1932 йылда тәүге скважина фонтан биргән көндән алып Башҡортостанда 1,6 миллиард тоннанан ашыу нефть сығарылған. Геологтар иҫәпләүенсә, республикалағы ятҡылыҡтарҙа йәнә кәмендә ике миллиард тонна “ҡара алтын” һаҡлана.1970 йылдарҙа төп иғтибар КПСС-тың Генераль секретары Леонид Брежнев ҡарарҙары буйынса Төмән өлкәһендәге ифрат ҙур ятҡылыҡтарға йүнәлтелгәс, республикалағы нефть сығарыу сәнәғәте күҙ уңынан ситкәрәк китте. Башҡортостан Төмән нефть байлыҡтарын үҙләштереүҙә төп матди-техник һәм кадрҙар базаһы ролен үтәне. Беҙҙәге нефть эшкәртеү предприятиелары ла, нигеҙҙә, ситтән килгән сеймалға күсте. Ә бындай мохтажлыҡтың сәбәптәре нимәлә булды һуң?
Мәскәү етәкселәренең Төмәндәге ҙур уңыштар эйфорияһынан баштары әйләнеп, Башҡортостандың нефть сығарыу тармағын бер ниндәй нигеҙһеҙ рәүештә перспективаһыҙ тип күрһәттеләр. Ил оҙаҡламай “нефть энәһенә” ултырҙы, “нефть долларҙарына” йәшәй башланы. Әммә ул валюта совет халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итмәне. Ҡыҙыу ҡоралланыу осоро башланды, бөтә ресурс – иң көслө кадрҙар, иң ҡиммәтле материалдар, алдынғы технологиялар – хәрби сәнәғәткә йүнәлтелде. Америка Ҡушма Штаттарына, Көнбайыш Европа илдәренә ҡаршы тороу көсәйҙе.
Иң сәйере – шундай парадоксаль хәл килеп тыуҙы: СССР валютаның ҙур өлөшөн шул уҡ Көнбайыш Европаға газ һәм нефть оҙатып эшләне, Америка Ҡушма Штаттарынан, Канаданан бик күп иген һатып алып торҙо. Илебеҙ заводтарына, иң тәүҙә хәрби предприятиеларға алдынғы технологиялар, станоктар һәм ҡорамалдар шул уҡ Көнбайыш илдәренән килтерелде – әлбиттә, бик ҡиммәткә һәм долларҙарға. Валютаның ҙур өлөшө үҙҙәрен “социалистик”, “демократик” дәүләттәр тип күрһәткән Африка, Латин Америкаһы, Азия режимдарына йүнәлтелде, һәм ул триллион долларҙар Советтар Союзына кире ҡайтарылманы.
Вьетнам һуғышы, Израиль-Египет, Израиль-Сүриә низағтары, Куба көрсөгө, Африкалағы, Латин Америкаһындағы бихисап ығы-зығылар, һәр саҡ Америка Ҡушма Штаттарына ҡаршы тороу Советтар Союзын ныҡ ҡаҡшатты.
Сүриәләге сәйәси төйөн СССР иҡтисады өсөн айырыуса ҙур хәүефкә әйләнде: әгәр ундағы власть режимы ҡолатылып, Көнбайыш илдәре етәкселегенә лояль лидерҙар ҡуйылһа, АҠШ сателлиттары – Сәғүд Ғәрәбстаны, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән килгән газға Сүриә аша Төркиәгә, артабан Көнбайыш Европаға юл асылып, совет газының һис бер кәрәге ҡалмаһа, был СССР өсөн ысын иҡтисади һәләкәт булыр ине.
Совет лидерҙары артабан да нефть һәм газ экспортына ҙур иҫәп тотоп, инновациялы технологияларға тейешле иғтибар бирмәне. Ил айырыуса электроникала, элемтә, компьютер технологияларында артта ҡалды. Артабан бөтәһен дә сеймал экспорты баҙары ҡағиҙәләре хәл итеп ҡуйҙы – СССР файҙаһына түгел, әлбиттә. Иң мөһим ҡарарҙар Вена ҡалаһында ОПЕК (Нефть экспортлаған илдәр ойошмаһы) штаб-фатирында әҙерләнде. СССР унда инмәне. АҠШ та ул ойошманың ағзаһы түгел, әммә ОПЕК эшмәкәрлеге ғәмәлдә американдар – донъялағы иң ҙур нефть импортерҙары мәнфәғәтенә тулыһынса буйһондоролған.
ОПЕК сәйәсәте, нефть хаҡына оҙайлы демпинг аша Советтар Союзына ҙур зыян килтереп, илдең тарҡалыуын тиҙләтте. Бөгөн дә ойошманы Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәттәренә яҡын структура тип күрһәтеүе ҡыйын – “нефть энәһенә” ныҡлап ултыртылған илгә килтергән зыяны көндән-көн асығыраҡ күренә бара. Мәҫәлән, аналитиктар раҫлауынса, офф-шор зоналары аша йыл һайын бер триллионға яҡын “нефть долларҙары” сит илдәргә сығарылып, эҙһеҙ юғалып торҙо. Был ауыр хәлдән сығыу өсөн нефть экспортын яйлап кәметеү, инновациялы иҡтисад тармаҡтарын үҫтереү, иң перспективалы нефть ятҡылыҡтарын консервациялап, киләсәк быуындар фондына күсереү талап ителә. Бөгөнгө һымаҡ, Көнбайыш Европаға арзан хаҡҡа нефть оҙатып, уларҙан ҡиммәт хаҡҡа шул уҡ нефттән етештерелгән әҙер продукция алыу – иң хәүефле эш. Ул юл менән барып, Рәсәй иҡтисады аяҡҡа баҫа алмаясағы көн кеүек асыҡ.
Башҡортостандағы хәлдәргә килгәндә, бөгөн беҙҙәге киң йәмәғәтселектә шундай нигеҙһеҙ фекер нығынған: йәнәһе, республикала тауар нефте кәрәкле күләмдә ҡалмаған, ә уны артабан сығарыу төшөмлө түгел. Белгестәр иһә киреһен раҫлай. Мәҫәлән, яңыраҡ арабыҙҙан киткән Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы, профессор, күренекле геолог Әхмәт Баҡыев иҫәпләүенсә, республикалағы ятҡылыҡтарҙа кәмендә ике миллиард тонна нефть һәм 300 миллиард кубометр самаһы газ һаҡлана. Академик һәм уның коллегалары Морат Камалетдинов, Юрий Казанцев һәм Тамара Казанцева иң тәүҙә Урал тауҙарының көнбайыш итәктәренә иғтибар итә. Мәҫәлән, Йылайыр синклинорийында (уйһыулығында) киңлеге – 20 километр, оҙонлоғо 150 километр булған майҙан перспективалы тип күҙаллана. Артабан тикшерһәң, уның дауамы төньяҡҡа һуҙылып китергә тейеш. Совет осоронда геологтар нефтте күберәк хәҙер инде яҡшы өйрәнелгән девон ҡатламдарында эҙләне, ә рифей, палеозой һәм башҡа дәүер ҡатламдары тикшерелмәне. Көнсығыш Себерҙә запастары бер миллиард тоннанан ашыу тәшкил иткән рифей нефте ятҡылыҡтары асылғас ҡына был тематикаға мөнәсәбәт үҙгәрә төштө.
Әхмәт Баҡыев өмөтһөҙ тип иҫәпләнгән иҫке промыслаларҙы ла яңынан барлап сығырға тәҡдим итә. Академик фекеренсә, заманса технологиялар ҡулланғанда, уларҙан йәнә байтаҡ нефть алырға мөмкин. Нефтсе-практик булараҡ, мин үҙем дә ғалимдың был фекерен тулыһынса хуплар инем.
Нефтте алғанда беҙҙә киләсәкте бик уйлап торманылар, ул “бөгөн һәм күберәк” талап ителде. Бына, әйтәйек, яңы скважиналарҙы нисек эксплуатацияланылар? Тәүҙә нефть фонтан менән бәреп сыға һәм өс-дүрт миллиметрлы штуцер аша үтә. Әммә ошо “бөгөн һәм күберәк” девизына ярашлы, бик ҙур – 50 миллиметрға тиклем диаметрлы штуцер ҡуйҙылар. Ысынлап та, ниңә ваҡланып торорға? Уның өсөн премия түләмәйҙәр, орден бирмәйҙәр. Әммә ҙур штуцер менән фонтан шунда уҡ туҡтала – ҡатлам баҫымы тиҙ арала кәмей. Артабан скважинаға насос төшөрөп һурҙыралар, ул да ҡеүәтлерәк булырға тейеш. Насос артыҡ ҡеүәтле булғас, оҙаҡламай дебит кәмегән кеүек күренә башлай. Шунан ҡатламға һыу тултырырға керешәләр – ауырыраҡ һыу еңел нефтте өҫкә ҡыҫырыҡлап сығара. Әммә ул нефтле һыуҙың байтағы ситкә китә, хатта эсәр һыу ҡатламдарына, ауылдарҙағы ҡоҙоҡтарға, шишмәләргә, йылға-күлдәргә эләгә.
Айырым ярҙамсы скважина аша тултырылған һыу нефть ҡатламының ҙур өлөштәрен продуктив скважинанан айырып, ситкә ҡыҫырыҡлай – нефттең ул өлөшө юғалтыла. Шул сәбәпле байтаҡ скважина ваҡытынан алда нефть биреүҙән туҡтай. Әлбиттә, юғалтыуҙарҙың сәбәптәре, һанай китһәң, бихисап. Ғәҙәттә, ул осраҡтарҙа геологтарҙы ғәйепләйҙәр. Ә сәбәп иң тәүҙә киң билдәле “бөгөн һәм күберәк” талабында. Геологтар скважина тишеп үткән нөктәләге ҡатламдарҙың сифатын ғына баһалай ала. Ятҡылыҡта күберәк тишек быраулағас, ошо промыслалағы төрлө ҡатламдарҙы тикшереп, уларҙың геологик картаһын төҙөргә мөмкин. Ләкин һәр скважина тирәһендәге хәлде белеп бөтөрлөк түгел. Йәнә һуңғы йылдарҙа геология хеҙмәте лә ҙур юғалтыуҙар кисерҙе, күп ойошмалар ябылды, ҡиммәтле кадрҙар ситкә китте.
Иҫкә төшөрһәң, нефтселәр араһында ниндәй үҙенсәлекле профессионалдар бар ине! Заманында Башҡортостан егеттәре ҡайҙа ғына эшләмәне: Ираҡ, Сүриә, Йемен, Алжир, Вьетнам илдәре… Иң ауыры, моғайын, Төмән нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү эше булғандыр. 70–80-се йылдарҙа данлыҡлы Самотлор, Сорғот, Мегион, Когалым, Ямбург, Лянтор, Нягань, Уренгой, Нижневартовск, Заполярное исемдәренә бәйле хәбәрҙәр фронт сводкаларын хәтерләтеп торҙо. Нефтселәребеҙ сафында күпме Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, оло етәкселәр үҫеп сыҡты.
Уйлап ҡараһаң, инде нисәмә йыл тотош ил нигеҙҙә нефть иҫәбенә йәшәй. Теүәлерәк әйткәндә, нефтселәр иҫәбенә, тағы ла анығыраҡ әйтһәк – нефть тармағын үҙҙәренең ышаныслы иңдәрендә тотҡан яҡташтарыбыҙ иҫәбенә. Был һүҙҙәремдә һис бер арттырыу юҡ, тип ышандыра алам. Заманында, төрлө сығанаҡтар буйынса, Төмәндә 60 мең самаһы яҡташыбыҙ эшләне. Ҡайһы промыслаға барып сыҡһаң да, башҡортса йә татарса ҡысҡырып һөйләшкәнде ишетәһең – әйтерһең, үҙебеҙҙең Башҡортостандағы берәй НГДУ буйлап йөрөйһөң.
Беҙ, ветерандар, ул героик дәүерҙе, иң юғары әхлаҡи сифаттарға эйә булған, ил, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән коллегаларыбыҙҙы бик һағынып иҫкә алабыҙ. Әммә йылдар үтә, данлыҡлы исемдәр онотола бара. 90-сы йылдарҙа “үҙгәртеп ҡороу” ғәләмәте башланғас, утты-һыуҙы кискән ҡаһарман егеттәребеҙ ситкә этәрелеп, нефть тармағы “уңышлы менеджерҙар” ҡулына күсте.
Шуларҙы уйлаһаң, гелән бер боронғо халыҡ йыры иҫкә төшә. Хәҙер уны үҙгәртеберәк башҡаралар, элек ошолай ти торғайнылар:
…Аяғыңа кейгән итектәрҙең
Туҙған икән ҡалын да олтаны,
Һеҙҙең кеүек донъя күргән ирҙәр
Булһа икән илдең дә солтаны…
Быйыл Башҡортостан нефтенең 85 йыллыҡ юбилейы билдәләнә. 1932 йылдың 16 майында, яҙҙың матур бер көнөндә, Ишембай янындағы 702-се скважина (уны нефтселәр яратып иҫкә алып, “бабушка” тип йөрөтә) нефть фонтаны бирә. Артабан Башҡортостан нефтенең шатлыҡ-байрамдары ла, ҡара көндәре лә күп була. Уның тарихы палаткаларҙан, землянкаларҙан, ағас буровойҙарҙан, утын яғып эшләгән ҡаҙанлыҡтарҙан башлана. Нефтселәр үткән ерҙәрҙә яңы ҡалалар, уларҙан һис ҡалышмаған ҙур ҡасабалар, мәҙәниәт, спорт һарайҙары, мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, шифаханалар, ял йорттары ҡалҡып сыға. Күп яҡташтарыбыҙ өсөн нефть эше йәшәү сығанағы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә яҙмышҡа әйләнде. Яҡынлашып килгән оло байрам алдынан нефтсе яҡташтарыбыҙҙы ҡотлап, нефттең киләсәгенә бәйле өмөттәрҙең тормошҡа ашыуын теләйек. Ваҡыт үтә, оҙаҡламай 100 йыллыҡ юбилей ҙа килеп етер. Ә ветерандарыбыҙҙың сафы һирәгәйә бара. Улар Башҡортостан нефтенең киләсәге тураһында уйланып, борсолоп йәшәй. Әйтер һүҙҙәре лә бар, бихисап документтар, фотоһүрәттәр һаҡлайҙар. Бына шуларҙы бергә туплап, Өфөлә Башҡортостан нефте музейы ойошторһаҡ, был ҙур, изге эш булыр ине. Ә беҙҙәге нефттең киләсәге өсөн борсолаһы түгел – данлыҡлы девон нефтенә алмашҡа рифей хазиналары килә.