Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өмөт йәшәтә әҙәм балаһын...
Өмөт йәшәтә әҙәм балаһын...Ни ғәжәп, ауылдарға барып инһәң, ни төҫө, ни йәме юҡ хәҙер. Әйтерһең дә, колхоздар юҡҡа сығыу менән, кеше күңелендәге шәм һүнгән, ғәм юйылған. Юғиһә ҡайҙа элекке баҙыҡ төҫтәре менән балҡып ултырған өйҙәр, хужаһының кем икәнлеген әллә ҡайҙан ҡысҡырып дәлилләп торған сағыу-сағыу ҡойма, ҡапҡалар? Шул колхоз-совхоздар ғына ауыл кешеһен кеше итеп тойоу форсатын биргән фактор булып торғанмы икән?

Боҙ ҡуҙғалған

Күгәрсен районының заманында гөрләп, ҡайнап торған “Октябрь” совхозы үҙәге Мәҡсүт ауылын бөгөн һис танырлыҡ түгел — ҡото киткән уның. Ауыл хакимиәте, балалар баҡсаһы, мәктәптән арыраҡ бер тирәлә генә урынлашҡан ике ҡатлы биш йорттоң береһенең ишек төбөнә яҡынлашыу эстә ҡайнаған һарыуҙы тағы ла көсәйтте: бынау сатлама һыуыҡта подъезд ишектәре шар асыҡ; ишектән килеп инеү менән иҙәндә ҡалтыр-ҡолтор ятҡан ҡалын-йоҡа таҡта ишараларына яҙа баҫып, аяғымды саҡ ҡаймыҡтырманым; кителеп-йәнселеп бөткән бетон баҫҡыстар буйлап икенсе ҡатҡа үрләгәндә аяҡ аҫтының, стеналарҙың бысраҡлығы, бесәй бәүеле еҫе ирекһеҙҙән ытырғандырҙы; ә подъездың түбәһе... көҙгө ҡойма ямғырҙар уның бетон япмалары араһынан һарҡып ҡына түгел, ә шабырлап үтеп торған, күрәһең. Йә, Хоҙай, бында көн күргән кешеләрҙең ҡулы ла, йәне лә юҡтыр, ахырыһы. Юғиһә, шул тиклем бысраҡлыҡта, ташландыҡта йәшәү өсөн кем булырға кәрәктер...
Ат башындай йоҙаҡ эленеп торған ишектәр араһынан берәүһендә генә цивилизация ишараты — ҡыңғырау бар. Уға баҫып, фатир хужаларын сыусытып тормаҫҡа булдым — йәнәшәләге йоҙаҡһыҙ ишеккә туҡылдаттым. Әһә, эстә тере йән бар икән — уның миңә табан йүнәлеүе ишетелде. Тиҙҙән ишек араһында урта йәштәрҙәге мөләйем ҡатын пәйҙә булды.
Уның менән һөйләшеп киттек. Дүрт балаһы, ире менән бында байтаҡ йәшәүҙәре. Йортҡа капиталь ремонт түгел, ағымдағы ремонттың да ҡасан булғанын хәтерләмәйҙәр. Өйҙә һыу ҙа, канализация ла юҡ. Һыуыҡ, ҡарауһыҙ булғанлыҡтан, күптәр, ишек-тәҙрәһенә таҡта ҡағып, туған-тыумасаһында йәшәй икән.
— ТХШ (торлаҡ хужалары ширҡәте) идара итеүсе компания тураһында кисә генә йыйылышта һүҙ алып барҙылар. Әгәр ҙә ошо юҫыҡта эш юлға һалынһа, йорттарыбыҙҙың ҡыйығын ябып, инженер коммуникацияларын үткәрәсәктәр тигән һүҙ ҙә булды. Әлегә аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтеп булмай, — тип икеләнеүен белдерҙе әңгәмәсем. — Был турала ауыл хакимиәте башлығы Әхәт ағай хәбәрҙар — шунан һорашығыҙ...
“Әхәт ағай”, йәғни Әхәт Мәғҙән улы Фәттәхов, ысынлап та, был йорттар тураһында ғына түгел, ә бөтә ауыл, дөрөҫөрәге, урындағы хакимиәткә ҡараған 13 ауыл яҙмышы тураһында ентекләп һөйләп бирҙе. Шул мәғлүмәттәрҙең Мәҡсүткә ҡағылышлыларына бер аҙ туҡталып үтәйек.
Ике ҡатлы биш йорт үткән быуаттың 60-сы йылдарында совхоз белгестәре өсөн төҙөлгән булған. Уларҙың һәр береһендә — 16-шар фатир. Шул йылдан алып был фатирҙарҙа инде икенсе, хатта өсөнсө быуын кешеләре йәшәйҙер, сөнки унда башлап төйәкләнеүсе элекке фатир хужаларының һәр береһе тип әйтерлек үҙ өйөн төҙөп сыҡҡан. Хәҙер инде ул фатирҙарға эләгеүселәрҙең күбеһе хосусилаштырыу мәсьәләһен бик уңышлы атҡара. Һөҙөмтәлә фатир хужалары даими алмашынып тора, ә йорттарҙың физик һәм матди ресурсы кәмей бара. Әхәт Мәғҙән улы әйтеүенсә, ярты быуатлыҡ йорттарға иҫең китерлек тә шул, бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт яһалмаған! Йорттарҙың хәл-торошо тураһында халыҡтың зар-интизары, дөрөҫөн әйткәндә, хакимиәт башлығының алҡымына килеп тығылыу хәленә еткән. Әле килеп кенә, шөкөр, боҙ ҡуҙғалғандай: республиканың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы етәксеһе И. Замалетдинов районға килгәнендә тап ошо торлаҡ фонды тураһында ентекле һүҙ алып барылғас, ул әле ил буйынса торлаҡ мәсьәләләрен яйлау өсөн ниндәй ҡарарҙар һәм закондарҙың бойомға ашырылыуы һәм Мәҡсүттең был ике ҡатлы йорттары буйынса ниндәйерәк документтар юллап, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген аңлатып биргән. Бынан тыш, район хакимиәтенең төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары Мәхмүт Кәримов, ошо көндәрҙә урындағы халыҡ менән осрашып, ысынбарлыҡтағы хәлде, закондарҙы, ТХШ һәм идара итеүсе компания, йортта йәшәүселәрҙең советын булдырыу тәртибе хаҡында күңелгә барып етерлек итеп аңлатып, йөктө урынынан ҡуҙғатып ебәргән.
— Әлегә ойоштороу эшенең тәүге этабын — халыҡ араһында аңлатыуҙы башҡарҙы. ТХШ, идара итеүсе компания бар, улар үҙҙәренә ҡағылышлы бурыстарҙы башҡарасаҡ. “Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт” республика программаһына эләгеү өсөн Өфөгә документтарҙы алып барырға торам. Унан һуң инде эштең икенсе этабына күсеп, урында етәксе орган һайлап, тәғәйен эш башлаясаҡбыҙ: йорттарҙың ҡыйығын алмаштырасаҡбыҙ, инженер селтәрен (электр, һыу, канализация) үткәрә башлаясаҡбыҙ, подъездарҙың стеналарын ремонтлатасаҡбыҙ, ихаталарҙы төҙөкләндерәсәкбеҙ, — тип аңлатты Мәхмүт Ғәйнетдин улы. — Был эштәрҙе башҡарыу өсөн проект сметаһында ҡаралған сығымдың күп өлөшөн республика һәм район бюджеты үҙ өҫтөнә алһа, 5 процент сығымдың ни өсөн ошо йорттарҙа йәшәүселәрҙең кеҫәһенән түләнәсәген халыҡҡа аңлатып бирҙек. Әйтергә кәрәк, фатир хужалары был зарурлыҡтың асылын аңланы — беҙҙең өсөн бына ошо үтә мөһим ине лә инде.

Мәҡсүт — Мәскәү дуҫлығы

Совхоз заманында һөтсөлөк фермаһының мал һимертеү майҙансығында хисапсы булып хеҙмәт юлын башлап, артабан байтаҡ йылдар баш зоотехник вазифаһын башҡарған Әхәт Мәғҙән улы күмәк хужалыҡтың үткән тормошон былай тип һүрәтләп бирҙе: ҡасандыр бында 1800 — 2000 баш һыйыр малы аҫралған. Совхозда бер мең тирәһе эшсе иҫәпләнгән булһа, Мәҡсүт фермаһында 20 — 30-лап кеше эшләгән. Ҡалғандар иһә ҡырсылыҡ тармағында, МТМ-да һәм ауыл хужалығының башҡа өлкәләрендә мәшғүл булған. Ауыл хужалығы тармағында үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, совхоз ҡырҡ сүрәткә ингән: МУП та, ДУП та, ЯСЙ ла булған. Тик исемен үҙгәртеү есемен һаҡлап алыуға бер ҙә булышлыҡ итмәгән: мал һаны яйлап кәмей бара, техника юҡҡа сыға. Күп ир-ат, эш эҙләп, ситкә китергә мәжбүр була. Бәлки, хәл тағы ла мөшкөлләнер ине, әгәр 2010 йылда ситтән инвесторҙар килеп, эште йәнләндереп ебәрмәгән булһа. Шул яҙҙа уҡ мәскәүҙәр сәсеү кампанияһын киң йәйелдерә — өр-яңы, заманса техника ҡулланалар. Малсылыҡҡа ла яңы һулыш өрәләр: фермаларҙы заманса механизациялайҙар, шул уҡ ваҡытта 1 мең баш һыйырҙы тоҡомло мал орлоғо менән яһалма ҡасырыу эшен башлайҙар. Совхоз эшселәре менән килешеү төҙөп, пай ерҙәрен 15 һәм 7 йылға ҡуртымға алалар. Алдан шуны билдәләп китеү яҙыҡ булмаҫ: тәүҙә 735 эшсе үҙҙәренең пай ерен ҡуртымсыларға тапшырһа, аҙаҡ, икеләнеп, ул аҙымдарынан һыуынып, 300-ҙән артығырағы килешеүҙәрен тарҡата. Яңы хужаларҙың эш һөҙөмтәһен күреп, ҡайһы берәүҙәр тыуған ауылына кире ҡайта. Был процесс һаман көсәйә, сөнки инвесторҙар Күгәрсен еренә тамырҙы нығыраҡ ебәрергә вәғәҙә итә — 250 эш урыны булдырырға уйлай. Ниәттәре — ҡиммәтле тиреле йәнлек үрсетеү фермаһын асыу. Әлеге көндә иҫке һарайҙар реконструкцияланған, яңылары төҙөлгән һәм төҙөлә. Өр-яңы тармаҡ өсөн белгестәр әҙерләү эшен дә юлға һалып ебәргәндәр — ситтә уҡытып та ҡайтарғандар. Ҡыҫҡаһы, эш ҡайнай. Был турала элекке хужалыҡтың үҫемлекселек буйынса баш белгесе Шамил Биктимеров (ул әле яңы хужалыҡта ла генераль директорҙың үҫемлекселек буйынса урынбаҫары вазифаһында шул уҡ бурысты башҡара) быға тиклем буш ятҡан сәсеүлек ерҙәренең тергеҙелеүе, ауылдаштарына яңы эш урындары барлыҡҡа килеүе, ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләнеүе (малсыларҙың айлыҡ эш хаҡы — 7–8 мең һум, ә механизаторҙарҙың, миҙгеленә ҡарап, 15 – 20 мең һумға барып етә) менән бик ҡәнәғәт һәм киләсәккә ҙур өмөттәр бағлай. Йәнлектәрҙе үрсетеү башланғыс ҡына аҙым итеп ҡаралһа, алдағы көндәрҙә тире эшкәртеү цехтарын булдырыу ҙа күҙ уңында тотола икән. Дөйөмләштереп әйткәндә, йәмғеһе 500 кеше өсөн эш урыны барлыҡҡа киләсәк...
Инвесторҙар баҙар иҡтисады мөмкинлектәрен дә урынына еткереп башҡара: хужалыҡта етештерелгән һөттө Магнитогорскиҙан үҙҙәре килеп, 1 литрын 15 һум менән һатып алып китәләр икән. Ә Мәләүез һөт комбинатының һатып алыу хаҡы, баҡһаң, 3 һумға кәмерәк...

Ауылдарға йән инә

Ауыл хакимиәте биләмәһендәге социаль мәсьәләләргә килгәндә, һәр ауыл хакимиәтенә республика бюджетынан квартал һайын бүленгән 100-әр мең һумға 13 ауылдың 11-енең урамдарына яҡтылыҡ үткәрелгән. “Таҙа һыу” республика программаһы буйынса Мәҡсүт ауылының һәр урамына һыу үткәргес һалына башлаған, ер аҫты һыу һурғысы ҡоролған. Мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Шәхси йорт төҙөлөшө әүҙем бара. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы ла атҡарыла. Ҡыҫҡаһы, үрҙә һанап үтелгән етәкселәрҙең һүҙҙәренә ҡарап фекер йөрөткәндә, һуңғы арала күҙгә күренеп ауылға йән инеп килә.
Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә. Мәҡсүттәрҙең йөрәгендә ошо өмөт сатҡыһы уяныуы, ситкә бәхет эҙләп китеүселәрҙең кире ҡайта һәм үҙ ерендә икмәк ейә башлауы, ни генә тимә, күңелдең түр тәҙрәләрен асып, яҡтылыҡ шәлкемен өҫтәне.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703