Бейә һөтөнөң файҙалы булыуы яңылыҡ түгел, уны ғалимдар күптән раҫлаған. Ул беҙҙә башлыса ҡымыҙ етештереү өсөн ҡулланыла. Баҡтиһәң, эсемлектән бүтән төрлө аҙыҡтар ҙа әҙерләргә мөмкин. “Йоматау” шифаханаһында үткән конференцияла ҡатнашҡандар быға үҙҙәре шаһит булды. Эсемлек башҡа дәүләттәрҙә сабыйҙар аҙығы эшләгәндә әсә һөтөн алмаштырыу сифатында төп компонент булараҡ ҡулланыла. Уның ағзаларҙағы шеште дауалағанда һәм күкрәк балаларының эс ҡатыуынан шифаһы ҙур. Әйткәндәй, Беларусь, Мари Иле республикаларында һуңғы йылдарҙа пастеризацияланған бейә һөтө сығарыуға етди иғтибар бирелә. Германияла иһә уның менән дауаланыу киң таралған. Ул биш тәүлек буйы һаҡлана. Башлыса тын алыу юлдары, эсәк-ашҡаҙан, онкологик һәм башҡа ауырыуҙар менән яфаланғандар ҡуллана. Оҙаҡламай Рәсәй спортсылары аш-һыуына башҡорт милли ризыҡ-эсемлектәре лә индереләсәк. Бейә һөтөн киптереп, биатлонсылар өсөн витамин сығарыу башланғысын Республика йылҡысылар ассоциацияһы тәҡдим иткәйне, Рәсәй биатлонсылар берлеге лә уны хупланы. Мәҫәлән, былтыр Баймаҡта үткән ҡымыҙ етештереүселәрҙең съезында районда киләсәктә йылҡы итенән төрлө продукция етештереүҙе арттырыу, ҡымыҙ әҙерләүҙе сәнәғәт кимәленә еткереү, ит комбинатын тергеҙеп, районда киптерелгән бейә һөтө сығарыу маҡсат итеп ҡуйылды. Был тәңгәлдә әүҙем эш алып барыла, инвесторҙар йәлеп ителә, производство цехтары өсөн майҙансыҡтар билдәләнә.
– Бейә һөтөн эшкәртеү, пастеризацияланған һөт етештереүҙе ойоштороу йүнәлешендә Башҡортостан иң көслө төбәктәрҙең береһе була ала, сөнки йылҡысылыҡ республикаға хас тармаҡ, – тине Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты Светлана Канарейкина.
Ғалимә был эште “Өфө” йылҡысылыҡ заводында юлға һалыу тәҡдимен әйтте. Бының өсөн ҡымыҙ цехын бары яраҡлаштырып, өҫтәмә ҡорамалдар менән йыһазландырыу талап ителә. Әлбиттә, һәр эште башлау алдынан уның нескәлеген ентекле тикшереү, өйрәнеү мөһим. Был ниәттән университет ғалимдарының эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ, әле бейә һөтөнән йогурт яһауға патент алынған. Эсемлекте Өфөләге “Биофлора” балалар һәм башҡа һөт бүлмәләре аша ойошторорға ла мөмкин. Сығымдарҙы кәметеү өсөн бүтән ҙур булмаған һөтсөлөк заводтары менән кооперацияға берләшеп эш итеү юлдары бар. Ә халыҡ араһында эсемлеккә ихтыяж ҙур. Республиканан ғына түгел, хатта Силәбе өлкәһенән дә уны һораусылар булыуы шул хаҡта һөйләй.
Бейә һөтө тиҙ боҙолоп бара. Тап шуға ла эсемлектең “ғүмерен оҙайтыу” йәһәтенән уны киптереү ысулы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Бөгөн Ҡаҙағстан ошо алымды киң ҡуллана. Светлана Канарейкина белдереүенсә, Рәсәйҙә бары Башҡортостандың “Йоматау” шифаханаһында ғына бейә һөтө киптерелә. Егерме йылдан ашыу хеҙмәт иткән ҡоролма көтмәгәндә сафтан сығыуы ихтимал. Уртаса хаҡы 30 миллион һум тора. Тап шуға ла уның замансаһын, ҡеүәтлерәген алыу кәрәк.
Йәнә бейә һөтөн ҡулланып етештерелгән аҙыҡ-түлектең төрөн арттырыу мөһим. Мәҫәлән, Германияла ошо юҫыҡта һәм биҙәнеү әйберҙәре менән 40-лаған продукция халыҡҡа тәҡдим ителә. Ҡаҙағстанда дәүләт ярҙамы менән эш йылдам бара.
Әле Башҡортостан аграр университетында бейә һөтөнән ризыҡ эшләү үҙенсәлектәре өйрәнелә. Әммә уның үҙенән генә әҙерләнгән аҙыҡтың тәме киҫкен, икенсенән, ҡыйбатҡа төшә, һаҡлау ваҡыты ла ҡыҫҡа. Тап шуның өсөн дә һыйырҙыҡы менән ҡушыу нескәлеге үҙләштерелә. Һөҙөмтәлә ошо алым менән йогурт етештереүгә патент алынған. Бөгөн уның ассортиментын арттырыу юлдары ҡарала. Мәҫәлән, конференцияла ҡатнашыусылар талҡан менән, шулай уҡ һыйыр һәм бейә һөтө ҡушып әҙерләнгән йогуртты тәмләп ҡараны.
Әлбиттә, был йүнәлештә тикшереүҙәр үткәреү өсөн фән әһелдәренә ҡыйбатлы приборҙар кәрәк. Әммә улар уҡыу йортонда юҡ. Тап шуға ла дәүләт ярҙамына өмөтләнәләр.