Ишекте ябыр алдынан кире асырыңды уйла22.11.2016
Ишекте ябыр алдынан кире асырыңды уйла Баҙар иҡтисады һәр эшләүсегә генә түгел, ә һәр предприятиеға ла үҙ баһаһын бирә – йә ҡулланыусы­лар ихтыяжына яуап биргән, хатта башҡаларҙы­ҡы­нан үтемлерәк булған тауар етештерәһең, йә юҡҡа сығаһың. Буш урыныңды көн-сәғәте менән бүтәндәр биләп аласаҡ. Был күренешкә беҙ күнегә лә барабыҙ шикелле.
Иҡтисади көрсөк аяу белмәй – быйыл 31 октябрҙә “Версия” мәғлүмәт-аналитика үҙәгенең хәбәр итеүенә ҡарағанда, һуңғы дүрт йылда ғына ла Рәсәйҙә элегерәк совет сәнәғәте бәһлеүәндәре булып иҫәп­ләнгән 30-ҙан ашыу ҙур предприятие ябылды. Улар араһында Ижевскиҙың мотоцикл заводы, Павловтың инструменталь, “Авангард” судно төҙөү, Һа­рытау авиация һәм башҡа заводтар бар. Сәбәптәре иҡтисади нигеҙгә ҡайтып ҡала. “РусАл” компанияһының дүрт алюминий заводының 2013 йылда уҡ эшләүҙән туҡтауын, мәҫәлән, продук­цияһының үҙҡиммәте бик юғары булы­уы менән аңлаттылар. Ә был иһә уның металл баҙарындағы хаҡын үҙенән-үҙе күтәрә һәм, тәбиғи, бер юлы конкурент­лыҡ һәләтен дә түбәнәйтә. Ләкин завод тауарын үҙҡиммәттән дә түбәнерәк хаҡҡа һата алмай. Етмәһә, яҡында ғына – Ҡытай, ул етештергән алюминий байтаҡҡа арзаныраҡ булып сыҡты.
Башҡортостанды ла урап уҙманы был афәт. Өфө үҙәге буйлап үткәндә генә лә элек гөрләп эшләгән әллә күпме завод биналары күҙгә салына. Бына Карл Маркс менән Чернышевский урамдары киҫешкән ерҙәге матур йәшел йорт. Унда бөгөн исеме лә онотола яҙған “Өфөсельмаш” заводы урын­лашҡайны. Илебеҙҙең барлыҡ ҡош­солоҡ фабрикалары өсөн венти­ляторҙар эшләп сығарған был предприятие тураһында беҙҙең гәзит тә йыш яҙҙы. Һуңғы тапҡыр яҙғаныбыҙ ҙа хәтерҙә: келәттәрҙең генә түгел, хатта ихатаһының да бер кем дә алмай башлаған вентиляторҙар менән тулыуы, шул арҡала цехтарҙың туҡтап ҡалыуы хаҡында ине ул мәҡәлә. Хәҙер был бинаны “Бизнес-үҙәк” биләй, ундағы матур бүлмәләрҙә ултырыусылар республикала эшҡыуарлыҡты нисек алға ебәреү тураһында баш вата. Был үҙәккә урам аша ғына Профсоюздар йорто бар. Уның офистары халыҡ телендә “Горелый завод” тип йөрөтөлгән пред­приятиеның бинаһын үҙгәртеп ҡороу нигеҙендә барлыҡҡа килде.
Ошо ерҙән ике квартал көньяҡҡараҡ китһәң, элекке Киров исемендәге завод булған урынға барып сығаһың. Унда телефон аппаратураһы эшләп сыға­ралар ине. Әле был цехтар урынында Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты, ниндәйҙер Гуманитар ака­демияның Өфө филиалы, юридик конторалар урынлашҡан. Ә был тапҡырҙан ике-өс квартал көнбайышҡа табан атлаһаң, заманында телеүҙәккә күрше генә тиерлек эшләгән икмәк заводы биләмәһенә юлығаһың, уның биналарында “Пушкинский” ваҡлап һатыу ба­ҙары эшмәкәрлек йәйелдергән. Ә хәҙер көнсығышҡа табан йүнәләйек. Октябрь революцияһы урамы буйлап аҫҡа төшкәндә уң яҡтан “ВТБ” банкының ҡыҙғылт төҫтәге күркәм бинаһы күҙгә ташлана. Элегерәк был майҙанды биләгән Тау ҡорамалдары заводын да йәштәр хәтерләмәйҙер инде, ә бит илдең ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуға был предприятие етештергән ҡора­малдар тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт итте. Бер юлы әлеге Чернышевский ура­мындағы аяҡ кейемдәре фабрикаһы ла иҫкә төшә. Уның биналарындағы сауҙа ойошмаларының нисәү икәнен аныҡ ҡына әйтеүе лә ҡыйын, сағы­ш­тырмаса ҙурыраҡ булғаны “Техно” магазины, ахыры.
Былары – Өфөнөң үҙәгендә эшләгән­дәре генә. Ә Иҫке Өфө, Черниковка яғынараҡ китһәң, “үлгән” заводтар тағы ла күберәк. Приборҙар эшләү, “Пищмаш”, “Прогресс”, “Магнетрон”, электр лампалары заводтары, макарон фаб­рикаһы, “Мир” тегеү фирмаһы һәм башҡа предприятиелар ҙа тарихҡа инеп юғалды. Тәүгеһенең бер ҙур бинаһын “Росреестр” биләй, ҡалғандарын ҡур­тым­ға йәки һатып алыу­сы табылмай, ахыры – ҡараңғы мәлдә СССР-ҙың 50 йыллығы урамы буйлап барғанда, тәҙрәләрендә ут булмауын шәйләйһең.
Шуныһы ҡыҙыҡ (ә, бәлки, ҡыҙ­ғаныс­тыр ҙа): был биналар­ҙы биләгән эреле-ваҡлы ойошмалар бер ниндәй тауар ҙа етеш­термәй! Баҙар иҡтисады шулай була, күрәһең... Бындай миҫалдарҙы респуб­ликабыҙҙың башҡа ҡалалары буйынса ла килтерергә мөмкин. Тимәк, сит ил тауарҙары юҡҡа ғына килеп тулмаған беҙгә.
Бөтә һанап кителгән предприятиелар ҙа баҙар иҡтисадына яраҡлаша алмау арҡаһында юҡҡа сыҡты. Уларҙа үҙҡим­мәтте төшөрөргә, сифатты донъя кимә­ленә күтәреү өсөн ашығыс рәүештә заманса ҡорамалдар менән тәь­мин итергә, яңы технологиялар инде­рергә, коллективты ҡыҙыҡһын­дырып эшләтә белгән менеджерҙар ебәрергә кәрәк ине. Барлыҡ табышты үҙәккә йүнәлтеп торған предпри­я­тиеларҙа бының өсөн аҡса булманы. Улар бит хатта үҙендә ҙур булмаған ремонт эшләтеү өсөн дә Мәскәүҙәге министр­лыҡтан рөхсәт һорай ине. Тик уҙған быуаттың 90-сы йылдарында һәм унан аҙаҡ та хөкүмәт ни өсөндөр валютаны үҙ заводтарыбыҙға ярҙам итеүгә тотоноу түгел, баҙарҙы сит ил әйберҙәре менән тултырыуға тотондо.
Ә бит баҙар иҡтисадында батмаҫ өсөн шәп ҡорамалдар һәм технологиялар ғына етмәй. Былтыр, мәҫәлән, Ульяновск автомобиль заводы аҙналап туҡтап ултырҙы. Сәбәбе – был төр продукция баҙарында һатылмаған маши­наларҙың артыҡ күбәйеүе, һумдың курсы түбәнәйеүе арҡаһында күп кенә импорт деталдәрҙең хаҡы артыуы, халыҡ­тың һатып алыу һәләтенең элеккесә түбән ҡалыуы... Тимәк, мотлаҡ рәүештә тәжрибәле һәм таһыллы маркетинг белгестәре лә талап ителә! Улары ла күктән төшмәй, алдан әҙерләргә кәрәк.
Туҡтарға мәжбүр булған предприятиелар төрлө тармаҡтарға ҡарай. Рәсәйҙә ундайҙар бигерәк тә металлургия, автомобилдәр эшләү, химия йүнәлешендә күп. Был хәлдең социаль эҙемтәләре лә ҙур, әлбиттә. Ике йыл ярым элек ябылған Байкал целлюлоза-ҡағыҙ комбинатының, мәҫәлән, 1 600 кешеһе эшһеҙ ҡалды. Ә бит Байкальск ҡалаһы өсөн ул берҙән-бер предприятие ине. Уның менән бер үк ваҡытта тиерлек “Южуралникель”, “Амурметалл”, Златоуст һәм Новосибирск металлургия заводтары туҡтаны. Һуңғыһының бурысы 2,7 миллиард һум булып киткәйне.
Һамарҙың ун бер бинаһы булған һәм 2,5 гектар майҙанды би­ләгән Матбуғат йорто 1964 йыл­да уҡ сафҡа инде­релгән. Унда тиҫ­тәләрсә йылдар “Волжская коммуна”, “Самарские известия” кеүек өлкә баҫ­малары ла, “Российская газета”, “КоммерсантЪ”, “Известия”, “Московский ком­сомолец” кеүек федераль гәзит­тәрҙең урындағы ҡушымта­лары ла сығып килде. 2006 йылда нәшриәт етәкселеге бурыстарҙан ҡото­лоу маҡсатында айырым биналар һәм цехтарҙы шәхси эшҡыуарҙарға ҡуртым­ға бирә башлай. Ләкин арендаторҙар, ҡуртым буйынса шарт­тарҙың улар өмөт иткәнсә үҙгәрмәүен күреп, был майҙан­дарҙы бер-бер артлы ташлап китә. Һөҙөмтәлә предприятие тағы ла нығыраҡ бурысҡа бата.
Хосуси ойошма булһа, коммуналь хеҙмәтләндереү селтәре уны күптән Арбитраж судҡа бирер ине, ләкин, дәүләт предприятиеһы икәнен иҫәпкә алып, власть органдары уны нисектер ҡурсалап килгән. Әммә ахыр килеп 2008 йылда нәшриәт-полиграфия комплексын хосусилаштырырға мәжбүр булалар. Федераль һалым хеҙмәте нәшриәттең бурысын 76,6 миллион һум тип билдәләй. Яңы хужалар төбәктәге иң эре типографияны башҡа фирмаға һата, уныһы – сираттағы милексегә. “Гарант”, “Квадро”, “Консенсус”, “Деймос”... Былары – ошо комплекстың бер йыл эсендә генә булып үткән хужалары! 2009 йылдан алып биналар буш тора. 2013 йылда ул йәнә дәүләт милкенә ҡайтарыла, сөнки Арбитраж суды хосусилаштырыу осоронда был мөлкәттең баҙар хаҡынан бер нисә тапҡырға арза­ныраҡҡа һатылыуын асыҡлай: старт хаҡы 646 миллион һум торған комплекс ул саҡта 50 миллионға ғына һатылған! “Роснедвижимость” үҙенсә аҡлана: бер нисә тапҡыр аукционға ҡуйып та һатып алыусы табылмағас, хаҡын шулай ныҡ төшөрөргә тура килгән икән. Ысынлап та, совет осорона хас булғанса төҙөлгән комплекс редакциялар өсөн күп ҡатлы бинаға, ҙур цехтарға, келәттәргә, йылытыу үҙәгенә, гаражға һәм башҡа ҡаралтыларға эйә. Барыһы ла, әлбиттә, дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә, йәғни сығым­дарҙы йәлләмәйенсә төҙөлгән. Улар хәҙер бик ҡиммәт тора. Күсемһеҙ мөлкәт менән эш иткән ҡайһы бер белгестәр уның ысын хаҡы бер миллиард 200 мил­лион һум булырға тейеш тип раҫ­лай. Әммә хосуси ойошмалар сауҙа баҙары рәүешендә генә файҙаланыу өсөн уны шул хәтлем аҡса түгеп һатып алырға теләмәй.
Тимәк, ҡайһы бер элекке предприятиелар хатта төҙөлөш үҙенсәлектәре, йәғни архитектураһы йәһәтенән дә бөгөнгө эшҡыуарлыҡ талаптарына тура килмәй. Был майҙанда тауар етештер­гән предприятие асҡанда маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр ине, әлбиттә. Тик бының өсөн тәүҙә инвестор кәрәк. Ул да миллиардтар түгеп үҙгәртеп ҡорған һәм эшкә ҡушҡан был биналарҙан сыҡҡан әйберҙәрҙең кон­курентлыҡҡа һәләтле буласағына ыша­нырға тейеш. Ә күршеләге ҡулланыу баҙарында Ҡытай әйберҙәре осһоҙораҡ булып сыҡһа һәм халыҡ шуларҙы ғына алһа?
Әгәр ҙә Рәсәй предприя­тие­ларының киләсәге тураһында һүҙ йөрөтһәк, аналитиктарҙың фекеренә лә ҡолаҡ һалмай булмаҫ. Ә улар иһә хәлдең ҡурҡыныс түгеллеген билдәләй. Сит ил хужалары, мәҫәлән, беҙҙең илдәге предприятиеларын һатырға ашыҡмай. Иҡтисади шарттар ыңғай яҡҡа үҙгәргән осраҡта етештереү­ҙе яңынан башлап ебәрергә була икән. GM концерны, мәҫәлән, Санкт-Пе­тербургтағы автомобиль етештереү ҡеүәттәренең конвейерын туҡтатҡайны. Ләкин, хужалары әйтеүенсә, улар заводты һатырға уйламай ҙа. Бүтән сәнәғәтселәр тура­һында ла шуны уҡ әйтергә мөмкин.
Беҙҙең илдәге эшсе көстөң ква­лификацияһы ярайһы уҡ юғары, электр энергияһы үтә арзан, етештереү урыны өсөн буш майҙандар кәрәгенән артыҡ... Ә донъя кимәлендәге эшҡыуарҙар өсөн улар бик мөһим булып тора. Тимәк, баҙар иҡтисады талаптары күҙәтелгән осраҡта бындай предприятиелар яңы һулыш алып һәм яңы юлдар менән эшләп китә аласаҡ.
– Бөгөн республикабыҙ етештереү ҡеүәттәренә элеккенән дә нығыраҡ мохтаж. Ауыр заманда оҙайлы баҙар перспективаһына эйә булған предприятиелар, эшҡыуарлыҡты хәҙерге талап­тарға ярашлы ҡороусылар иң яҡшы үҫеште күрһәтә. Беҙ ошондай инвестиция проекттарына өҫтөнлөк бирәбеҙ, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, быйыл яҙ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы ултырышында республика Хөкүмәтенең 2015 йылғы эш йомғаҡтары тураһында сығыш яһап.


Вернуться назад