Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әсәлек капиталы”: проект оҙайтыла һәм камиллаша
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов 10 февралдә Хөкүмәт йортонда демография мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда был мәсьәләләрҙең уҙған 2016 йылда киҫкенләшә төшөүе сәбәптәре тикшерелде, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.


2016 йылда республикала 55708 бала тыуған, 2015 йылда – 59028, йәғни тыуым 5,5 процентҡа кәмегән (Рәсәй Федерацияһында – 2,6 процентҡа).
2015 йылда 6 меңгә яҡын кеше республиканан ситкә китһә, уҙған 2016 йылда китеүселәр һаны 7 меңгә еткән. Мигранттарҙың күпселеге – йәштәр. Күсенеүселәр Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына, Төмән, Силәбе өлкәләренә, Татарстан Республикаһына өҫтөнлөк бирә. Был төбәктәр йәштәрҙе иң тәүҙә яңы эш урындары, юғарыраҡ хеҙмәт хаҡы менән йәлеп итә.
Белгестәр яҡын киләсәктә хеҙмәт ресурстары өсөн көрәш көсәйеүен, төбәктәр араһында иҡтисади конкуренция артыуын күҙаллай. Был шарттарҙа халыҡты, айырыуса йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү, эш хаҡын күтәреү, торлаҡ мәсьәләләре алғы планға сыға.
Кәңәшмәлә республикалағы йәш ғаиләләргә бала тыуғас торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләү тәғәйенләүе тураһында хәбәр ителде. 300 мең һумлыҡ түләү торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сиратта торған ғаиләләргә биреләсәк.
Ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү “Әсәлек капиталы” программаһы буйынса ла дауам итәсәк. Башҡортостанда барлығы 175 мең ғаилә Әсәлек (ғаилә) капиталына дәүләт сертификаты алған, уларҙың 110 меңе бүленгән аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонған.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының “Әсәлек капиталы” программаһын йәнә 5 йылға – 2023 йыл аҙағына тиклем оҙайтыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләп, Хөкүмәт ҡарамағына тапшырыуы тураһында белдерҙе. Программаның хәҙерге редакцияһы 2018 йыл аҙағына тиклем иҫәпләнгән. 2007 йылдың 1 ғинуарында эшләй башлаған проект буйынса Рәсәй Федерацияһында барлығы 8 миллионға яҡын ғаилә сертификат алып, уларҙың 4 миллиондан ашыуы капиталды маҡсатлы ҡулланған. Клиенттарҙың күпселеге – 94 проценты – уны үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлткән.
Программаны дәүләт бюджетынан финанслау күләме 1,6 триллион һум тәшкил итә. Торлаҡ ипотекаһы кредиттары алған ғаиләләрҙең төп өлөшө – 90 проценты – Һаҡлыҡ банкы (Сбербанк) клиенттары. “Йәш ғаилә” льготалы программаһына ярашлы, ипотека кредиты 12,5 процентлы йыллыҡ ставка менән 30 йылға тиклем бирелә.
Капиталды бер тапҡыр, икенсе йәки өсөнсө бала тыуғас алырға мөмкин. Уның суммаһы программа ҡабул ителгән 2007 йылда 250 мең һум тәшкил итеп, йыл һайын инфляция кимәлендә индексация үтеп, 2015 йылда 453 мең һумға етте. Уҙған 2016 йылда индексация үткәрелмәне.
Етәкселәр, күренекле финансистар араһында “Әсә капиталы” программаһына ҡаршы сығыусылар ҙа бар. Ул идея, мәҫәлән, Иҡтисади үҫеш министрлығы 2014 йылдың 1 октябрендә Рәсәй Хөкүмәтенә әҙерләп тапшырған хатта күтәрелә. Министрлыҡ тәҡдименә ярашлы, ипотека кредиттары ставкаһын иҡтисади йәһәттән үҫешкән илдәр өлгөһөндә нуль процентҡа тиклем кәметеп (бының өсөн Үҙәк банк ставкаһын да шулай уҡ кәметеү талап ителә), проекттан баш тартырға, шул уҡ ваҡытта ипотеканың маҡсаттарын киңәйтергә мөмкин буласаҡ, сөнки беҙҙәге самаһыҙ ҙур банк ставкалары илдең артабанғы иҡтисади-социаль үҫешен тотҡарлаусы төп факторҙарҙың береһе булып ҡала. Иҡтисадсылар фекеренсә, мәсьәләне “Әсәлек капиталы” ярҙамында ғына хәл итеп булмаясаҡ, һәм бында комплекслы сиселеш талап ителә. Заманында ундай комплекслы проекттар ҙа төҙөлдө, әммә улар йә тик популистик саралар менән генә сикләнеп, йә финанслау етешмәү сәбәпле төңөлөп ҡалды. Мәҫәлән, 1994 йылғы “Рәсәй йәштәре” федераль маҡсатлы программаһы ҡабул ителгән мәлдә “Йәштәр проблемалары триадаһы” төшөнсәһе бик популяр ине. “Триада”ға өс компонент инде:

– заманса белем һәм һөнәр алыу;
– заманса эш урындары менән тәьмин итеү;
– заманса торлаҡ менән тәьмин итеү.

Программа үтәлмәне, белем биреү системаһы, сәнәғәт тармаҡтары тарҡатылды, торлаҡ самаһыҙ ҡиммәтләнде. Йәштәр программаларына аҡса ла бик аҙ бүленде. Мәҫәлән, 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән һуңғы “Рәсәй йәштәре” программаһының бюджеты ни бары 13,2 миллиард һум тәшкил итте. Тәүҙә уны “Стратегия-2020” проекты менән берләштереп ҡаранылар, әммә, финанс етешмәү сәбәпле, еңел генә оноттолар.
“Әсәлек капиталы” проекты иһә, күпселек белгестәр фекеренсә, үҙенең һөҙөмтәле эшләй алыуын раҫланы. Мәҫәлән, Юғары иҡтисад мәктәбенең (ВШЭ) Демография институты мәғлүмәттәренә ярашлы, проект ярҙамында илдәге йыллыҡ тыуымды яҡынса 300 мең балаға арттырырға мөмкин. Проектты өйрәнеүгә йәлеп ителгән Мәскәү дәүләт университеты белгестәре лә Юғары иҡтисад мәктәбендәге коллегалары менән, нигеҙҙә, килешә, ләкин, ике коллективтың да уртаҡ фекеренсә, был проект – ауыр иҡтисади шарттарҙа илдәге демографик күрһәткестәрҙе һаҡлау өсөн ирекһеҙҙән, ваҡытлыса ҡулланылған сара, әммә ул торлаҡҡа мохтаж күп ғаиләләр өсөн оло ярҙам булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 504

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704