй, Беларусь, Мари Иле республикаларында һуңғы йылдарҙа пасте­ризацияланған бейә һөтө сығарыуға етди иғтибар бирелә. Германияла иһә уның менән дауаланыу киң таралған. Ул биш тәүлек буйы һаҡлана. Башлыса тын алыу юлдары, эсәк-ашҡаҙан, онкологик һәм башҡа ауырыуҙар менән яфаланғандар ҡуллана. Оҙаҡламай Рәсәй спортсылары аш-һыуына башҡорт милли ризыҡ-эсемлектәре лә индереләсәк. Бейә һөтөн киптереп, биатлонсылар өсөн витамин сығарыу башланғысын Республика йылҡысылар ассоциацияһы тәҡдим иткәйне, Рәсәй биатлонсылар берлеге лә уны хупланы. Мәҫәлән, былтыр Баймаҡта үткән ҡымыҙ етештереүселәрҙең съезында районда киләсәктә йылҡы итенән төрлө продукция етештереүҙе арттырыу, ҡымыҙ әҙерләүҙе сәнәғәт кимәленә еткереү, ит комбинатын тергеҙеп, районда киптерелгән бейә һөтө сығарыу маҡсат итеп ҡуйылды. Был тәңгәлдә әүҙем эш алып барыла, инвесторҙар йәлеп ителә, производство цехтары өсөн майҙан­сыҡтар билдәләнә.
– Бейә һөтөн эшкәртеү, пастеризацияланған һөт етештереүҙе ойоштороу йүнәлешендә Баш­ҡортостан иң көслө төбәктәрҙең береһе бу­ла ала, сөнки йылҡысылыҡ республикаға хас тармаҡ, – тине Башҡорт дәүләт аграр уни­верситеты доценты Светлана Канарейкина.
Ғалимә был эште “Өфө” йылҡысылыҡ заводында юлға һалыу тәҡдимен әйтте. Бының өсөн ҡымыҙ цехын бары яраҡлаштырып, өҫтәмә ҡорамалдар менән йыһазландырыу талап ителә. Әлбиттә, һәр эште башлау алдынан уның нескәлеген ентекле тикшереү, өйрәнеү мөһим. Был ниәттән университет ғалимдарының эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ, әле бейә һөтөнән йогурт яһауға патент алынған. Эсемлекте Өфөләге “Биофлора” балалар һәм башҡа һөт бүлмәләре аша ойошторорға ла мөмкин. Сығымдарҙы кәметеү өсөн бүтән ҙур булмаған һөтсөлөк заводтары менән кооперацияға берләшеп эш итеү юлдары бар. Ә халыҡ араһында эсемлеккә ихтыяж ҙур. Республиканан ғына түгел, хатта Силәбе өлкәһенән дә уны һораусылар булыуы шул хаҡта һөйләй.
Бейә һөтө тиҙ боҙолоп бара. Тап шуға ла эсемлектең “ғүмерен оҙайтыу” йәһәтенән уны киптереү ысулы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Бөгөн Ҡаҙағстан ошо алымды киң ҡуллана. Светлана Канарейкина белде­реүенсә, Рәсәйҙә бары Башҡортостандың “Йоматау” шифаханаһында ғына бейә һөтө киптерелә. Егерме йылдан ашыу хеҙмәт иткән ҡоролма көтмәгәндә сафтан сығыуы ихтимал. Уртаса хаҡы 30 миллион һум тора. Тап шуға ла уның замансаһын, ҡеүәтлерәген алыу кәрәк.
Йәнә бейә һөтөн ҡулланып етештерелгән аҙыҡ-түлектең төрөн арттырыу мөһим. Мәҫәлән, Германияла ошо юҫыҡта һәм биҙәнеү әйберҙәре менән 40-лаған продукция халыҡҡа тәҡдим ителә. Ҡаҙағстанда дәүләт ярҙамы менән эш йылдам бара.
Әле Башҡортостан аграр университетында бейә һөтөнән ризыҡ эшләү үҙенсәлектәре өйрәнелә. Әммә уның үҙенән генә әҙерләнгән аҙыҡтың тәме киҫкен, икенсенән, ҡыйбатҡа төшә, һаҡлау ваҡыты ла ҡыҫҡа. Тап шуның өсөн дә һыйырҙыҡы менән ҡушыу нескәлеге үҙләштерелә. Һөҙөмтәлә ошо алым менән йогурт етештереүгә патент алынған. Бөгөн уның ассортиментын арттырыу юлдары ҡарала. Мәҫәлән, конференцияла ҡатнашыусылар талҡан менән, шулай уҡ һыйыр һәм бейә һөтө ҡушып әҙерләнгән йогуртты тәмләп ҡараны.
Әлбиттә, был йүнәлештә тикшереүҙәр үткәреү өсөн фән әһелдәренә ҡыйбатлы приборҙар кәрәк. Әммә улар уҡыу йортонда юҡ. Тап шуға ла дәүләт ярҙамына өмөтләнәләр.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә