Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Диңгеҙ юлдарына туҙан ҡунмаһын
Диңгеҙ юлдарына туҙан ҡунмаһын Илдәр, дәүләттәр әүәл-әүәлдән бер-береһе менән сауҙа, алыш-биреш итешеп, үҙендә булмағанды икенсеһенән алып көн күргән. Тап ошо маҡсатта төрлө йүнәлештә автомобиль, тимер юлдар барлыҡҡа килгән, һыу ятҡылыҡтары аша ла кәсеп үҫешкән.
Һуңғы осорҙа Рәсәйҙең Транспорт министрлығы уҙған быуаттың болған­сыҡ йылдарында күҙ уңынан ысҡынған диңгеҙ юлдарын ҡабаттан йәнлән­де­реү хаҡында һүҙ алып бара. Мәҫәлән, дүрт йыл буйына илдең сауҙа флотын яңыртыу хаҡындағы проекттың, ниһайәт, осо күренде, сөнки был тармаҡтың иҡтисадты, дәүләттәр араһындағы бәйләнеште үҫтереүҙәге әһәмиәте бәхәсһеҙ. Донъя буйынса тауар ташыуҙың 80 проценты һыу ятҡылыҡтарына тура килһә, Рәсәйҙә был һан ни бары 40 процент самаһы тәшкил итә. Әлегә беҙгә донъя сауҙа флотының 1,5 проценты ғына тап килә. Бының сәбәбе – үҙебеҙҙең суднолар етмәй, шул арҡала Рәсәй­ҙең диңгеҙ аша ташылған тауарҙа­рының яртыһы сит ил порттарынан китә. Һөҙөмтәлә былтыр сит ил йөк ташыусыларына 870 миллиард һум аҡсабыҙҙы оҙатҡанбыҙ.
Элек-электән һыу юлдары аша ташылған йөк арзанға төшкән. Тап шуға ла Рәсәй бөгөн был юҫыҡта эшкә ныҡлап тотонһа, отасаҡ, иҡтисад өсөн файҙаһы күп буласаҡ, тип белдерә белгестәр. Беренсенән, судно төҙөгән һәм ремонтлаған предприятиелар йылына 100 миллиард һумдан да кәм булмаған эшкә заказ алыр ине. Йәнә иҡтисадта һәр тармаҡтың бер-береһе менән тығыҙ бәйләнеүе, бер-береһен тулыландырып үҫә барыуы мәғлүм. Шуның менән бергә машиналар төҙөлөшө, ҡорос етеште­реү сәнәғәте лә йылдам рәүештә күрһәткестәрҙе яҡшыртыр ине.
Икенсенән, илдә ғәйәт ҙур төҙөлөш башланасаҡ. Мәҫәлән, бөгөн Рәсәйҙә 11 эре диңгеҙ порты бар. Уларҙың дөйөм ҡеүәте диңгеҙ йөктәренең яртыһын ғына ташырға етә. Әйткән­дәй, Рәсәй менән Латин Америкаһы араһындағы тәүге тура транспорт юлы ла ни бары биш йыл элек кенә асылғайны. Элек беҙҙең йөктәр был ҡитғаға башлыса Балтик буйы һәм Нидерланд аша урау, буталсыҡ юл менән оҙатыла ине.
Белгестәр әйтеүенсә, заманса сауҙа флоты төҙөү өсөн тиҫтәләгән яңы порт кәрәк буласаҡ. Бөгөнгө сауҙа судноларын заман талаптарына яраҡ­лаштырып, ҡеүәтле һәм ҙур итеп яһайҙар. Шуға ла Рәсәйҙең барлыҡ төп диңгеҙ юлдарында кисекмәҫтән етди эштәргә тотонасаҡтар. Бынан тыш, порттар менән йәнәш ҡеүәтле контейнер майҙансыҡтары төҙөлә башлаясаҡ. Әлбиттә, былар барыһы ла шаҡтай сығым талап итһә лә, артабан уның ил иҡтисады өсөн ғәйәт файҙалы һәм табышлы булыуы бәхәсһеҙ.
Икенсенән, был донъя кимәлендә Рәсәй тауарының нығыраҡ таралыуы­на булышлыҡ итәсәк. Тауар арза­ны­раҡ буласаҡ, тимәк, ихтыяж да арта­саҡ, улар артынан экспорт күләме үҫәсәк.
Дөйөм алғанда, диңгеҙ иҡтисады булмышы үтә ябай. Мәҫәлән, йөктө тимер юл буйлап алып барғанда хаҡты 10 процентҡа өҫтәйҙәр, ә автомобиль юлдарында йөк машиналары хаҡты 15 – 20 процентҡа тиклем арттыра. Ә диңгеҙ аша йөк ташығанда, судно меңдәрсә саҡрым юл үтһә лә, хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалып, уртаса ни бары ике процент самаһы ғына өҫтәлә.
Күренеүенсә, файҙаһы иҫ киткес күп. Тап шуға ла был юҫыҡта Рәсәйҙең мөмкинлеге ҙур. Тик бының өсөн нимә ҡамасаулай һәм эште нимәнән башларға кәрәк һуң?
Барыһынан алда үҙебеҙҙең сауҙа караптары ныҡ етешмәй. Мәҫәлән, 2016 йылда илдең бөтә сауҙа флотында 1140 судно иҫәпләнһә, шул иҫәптән 720 ҡоро йөк ташыусы һәм 215 танкер. Бөтә флотилияның ни бары 430 карабы Рәсәй флагы аҫтында йөрөргә риза. Ҡалғандары һалымдан ҡасып, үҙҙәренә уңайлы тип иҫәпләп, мәҫәлән, Панаманың, Либерияның байрағын ҡаҙап йөрөй. Йөк ташыу буйынса беҙҙең флот донъяла егерменсе урынды биләй.
Сағыштырыу өсөн: Ҡытай сауҙа флотилияһы йөктө 19 тапҡырға күбе­рәк ташыу мөмкинлегенә эйә, ә Германия – алты, Һиндостан ике тап­ҡырға. Тап диңгеҙ аша йөк ташыу буйынса Ҡытай заманында экспортты биш йылда – өс, Мексика алты йылда ике мәртәбәгә арттырыуға өлгәшкән. Бының өсөн ике ил дә маҡсатлы рәүештә үҙҙәренең сауҙа флотилия­һын булдырған, иң эре судноларға өҫтөнлөк биргән. Был дәүләт сәйәсәте һаналған, сөнки үҙенең эре сауҙа караптары булмаған дәүләт иҡтисадтың транспорт ҡапҡанына эләгеүе көн кеүек асыҡ.
Үкенескә ҡаршы, бығаса был тар­маҡҡа хәстәрлекле ҡараш етешмәне, ул үҙ ыңғайына барҙы. Хөкүмәт өҫтөнлөктө башлыса газ, нефть тармағына ғына биреп, сәйәсәтте ошо өлкәгә йүнәлтте, яңы торба үткәр­гестәр һуҙылды. Әлбиттә, был хаҡта белгестәр үҙҙәренең борсолоуын, ҡарашын белдерә килде, сөнки Совет осоронда барлыҡҡа килгән ҡеүәтле сауҙа флотының ҡаҙаныштары һуңғы осорҙа етеҙ аҙымдар менән түбән тәгәрәй барҙы. Мәҫәлән, 1980 йылдар аҙағында уның 5,3 мең судноһы булып, донъяла өсөнсө урынды биләй ине.
1991 йылға ҡәҙәр илдә 50 заманса контейнер паркы булған махсуслаш­ҡан өс транспорт пароходсылығы булды. Һуңынан Ҡара диңгеҙ һәм Балтика пароходсылығы бөлгөнлөккә төштө, ә суднолар металлоломға оҙатылды. Алыҫ Көнсығыш паро­ход­сылығы был ҡыйралышта имен-аман ҡалһа ла, халыҡ-ара контракттарҙы оноторға мәжбүр булды. Хатта Рәсәй йөктәрен ташыуҙа уның өлөшө 5 процентҡа тиклем төштө.
Бөгөн беҙҙә ҙур караптарҙан башлыса нефть һәм газ танкерҙары бар. Дәүләт танкерҙар паркын үҙ ҡулында һаҡлауға етди иғтибар бирҙе. Башҡаса углеводородты экспортҡа оҙатыуҙы күҙәтеү мөмкин булмаҫ ине. Суднолар “Совкомфлот” дәүләт компанияһына тапшырылып, бөгөн Рәсәйҙә иң эре һаналған йөк ташыған ойошма бар­лыҡҡа килде. Әйткәндәй, хатта 180 суднонан аҙыраҡ. Өҫтәүенә бөгөнгө заман талаптары менән сағыштыр­ғанда, улар әллә ни ҙур түгел, хатта 300 мең тонна һыйҙырышлы бер танкер ҙа юҡ.
Был хәлдә ни эшләргә һуң? Бел­гестәр, йөк суднолары паркын үҫтереү генә аҙ, ә сифатлы аҙымдар яһарға кәрәк, ти. Донъяла барған үҫеш, заман күптән шуны талап итә. Ә диңгеҙҙә күптән ошо ҡағиҙә йәшәй: судно ҙурыраҡ булған һайын, тауар ташыу хаҡы кәмей бара. Тап шуға ла был юҫыҡта әллә ҡасандан иғлан ител­мәгән алыш бара, төрлө дәүләттәрҙең порттарынан әленән-әле береһенән-береһе ҙурыраҡ караптар юл ала.
Контейнер ташыусыларҙың дәү­мәле күҙгә күренеп ҙурая. Бөгөн уларға бөтә донъяла диңгеҙҙә ташылған йөктөң өстән бер өлөшө тап килә. 1980 йылдарҙа ике – дүрт мең һый­ҙырышлы контейнерҙар иң ҙурҙары иҫәпләнде. Ә 2000 йылға уларҙың йөк һыйҙырышлылығы ете мең стандарт контейнер данаға тиклем етте, унан 10 – 12 меңгә һикерҙе. Һөҙөмтәлә 2016 йылда оҙонлоғо 400 метрлыҡ­тағы 15 – 16 ҡатлы йорт ҙурлығындағы судноның 15 – 17 контейнерҙы һый­ҙыра алыуы берәүҙе лә ғәжәпләндер­мәй. Барлыҡ судно төҙөү эшмәкәрле­гендә лә шундай уҡ юҫыҡта эш бара. Ҡоро йөк ташыусылар, танкерҙар, хатта пассажир лайнерҙары ла ҙурайғандан-ҙурая. Бының өсөн мөмкинлектәр ҙә арта, технологиялар үҫешә, хатта иң ҙур судноны ла булыр-булмаҫ бер йыл эсендә төҙөп өлгөртөп тә ҡуялар.
Әйткәндәй, уларҙың хаҡы ла арзан түгел. Бындай контейнер ташыусылар тиҫтәләгән миллиард һум тора. Ә бит Рәсәйгә караптар тиҫтәләп кенә түгел, ә йөҙәрләп кәрәк, илдең яңы сауҙа судноларына, тәү сиратта иң ҡеүәт­леләренә ихтыяж ҙур. Заказдар бар. Һуңғы дүрт йылда Рәсәйҙең судно йөрөтөү компаниялары 50 йөк ташыусы карапты иҫәптән сығарҙы, уның урынына 70 яңыны алды.
Өҫтәүенә караптарҙың йөк һый­ҙырышлылығы элеккеләренән өс тапҡырға күберәк. Тап ошондай ки­мәлгә кисекмәҫтән Рәсәй предприятиеларын күтәрергә кәрәк. Юғиһә ҙур заказдар артабан да Японияға китеүен дауам итәсәк, сөнки “Газпром” тан­керҙарҙы унан һатып ала. Әлегә Корея, Голландия беҙҙең өсөн контейнер суднолары эшләүен дауам итә.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә