Белгестәр 30 – 40 йылдан тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында тотолған балыҡ ите, бөгөн айыу, ҡабан сусҡаһыныҡы кеүек үк, экзотик аҙыҡ булыуы ихтимал тип фаразлай. Әле донъяла диңгеҙ аҙыҡтарының 60 проценттан ашыуы быуаларҙа, бүтән яһалма һыу ятҡылыҡтарында үрсетелә, һәм был һан йылдан-йыл арта бара. Әммә диңгеҙ балығының муллығы менән дан тотҡан Рәсәйҙә быға әллә ни әһәмиәт бирелмәй. Етди шөғөлләнгәндә, беҙҙең тиҙ арала донъяла балыҡ етештереү буйынса ҙур уңыштарға өлгәшеү мөмкинлеге бар.Рәсәйҙең балыҡ тотоу буйынса федераль агентлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр илдә 4,33 миллион тонна табыш алынған. Бында сөсө һыу ятҡылыҡтарының өлөшө бик аҙ – ни бары 190 мең тонна. Был дөйөм һандың биш процентын ғына тәшкил итә.
Мәғлүм булыуынса, сөсө һыу балыҡтары ғәҙәти йәки диетик аҙыҡ әҙерләгәндә файҙалы һәм организмда тиҙ эшкәртелгән ризыҡ булараҡ мөһим. Мәҫәлән, ашҡаҙан-эсәк, йөрәк ауырыуҙарынан яфаланғанда, ул туҡланған аҙыҡ рационының алыштырғыһыҙ өлөшө булырға тейеш. Балыҡта шулай уҡ ҡиммәтле аминокислоталар, йәнә организм өсөн кәрәкле калий, фосфор бар. Тағы иммун системаһын һәм яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булған бихисап витаминдар тупланған. Әлбиттә, диңгеҙ балығынан айырмалы, унда йод, фтор, марганец, цинк кеүек элементтар юҡ тиерлек. Тағы сөсө һыу ятҡылыҡтары ярайһы уҡ бысранған, ундағы балыҡтарҙың төрлө ауырыу тыуҙырған микробтар менән зарарланыуы ихтимал.
30 йыл элек СССР йылғаларында һәм күлдәрендә йыл һайын һигеҙ-ун миллион тонна балыҡ һөҙөлөп, йыллыҡ балыҡ тотоу табышының 10 процентын тәшкил итә ине. Әммә үҙгәртеп ҡороу йылдарында был тармаҡ та ныҡлы үҙгәрештәргә дусар булды. Мәҫәлән, Волгоград өлкәһендә лә эш күләме шаҡтай кәмегән. Бындағы йөҙәрләгән күл, Волга-Балтик каналы йылына бер океан траулеры бер рейдта алған балыҡты бирә ине. Өлкәлә йылына 1,2 мең тонна балыҡ тотола, йәнә браконьерҙар 400 мең тоннаны урлай. Эшсән балыҡсылар бөгөндән икеләтә, өсләтә күберәк тоторға әҙер, әммә келәттәрҙә ятҡанын ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр, ҡайһылары сереп әрәм була. Бының сәбәбе ябай – эшкәртеүсе заводтар урындағы продукцияны бөтөнләй ҡабул итмәй тиерлек. “Волгоград өлкәһендә өс балыҡ заводы эшләй. Уның икәүһе тулыһынса диңгеҙ балығына күсте, өсөнсөһө лә бик аҙ күләмдә генә йылғаныҡын эшкәртә”, – ти бындағы “Рыбак” балыҡ тотоу артеле рәйесе Владимир Черепанов.
Әлбиттә, һәр кем үҙенә уңайлы, аҙ аҡса түгеп, күберәк табыш алыу юлын эҙләй. Шуға ла эшкәртеүселәр, урындағы ҙур булмаған артелдәрҙән тиҙ боҙолоп барған балыҡты йыйып йөрөүгә ҡарағанда, Норвегияның туңдырылған һөмбашын күмәртәләп алыуҙы хуп күрә. Ә ябай балыҡсыларға уңышын урындағы аҡсаһыҙ халыҡҡа йәки алыпһатарҙарға бирергә тура килә. Улары ла барыһын түгел, ә иң тәмлеһен генә һайлап ала. Шуға ла Волга-Балтик каналының 90 процент табышын балыҡтың өс төрө – ҡорман, һыла, суртан тәшкил итә. Ҡормандың килограмын сей килеш 25 – 30, ә тотоуы ауырыраҡ булған һыланы 130 һумға һаталар. Алабуға, сабаҡ кеүек ваҡ-төйәкте бөтөнләй һөҙмәйҙәр тиерлек, сөнки килограмы 10 – 15 һум торған балыҡтың табышы ла шул сама ғына.
Илдең барлыҡ төбәктәрендә ошондай уҡ хәл тиерлек. Совет осоро менән сағыштырғанда, йәйен, хан балығын тотоу ике-өс тапҡырға кәмегән, Европа өлөшөндә һаҙан менән һыла промыслалары – икеләтә. Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта алабалыҡ һөҙөү ҡыҫҡарған. Бында, әлбиттә, уны һатыу түгел, браконьерҙар эшмәкәрлегенең киңәйеүе лә сәбәпсе. Һөҙөмтәлә төбәктәрҙә был балыҡтар төрө хатта ике-ун тапҡырға кәмегән.
Шулай ҙа балыҡсылар сөсө һыу балығы промыслаһын тергеҙеү ниәте менән йәшәй. “Әммә бының өсөн үҙебеҙҙең эшкәртеү сәнәғәтен юлға һалырға кәрәк”, – ти улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны легаль ойоштороу – мөмкин булмаҫтай шөғөл. Эш башлағанда тәүҙә кредит мәсьәләһе килеп тыуа. “Балыҡсының банктан аҡса алыр өсөн залогка һалырҙай активы юҡ. Кәмәне һалып булмай, уның батып ҡуйыуы бар. Әйткәндәй, банктар бары күсемһеҙ милекте генә залогка ала. Мәҫәлән, фатирҙы, балыҡ келәттәрен”, – ти Константин Згуровский.
Йәнә балыҡ ыҫлау цехы асыу өсөн чиновниктар менән бихисап килешеү төҙөргә кәрәк. Шулай уҡ продукцияға даими сертификат йәки ярашлылыҡ хаҡында декларация алыу өсөн йылына 20 – 30 мең һумлап аҡса сыға. Эшкәрткәндән һуң да санитар сикләүҙәр күп сығым талап итә. Мәҫәлән, балыҡты электр спиралендә генә ыҫларға рөхсәт ителә. Йәнә предприятиеға электр энергияһы өсөн ярайһы уҡ аҡса сығарып һалырға тура килә.
Шуға ла йылына 50 – 100 тонна балыҡ тотҡан артелдәргә эшкәртеү предприятиелары асыу файҙалы түгел. Балыҡсыларҙың продукцияһын эшкәртмәйенсә лә, осон-осҡа ялғап йәшәүҙәре ап-асыҡ күренә. Килгән табыш әйләнешенең 35 – 40 проценты һалымға, шулай уҡ ветеринария хеҙмәтенә һәм чиновниктарҙың башҡа ҡыҫымына түләүгә китә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә балыҡсыларҙың эш хаҡы йылына ҡайһы бер осраҡта ғына 120 мең һумдан ашып китә.
Шулай итеп, аҙ һөҙгәс, һыу ятҡылыҡтарында тәңкәлеләр саманан тыш күбәйә. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, тап ошолай ил үҙенең сөсө һыу ятҡылыҡтарындағы байлығын юғалта. Һыуҙағы тығыҙлыҡ балыҡҡа тейешенсә үҫергә мөмкинлек бирмәй. Бынан тыш, күлдәр бындай байлыҡтан тиҙерәк ләмләнә һәм төрлө үҫемлектәр менән ҡаплана. “Балыҡтарҙың саманан тыш күплеге, йәйҙең эҫе килеүе күлдәрҙә кислородтың аҙайыуына һәм тереклектәрҙең күпләп һәләк булыуына килтерә”, – ти “Русский Север” милли паркы директоры Алексей Кузнецов.
Ҡоролоҡ йылдарында ҡайһы бер күлдәр ныҡ кәмеп, ундағы балыҡтарҙың яртыһы үлгән осраҡтар ҙа бар. Һыу ятҡылыҡтарын таҙартмау һәм артыҡ балыҡты тотмау бындай йылдарҙа ҙур юғалтыуға килтерә. Күлдең бары биш-ун йылдан һуң ғына үҙенең әүәлге хәленә ҡайтыуы ихтимал.
Белгестәр әйтеүенсә, Көнбайыш илдәрендә экологик йәһәттән таҙа йылғаларҙа тотолған балыҡ нәзәкәтле ризыҡ тип иҫәпләнә. Уны ҡыйбатҡа һаталар, һәм юғары вазифа биләгән етәкселәрҙең өҫтәлендә йыш күрергә була. Ә беҙҙә сөсө һыу ятҡылыҡтарындағы балыҡ баш бәләһенә әүерелгән...