Баҙар иҡтисады һәр эшләүсегә генә түгел, ә һәр предприятиеға ла үҙ баһаһын бирә – йә ҡулланыусылар ихтыяжына яуап биргән, хатта башҡаларҙыҡынан үтемлерәк булған тауар етештерәһең, йә юҡҡа сығаһың. Буш урыныңды көн-сәғәте менән бүтәндәр биләп аласаҡ. Был күренешкә беҙ күнегә лә барабыҙ шикелле.Иҡтисади көрсөк аяу белмәй – быйыл 31 октябрҙә “Версия” мәғлүмәт-аналитика үҙәгенең хәбәр итеүенә ҡарағанда, һуңғы дүрт йылда ғына ла Рәсәйҙә элегерәк совет сәнәғәте бәһлеүәндәре булып иҫәпләнгән 30-ҙан ашыу ҙур предприятие ябылды. Улар араһында Ижевскиҙың мотоцикл заводы, Павловтың инструменталь, “Авангард” судно төҙөү, Һарытау авиация һәм башҡа заводтар бар. Сәбәптәре иҡтисади нигеҙгә ҡайтып ҡала. “РусАл” компанияһының дүрт алюминий заводының 2013 йылда уҡ эшләүҙән туҡтауын, мәҫәлән, продукцияһының үҙҡиммәте бик юғары булыуы менән аңлаттылар. Ә был иһә уның металл баҙарындағы хаҡын үҙенән-үҙе күтәрә һәм, тәбиғи, бер юлы конкурентлыҡ һәләтен дә түбәнәйтә. Ләкин завод тауарын үҙҡиммәттән дә түбәнерәк хаҡҡа һата алмай. Етмәһә, яҡында ғына – Ҡытай, ул етештергән алюминий байтаҡҡа арзаныраҡ булып сыҡты.
Башҡортостанды ла урап уҙманы был афәт. Өфө үҙәге буйлап үткәндә генә лә элек гөрләп эшләгән әллә күпме завод биналары күҙгә салына. Бына Карл Маркс менән Чернышевский урамдары киҫешкән ерҙәге матур йәшел йорт. Унда бөгөн исеме лә онотола яҙған “Өфөсельмаш” заводы урынлашҡайны. Илебеҙҙең барлыҡ ҡошсолоҡ фабрикалары өсөн вентиляторҙар эшләп сығарған был предприятие тураһында беҙҙең гәзит тә йыш яҙҙы. Һуңғы тапҡыр яҙғаныбыҙ ҙа хәтерҙә: келәттәрҙең генә түгел, хатта ихатаһының да бер кем дә алмай башлаған вентиляторҙар менән тулыуы, шул арҡала цехтарҙың туҡтап ҡалыуы хаҡында ине ул мәҡәлә. Хәҙер был бинаны “Бизнес-үҙәк” биләй, ундағы матур бүлмәләрҙә ултырыусылар республикала эшҡыуарлыҡты нисек алға ебәреү тураһында баш вата. Был үҙәккә урам аша ғына Профсоюздар йорто бар. Уның офистары халыҡ телендә “Горелый завод” тип йөрөтөлгән предприятиеның бинаһын үҙгәртеп ҡороу нигеҙендә барлыҡҡа килде.
Ошо ерҙән ике квартал көньяҡҡараҡ китһәң, элекке Киров исемендәге завод булған урынға барып сығаһың. Унда телефон аппаратураһы эшләп сығаралар ине. Әле был цехтар урынында Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты, ниндәйҙер Гуманитар академияның Өфө филиалы, юридик конторалар урынлашҡан. Ә был тапҡырҙан ике-өс квартал көнбайышҡа табан атлаһаң, заманында телеүҙәккә күрше генә тиерлек эшләгән икмәк заводы биләмәһенә юлығаһың, уның биналарында “Пушкинский” ваҡлап һатыу баҙары эшмәкәрлек йәйелдергән. Ә хәҙер көнсығышҡа табан йүнәләйек. Октябрь революцияһы урамы буйлап аҫҡа төшкәндә уң яҡтан “ВТБ” банкының ҡыҙғылт төҫтәге күркәм бинаһы күҙгә ташлана. Элегерәк был майҙанды биләгән Тау ҡорамалдары заводын да йәштәр хәтерләмәйҙер инде, ә бит илдең ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуға был предприятие етештергән ҡорамалдар тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт итте. Бер юлы әлеге Чернышевский урамындағы аяҡ кейемдәре фабрикаһы ла иҫкә төшә. Уның биналарындағы сауҙа ойошмаларының нисәү икәнен аныҡ ҡына әйтеүе лә ҡыйын, сағыштырмаса ҙурыраҡ булғаны “Техно” магазины, ахыры.
Былары – Өфөнөң үҙәгендә эшләгәндәре генә. Ә Иҫке Өфө, Черниковка яғынараҡ китһәң, “үлгән” заводтар тағы ла күберәк. Приборҙар эшләү, “Пищмаш”, “Прогресс”, “Магнетрон”, электр лампалары заводтары, макарон фабрикаһы, “Мир” тегеү фирмаһы һәм башҡа предприятиелар ҙа тарихҡа инеп юғалды. Тәүгеһенең бер ҙур бинаһын “Росреестр” биләй, ҡалғандарын ҡуртымға йәки һатып алыусы табылмай, ахыры – ҡараңғы мәлдә СССР-ҙың 50 йыллығы урамы буйлап барғанда, тәҙрәләрендә ут булмауын шәйләйһең.
Шуныһы ҡыҙыҡ (ә, бәлки, ҡыҙғаныстыр ҙа): был биналарҙы биләгән эреле-ваҡлы ойошмалар бер ниндәй тауар ҙа етештермәй! Баҙар иҡтисады шулай була, күрәһең... Бындай миҫалдарҙы республикабыҙҙың башҡа ҡалалары буйынса ла килтерергә мөмкин. Тимәк, сит ил тауарҙары юҡҡа ғына килеп тулмаған беҙгә.
Бөтә һанап кителгән предприятиелар ҙа баҙар иҡтисадына яраҡлаша алмау арҡаһында юҡҡа сыҡты. Уларҙа үҙҡиммәтте төшөрөргә, сифатты донъя кимәленә күтәреү өсөн ашығыс рәүештә заманса ҡорамалдар менән тәьмин итергә, яңы технологиялар индерергә, коллективты ҡыҙыҡһындырып эшләтә белгән менеджерҙар ебәрергә кәрәк ине. Барлыҡ табышты үҙәккә йүнәлтеп торған предприятиеларҙа бының өсөн аҡса булманы. Улар бит хатта үҙендә ҙур булмаған ремонт эшләтеү өсөн дә Мәскәүҙәге министрлыҡтан рөхсәт һорай ине. Тик уҙған быуаттың 90-сы йылдарында һәм унан аҙаҡ та хөкүмәт ни өсөндөр валютаны үҙ заводтарыбыҙға ярҙам итеүгә тотоноу түгел, баҙарҙы сит ил әйберҙәре менән тултырыуға тотондо.
Ә бит баҙар иҡтисадында батмаҫ өсөн шәп ҡорамалдар һәм технологиялар ғына етмәй. Былтыр, мәҫәлән, Ульяновск автомобиль заводы аҙналап туҡтап ултырҙы. Сәбәбе – был төр продукция баҙарында һатылмаған машиналарҙың артыҡ күбәйеүе, һумдың курсы түбәнәйеүе арҡаһында күп кенә импорт деталдәрҙең хаҡы артыуы, халыҡтың һатып алыу һәләтенең элеккесә түбән ҡалыуы... Тимәк, мотлаҡ рәүештә тәжрибәле һәм таһыллы маркетинг белгестәре лә талап ителә! Улары ла күктән төшмәй, алдан әҙерләргә кәрәк.
Туҡтарға мәжбүр булған предприятиелар төрлө тармаҡтарға ҡарай. Рәсәйҙә ундайҙар бигерәк тә металлургия, автомобилдәр эшләү, химия йүнәлешендә күп. Был хәлдең социаль эҙемтәләре лә ҙур, әлбиттә. Ике йыл ярым элек ябылған Байкал целлюлоза-ҡағыҙ комбинатының, мәҫәлән, 1 600 кешеһе эшһеҙ ҡалды. Ә бит Байкальск ҡалаһы өсөн ул берҙән-бер предприятие ине. Уның менән бер үк ваҡытта тиерлек “Южуралникель”, “Амурметалл”, Златоуст һәм Новосибирск металлургия заводтары туҡтаны. Һуңғыһының бурысы 2,7 миллиард һум булып киткәйне.
Һамарҙың ун бер бинаһы булған һәм 2,5 гектар майҙанды биләгән Матбуғат йорто 1964 йылда уҡ сафҡа индерелгән. Унда тиҫтәләрсә йылдар “Волжская коммуна”, “Самарские известия” кеүек өлкә баҫмалары ла, “Российская газета”, “КоммерсантЪ”, “Известия”, “Московский комсомолец” кеүек федераль гәзиттәрҙең урындағы ҡушымталары ла сығып килде. 2006 йылда нәшриәт етәкселеге бурыстарҙан ҡотолоу маҡсатында айырым биналар һәм цехтарҙы шәхси эшҡыуарҙарға ҡуртымға бирә башлай. Ләкин арендаторҙар, ҡуртым буйынса шарттарҙың улар өмөт иткәнсә үҙгәрмәүен күреп, был майҙандарҙы бер-бер артлы ташлап китә. Һөҙөмтәлә предприятие тағы ла нығыраҡ бурысҡа бата.
Хосуси ойошма булһа, коммуналь хеҙмәтләндереү селтәре уны күптән Арбитраж судҡа бирер ине, ләкин, дәүләт предприятиеһы икәнен иҫәпкә алып, власть органдары уны нисектер ҡурсалап килгән. Әммә ахыр килеп 2008 йылда нәшриәт-полиграфия комплексын хосусилаштырырға мәжбүр булалар. Федераль һалым хеҙмәте нәшриәттең бурысын 76,6 миллион һум тип билдәләй. Яңы хужалар төбәктәге иң эре типографияны башҡа фирмаға һата, уныһы – сираттағы милексегә. “Гарант”, “Квадро”, “Консенсус”, “Деймос”... Былары – ошо комплекстың бер йыл эсендә генә булып үткән хужалары! 2009 йылдан алып биналар буш тора. 2013 йылда ул йәнә дәүләт милкенә ҡайтарыла, сөнки Арбитраж суды хосусилаштырыу осоронда был мөлкәттең баҙар хаҡынан бер нисә тапҡырға арзаныраҡҡа һатылыуын асыҡлай: старт хаҡы 646 миллион һум торған комплекс ул саҡта 50 миллионға ғына һатылған! “Роснедвижимость” үҙенсә аҡлана: бер нисә тапҡыр аукционға ҡуйып та һатып алыусы табылмағас, хаҡын шулай ныҡ төшөрөргә тура килгән икән. Ысынлап та, совет осорона хас булғанса төҙөлгән комплекс редакциялар өсөн күп ҡатлы бинаға, ҙур цехтарға, келәттәргә, йылытыу үҙәгенә, гаражға һәм башҡа ҡаралтыларға эйә. Барыһы ла, әлбиттә, дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә, йәғни сығымдарҙы йәлләмәйенсә төҙөлгән. Улар хәҙер бик ҡиммәт тора. Күсемһеҙ мөлкәт менән эш иткән ҡайһы бер белгестәр уның ысын хаҡы бер миллиард 200 миллион һум булырға тейеш тип раҫлай. Әммә хосуси ойошмалар сауҙа баҙары рәүешендә генә файҙаланыу өсөн уны шул хәтлем аҡса түгеп һатып алырға теләмәй.
Тимәк, ҡайһы бер элекке предприятиелар хатта төҙөлөш үҙенсәлектәре, йәғни архитектураһы йәһәтенән дә бөгөнгө эшҡыуарлыҡ талаптарына тура килмәй. Был майҙанда тауар етештергән предприятие асҡанда маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр ине, әлбиттә. Тик бының өсөн тәүҙә инвестор кәрәк. Ул да миллиардтар түгеп үҙгәртеп ҡорған һәм эшкә ҡушҡан был биналарҙан сыҡҡан әйберҙәрҙең конкурентлыҡҡа һәләтле буласағына ышанырға тейеш. Ә күршеләге ҡулланыу баҙарында Ҡытай әйберҙәре осһоҙораҡ булып сыҡһа һәм халыҡ шуларҙы ғына алһа?
Әгәр ҙә Рәсәй предприятиеларының киләсәге тураһында һүҙ йөрөтһәк, аналитиктарҙың фекеренә лә ҡолаҡ һалмай булмаҫ. Ә улар иһә хәлдең ҡурҡыныс түгеллеген билдәләй. Сит ил хужалары, мәҫәлән, беҙҙең илдәге предприятиеларын һатырға ашыҡмай. Иҡтисади шарттар ыңғай яҡҡа үҙгәргән осраҡта етештереүҙе яңынан башлап ебәрергә була икән. GM концерны, мәҫәлән, Санкт-Петербургтағы автомобиль етештереү ҡеүәттәренең конвейерын туҡтатҡайны. Ләкин, хужалары әйтеүенсә, улар заводты һатырға уйламай ҙа. Бүтән сәнәғәтселәр тураһында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин.
Беҙҙең илдәге эшсе көстөң квалификацияһы ярайһы уҡ юғары, электр энергияһы үтә арзан, етештереү урыны өсөн буш майҙандар кәрәгенән артыҡ... Ә донъя кимәлендәге эшҡыуарҙар өсөн улар бик мөһим булып тора. Тимәк, баҙар иҡтисады талаптары күҙәтелгән осраҡта бындай предприятиелар яңы һулыш алып һәм яңы юлдар менән эшләп китә аласаҡ.
– Бөгөн республикабыҙ етештереү ҡеүәттәренә элеккенән дә нығыраҡ мохтаж. Ауыр заманда оҙайлы баҙар перспективаһына эйә булған предприятиелар, эшҡыуарлыҡты хәҙерге талаптарға ярашлы ҡороусылар иң яҡшы үҫеште күрһәтә. Беҙ ошондай инвестиция проекттарына өҫтөнлөк бирәбеҙ, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, быйыл яҙ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы ултырышында республика Хөкүмәтенең 2015 йылғы эш йомғаҡтары тураһында сығыш яһап.