Хәҙер беҙ Өфөлә халыҡ-ара йыйындар уҙыуына күнегеп тә барабыҙ. Шуға күрәлер ҙә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренән килгән бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең икенсе форумы, ваҡиға булараҡ, әллә ни шау-шыу тыуҙырманы. Әммә унда ике көн буйы барған эшлекле һөйләшеү бизнес даирәһенең иғтибар үҙәгенән төшмәй.Был ҙур осрашыуҙа Рәсәйҙең 34 төбәгенән һәм 13 илдең – Белоруссия, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Һиндостан, Көньяҡ Африка Республикаһы, Чехия, Швейцария, Мальта, Латвия, Вьетнам, Төркиәнең – һөнәри берекмәләренең, власть органдарының, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың меңгә яҡын вәкиле ҡатнашты. Йыйынды уҙғарыу башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһағайны.
– Ҙур булмаһа ла, был эшҡыуарлыҡ көсәйгәндән-көсәйә бара, һәм ул үҙ юлындағы барлыҡҡа килгән бөтә кәртәләрҙе емерә, – тине Рөстәм Зәки улы, форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап. – Мин ҙур бизнес вәкилдәре менән йыш осрашам, һалым түләү йәки етештереүҙе арттырыу кеүек мәсьәләләрҙе даими тикшерәбеҙ. Ләкин уларҙан яңы төр продукция етештерә башлау, яңы предприятие асыу буйынса һәм башҡа тәҡдимдәрҙе бик һирәк ишетәһең. Күренеп тора: бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ илдең алға табан йылдам үҫешен тәьмин итергә һәләтлерәк.
Әлегә беҙҙең илдә был төр йүнселлектең дөйөм иҡтисадта өлөшө ҙур тип әйтеп булмай. Баҙар иҡтисадына күскәнгә оҙаҡ та түгел, ә Совет власының 70 йыллыҡ дәүерендә эшҡыуарлыҡ теләге халыҡ аңынан төбө-тамыры менән йолҡоп алынды бит. Ләкин ошо йүнәлештә ныҡышмалы эш алып барыу – иң көнүҙәк талаптарҙың береһе. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин да Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйтеп үтте.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов форумдың йомғаҡлау ултырышында белдереүенсә, ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең II Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы үҙ маҡсаттарына иреште, ул үҫеш юлдарын билдәләү һәм үҙ-ара отошло килешеүҙәр төҙөү буйынса ысын майҙансыҡҡа әүерелде. Йыйынды Өфөнөң Конгресс-холында киләһе йылда ла уҙғарырға ниәтләйҙәр.
Бәхтиәр ХӘКИМОВ, Рәсәй Президентының ШОС илдәре эше буйынса махсус вәкиле: – Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың иң мөһим мәсьәләләренең береһе – финанслауға рөхсәт алыу. Коммерция банктары аша быға өлгәшеү ҡатмарлы, шуға күрә ошо төр бизнес өсөн айырым банктар булдырылды. Миҫал итеп Ҡытайҙың “Бөйөк ебәк юлы” банкын, башҡаларҙы күрһәтергә мөмкин. Был – аҡса тотоноуҙың ышаныслы юлы, сөнки ШОС һәм БРИКС илдәренең баҙары ла ғәйәт ҙур: етештергән продукцияны, хеҙмәтте 2,5 миллиард ҡулланыусы көтә.
Алексей ЩЕРБАЦКИЙ, Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы рәйесе: – Республиканың иң тотороҡло брендтарын эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы аша конкурс нигеҙендә финансларға тәҡдим итәм. Өфөләге “Һәр кемгә йорт” төҙөлөш компанияһы, мәҫәлән, ағас плитәләрҙән торған һәм квадрат метры 22 мең һум ғына булған өйҙәрҙе алты аҙна эсендә һалып та ҡуя. Улар беҙҙең яҡлауға һәм хуплауға мохтаж.
Зифҡәт СӘЙЕТҒӘЛИЕВ, Башҡортостандың Ауыл хужалығы тауары етештереүселәр союзы рәйесе: – Беҙҙең төбәктә етештерелгән һәм донъя баҙарында һирәк осраған продукция барлығын да онотмайыҡ. Мәҫәлән, ужым арышы. Заманында Рәсәй был аҙыҡты Европала иң күп етештереүсе булған, хәҙер ужым арышы баҙарын Польша менән Германия эләктерҙе. Башҡортостан иһә уны 200 меңдән алып миллион тоннаға саҡлы үҫтереп һата ала. Беҙҙә күпләп үрсетелгән ҡаҙ тураһында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин. Рәсәй төбәктәре араһында иң күп ҡаҙ көтөүе Башҡортостанға тура килә. Ә уны Франция, Венгрия һәм Ҡытайҙан башҡа үрсетеүсе юҡ та тип әйтерлек. Форумдың “Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ сәнәғәте – компанияларҙың төбәк-ара хеҙмәттәшлегенең яңы мөмкинлектәре” тигән секцияһында шул турала сығыш яһаным.