Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Мөлкәткә мөнәсәбәт – үҫеш шарты
Мөлкәткә мөнәсәбәт – үҫеш шарты Күптән түгел Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы былтырғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға арналған коллегия ултырышы үткәрҙе. Дәүләттең һәм хосуси милектең ресурстарын файҙаланыу республика иҡтисадын үҫтереүгә ниндәй дәрәжәлә йоғонто яһай?
Алға киткән илдәргә үҙенең тәбиғи һәм кеше ҡулдары менән яһалған ресурстарына – ер һәм мөлкәткә идара итә белеү хас. Беҙҙә иһә ер майҙандары икһеҙ-сикһеҙ йәйрәп ятһа ла, мөлкәткә милексе булыу тыйылһа ла, бындай идаралыҡ кимәлен үҫтерергә, һаҡсыллыҡ һәм хужаларса ҡараш тәрбиәләргә өйрәнмәнек. Хәҙер килеп, баҙар иҡтисады ошондай эшмәкәрлекте заман талап иткәнсә камиллаштырырға мәжбүр итә.
Беҙҙең республика яңы иҡтисади шарттарҙа йәшәй башлағандан алып был йүнәлешкә иғтибарҙың кәмегәне юҡ, сөнки бөтә хужалыҡ итеүҙең нигеҙе – ер һәм унда ҡоролған мөлкәт бит. Былтыр бөтә билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә дәүләттең, муниципаль ойошмаларҙың мөлкәтен файҙаланыу һәм һатыуҙан ҡаҙнаға 20 миллиард 670 миллион һум ингән. Ошо күләм консоли­дацияланған бюджетҡа алынған һалым һәм һалымдан тыш түләүҙәрҙең 12,9 процентын тәшкил итә. 2015 йыл менән сағыштырғанда, 17,5 процент үҫешкә өлгәшелгән. Дөйөм сумманың 13 миллиард 202 миллион һумын – республиканың, 7 миллиард 468 миллион һумын урындағы бюджеттарға күсергәндәр.
– Был беҙҙең республикаға дивиденд, мөлкәтте һәм ер майҙандарын ҡуртымға биреүҙән алынған табыш буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды һаҡлап ҡалырға ярҙам итте, – тине министр Евгений Гурьев, коллегияла сығыш яһап. – Беҙ дәүләт унитар предприятиеларының саф табышынан тейешле өлөштө ҡаҙнаға күсертеү буйынса округта икенсе урындабыҙ һәм Рәсәй субъекттарының иң яҡшы 10-ы иҫәбенә индек.
Башҡортостанда иҡтисадтың дәүләт секторын реформалаштырыу буйынса ведомство-ара комиссия эшләй. Ул әҙерләгән тәҡдимдәрҙе файҙаланып, былтыр министрлыҡ 18 дәүләт унитар предприятиеһы һәм республика ҡатнашлығындағы ун хужалыҡ йәмғиәте үҙгәртеп ҡоролдо.
Күрелгән саралар дәүләт унитар предприятиеларының дөйөм һанын сирек өлөшкә һәм республика ҡатнашлы­ғындағы хужалыҡ йәмғиәттәрен ун процентҡа кәметергә ярҙам итте. Һөҙөмтәлә зыян күреп эшләгән дәүләт унитар предприятиеларының һаны – ике тапҡырға, табыш алмаған хужалыҡтар бер ярым тапҡырға аҙайҙы. Былтыр ошондай хужалыҡтар һәм предприятиелар эшендә ҡатнашыуҙан алынған һәм республика ҡаҙнаһына күсерелгән дивиденд ҡына ла 11 миллиард 458 миллион һум булды. “Башҡортостан Республикаһында ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен үҫтереү” дәүләт программаһы уңышлы үтәлде – был бер һум сығымдан 40-ар һум табыш алыу мөмкинлеге бирҙе.
Ләкин дәүләттең был эшмәкәрлек төрө фәҡәт мөмкин тиклем күберәк аҡса түләтеүгә генә ҡайтып ҡала икән тип уйларға ярамай. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа күсмәгән мөлкәтте файҙаланған өсөн төрлө ташламалар ҙа ҡаралған. Күсемһеҙ мөлкәткә ҡуртым хаҡы түләү буйынса яңы төҙөлгән килешеү, мәҫәлән, түбәндәге ташламаны күҙ уңында тота: тәүге йылда эшҡыуар тулы хаҡтың 40 процентын ғына бирә, артабан ул йыл һайын үҫә бара, һәм дүртенсе йылдан ғына ҡуртымсы бурысты йөҙ проценты менән түләй башлай. Әгәр ҙә эшҡыуар үҙе биләгән һәм дәүләт милкендә булған майҙанды һатып алырға теләй икән, Рәсәй буйынса ул был хаҡты биш йыл дауамында түләп бөтөргә тейеш, ә бына Башҡортостан ҡануниәте уны элеккесә ете йыл итеп ҡалдырыуға өлгәште.
Ер майҙанын ҡуртымға биргән өсөн былтыр, 2015 йыл менән сағыштырғанда, 18 процентҡа (93 миллион һумға) дөйөм үҫеш булһа ла, ҡайһы бер ҡалалар менән райондарҙа был күрһәткес кәмей төшкән. Был айырыуса Өфө ҡалаһына хас.
Ергә муниципаль милек Рәсәй Конституцияһының 9-сы статьяһы менән раҫлана. Ер – теләһә ҡайһы муниципаль берәмектең иң мөһим иҡтисади ресурс­тарының береһе ул. Был байлыҡ ике үҙенсәлеккә эйә: тәүгеһе – тәбиғи ресурс (һөрөнтө ер, көтөүлек һәм сабынлыҡтар, баҡса һ.б.), икенсеһе – табыш сығанағы. Сит илдәрҙә ерҙе файҙаланған өсөн түләү муниципалитет ҡаҙнаһының ҙур өлөшөн тәшкил итә. Хәҙер “Рәсәй Федерация­һында урындағы үҙидараны ойошто­роуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се Федераль закон йыш телгә алына. Муниципаль эшмәкәрлектең ҡануни нигеҙе булараҡ, ул урындағы власть органдарына ерҙе файҙаланыу шарттарын билдәләү һәм ошо ҡағиҙәләрҙең үҫешен контролдә тотоу хоҡуғын бирә. Әлбиттә, былар барыһы ла шунда йәшәгән халыҡтың мәнфәғәтенә тура килергә тейеш. Уның нисек күҙәтелеүен иһә дәүләттең ер контроле комитеты ла күҙ уңынан ысҡындыр­маҫҡа бурыслы.
Ләкин Рәсәйҙә ер ресурстарына идара итеүҙә проблемалар ҙа юҡ түгел. Улар түбәндәгеләр:
* ер майҙанын баһалауҙың берҙәм методикаһы булмауы;
* ергә идара итеүҙең асыҡ алып барылмауы;
* ғаризаларҙың тиҙ ҡаралмауы;
* кадрҙарға ҡытлыҡ;
* шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн би­релгән ерҙең оҙаҡ ҡулланылмай ятыуы;
* ерҙе отошло итеп файҙалана белмәү.
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ер мәсьәләһен хәл итергә даими ярҙам күрһәтелә. Ерҙе ҡуртымға алыу буйынса 2009 йылдың 1 ғинуарына саҡлы килешеү төҙөгән арендаторҙарға ошо майҙан өсөн артабан банк ставкаларына ҡарап түгел, ә кадастр хаҡына ҡарап түләү форсаты тыуҙы. 2015 йылдың 1 ғинуарынан ерҙе ташламалы хосусилаштырыу бара, ике йыл эсендә был мөмкинлектән дүрт мең ер участкаһы ҡуртымсыһы файҙаланды ла инде.
Ер мәсьәләһендә халыҡты ҡыҙыҡһын­дырған иң мөһим проблемаларҙың береһе – шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай участка алыу. Хөкүмәт муници­палитеттарға ер бүлеү буйынса кадастр эшенә аҡса йүнәлтеүгә ҡарамаҫтан, мохтажлыҡ ҡәнәғәтләндереүҙән алыҫ әле. Ә сиратта күп балалы 43 меңдән ашыу һәм инвалид бала аҫраған ете меңдән артығыраҡ ғаилә тора.
Ергә милек ошо майҙанда урынлашҡан күсмәгән мөлкәт менән тығыҙ бәйле, һәм улар бер-береһенән айырым ҡарала ла алмай. Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, республика Хөкүмәтенең былтыр 12 декабрҙә ҡабул ителгән ҡарарына таянып, хужаһыҙ объекттар тураһындағы мәғлүмәтте даими яңыртып тороу бурысын ҡуя. Дәүләт унитар предприятиеларының һәм учрежде­ниеларының буш торған йәки аҙ файҙаланылған биналарын ҡаҙнаға кире тапшырыу ҙа ғәҙәти хәлгә әйләнә бара. Былтыр, мәҫәлән, иҡтисадтың дәүләт өлөшөн реформалауға ярашлы, торлаҡҡа ҡарамаған биналар иҫәбенән 132 мең квадрат метр майҙан ҡайтарылған.
Ошо хәл торлаҡҡа ҡарамаған фондты ҡур­тымға биреүҙең файҙаһын арт­тырырға, бушағанын социаль тәғәйенлә­нештә ҡулланырға, хосуси инвестицияны күберәк йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Бер юлы был фондҡа ҡараған биналар­ҙың техник сифатын яҡшыртыу эше лә алып барыла. Әле уларҙың исемлеген төҙөйҙәр, һәм ул быйыл 1 апрелгә әҙер булырға һәм министрлыҡтың сайтына ҡуйылырға тейеш. Йүнәтеү һәм ремонтлау эшенә дәүләт сығымдары ғына түгел, ошо мөлкәтте ҡуртымға алырға йыйынған эшҡыуарҙар ҙа ярҙамға киләсәк. Бындай объекттарҙың коммуналь хужалыҡтарҙа күп булыуын иҫәпкә алып, министрлыҡ “Республика коммуналь компанияһы” акционерҙар йәмғиәтен ойошторорға булды. Торлаҡҡа ҡарамаған күсемһеҙ мөлкәтте тейешенсә файҙа­ланмаған, кредиторлыҡ бурысы күп йыйылған һәм финанс хәле тотороҡло булмаған ойошмалар ҡуртымға алған коммуналь биналар концессия килешеүе буйынса ошо йәмғиәткә тапшырыласаҡ.
Керемде арттырыу маҡсатында рес­пуб­ликаның әле бушлай файҙа­ланылған газ хужалығы объекттарын да ҡуртымға биреү йәки түләп файҙаланыу мөмкинлеге тикшерелә. Күҙаллауҙарынса, был республика ҡаҙнаһына ай һайын 167 мең һум аҡса килтерер ине. Бөгөн ошо маҡсатта “Межрегионгаз” йәмғиәте менән һөйләшеүҙәр алып барыла, техник документтар әҙерләнә.


Автор: Р.КӘЛИМУЛЛИН


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 2

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 3

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 4

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә