Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙен туйындырған ил – ҡеүәтле ил
Үҙен туйындырған ил – ҡеүәтле ил Ауыл хужалығы, ер кешеһе... Һуңғы йылдарҙа аграр тармаҡҡа етди әһәмиәт бирелә, маҡсатлы программалар ҡабул ителә, хужалыҡтарға субсидиялар, гранттар йүнәлтелә. Нимә генә тимә, ер уңыш биреп, халҡын туйҙырғанда ғына уны байлыҡ сығанағы тип атарға мөмкин. Йәнә үҙен туйындыра алған дәүләт кенә үҙен көслө тип иҫәпләй ала. Ә бит Рәсәйҙәге сәсеүлектәр майҙаны үҙебеҙҙе генә түгел, ярты донъяны туйҙырырға етә. Үкенескә ҡаршы, был йылдарҙа ер хужаһыҙға әүерелгәйне. Мәҫәлән, һуңғы ун биш йылда Рәсәйҙә сәсеүлектәр майҙаны 15 миллион гектарға кәмене. Ә ун йыл самаһы ташландыҡ ятҡан һөрөнтө ерҙең артабан ауыл хужалығы эшмәкәрлеге өсөн яраҡһыҙ булыуы һәр кемгә мәғлүм. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов агросәнәғәттең былтырғы эш йомғаҡтарына һәм быйыл яҙғы сәсеү эштәренә арналған киңәйтелгән кәңәшмәлә хужалыҡтарға бүленгән ярҙамды һаҡсыл һәм һөҙөмтәле тотонорға кәрәклеге хаҡында ла иҫкәртте.
Рөстәм Зәки улы тәүҙә 2020 йылға тиклем Тармаҡты үҫтереү стратегияһына ярашлы алда торған етди бурыстар хаҡында бәйән итте. Бының өсөн хеҙмәт күрһәткестәрен үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһы етеш­тереү күләмен 166 миллиард һумдан 230-ға арттырыу зарур.
– Хәл итәһе мәсьәләләр бик етди, – тине ул. – Шулай ҙа беҙҙең мөмкинлек бар. Был планды тормошҡа ашырыу өсөн дүрт йыл ваҡыт бирелә. Бының өсөн заманса эшҡыуарлыҡ алымдарын, фәнде һәм алдынғы агротехнологияларҙы ҡулланып, тармаҡҡа мөнәсәбәтте үҙгәртеп, яңыса әүҙем эшләү кәрәк.
Ер кешеһе өсөн йылдың бер миҙгелендә лә тынғы юҡ. Былтыр Башҡортостан Рәсәйҙә тулайым продукция күләме буйынса етенсе урынды биләһә, Волга буйы федераль округында – икенсе. Бөтәһе 3324,4 мең тонна иген, 1355,5 мең тонна шәкәр сөгөл­дөрө, 1079 мең тонна бәрәңге етештерелгән. Быйыл был күрһәткестәрҙе тағы яҡшыртыу бурысы ҡуйыла.
Алда яҙғы сәсеү эштәре тора. Был йәһәттән республика Баш­лығы бүленгән ярҙамды һөҙөм­тәле файҙаланырға саҡырҙы.
– Дәүләт ярҙамын беҙ тәү сиратта табышлы эшләгән, агроэшҡыуарлыҡты аҡыллы итеп ҡорған, алдынғы хужалыҡтарға бирәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Хеҙмәте менән әллә ни ҡыуандырмағандарға ярҙам аҙыраҡ буласаҡ. Баҙар ҡанун­дарын үтәп, аҡыллы һәм аҙ сығымдар һалып та яҡшы уңыш алырлыҡ итеп эшләргә кәрәк.
Быйыл яҙғы баҫыу эштәренә 930 миллион һумлыҡ дәүләт яр­ҙамы йүнәлтеү күҙаллана. Әлбит­тә, был былтырғынан аҙыраҡ, ҡаҙнаның мөмкинлеге шулай. Әммә бөгөнгө шарттарҙа һиҙе­лерлек ярҙам, бары уны маҡсатҡа ярашлы тотона белеү мөһим.
Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ итеүҙең кесе формалары – фермерҙар, шәхси хужалыҡ­тар хәрәкәте өҫтөнлөклө йүнәлеш ала, улар илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Шуға ла дәүләт тарафынан ауыл хужалығы тауарҙары етештереү­селәр менән бергә уларға ла һәр төрлө ярҙам саралары ҡаралған, һөҙөмтәле программалар бар.
Әйткәндәй, Рәсәй Ауыл хужа­лығы министрлығының фермер­ҙар­ға һәм ауыл хужалығы кооперативтарына ярҙам итеү буйынса уҙғарылған кәңәшмәлә рес­публикабыҙҙың тәжрибәһе бүтән­дәргә өлгө итеп ҡуйылыуы тиккә түгел.
Мәҫәлән, эш башлаған фер­мер­ҙарға, ғаилә фермаларына ҡуйылған талаптарҙы еренә еткереп, арттырып үтәүе менән Башҡортостан ыңғай һөҙөмтә күрһәтә. “Һеҙ бер ауыл хужалығы крәҫтиән (кооперативы) урынына дүртәүгә грант ярҙамы күрһәтә алдығыҙ. Әммә алда йәнә 2016 – 2017 йылдарға 25 кооператив төҙөү бурысы тора. Былтыр уларҙың һигеҙе ойошторолған, ҡалғандарын быйыл теүәлләргә тейешһегеҙ”, – тине Рәсәй ауыл хужалығы министры урын­баҫары Иван Лебедев.
Ысынлап та, был юҫыҡта шаҡ­тай эш башҡарылған. Мәҫә­лән, һуңғы биш йылда республикала фермерҙарҙың ауыл хужалы­ғының тулайым продук­цияһына индергән өлөшө дүрт проценттан 9,4-кә еткән. Улар ҡарамағында 740 мең гектар ер эшкәртелеп, барлыҡ майҙан­дарҙың 20 процентын тәшкил итә. 20 йылда тәүге тапҡыр республикала етештерелгән иген­дең улар иҫәбенә өстән бер өлөшө, шәкәр сөгөлдөрөнөң – 18, йәшелсәнең һигеҙ проценты тура килә. Айырыуса малсы­лыҡта һөҙөмтәләр юғары – ит етештереү 18, һөт 16 процентҡа етте.
Тармаҡ етәкселәре бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә дәүләт­тең ер эшсәндәренә ҡарата хәстәрлекле ҡарашы, хужалыҡ­тарҙың эшен көйләүгә йүнәл­телгән махсус программаларҙың уңышлы тормошҡа ашырылыу һөҙөмтәһе тип баһалай. Эш башлаған фермерҙарға биш йыл эсендә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 594,5 миллион һум күләмендә аҡса, 452 фермерға грант бирелгән. Был осорҙа мең­дән ашыу техника, 2,5 мең баштан ашыу мал һатып алынған, 42 ферма төҙөлгән, ремонт­ланған.
“Ғаилә фермаһы үҫеше” тигән программа буйынса 2012 йылдан алып 580 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. 201 фермер хужалығы грант алған. Былар башлыса һөт һәм ит етештереү хужалыҡтары, шулай уҡ йыл­ҡысылыҡ, кәзә үрсетеү һәм ҡош­солоҡ менән мәшғүл булыусылар ҙа бындай матди ярҙамдан мәхрүм ҡалмаған. Был программала 62 малсылыҡ бинаһы төҙөлгән һәм ремонтланған, 370 берәмек техника һәм ҡоролма, биш мең баш мал һатып алынған.
Республикабыҙ Башлығы ҡулланыусылар кооперацияһын ойоштороу көн ҡаҙағында торған етди мәсьәлә булыуы тураһында йыш телгә ала. Был тиккә түгел. Сит ил фермерҙары күптән ошо юҫыҡта эш алып бара, сөнки кооперацияға берләшеү ер эш­сәндәрен һәр төрлө проб­ле­маларҙы үҙаллы хәл итеүҙән, бихисап мәшәҡәттәрҙән ҡотҡара. Юғиһә күптәр көс һалып үҫтер­гәнен һатыу, эшкәртеү йәһәтенән йырып сыҡҡыһыҙ ҡаршылыҡтарға осрай. Ниһайәт, был юҫыҡта ла эш яйға һалына башланы. Ике йыл элек ҡабул ителгән “Ауыл хужалығы кооперацияһы үҫеше” тигән программа һөҙөмтәле тормошҡа ашырыла. Ул һөт йыйыу, малды һуйыу һәм тәрәнәйтеп эшкәртеү урындарын ойош­тороуҙы йәнләндереүгә мөм­кинлек биргән. Был осорҙа ошо йүнәлешкә 32 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән, гранттар алты ауыл хужалығы кооперативына бирелгән. Бөгөн республикала 32 кооператив эшләй, шул иҫәптән һигеҙе кредит, алтыһы – эшкәртеү, 18-е һатыу, тәьмин итеү эшмәкәрлеге менән мәшғүл.
Күренеп тора: күрһәтелгән ярҙам үҙ емешен бирә, һәм быға ил кимәлендәге етәкселәрҙең иғтибар биреүе ҡыуандыра. Тап шуға ла хужалыҡ итеүҙең кесе тармаҡтары, тото­роҡло үҫешкән ауыл биләмәләре буйынса киләһе Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһен беҙҙең республикала үткәрергә хәл итеүҙәре осраҡлы түгел. Был хаҡта Иван Лебедев: “Ауылдарға бүленгән федераль маҡсатлы програм­маларҙы һәм грант ярҙа­мын тотоноу, тормошҡа ашырыу буйынса уңыштарығыҙ ҡыуан­дыра. Һеҙҙең ҡулланыусылар коопера­цияһы тәжрибәһен айырым күрһәтергә теләнек. Был яуаплы һәм хөрмәтле эш”, – тине.
Ауыл халҡы беҙҙе туйҙыра, илде түлле итә. Ә бына ер кешеләренең үҙҙәренең көн итмешен яҡшыртыу йәһәтенән нимәләр башҡарыла һуң?
Маҡсаттар билдәле, субсидиялар, гранттар бирелә. Әммә талап ителгән һөҙөмтәгә белгестәрһеҙ өлгәшеү мөмкин түгел. Тап шуға ла республика Башлығы ярҙа­мын­да яҙмышын ауыл менән бәйләгән белгестәргә бер тапҡыр аҡсалата ярҙам күрһәтеү сараһы ҡаралған.
Эйе, ауыл әүәл-әүәлдән туйын­дырыусы сығанаҡ булған. Әммә бөгөн улар урбанизацияға бире­лә. Хатта йәшәү өсөн барлыҡ шарттар булған төбәктәрҙән дә йәштәрҙең күпләп китеүен күрә­беҙ. Шулай ҙа ауылдарҙы социаль үҫтереү йәһәтенән 2016 йылда һәр кимәлдәге ҡаҙнанан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Торлаҡ программаһы буйынса 430, шул иҫәптән 335 йәш ғаилә һәм белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алған. Йәнә Мәләүез районының Тамъян ауылында 241 йорттан торған биҫтәнең проекты тормошҡа ашырылды, 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. Туймазы районының Дуҫлыҡ, Илеш районының Түбәнге Сереккүл ауылдарында ла шундай уҡ проекттар йүнәлешендә эш алып барыла.
Хужалыҡтарға ярҙам артабан да бүленәсәк.


Ромеш Абдуллин, Миәкә районы хакимиәте башлығы:
– Әлбиттә, дәүләт тарафынан күрһәтелгән субсидиялар, гранттар яңы эш башлағандарға ҙур ярҙам. Улар үҙ һөҙөмтәһен бирә. Мәҫәлән, 2015 йылда Илмир Солтангәрәев бер миллион һумдан ашыу грантҡа эйә булып, бөгөн үҙ эшен уңышлы алып бара. Былтыр һөтсөлөк менән шөғөлләнгән ике фермер бер миллион һумдан күберәк грант алып, ҡураларын һауын һыйырҙары менән тулыландырҙы. Бөгөн уларҙың күрһәткестәре яҡшы, һауым юғары.
Юлай Сәйфетдинов, Ишембай районы, Ишәй ауылы:
– Мал үрсетеү менән шөғөлләнәм, ит етештерәм. 2015 йылда бер миллион 500 һум грантҡа илле баш тана һатып алдым, субсидиялар бирелеп тора. Теләге булған кешегә эшләү өсөн мөмкинлектәр бар.


“Бөгөн тулайым ауыл хужалығы продукцияһы күләменең өстән ике өлөшөн шәхси ярҙамсы хужалыҡтар етештерә. Уларҙың кооперацияһы өсөн шарттар тыуҙырыу, үҫтерелгән продукцияны һатып алыу, һаҡлау, эшкәртеү һәм һатыу системаһын, “түтәлдән алып кәштәгә тиклем”ге сылбырҙа тауар бәйләнештәрен көйләү, уны ғәҙел хаҡҡа һатыуҙа ярҙам итеү зарур. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға булышлыҡ итеү, шул иҫәптән ҡорамалдар һәм йәш малдар һатып алыуға сығымдарын ҡаплау йәһәтенән ярҙам буйынса йоғонтолораҡ саралар кәрәк. Агрофраншизаны артабан да киңәйтеү – үҙ эшен яңы асҡандарҙы ғәмәлдәге ауыл хужалығы етештереүе сылбырына йәлеп итеү – перспективалы йүнәлеш тип иҫәпләйем. Бер үк ваҡытта ҙур һәм уртаса ауыл хужалығы предприятиеларын үҫтереүҙе дәртләндереү, ныҡлы хужалыҡтар нигеҙендә агрохолдингтар ойоштороуҙы дауам итеү мөһим”.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704