Беҙҙең илдә кемдәрҙең аҡсаны “көрәп” алғанын беләһегеҙме? Углеводород эшкәртеүселәр. Быйыл июндә генә нефть продукттары етештереүселәрҙең уртаса эш хаҡы 85 мең һум тәшкил иткән. Ә бит бер йыл эсендә ул ун процентҡа кәмегән. Һәм... барыбер башҡаларҙан юғарыраҡ булып ҡалған. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта беҙ хаҡтар артыуына һәм аҡсалата килемдәрҙең, киреһенсә, кәмей барыуына күнектек тә шикелле. Иҡтисади көрсөк тиҙәр бит, ни эшләйһең. Ләкин тикшерә башлаһаң, барыһы ла насар түгел икән... Эш аҡсала түгел, тип иҫбатларға тырышалар икән, тимәк – эш аҡсала, тигән берәү. Ысынлап та шулайҙыр: ил иҡтисадын үҫтереүгә төп йоғонтоно хеҙмәт хаҡының ҙурлығы яһай – аҡсаһы мул кеше тауарҙы ла күп һатып ала, ә ихтыяждың артыуы сәнәғәттең йылдам алға барыуына булышлыҡ итә.
Беҙ хаҡтар артыуына һәм аҡсалата килемдәрҙең, киреһенсә, кәмей барыуына күнектек тә шикелле. Иҡтисади көрсөк тиҙәр бит, ни эшләйһең. Ләкин, тикшерә башлаһаң, барыһы ла насар түгел икән.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2016 йылдың беренсе яртыһында илдәге уртаса эш хаҡы уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 7,8 процентҡа артҡан һәм айына 35 707 һум тәшкил иткән. Был күрһәткес хатта инфляцияны ла уҙып киткән – уныһы 2016 йылдың июнендә 7,5 процент булғайны. Статистиканы артыҡ күпертеүҙә ғәйепләргә ашыҡмағыҙ, һеҙ эшләгән урында хеҙмәт хаҡы был һандан түбәнерәк икән, бөтә тармаҡтарҙа ла улай түгел бит. Хәйер, быға ышаныу өсөн ошо мәҡәләләге таблицаға күҙ һалыу ҙа етә.
Башҡортостанда быйылғы августа халыҡтың уртаса аҡсалата килеме 30 мең һумдан ашыуыраҡ булған. Ғинуар айында ул 20 мең 700 һум ине. Бында йәйге сезонлы эштәр ҙә (нигеҙҙә төҙөлөштә) йоғонто яһағандыр. Республиканың иҡтисад министры Сергей Новиков 24 октябрҙә булған Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдереүенсә, быйылғы тәүге ярты йыллыҡта уртаса номиналь айлыҡ эш хаҡы уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 6,9 процентҡа артҡан. Бер кемгә лә сер түгел: һүҙ номиналь эш хаҡы тураһында бара (реаль эш хаҡының нисбәте тураһында гәзитебеҙҙең 25 октябрь һанында яҙылғайны). Төбәктәр буйынса ҡарай башлаһаҡ, йән башына алынған иң ҙур аҡсалата килемдең Архангельск өлкәһендә урынлашҡан Ненец автономиялы округында булыуын күрербеҙ: унда был күрһәткес 71 мең һум тәшкил итә, артабан – Төмән өлкәһендәге Ямал-Ненец автономиялы округы (63 мең һум), Мәскәү ҡалаһы (59 567 һум), Санкт-Петербург ҡалаһы (39 мең 800 һум). Башҡортостанда ул үткән йыл йомғаҡтары буйынса 27 814 һум булды. Күрһәтелгән тәүге субъекттарҙа йән башына аҡсалата килемдең юғарыраҡ булыуы уларҙа эш хаҡы ҙур булған нефть һәм газ тармаҡтарының өҫтөнлөк итеүе менән генә түгел, ә йәшәү минимумы буйынса айырма менән дә аңлатыла: Башҡортостанда ул күрһәткес 8 мең 623 һум булһа, Ненец автономиялы округында 18 мең һумдан ашып китә. Уның шулай булыуына, тәбиғи, был төньяҡ төбәктәрҙә һауа шарттарының үтә ҡырыҫ булыуы, уларҙан алыҫта урынлашҡан үҙәккә барыу йәки ресурстар ташыу өсөн транспорт сығымдарының ҙурлығы төп йоғонто яһай.
Үҫеш буйынса иң ҙур күрһәткес – балыҡ тотоуҙа һәм үрсетеүҙә. Был тармаҡтарҙа уртаса эш хаҡы 20 процентҡа артты һәм 54 мең һумға етте. Ундай артым башҡа тармаҡтар менән сағыштырғанда ике тапҡырға ҙурыраҡ.
– Ошондай йылдам үҫештең үҙ нигеҙе бар, –- ти “Росрыболовство” вәкиле. – Һыуҙағы биологик ресурстарҙы аулау буйынса һуңғы 15 йылдағы рекорд ҡуйылды – 4 миллион 400 мең тонна балыҡ һәм башҡа диңгеҙ байлыҡтары тотолдо. Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, тармаҡ предприятиеларының эш күләме 267 миллиард һум тәшкил иткән, был иһә 2014 йыл менән сағыштырғанда 60 процентҡа ҙурыраҡ. Балыҡсы компанияларҙың табышы өс тапҡырға артты – 67 миллиард һум булды.
Ә балыҡ тотоу предприятиелары, тәбиғи, табыштың бер өлөшөн эш хаҡын арттырыуға йүнәлтә, сөнки был тармаҡта хеҙмәт шарттары еңелдән түгел.
Күсемһеҙ мөлкәт менән эш итеүсе һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә белгестәрҙең хеҙмәт хаҡы ла артты – улар айына уртаса 42 мең һум ала, был элеккеһенән 11 процентҡа күберәк тигәнде аңлата.
Эш хаҡының иң йылдам үҫеше ни өсөндөр беҙҙе ашатып-эсереп тороусы аграр өлкәгә түгел, ә ҡаҙылма байлыҡ сығарыусыларға ҡарай. “Был тармаҡта, балыҡ тотоу эшендәге кеүек үк, тәбиғәт рентаһының роле ҙур. Шуға күрә хеҙмәт хаҡының ҙур булыуы – унда ла законлы күренеш”, – ти иҡтисад фәндәре докторы Леонид Холод. Тәбиғәт рентаһы итеп бында әле эшкәртелеүсе айырым ятҡылыҡтарҙың өҫтәрәк урынлашҡан һәм еңелерәк сығарылған ҡатламдарға эйә булыуы, үҙҡиммәтенең түбәнлеге арҡаһында руда йәки нефттең башҡа ятҡылыҡтар менән сағыштырғанда конкуренцияһы көслөрәк булыуы һәм башҡа өҫтөнлөктәре күҙ уңында тотола. Был иһә, үҙ сиратында, табыш алыуҙы арттырыуға, эш хаҡын күтәреүгә лә туранан-тура йоғонто яһай. Ләкин ике-өс тиҫтә йыл үтеүгә бындай һәйбәт ятҡылыҡты эшкәртеү тамамлана, ҡалған ятҡылыҡтарҙың бындай өҫтөнлөктәре булмауы ла ихтимал.
Финанс даирәһендә эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы унан да юғарыраҡ – айына 75 мең һум, үҫеш бер йыл эсендә 14 процент тәшкил итте.
Шулай ҙа беҙҙең илдә аҡсаны көрәп алған тармаҡ – углеводородтар эшкәртеү. Быйылғы июндә нефть продукттары етештереүселәрҙә уртаса эш хаҡы 85 мең һум тәшкил итте. Ә бит бер йыл эсендә ул 10 процентҡа кәмене. Һәм... барыбер башҡаларҙан юғарыраҡ булыуын дауам итә.
Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрен һайлаған кешеләр хеҙмәт хаҡының ҙур булыуы менән элек-электән маҡтана алманы. Табиптар һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы айына 29 мең һум ғына булыуы бер хәл, уларҙың был күрһәткесенең үҫеше лә ҙур түгел – биш процент ҡына. Мәғарифта та шул уҡ хәл.
– Табиптар һәм уҡытыусыларҙың эш хаҡын улар йәшәгән төбәктәге уртаса кимәлдән дә түбәнерәк итмәү бурысы ҡуйылғайны, – ти Леонид Холод. – Әммә төбәктәрҙең быға аҡсаһы юҡ. Был хәл ҡаҙнаның система булараҡ үҙенсәлеген күрһәтә. Консолидациялы ҡаҙнаның өстән бер өлөшө оборона сығымдарына һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә бүленә. Мәғариф һәм медицина әлегә ундай ҙур “ҡалъя”ға өмөт итә алмай.
Был ике тармаҡ бөгөн эш хаҡы кимәле буйынса күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу сауҙаһына тиңләшә – уларҙа ла был күрһәткес 29 мең һум ғына. Дөрөҫ, һатыусылар быйыл 9,2 процентҡа күберәк ала башланы. Ҡунаҡхана һәм ресторан селтәрендә уртаса хеҙмәт хаҡы тағы ла түбәнерәк – 21 мең һум, быйыл 7,2 процентҡа ғына күтәрелде. Журналистарҙың хеҙмәт хаҡы, уларҙың ҡайҙа – дәүләт йәки хосуси баҫмаларҙамы, телевидение йәки баҫма нәшерҙәме, электрон сараламы, федераль йәки төбәк ойошмаһындамы – эшләүенә ҡарап бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла. Рәсәйҙәге хосуси баҫмаларҙа ул уртаса 30 мең һумдан алып 45 мең һумғаса тирбәлә. Дәүләткә ҡараған баҫмаларҙағы эш хаҡы мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр менән бер баҫҡысҡа ҡуйылған шуға уны ҙур тип булмай. Мәскәү ҡалаһындағы гәзит-журналдарҙа был күрһәткес сағыштырмаса юғарыраҡ һәм төбәктәрҙән уларға эшкә барырға ынтылыусылар күп. Кадрҙар өсөн иң ҙур конкуренция, әйтеүҙәренсә – федераль телевидение каналдарында.
Шулай итеп, рейтингтың иң түбәнге баҫҡысына яҡынлайбыҙ: иң аҙ аҡса ҡалған барлыҡ тармаҡтарҙы ашатып тороусы ауыл халҡында, шулай уҡ һунарсылыҡта һәм урман хужалығында (“Росстат” ниңәлер был өс тармаҡты берләштереп ала). Тегеү предприятиеларында тир түгеүселәрҙеке лә бик түбән.
– Элек урман хужалығында төрлө премиялар, өҫтәп түләүҙәр ҙә бар ине, хәҙер ундай бер нәмә лә юҡ, – ти Урман һәм тәбиғәттән файҙаланыу иҡтисады үҙәгенең генераль директоры Николай Петрунин. – Әйткәндәй, урман сәнәғәте комплекстарында, бигерәк тә целлюлоза-ҡағыҙ предприятиеларында эш хаҡы юғарыраҡ. Иң аҙ оклад – урман белгестәренеке, сөнки ҡаҙнанан алалар. Шуға тағы ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың үҙ хеҙмәте өсөн түләүҙе даими күтәрә барыуын да иҫләһәк, беҙҙәге эш хаҡы фондының аҙая барыу сәбәбе аңлашылыр. Тармаҡ барлыҡ ихтыяждың 50-60 проценты кимәлендә генә финанслана, субсидия алмайбыҙ.
Ауыл хужалығындағы эш хаҡының артта һөйрәлеүенә күнегеп тә бөткәнбеҙ – ул йылдар буйы дауам итә бит. Ә бит 2014 йылда (тағы ла яңыраҡ мәғлүмәт статистикала ни өсөндөр юҡ) был тармаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 3,3 процентҡа күтәрелде. Аграр өлкәнән әллә ни саҡлы юғарыраҡ эш хаҡы алыусы ҡаҙылма байлыҡ сығарыу тармағында, мәҫәлән, шул уҡ осорҙа хеҙмәт етештереүсәнлеге 2,7 процентҡа ғына артты. Бында инде “икмәк үҫтереүселәргә хөрмәт һәм дан!” тип әйтәһе генә ҡала.