Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәхси хужалыҡтар ярты илде туйҙыра
Шәхси хужалыҡтар ярты илде туйҙыра
Шәхси хужалыҡ. “Шәхси” тигән һүҙ генә лә кешенең үҙенеке, йәғни уның ғына мөлкәте икәнде аңлата. Хужалыҡты ғаиләң, яҡындарың менән берлектә алып барыу мөмкин. Булмаһа, тарихҡа күҙ ташлап, бөгөнгөһөн байҡап, киләсәкте күҙаллап, ошо турала һөйләшәйек.

Тарих. Әсе һабаҡ...

Кешенең шәхси мөлкәте гелән булған: тәүтормош осоронда — таш ҡоралы, йәшәр, ғаилә усағын һаҡлар өсөн — мәмерйәһе. Был хәл ҡол биләү, сит-ят ҡан бәндәләрен әсир итеү заманына тиклем шулай дауам иткән. Ер эшен үҙләштерә башлағас та биләмәһеҙ тормағандар. Хатта “крепостное право” ваҡытында ла крәҫтиәндең “наделы”, өй ҡаралтыһы (һуңынан ғына күбеһе быларҙың бөтәһенән ҡолаҡ ҡаҡҡан) булған. Столыпин реформаһынан һуң крәҫтиәндәргә бөтөнләй юл асыла. Хатта хәллерәктәр айырым ауыл (выселок, хутор) төҙөү мөмкинлеге ала. Бушыраҡ, сәселмәй ятҡан ерҙәр үҙләштерелә башлай.
Совет власы ла, бөтә ерҙәрҙе дәүләт ҡарамағына күсерһә лә, ҡапыл ғына йорт участкаларына, шәхси хужалыҡ алып барыуға “ҡыҫылмай”. 1930 йылда ҡабул ителгән “Ауыл хужалығы артелдәре тураһында”, 1935 йылда колхоздарға тәҡдим ителгән “Яҡынса устав”та ла шәхси хужалыҡтар тураһында тәҡдимдәр бар. Башта 0,5–0,8 гектар ер өлөшө рөхсәт ителһә, яйлап улар ҡыҫҡартыла бара, сөнки ере күп булған һайын крәҫтиән шәхси хужалығына ваҡытын күберәк бүлә, “таяҡ”ҡа ғына эшләгән колхоз эшенә һалҡын ҡарай башлай. Шуға ла ВКП(б) Үҙәк комитетының “О мерах охраны общественных земель колхозов от разбазаривания” (28 май, 1939 йыл) тип аталған ҡарары сыға. Уға ярашлы, бөтә “артыҡ” ерҙәр тартып алына.
Һалымдарға килһәк, бөгөнгө (2003 йылдағы) закон буйынса етештерелгән тауар, аҙыҡ-түлек шәхси мөлкәт һанала, һатылғаны эшҡыуарлыҡҡа тиңләнмәй. Совет осороноң 20–30-сы йылдарында ла крәҫтиән “берҙәм ауыл хужалығы һалымы” ғына түләп килә, ул 1923 йылда тормошҡа ашырыла башлай. Ләкин 1928 йылда “тигеҙлек” бөтөрөлә, яңғыҙ хужалыҡ менән йәшәгәндәрҙе колхозсыларҙан айыралар. Тәүгеләрен “единоличник” тип атап, һалымды әллә нисәмә тапҡырға арттыралар. Етмәһә, 35 процент ярлыны һалымдан бөтөнләй азат итеп, уларҙыҡын единоличниктар елкәһенә һалалар. Хәллеләренә тағы ла, килемдең күпме булыуына ҡарамаҫтан, шәхси (индивидуаль) һалым да һалына башлай. Был илдә баш-баштаҡлыҡҡа, ауыл Советы, колхоз етәкселәренең элекке бай, хәлле, урта хәлле кешеләрҙән шәхсән үс алыуына килтерә.
“Сельхозналог”тан тыш, крәҫтиәнгә күтәрә алмаҫлыҡ йөк — дәүләт заемы таратыу башлана. 1928 йылға тиклем облигациялар крәҫтиәндең теләге менән генә таратылһа, унан һуң көсләп бирелә башлай. Етмәһә, самооблажение (ауыл Советы үҙ мәнфәғәте өсөн тотонорға тейеш аҡса) түләтеү күтәрелмәҫ һалымға әйләнә. 1927 йылдан ул ауылдағы бөтә хужалыҡтарҙың дөйөм һалымының 35 процентынан арттырылмаҫҡа тейеш булһа, 1930 йылдан 50 процентҡа күтәрелә. 1931 йылдан крәҫтиәнде рәсми рәүештә өс төркөмгә бүләләр: колхозсы, единоличник, кулак. Элегерәк улар бер төрлө, йәғни килеменә ҡарап һалым, самооблажение түләһәләр (хәллерәктәрҙең килеме күберәк, тимәк, һалым, самооблажениеларҙы ла күберәк түләйҙәр), бынан һуң инде ҡайһы төркөмгә инәләр, шуға ҡарап һалым да төрлөсә һалына. Мәҫәлән, тарихсы Р. Дәүләтшин “Великий перелом” китабында яҙыуынса, 1930–1935 йылдарҙа ҡайһы бер единоличниктарҙың самооблажениеһы ауыл хужалығына һалымдың 50–150 процентын тәшкил иткән. 1933 йылдан ауыл Советы, унда йәшәгән халыҡ сходы самооблажениеға йыйған аҡсаны үҙ ауылдарының юлын төҙәтеү, шишмәләрен таҙартыу һәм башҡа мәшәҡәттәре өсөн тотона алмай — йыйылған сумма район ҡарамағына китә. Самооблажение асылда айырым һалымға әйләнә. Ә 1931 йылдан “культсбор” тип аталған аҡса йыйыу башлана. Уны тәүҙә, йылына бер тапҡыр түләнә, тиһәләр ҙә, һуңынан был шарт юҡҡа сығарыла. Күләме ауыл хужалығы һалымының 40–60 проценты менән билдәләнә.
Крәҫтиәндәр, бигерәк тә единоличниктар, шәхси хужалығы менән йәшәгәндәр, колхозға инергә теләмәгәндәр кәмендә туғыҙ төрлө һалым һәм башҡа төрлө түләүҙәр түләргә тейеш булған. Шуны иҫкә төшөрөү мөһим: колхозсы “таяҡ”ҡа эшләгән! Ә барлыҡ һалымдар, заемдар аҡсалата йыйылған. Күп колхоздар “тере” аҡса түләй алмағас, бөтә көс шәхси хужалығына төшкән. Унан килгән килем иһә телгә алған һалымдарҙы түләүгә киткән. Күпселек райондарҙа шәхси хужалыҡҡа бер һыйыр, бер быҙау, ике һарыҡ, теләгәнсә ҡуян, 20 баш умарта тоторға ғына рөхсәт ителгән. Ат тотоу тыйылған. Етмәһә, натуралата һалым да һалынған. Единоличник гелән колхозсыға ҡарағанда күберәк түләгән. Әйткәндәй, натуралата һалым үҙгәреп торған. Мәҫәлән, 1933 йылда һәр единоличник 50 килограмм ит тапшырырға тейеш булһа, 1940 йылда — 72! Шәхси хужалығында мал аҫраған колхозсы кәмендә 40 килограмм ит тапшырған. Малы юҡ икән — аҡсалата түләгән. Крәҫтиән ике кварталда ит, һөт, йомортҡа, һарыҡ йөнө тапшырыу һалымын ваҡытында түләй алмаһа, уның малы, йорт-ҡураһы тартып алынып, осһоҙ хаҡҡа һатылған. Единоличниктар, үтәй алмаҫтай һалымдарҙан тыш, иген тапшырыу планын да үтәргә тейеш булған.
Бындай хәл колхозсылар аҡса күрә башлағансы, йәғни үткән быуаттың 60-сы йылдарына саҡлы бара. Ә бына “артыҡ һөттө” хөкүмәткә тапшырыу (асылда тартып алыу) 90-сы йылдарғаса йәшәп килде. Һинең ғаиләңдә бер балаң бармы, 5–8 баламы — тейешенсә тапшыр. Юҡһа фуражын да, һалам-бесәнен, техникаһын да күрмәйәсәкһең. Хатта ауыл Советтары һөт йыйыу буйынса ярыша-ярыша йөкләмәләр ҙә ала ине. Нисек кенә үтәлмәне улар, яҙһаң, кеше ышанмаҫ. Мәҫәлән, Өфө, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы райондары халҡы Өфөгә һары май алырға юллана торғайны. Фәлән-фәлән литр һөт урынына шунса-шунса май тапшырһаң, планың үтәлгәнгә иҫәпләнә. Һөт ҡәҙерле ине ул саҡта. Бер генә һыйыр аҫрарға рөхсәт ителгәнлектән, уның ҡайһы ере артыҡ булһын да, ҡайһы хужабикә, балаларының ауыҙынан өҙөп, “үҙ теләге” менән тапшырһын инде?! 70–80-се йылдарҙа магазинға йомортҡаға ҡайтҡан тауарҙы ла иҫкә алып үтеү кәрәктер. Ҡайһы ғына ауыл магазинына инмә, “галош — күкәйгә”, “ботинка — йомортҡаға” тип яҙылып ҡуйылғайны. Ә 30–60-сы йылдарҙы уйлаһаң, 40 килограмм ит тапшырыу ғаиләңдән, балаларыңдан өҙөп, берҙән-бер һыйырыңдың быҙауын натуралата һалымға илтеп биреү тигән һүҙ. Һауған һөтөңдө лә тапшырырға тейешһең, тауыҡтарың ҡытҡылдау менән күңелең һыҡрай башлай: балаларың өсөн һаламы улар йомортҡаны, әллә... Һалым ваҡытында түләнмәһә, Енәйәт кодексының 107-се статьяһы ҡулланылған (өлөшләтә йәки тулыһынса мөлкәтен конфискациялау, өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү).

Ҡанундар, мөмкинлектәр

Шәхси хужалыҡта етештерелгән тауар эшҡыуарлыҡҡа инмәй. Шуға хужа ике төрлө — ер һәм йорт-ҡура, ҡаралты һалымы ғына түләй. 2011 йылдың июнендә 2003 йылда ҡабул ителгән “Шәхси хужалыҡ тураһында”ғы Федераль закондың 4-се статьяһына, РФ Һалым кодексының икенсе бүлеге 217-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн 0,5 гектар ер ҡарала. Субъекттарҙың урындарҙағы ҡанундары, мөмкинлегенә ҡарап, ер майҙаны биш тапҡырға — 2,5 гектарғаса — арттырылырға мөмкин. Әгәр ҙә законда ҡаралған биләмәнән ере күберәк икән, крәҫтиән шәхси эшҡыуар булып теркәлергә, йәғни крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға тейеш. Шулай уҡ үҙгәрештәрҙә ялланып эшләүсе (наемный рабочий) тураһында айырым әйтелә. Шәхси хужалыҡта кешене эшләтеү тыйыла. Тик эшҡыуарҙар ғына, эшсегә ҡаралған бөтә төр льготаларҙы ҡулланып, эш хаҡы түләп, пенсия фондына тейешле сумманы күсереп кешегә эш тәҡдим итә ала.

Һандар ни һөйләй?

“Фермер илде туйҙырасаҡ” — 90-сы йылдар башында, тәү башлап фермерлыҡ хәрәкәте йәйелә башлағас, шундай оптимистик лозунг бар ине. Хатта Ельцин хөкүмәте аграр үҙгәртеп ҡороуҙар өсөн бик күп сығымдар ҙа бүлде. Ул саҡтағы аҡса менән яңы эшкә ҡыйыу тотоноусыларға миллион һумға саҡлы аҙ процентлы ссуда, бар төр техника бүленде. Ләкин инфляция, ауыл хужалығы продукцияһының сеймалға ғына әйләндерелеүе, кәштәләргә сит ил тауарының тулыуы бар башланғысҡа аяҡ салды. Бөгөн илдә 250 мең тирәһе крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары (элекке колхоз, совхоздарҙы ла индереп) ҡалды. Уның ҡарауы, шәхси хужалыҡтар 22 миллиондан ашты (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 18–20 миллион). Шәхси хужалыҡтар өлөшөнә бөтә ауыл хужалығы продукцияһының яртыһынан күбе төшә. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 6 процент тауар етештерһә, АПК-лар — 42 процент. 22,8 миллион шәхси хужалыҡтың һәр береһендә 3–4 кенә кеше булһа ла, улар ярты ил халҡын аҙыҡ менән тәьмин итә тигән һүҙ.
Шәхси хужалыҡтар элек бәләкәй хужалыҡ итеү алымынан эрегә (колхоз, совхоз) күскән осорҙа тәжрибә майҙансығы булып торһа, хәҙер, киреһенсә, эре хужалыҡтарҙан бәләкәйҙәргә бүлгеләнгәндә һығылмалыҡ ролен үтәй. Шәхси хужалыҡтар, Рәсәйҙең бөтә сәсеү майҙанының 4,3 процентын ғына тәшкил итеүенә ҡарамаҫтан, илдәге 90 процент картуфты, 50 – башҡа төр йәшелсә, 25 процент йомортҡа етештерә.
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу (2006 йыл) күрһәтеүенсә, 59,2 мең ауыл хужалығы ойошмаларының 69 проценты ғына асылда ниҙер етештерә; 253,3 мең крәҫтиән (фермер) хужалығының яртыһы, 31,8 мең үҙаллы эшҡыуарҙың 67 проценты ғына эшләй. Шәхси хужалыҡтарға килгәндә, 22,8 миллиондың 86 проценты ауыл хужалығы тауарҙары етештерә. Һуңғыларын анализлағанда шул күренә: 30 процент ғаилә өҫтәмә килем булараҡ хужалығын алып бара, 50 проценты үҙҙәрен аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн, 25 процентыныҡы — төп килем сығанағы.
Тауарҙы етештереү генә түгел, уны һата ла белергә кәрәк. Был йәһәттән, Интернет селтәренә таянып, тағы бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт килтерге килә. Шәхси хужалыҡтарҙың 58 проценты тауарын аралашсы, алыпһатар (перекупщик) аша осһоҙ хаҡҡа оҙата. Күрше-күләнгә, таныш-белешкә 37 проценты һата. Ни бары 36 процент хужа ғына баҙарға юллана.
Башҡортостанға килгәндә, БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 580 мең шәхси хужалыҡ бар. Уларға 160 мең гектарҙан ашыу ер беркетелгән. Миллионға яҡын һыйыр малы, 300 мең баш сусҡа, 800 меңдән ашыу кәзә-һарыҡ, 90 мең баш ат иҫәпләнә. Әйткәндәй, Хөкүмәтебеҙ шәхси хужалыҡтарҙы ярҙамынан ташламай. Мәҫәлән, 2009 йылда 282 миллион һумлыҡ 1544 кредит, процент ставкаһын ҡаплар өсөн 137 миллион һум бүленгән. Ә шуның икенсе йылының 10 айына крәҫтиәндәр 301,8 миллион һумлыҡ 1755 кредит алған. Субсидия менән 63 миллионы ҡаплатылған. Шәхси хужалығын алып барыу өсөн кредит алыусыларҙың һаны үҫеүе уларҙың киләсәккә ышанысы артыуы, йәғни хужаларҙың үҙ ғаиләһенең матди хәлен яҡшыртып, киләсәген хәстәрләү тигән һүҙ. Әгәр ил буйынса аҙыҡ-түлек етештереүҙең яртыһынан күбеһе шәхси хужалыҡтарға тура килһә, Башҡортостанда был күрһәткес 60 процентҡа яҡын. Тимәк, хужалыҡтарҙың киләсәге бар. Крәҫтиән күптән үҙенә, ғаиләһенә эшләп, артығын баҙарға илтеп һатып ҡына киләсәген хәстәрләй алыуына ышанған. Меңдәрсә, миллиондарса ғаилә етеш тормошта йәшәһә, тотош ил дә етеш йәшәйәсәк бит. Был йәһәттән республика Хөкүмәте тарафынан 2010–2012 йылдарға айырым программа ла ҡабул ителгән, финанс яғынан нығытылған.

Йомғаҡлау һүҙе

Беҙҙең атай-олатайҙар ниндәй генә заманда ла шәхси хужалыҡ алып барырға тырышҡан, үҙ көсөнә таянған хужалыҡ итеү алымы ғына ғаиләһен ауыр саҡтарҙа ас итмәҫенә ышанған. Бөгөн иһә ҡайһы бер ҡый баҫҡан баҡсаларҙы, буш һарайҙарҙы, типһә тимер өҙөрлөк ирҙәрҙең ауылда эш юҡлыҡҡа зарланыуҙарын, тупылдатып бала һөйөр саҡтарында “бынау заманда хәйерсе үрсетәйекме ни” тигән гүзәл заттарҙы күреп йөрәк әрней. Шулай ҙа күңелдә өмөт осҡондары ялҡынланып китә — ауылдар төҙөкләнә, яңынан-яңы йорттар ҡалҡа. Тимәк, халыҡ иртәгәһе көнөнә ышанып баға. Был иһә — иң мөһиме.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 468

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704