“Элегерәк Йәнырыҫ колхозы райондың иң көслө хужалыҡтарының береһе ине”, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишеткән бар. Әммә был төр иҡтисад берәмеге күптән тарихҡа һеңеү сәбәпле, уның нигеҙе булып торған ауыл ни хәлдә ҡалған һуң бөгөн? Халҡы нисек көн күрә? Бихисап ауылдар рәтендә бына-бына ер йөҙөнән юғалам тип торамы, әллә заман елен тойоп, киреһенсә, үҫеш юлындамы? Йәнырыҫ ҡапҡаларына барып еткәнсе шул һорауҙар борсоно. Яуап таптым...
Көндәлек хәстәр аша мәңгелек төшөнсәләрҙе байҡап
Әлбиттә, урындағы йәшәйеште билдәләүҙә, һис шикһеҙ, ауыл халҡының көнкүреше ярылып ята. Йәшәгән төйәген һәм етәкселек иткән төбәген биш бармағындай белгән хужа менән ҡорған әңгәмәлә был күренеш тағы ла нығыраҡ таныла һымаҡ. Һүҙ Йәнырыҫ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Миңлейәр Рәүеф улы МАННАНОВҡа.– Ауылға килеп ингәндә ҡар этеп йөрөгән “Дт-54” тракторын осраттым. Боронғо тракторҙар хәҙер юҡтыр тип уйлағайным.– Рәфит Хисамов исемле егеттең ҡеүәтле “тимер аты” ул. Кемдер иҫке тип ҡул һелтәй, ә бына ул элекке техниканы ярата. Эшенә лә мөкиббән бирелгән, ҡатыны Люциә менән күрше Ҡыяуыҡ ауылында магазин асып ебәрҙеләр. Нисек кенә булмаһын, тракторы боҙолоп, хужаһын уңайһыҙ хәлдә ҡалдырғаны юҡ. Ҡыш юлдар һәр саҡ таҙартыулы. Шуныһын да әйтергә кәрәк, беҙ ауыл араһындағы юлға ғына иғтибар биреп ҡалмайбыҙ, барлыҡ урамдарҙы таҙартырға тырышабыҙ. Ғөмүмән, трактор ниндәй урындан үтә ала, артабан атлы-йәйәүлеһе лә ошо юлдан кинәнеп йөрөй.
– Йәйәүлеләр күп йөрөймө һуң?– 690 кеше йәшәгән ҙур ауыл ул Йәнырыҫ. Биләмә үҙәге булараҡ, бында мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла, почта, магазин, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет, клуб та бар. Шулай булғас, халыҡ, әлбиттә, күп килә. Балалар белем алырға бара, ололар – үҙ хәстәре менән. Тик бында ҡағыҙ йә иһә аҙыҡ-түлек мәшәҡәте хаҡында ғына уйларға ярамай. Бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙған, иғтибарлы кешеләр йәшәй беҙҙә. Йөрөү тигәндән, күрше-тирәнең хәлен белеү – изге ғәмәл.
Шулай уҡ һаулығына битараф түгел йәнырыҫтар. Спорт менән әүҙем шөғөлләнәләр. Йәй – урамда, ҡыш клубтың спорт залына туп уйнарға йөрөйҙәр. Әйткәндәй, был спорт залында күптән түгел генә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында яҡшы итеп ремонт яһаныҡ.
Егеттәр ҡыҙҙар янына йөрөй. Шуныһы ҡыуаныслы, был йөрөүҙәр туй менән тамамланып ҡуя: былтыр, мәҫәлән, ауылда биш сабый донъяға килде! Ҡайһы бер төбәктәрҙә һуңғы тыуым бынан тиҫтә йыл элек булғанда, беҙҙә Аллаға шөкөр. 18 йәшкә тиклемге балалар, ғөмүмән, 91-гә етте. Әлбиттә, хаҡлы ялдағы 223 кеше менән сағыштырғанда, балалар һаны аҙыраҡ. Уның ҡарауы, кескәйҙәр буйынса күрһәткес алдағы йылдарҙа бермә-бер артыр тигән өмөт йәшәй. Һәр хәлдә, йәштәр өй туйлай, ике-өс, хатта биш бала тәрбиәләгәндәр бар. Йәштәр үҙҙәре яңы урам булдырып, донъя ҡоралар. Ауылға газ үткәрелгән, һыуға ҡытлыҡ юҡ.
– Баяғы матур итеп таҙартылған юлдарҙан эшкә йөрөүселәр ҙә барҙыр...– Бөтә халыҡты йәлеп итерлек ҙур хужалыҡтар менән маҡтана алмайбыҙ, әлбиттә. Уның ҡарауы, бер нисә фермер, “Алға” ауыл хужалығы йәмғиәте уңышлы эшләп килә. Күптәр шунда хеҙмәт урыны тапҡан. Шәхси хужалыҡтарҙа мал аҫрайҙар. Күптәр нәҡ шул кәртәләге малдары ярҙамында донъя көтә, балалар үҫтерә. Йәмғеһе ике көтөү бар. 300-гә яҡын һыйыр малы, 250 самаһы һарыҡ, 25 ат аҫрала, 60-тан ашыу умарта теркәлгән.
Беҙҙең ауыл егеттәре ифрат уңған. Ҡулдарынан килмәгән эш юҡ. Оҫталар ҡырҙа ла, ауыл тирәһендә лә төҙөлөш эштәрендә ҡайнай. Шуныһы үкенесле: хеҙмәт йәшендәге 170 кешенең күбеһе ситтә эшләргә мәжбүр. Хәйер, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларына иртән барып, кис ҡайтыу бөгөнгө көндә бер ни түгел. Ә бит, мәҫәлән, Себер тарафтарында тир түккәндәрҙе иҫәпкә алғанда ла, ниндәй ҙур “хеҙмәт армияһы” ситтә йөрөй. Әгәр ауылда ҙур хужалыҡ булып, яҡшы хеҙмәт урыны һәм эш хаҡы табылһа, минеңсә, күптәр ғаиләләренән, балаларынан йыраҡҡа китмәҫ ине. Был хаҡта йыш уйланыла һәм, әйтергә кәрәк, яуап табыла һымаҡ: телгә алған “Алға” хужалығы киңәйә.
– Йәнә юлдарҙы иҫкә төшөрөп, ер мәсьәләһе, һыу, газ, көтөү һымаҡ көндәлек хәстәрҙәрҙән ауыл биләмәләре хакимиәттәре хатта ял көндәрендә лә азат түгел, тип әйтергә була. Бөгөн был эштәрҙе йырып барыу еңел түгелдер?– Әлеге вазифала бер йылдан ашыу хеҙмәт итәм. Быға тиклем район үҙәгендә эшләнем, ә Ишембай ҡалаһына күсеп киткәнгә ҡәҙәр тиҫтә йыл нәҡ әлеге йөктө тарттым. Шуға сағыштырырлыҡ күренештәр етерлек.
Йыш ҡына бөгөнгө тормошҡа зарланырға күнеккәнбеҙ. Ә бит, уйлап ҡараһаҡ, хәҙер, киреһенсә, мөмкинлектәр күберәк. Быны бер ауыл биләмәһе миҫалында ғына әйтмәйем. Мәҫәлән, эштәр атҡарырға ярҙам итерлек нисәмә конкурста ҡатнашып була. Бынан тыш, хәтерләйем, әле колхоздар бар заманда ла юл проблемаһынан азат түгел инек. Хужалыҡтан инәлеп техника һорайһың һәм үҙҙәре үк боҙоп бөткән юлды ямаштыраһың-һылаштыраһың, тигәндәй. Әле нисек? Әле, исмаһам, Юл фондынан аҡса бүләләр, ауыл биләмәләренә ярҙам, уның үҫешенә булышлыҡ итерлек башҡа күренештәр өҫтәлә. Район кимәлендә һүҙ йөрөткәндә, мәҫәлән, нисәмә спорт залы яңыртыла, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, балалар баҡсалары асыла.
– Ауылдың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?– Йәнырыҫтан төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған шәхестәр сыҡҡан. Фәнде ҡапшаһаҡ – Стәрлетамаҡ педагогия институты ректоры Марс Хәмиҙуллин тел осонда. Фәүзиә Рәхимғолова, Римма Ғәлимова һымаҡ әҙибәләр, моңло йырсы Илшат Яппаров ауылыбыҙҙың ижади данын күтәрә. Башҡортостандың билдәле көрәшсеһе, чемпион, спорт мастеры Нурулла Хисмәтуллин бында ниндәй баһадирҙар йәшәгәнен күҙ алдына баҫтыра. Ғөмүмән, ырыҫлы ер. Шул уҡ ваҡытта ер батырҙары, ялан геройҙары менән дан ҡаҙанған төбәк тә ул Йәнырыҫ. Ауыл тарихына ҡараш ташлап, әле уға нигеҙ һалынған XVIII быуаттың тәүге яртыһынан башлап ер эше менән шөғөлләнеү күҙәтелә. Был ерҙәр бит бер ҡайҙа ла китмәгән. Ошолар хаҡында уйланып, йәштәрҙең ҡурҡмайынса эшкә тотоноуын теләргә ҡала. Йылға, ҙур быуа, яландар һәм башҡа шарттар бының өсөн бар. Баҡсаңда йәшелсә, еләк-емеш, бәрәңге үҫтереп кенә лә күпме файҙа алырға мөмкин бит. Хәйер, бәхеттең, ырыҫлы ерҙең серен аңлаусылар ҙа етерлек – кемдер хатта ситтә эшләгән, йәшәгән еренән бында ҡайтып төпләнде, күпләп мал тота башланы. Быларға өҫтәп, былтыр донъяға килгән сабыйҙарҙы иҫкә төшөрһәк, киләсәгебеҙ барлығына шик ҡалмай. Мәктәптәр ябыла, эш урындары юҡ тип һуҡраныу бер, ошо проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн көрәшеү зарур. Иң мөһиме – көрәшеү бер яҡлы ғына булырға тейеш түгел, минеңсә.
Дилара менән Илфаттың биш бөртөк бәхетеБер бала – юҡ бала, ике бала – ярты бала, өс бала – бер бала, ти халыҡ. Ҡайһы берәүҙәр бала бағыу урынына, үкенескә ҡаршы, эт аҫрауҙы хуп күргән заманда йәшәйбеҙ. Иҡтисади етешһеҙлек, тотороҡһоҙ йәмғиәт һәм башҡа бихисап һылтау табып, ғаиләләрен ишәйтергә теләмәүселәр күп. Ә шулай ҙа... тормоштоң ысын мәғәнәһен аңлап, үҙҙәренән һуң ишле эҙ ҡалдырырға көс тапҡандар бар әле. Ошондай уңғандар Йәнырыҫ ауылында ла йәшәй. Дилара менән Илфат Яппаровтарҙың ғаиләһендә биш бала үҫеп килә. Хәйер, оло ҡыҙҙары Раушания инде үҙе ҙур тормошҡа ыңғайлай – Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп йөрөй. Ҡырҙа йөрөһә лә, ваҡыт сығыу менән тыуған ауылына ашыға ул. Ата-әсәһенә булыша, Инсаф, Айрат, Искәндәр ҡустыларын, Ҡәҙриә һеңлеһен ҡараша. Ололар мәктәптә белем алһа, кинйә малайға әле ни бары 1 йәш тә 2 ай ғына бит. Атларға тырышып-тырмаша. Ағай-апайҙарына оҡшаған, күрәһең, улар мәктәптә яҡшы уҡый, һыр бирмәй. Бигерәк тә был балалар ауылдаштарының иғтибарын мәрхәмәтлеге менән арбай. Игелекле, тыйнаҡ булыуҙары һоҡландыра. Аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла мәсеткә йөрөүҙәре күптәрҙең күҙен аса һымаҡ. Ошо урында алма ағасынан алыҫ төшмәй тигән әйтем иҫкә килә. Ысынлап та, был ғаиләлә яҡшы тәрбиә бирелеүенә шик ҡалмай. Өйҙәге бөхтәлек, таҙалыҡ та ишектән килеп ингәс тә күҙгә ташлана. Шундай мөхиттә үҫкән бала ла, уларҙың ата-әсәһе лә һис шикһеҙ бәхетле булырға тейеш.
– Биш бөртөк кенә бит улар, – тип иркәләй мөхәббәт емештәрен атай-әсәй, тупылдатып яратып та алалар ғәзиздәрен. Тағы ниндәй миҫал кәрәк һуң?!
Яппаровтар яңы урамда йорт һалып сыҡҡан. Әлеге көндә төкәтмә ҡуйғандар. Әсәлек капиталы ярҙамында газ мәсьәләһен хәл итергә хыялланалар. Кәртәлә һыйыр-һарыҡтар баҡырыша. Малайҙар атайҙарына һарайҙа булышһа, ҡыҙҙар иңендә – өй эсендәге мәшәҡәттәр.
“Иҡтисади етешһеҙлек” тигән һылтауға йәнә әйләнеп ҡайтҡы килә. Дөрөҫөн әйткәндә, хужабикә бала баға, ә ғаилә башлығының билдәле генә хеҙмәт урыны юҡ. Әммә Илфат аптырамай, ялланып эшләй, ауыл халҡының малы сирләһә лә уға киләләр – һөнәре буйынса ул ветеринар.
Үкенескә ҡаршы, ишле ғаиләләр хаҡында һүҙ ҡуҙғатһаҡ, күҙ алдында балаларын ҡарамаған йүнһеҙ ата-әсәләр пәйҙә була. Айырым ғаиләләр генә түгел, йәмғиәтебеҙ тормоштоң асылын аңлай башлаһа, ул саҡта инде Яппаровтар һымаҡ бәхетлеләр күҙ алдына килер...
Башмаҡ кирбес һала белмәһә лә...Йыш ҡына ҡалала йәшәүселәр менән ауылдыҡылар араһында ҡупҡан бәхәсте ишетергә тура килә.
– Һеҙгә рәхәт, – ти тәүгеләре. – Ит-һөт ҡулығыҙҙа. Мал һатып күпме аҡса эшләй алаһығыҙ.
– Һин бер көн ауылға ҡайтып, ҡураны таҙартып, йәй буйы әҙерләгән бесәнде һалып, он ялатып, һыу эсереп ҡара. Көтөүҙән ҡаршы ал, юғалһа, саҡрымдар үтеп, әрәмтамаҡтар тамаҡлап ҡуймаҫ элек эҙләп тап, сирләгәнендә балаңдай баҡ, көтөүгә, дарыуға түлә...
Ер кешеһе белмәй әйтмәй, мал ҡарау еңелдән түгел. Кемдер уны хатта кәрт уйыны менән дә сағыштыра. Ҡайһы берҙә был фекер менән дә килешмәй булмай: инде мал булды тигәндә малың зыянлап ҡуйыуы ихтимал. Хәйер, ҡала кешеһе лә хаҡлы бит: табышлы тармаҡ. Бигерәк тә күпләп мал тотҡанда.
Рәзинә менән Илдар Әбсәләмовтар инде тиҫтә йыллап ошо эш менән шөғөлләнә. Быҙау, ҡолон һатып алалар ҙа үҫтереп, һимертеп, һуйып һаталар. Әлбиттә, башлап киткәндә әлеге һымаҡ йылына ете-һигеҙ быҙау һәм шунан саҡ ҡына кәмерәк ҡолон алырға ҡапыл-ҡара аҡсалары булмай. Янғынға ҡаршы хеҙмәттә эшләгән ғаилә башлығының эш хаҡы өй мәшәҡәттәренә етһенме лә мал алырға бүленһенме. Йән биргәнгә йүн биргән. Шулай ҙа бер мәл мал арттырырлыҡ көс таба Әбсәләмовтар. Бер быҙауҙы – икегә, икенән дүрткә әйләндерәләр. Ҡош-ҡорт, ҡаты морондар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
– Бер һыйырҙың һөтө ике быҙауҙы ҡарарға етә. Шуға ҡаймаҡ-ҡорот һатыуҙан туҡтаныҡ та быҙау үрсетергә булдыҡ, – тип хәтерләй башланғыс мәлдәрен хужалар.
Бер быҙауҙан икәү яҡшы, икәүҙән өсәү, тигәндәй. Табышты юҡ-барға тотоноп бөтмәй хужалар, ә эшмәкәрлеген киңәйтергә йүнәлтәләр. Мәҫәлән, күптән түгел 60 мең һумға үгеҙ һуйып һатҡандар, аҡсаһына 10-12 мең һумлыҡ быҙау һәм 10 мең һумлыҡ иген һатып алырға планлаштырып та ҡуйғандар инде. Ҡалған аҡсаны йорт-ҡураны киңәйтергә лә тотонорға мөмкин. Тик шуныһы – Әбсәләмовтар белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа ит хаҡы әллә ни үҫмәһә лә, аяҡлата алған мал ҡыйбатлана бара, йәнә яғыулыҡ һәм запас деталдәр алыу өҫтәмә һынау бирә.
– Башлаған осорға килгәндә, ҡыйынлыҡтар мал һатып алыуға ғына ҡайтып ҡалманы. Әле ярай, трактор, сапҡыс-йыйғыс һәм башҡа төр ҡоролма-тағылмалар, “ГАЗель” машинаһы, ҡул тирмәне бар, ә ул саҡта бесәнде ҡул менән сабып, ҡул менән йыя инек, килтереүе үҙе бер бәлә. Сабынлыҡтарҙың киңәйеүен теләргә ҡала, – ти уңған хужалар миҙалдың икенсе яғы хаҡында. Башҡарылған ауыр хеҙмәт үҙе ни тора.
Хеҙмәт тигәндән, тырыш кеше һәр тарафтан да килешле, әлбиттә. Уңған хужабикә көнө буйы ауылдан ауылға йөрөп почта таратып та өлгөрә (өлгөрмәгән саҡта, буран-һыуыҡтарҙа тормош иптәше уны машинаһында йөрөтә), хужаға мал ҡараша, өйҙәренән бөхтәлек бөркөлөп тора, һәр мөйөштә тиерлек гөл-сәскә үҫә.
Ҡаланыҡылар фаразына әйләнеп ҡайтҡанда, Әбсәләмовтар бер нисә йыл элек кирбестән ҙур итеп бынамын тигән өй һалып сыҡҡан. Уны биҙәгән йыһаз үҙе ни тора, йәнә техника яңыра.
Шуныһын да билдәләге килә: ғаиләлә бер ҡыҙ һәм бер малай үҫеп, инде ҡырҙа эшләп йөрөй. Береһе – медицина буйынса белгес, икенсеһе нефть сығарыу өлкәһендә уңышлы итеп хеҙмәт башҡара. Ә бит, уйлай төшһәк, баш ҡала вуздарында балалар уҡытыу еңел эш түгел. Бюджет төркөмөндә белем алған осраҡта ла, ашарға-йәшәргә, юлдарына күпме аҡса сарыф ителә. Мал аҫрау менән шөғөлләнмәһә, нисек ошо тиклем сығымдарҙы күтәрер ине һуң ауыл кешеләре, бюджетта эшләгән хәлдә лә, икмәк-тоҙлоҡ ҡына хеҙмәт хаҡтары менән?!
– Гелән шуны һынап барам. Аллаға шөкөр, теләгән әйберҙәребеҙ һәр саҡ алдыбыҙға килеп тора. Күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар аша донъя ҡорҙоҡ, тип әйтмәҫ инем. Эшләйбеҙ, тырышабыҙ, кеше менән һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә йәшәйбеҙ, – тип ябай ғына яуап бирә Әбсәләмовтар “Ауыл ерендә нисек уңышҡа ҡаҙанырға?” тигән һорауға.
Бәлеш-тултырма артынан йыраҡ йөрөйһө түгел Эйе, тырышып донъя көткәндәргә бай был төбәк. Кемдер мал үрсетеү менән шөғөлләнһә, бәғзеләр магазин тота. Урындағы халыҡҡа эш урындары булдырылып, бына-бына колбаса һәм кондитер цехтары асылырға тора. Бәлеш-печеньеларҙы магазиндары булған Хәкимовтар бешерә башлаясаҡ. Продукт менән ауылдаштарын ғына түгел, тирә-яҡ ауылдарҙы ла тәьмин итерҙәр, тип ышанырға ҡала.
...Айрат Заһиҙуллин ҡалала йәшәһә лә, гел атаһының тыуған төйәгенә тартылып тора. Тик тәбиғәт матурлығы өсөн генә ҡайтып төпләнеп буламы ни, нимә менәндер шөғөлләнергә кәрәк. Булдыҡлы егет элекке колхоз нигеҙендә үҙ хужалығын ойоштора. “Алға” йәмғиәте бына инде тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләп килә.
Тик ойоштороу тип әйтеүе генә еңел шул. Ғәмәлдә ярым емерек биналар, ҡалтырап торған техника ҡаршы ала уны. Әммә бер башлағас, ниндәй ҙә булһа һөҙөмтәгә өлгәшергә тигән маҡсат ҡуя ул. Һөҙөмтәгә ысынлап та ирешелә: йылҡысылыҡ буйынса ныҡлап тотонғас, эш алға китә.
Бөгөн хужалыҡта 160-тан ашыу ат бар, уларҙы тиҫтәгә яҡын кеше ҡарай. Яңы биналар төҙөлә, иҫкеләре ремонтлана, алдағы көндәрҙә тоҡомло ат үрсетеләсәк. Бигерәк тә шуныһы иғтибарға лайыҡ: бында оҙаҡламай колбаса цехы эшләй башлаясаҡ. Цехта тәүлегенә өс аттан тултырма әҙерләргә мөмкин буласаҡ. Тимәк, хужалыҡ тураһында ғына һүҙ бармай, тирә-яҡ ауылдарҙан да мал ҡабул итәсәктәр. Иң мөһиме – халыҡҡа файҙаһы булһын.
Халыҡ тигәндән, цехта Йәнырыҫтың йәнә бер нисә кешеһенә эш урыны артасаҡ. Белгестәр хужалыҡ иҫәбенә махсус белем аласаҡ. Әйткәндәй, әлегә ҡорамалдар ҡайтарылмаған, 15 миллион һумдан ашыу хаҡҡа ремонт эштәре башҡарыла. Ошо сумманы күҙ уңында тотҡанда ла, яңы цехтың ҡеүәтле булыуына шик юҡ.
...Айрат Әнүр улы эш менән ҡалаға киткән булып сыҡты. Беҙҙе уның улы, ҡолаҡҡа ятышлы Кәрим исемле егет, ҡаршы алды. Дөрөҫөн әйткәндә, Кәримгә ҡарап ҡалала үҫкән тип әйтеп булмай. Эш кейеменә генә ишара түгел был, ябайлығы, туған телендә иркен аралашыуы һоҡландыра. Ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙың мөхәббәт емештәре һымаҡ әҙер аҡса ла көтөп ятмай, Мәcкәү, сит ил тип “алтын хыялдар” менән йәшәмәй, киләсәген ошо ерҙә күрә: махсус рәүештә Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала, күптән түгел хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан.
– Быныһы – минең трактор, – тип күрһәтә Кәрим, хужалыҡ менән таныштырған арала ҡеүәтле техникаға төртөп. – Кәрәк икән, бесән сабам, малдың аҫтын таҙартам, бына әле ремонт эштәре менән мәшғүл.
...Эйе, бәхетте һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтерә. Хәйер, һәр кем уны үҙенсә таба ла. Кемдер сит ерҙә уңышҡа ҡаҙана, донъя ҡора, ә кемдер бит тыуған яғының киләсәген хәстәрләп, үҙ ерендә йәшәргә тейеш. Бигерәк тә, ошондай ырыҫлы ерҙәрҙә. Һүҙҙе шағирә Римма Ғәлимова яҙған юлдар менән тамамлау урынлылыр:
Тыуған яҡтың елдәре лә йылы
Һағынғанда һине, Йәнырыҫ,
Ауылдаштар килеп күрешкәндә
Йөрәк дөп-дөп тибә, йән тыныс.
Мәңге бөтмәҫ донъя мәшәҡәте
Егәнде лә урап үтәме?
Ҡалаларға китеп аҙашҡанды
Атай йорто ғына көтәме?
Бәрәкәткә тулы тыуған ерем,
Һинән алдым илһам, йән-ырыҫ.
Ишембайым – күңел түрҙәремдә,
Йөрәк түрҙәремдә – Йәнырыҫ!
Ырыҫлы ерҙәрҙән китергә ашыҡмағыҙ...