Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бәләкәй эшҡыуарлыҡ оло кәртәләрҙе емерә
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ оло кәртәләрҙе емерә Хәҙер беҙ Өфөлә халыҡ-ара йыйындар уҙыуына күнегеп тә барабыҙ. Шуға күрәлер ҙә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренән килгән бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең икенсе форумы, ваҡиға булараҡ, әллә ни шау-шыу тыуҙырманы. Әммә унда ике көн буйы барған эшлекле һөйләшеү бизнес даирәһенең иғтибар үҙәгенән төшмәй.
Был ҙур осрашыуҙа Рәсәйҙең 34 төбәгенән һәм 13 илдең – Белоруссия, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Һиндостан, Көнь­яҡ Африка Республи­каһы, Чехия, Швейцария, Мальта, Латвия, Вьетнам, Төр­киәнең – һөнәри берек­мәләренең, власть орган­дарының, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ­тың мең­гә яҡын вәкиле ҡат­нашты. Йыйынды уҙ­ға­рыу башланғысы ме­нән Баш­ҡортостан Баш­лығы Рөс­тәм Хәмитов сығыш яһағайны.
– Ҙур булмаһа ла, был эшҡыуарлыҡ көсәй­гән­дән-көсәйә бара, һәм ул үҙ юлындағы барлыҡ­ҡа килгән бөтә кәртәләр­ҙе емерә, – тине Рөстәм Зә­ки улы, форумда ҡат­на­шыусылар алдында сы­ғыш яһап. – Мин ҙур бизнес вәкилдәре менән йыш осрашам, һалым түләү йәки етештереүҙе арттырыу кеүек мәсьәлә­ләрҙе даими тикшерә­беҙ. Ләкин уларҙан яңы төр продукция етештерә башлау, яңы предприятие асыу буйынса һәм башҡа тәҡ­димдәрҙе бик һирәк ише­тәһең. Күренеп тора: бәләкәй һәм урта эшҡы­уарлыҡ илдең алға табан йылдам үҫешен тәьмин итергә һәләт­лерәк.
Әлегә беҙҙең илдә был төр йүнселлектең дөйөм иҡтисадта өлөшө ҙур тип әйтеп булмай. Баҙар иҡтисадына күс­кәнгә оҙаҡ та түгел, ә Совет власы­ның 70 йыл­лыҡ дәүе­рендә эшҡы­уар­лыҡ телә­ге халыҡ аңы­нан төбө-тамыры менән йолҡоп алынды бит. Ләкин ошо йүнәлештә ныҡышмалы эш алып барыу – иң кө­нүҙәк та­лаптарҙың бере­һе. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин да Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәт­намәһендә әйтеп үтте.
Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов форумдың йом­ғаҡлау ултырышында белдереүенсә, ШОС һәм БРИКС илдәре тө­бәктә­ренең II Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы үҙ маҡсатта­рына иреште, ул үҫеш юлдарын билдәләү һәм үҙ-ара отошло киле­шеү­ҙәр төҙөү буйынса ысын майҙансыҡҡа әүе­релде. Йыйынды Өфөнөң Конгресс-холында киләһе йылда ла уҙғарырға ниәт­ләйҙәр.

Бәхтиәр ХӘКИМОВ, Рәсәй Президен­тының ШОС илдәре эше буйынса махсус вәкиле:
– Бәләкәй һәм урта эшҡыуар­лыҡтың иң мөһим мәсьәләләренең береһе – финанс­лау­ға рөхсәт алыу. Коммерция банктары аша быға өлгәшеү ҡатмарлы, шуға күрә ошо төр бизнес өсөн айырым банктар булдырылды. Миҫал итеп Ҡытайҙың “Бөйөк ебәк юлы” банкын, башҡа­ларҙы күрһәтергә мөмкин. Был – аҡса тотоноуҙың ышаныслы юлы, сөнки ШОС һәм БРИКС илдәренең ба­ҙары ла ғәйәт ҙур: етештергән продукция­ны, хеҙмәтте 2,5 миллиард ҡулланыусы көтә.

Алексей ЩЕРБАЦКИЙ, Башҡорт­остан Республикаһының Эшҡыуар­лыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе:
– Республиканың иң тотороҡло брендта­рын эшҡыуарлыҡты үҫтереү програм­маһы аша конкурс нигеҙендә финансларға тәҡдим итәм. Өфөләге “Һәр кемгә йорт” төҙөлөш компания­һы, мәҫәлән, ағас плитә­ләрҙән тор­ған һәм квадрат метры 22 мең һум ғына булған өйҙәрҙе алты аҙна эсендә һалып та ҡуя. Улар беҙҙең яҡлауға һәм хуплауға мохтаж.

Зифҡәт СӘЙЕТҒӘЛИЕВ, Баш­ҡорт­остан­дың Ауыл хужалығы тауары етештереүсе­ләр союзы рәйесе:
– Беҙҙең төбәктә етештерелгән һәм донъя баҙарында һирәк осраған продукция барлы­ғын да онотмайыҡ. Мәҫә­лән, ужым арышы. Заманында Рәсәй был аҙыҡты Европала иң күп етеш­тереүсе булған, хәҙер ужым арышы баҙарын Польша менән Германия эләктерҙе. Башҡортос­тан иһә уны 200 мең­дән алып миллион тоннаға саҡлы үҫ­те­реп һата ала. Беҙҙә күпләп үрсе­телгән ҡаҙ тураһында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Рәсәй төбәктәре араһында иң күп ҡаҙ көтөүе Башҡорт­останға тура килә. Ә уны Франция, Венгрия һәм Ҡытайҙан башҡа үрсе­теүсе юҡ та тип әйтерлек. Фо­румдың “Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ сәнәғәте – компанияларҙың төбәк-ара хеҙмәттәшле­генең яңы мөмкин­лек­тәре” тигән сек­цияһында шул турала сығыш яһаным.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә 12.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанға ямғырҙар урынына эҫе көндәр килә...

Тотош уҡырға 3

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай 12.05.2026 // Иҡтисад

Йәннәт һәм Сәрүәт: Башҡортостанда ата-әсәләр ниндәй исемдәр һайлай...

Тотош уҡырға 2

Республикаға ямғырҙар һәм һалҡындар килә

Республикаға ямғырҙар һәм һалҡындар килә 08.05.2026 // Иҡтисад

Күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 3

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 2

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 5

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә