Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күләм дә булһын, күркәм дә...
Күләм дә булһын, күркәм дә...Хеҙмәт етештереүсәнлеге. Марксистар заманынан алып ул иҡтисадтағы төп күрһәткес булып килде. Был мәсьәләнең көнүҙәклеген яңыраҡ матбуғат конференцияларының береһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин да иҫкә төшөрҙө. “Беҙҙең иҡтисадты Европаныҡы менән сағыштырыу урынһыҙ: улар артыҡ тауарын нисек һатырға белмәй, ә беҙ ил кәштәләрен үҙ продукциябыҙ менән тултырып еткермәйбеҙ”, –тине ул. Ошо йүнәлештә алға китеш бармы?

Совет заманында, өлкән һәм урта быуын хәтерләйҙер, һәр предприятиеға ҙур план бирә торғайнылар. Йыл һайын ул киңәйә бара. Бурысты үтәү өсөн коллектив хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү юлдарын эҙләргә мәжбүр. Бүтән сара юҡ. Дөрөҫ, план артынан ҡыуып, сифатҡа зыян килгән осраҡтар ҙа булды. Беҙҙең продукция сит илдең тышынан уҡ ялтырап һәм һатып алыусыны ылыҡтырып торған тауары менән ярыша алмай ине. Ни өсөн уларҙыҡы күркә­мерәк тә, сифатлыраҡ та һуң? Сәбәбе билдәле: күләм яғынан бөтә ихтыяжды ҡәнәғәтләндерерлек хәлгә еткәс, Көнбайыш сәнәғәте үҙ продукцияһын һатыу проблемаһына барып юлыға. Тимәк, кемдең тауары сифатлыраҡ, шуныҡын ғына аласаҡтар. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡайһы фирма күберәк, яҡшыраҡ эшләй, шул ғына ҙур табышҡа өмөт итә ала. Хеҙмәт етештереүсәнлеге – берәмек ваҡыт эсендә (әйтәйек, бер сәғәттә) етештерелгән продукция. Ул артҡан һайын тауарҙың үҙҡиммәте лә түбәнәйә (башҡа шарттар үҙгәрешһеҙ ҡалғанда). Сит илдәрҙәге предприятие­ларҙың үҙе эшләп сығарған әйбергә хаҡты төшөрә, беҙҙең тауарҙарҙы конкуренцияла еңел генә еңә алыуы ла уларҙа хеҙмәт етештереүсәнлегенең юғары булыуы менән аңлатыла.
Ә беҙҙең илдә ул ни өсөн тиҫтәләрсә йыл буйы бик аҡрын үҫте һуң? Төп сәбәп – эштең һуңғы һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһыныу булмауы. Яманаты сыҡҡан “уравниловка” бындай стимулдың эҙен дә ҡалдырманы. Хәтеремдә, Бөйөк Октябрь байрамы демонстрацияһына сыҡҡанда беҙгә, Өфө моторҙар берекмәһе эшселәренә, плакат тотоп барған өсөн 10-ар һум аҡса яҙалар ине. Политбюро ағзаһының портретын тотһаң – 15 һум. Бушлай “сәйәси өлгөргәнлек” күрһәтергә бер эшсе лә риза түгел! Совет власы 70 йыл буйына халыҡта матди ҡыҙыҡһыныуҙы бөтөрә алманы. Шуға күрә предприятиелар етәкселеге лә ҙур табыш алыуға ынтылып торманы – бөтә килемде барыбер министрлыҡ үҙенә аласаҡ. Эш урындарын заманса яңыртыуға, етештереүсәнлерәк ҡора­мал­дар ҡуйыуға аҡсаны ла үҙәк кенә бирә. Кәрәк тип тапһа. Шуға өҫтәп, ҙур һуғыштарҙың ғәйәт күп сығымдар талап итеүен, улар араһындағы тыныс осор­ҙарҙа ла тәжрибәле директорҙарҙы бер-бер артлы һөргөнгә ебәреүҙәрен, күптәрҙең хатта башҡаларҙан күберәк эш хаҡы алырға ҡурҡыуын иҫәпкә алһаҡ, беҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлегенең түбән булыу сәбәптәре нығыраҡ аңла­шыла төшөр.
– Башҡортостанда 2018 йылға хеҙмәт етештереүсәнлеген бөгөнгөһө менән сағыштырғанда бер ярым тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйыла, – тине респуб­ликаның сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһағанда. – Бының өсөн алдағы йылдарҙа 620 мең юғары етештереүсәнле эш урыны асыласаҡ йәки булғандары заманса шарттарға ярашлы үҙгәртеләсәк. Шундай ҙур күрһәткескә өлгәшеү министрлыҡтар яғынан ғына түгел, эш биреүселәр тарафынан да үҙ-ара килешелгән ҙур тырышлыҡ талап итәсәк.
Эйе, был осраҡта дәүләт власы яғынан изге теләктәр йәки күрһәтмәләр генә түгел, ә завод етәкселегенең ҡыҙыҡһыныусанлығы ла кәрәк. Ә бит ундай миҫалдар беҙҙә бар. Өфө агрегат етештереү берекмәһенең һуңғы йыл­дарҙа дәүләт программаһы ярҙамы менән ҡорамалдарын һәм технологияларын заманса яңыртыуы продукцияның сифатына ғына түгел, ә етештереү­сәнлеккә лә ыңғай йоғонто яһаны. Элек оборона сәнәғәтенә ҡараған бындай заводтарҙа эшселәрҙең оҫталыҡ кимәле башҡа тармаҡтар (хатта шул уҡ профилдәге машина эшләү предприятиелары) менән сағыштырғанда юғарыраҡ булды, сөнки ил именлеге өсөн яһалған техник әйберҙәр насар сифатлы була алмай ине. Уларҙа оҫталыҡты күтәреү өсөн дәүләт аҡсаһын йәлләмәне, эш хаҡын да юғарыраҡ ҡуйҙы. Ә бына хеҙмәт етештереү­сәнлегенә килгәндә, хәл башҡасараҡ: оборона заказын үтәү зарурлығы хәрби ихтыяждан тыш булған, йәғни кибеттәргә сығарырлыҡ тауарҙы күберәк эшләп сығарыу маҡсатын ҡуймай ине. Ошо уҡ предприятиеның саң һурҙырғыс, үтек, автомобиль өсөн кәрәк-яраҡ һәм башҡа ҡайһы бер халыҡ ҡулланыуы тауарҙары ла етештереүен белә инек. Тик уларҙы эшләүҙе, әйтеүҙәренсә, бәләкәй завод­тарҙың мөмкинлеге булмаған өсөн генә ошондай оборона заводтарына йөкмәт­кәндәр. Хәҙер ҡайҙа Өфө үтектәре йәки саң һурҙырғыстары? Ә Рәсәйҙәге оборона продукцияһының сифаты бөтә донъяға билдәле. Тик был төр тауарға ҡарата хеҙмәт етештереүсәнлеге төшөнсәһен ҡулланыу бик үк дөрөҫ булып бөтмәҫ, сөнки ракеталарҙы йәки хәрби самолеттарҙы күберәк эшләп сығарыу маҡсаты ҡуйылмай бит, уларҙың һанын дәүләт заказы ғына билдәләй. Хәҙер килеп, агрегат берекмәһе кеүек предприятиелар ҙа баҙар иҡтисады тыуҙырған шарттарҙы файҙаланырға ынтыла.
Ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм эш урындарын камилыраҡ итеү хеҙмәт етештереүсәнлеген арттыра икәнен иҫбатлап күрһәткән предприятиелар араһында “НефАЗ”, “Буринтех” һәм башҡа коллективтар ҙа бар. Өфөләге “Уралтехнострой” корпорацияһы эш урындарын ҡулайлаштырыу, файҙаһыҙ сығымдарҙы кәметеү иҫәбенә хеҙмәт етештереүсәнлеген байтаҡҡа күтәреүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә был коллективта эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы ла артты, башҡа предприятиеларға күсеп китеүселәр ике тапҡырға тиерлек кәмене. Тимәк, хатта хәҙерге ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа ла был йәһәттән ыңғай үҙгәрешкә ирешеүселәр бар.
Етештереүсәнлектең артыуы, тәбиғи, эшсенең оҫталығына, яңыртылып тороусы ҡорамалды тиҙ арала үҙләштереү һәләтенә бәйле. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа “Һөнәре буйынса иң яҡшы” конкурсын да иҫкә төшөрҙөләр, һәм ул бер нисә тапҡыр үткәрелде лә инде. Министр Алексей Карпухин белде­реүенсә, артабан бындай сараны даими уҙғарып торорға вәғәҙә итәләр. Ә бит, үҙгәртеп ҡороу башланғас та, был конкурсты “иҫкергән совет ҡалдығы” тип иғлан иткәйнеләр. Үҙ һөнәре буйынса оҫта булып танылыуы, йәнәһе, һәр кемдең шәхси эше: аҡсалата килемде күберәк алыу маҡсатын ҡуйған һөнәр эйәһе бер ниндәй конкурсһыҙ ҙа тырыша аласаҡ. Бөгөн килеп, ҡараш үҙгәрә. Эш бит бында әхлаҡи яҡтан дәртлән­дереүҙең әһәмиәтендә генә түгел. Кемдең дә булһа ошо конкурста еңеп сығыуы ул хеҙмәт иткән предприятиеға реклама ла түгелме ни? Был еңеү шундай оҫталар эшләгән фирманың продукцияһы йәки хеҙмәтләндереүе лә сифатлы булырға тейешлегенә ишаралай. Өҫтәүенә башҡа предприятиелар етәкселәренең дә был еңеүсегә иғтибар итеүе, үҙҙәренә эшкә саҡырыуы ихтимал. Тимәк, ошо хәл баҙар иҡтисады шарттарынан һис тә ситләшмәй. “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсы ла шундай уҡ маҡсатҡа йүнәлтелгән: еңеүсе – тимәк, сифатлы тауар етештереүсе, һәм уның был продукцияһына бөтә ил күләмендә бушлай реклама яһала!
Яҡын киләсәктә дәүләт ҡатнашлығы ла булған сәнәғәт предприятиелары өсөн эш урындарын заманса яңыртыуҙы, һәр берәмек эш урынына ҡарата сығымдарҙы кәметеүҙе дәртләндереү буйынса саралар үткәреләсәк. Был дәртләндереүҙең төп шарттарының береһе – ошо предприятиеның хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса дәүләт билдәләгән планды үтәүе. Тимәк, иҫкергән тип аталған ҡайһы бер совет алымдарының да кәрәге тейәсәк әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республика юлдарында пилотһыҙ йөк машиналары йөрөй башлай

Республика юлдарында пилотһыҙ йөк машиналары йөрөй башлай 18.11.2025 // Иҡтисад

Республика юлдарында пилотһыҙ йөк машиналары йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 5

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан
Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә

Өфө эргәһендә косметология клиникаһы төҙөлә 13.11.2025 // Иҡтисад

Бизнес-инициатива райондың «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелде....

Тотош уҡырға 9

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә 12.11.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан компаниялары вахтовиктарға лайыҡлы эш хаҡтары тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 9

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара» 12.11.2025 // Иҡтисад

Хәбиров: «Әбйәлил районындағы геологик разведкалау контроль аҫтында бара»...

Тотош уҡырға 9

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты

Радий Хәбиров «Башспирт» етәксеһе Әбдрәхимовты асыҡтан-асыҡ яҡлап сыҡты 02.09.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылдың 30 сентябренә тиклем хеҙмәт вәкәләттәрен арттырыуҙа...

Тотош уҡырға 21

Республикала бензин ҡиммәтләнгән

Республикала бензин ҡиммәтләнгән 02.09.2025 // Иҡтисад

Республикала бензин ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 18

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара 29.08.2025 // Иҡтисад

Үҙәк банк «Рәсәй спорты» серияһынан яңы тәңкәләр сығара...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды 29.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостанда Инвестиция һабантуйының төп темаһы билдәле булды...

Тотош уҡырға 42

Рәсәйҙә уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләү тәртибе үҙгәрә
Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк 26.08.2025 // Иҡтисад

Өфөлә төҙөлөп ятҡан фатирҙар икенсел торлаҡтан күпкә ҡиммәтерәк...

Тотош уҡырға 50

Республиканың 5 муниципалитетына төҙөкләндереү өсөн 500 миллион һум йүнәлтелә

Республиканың 5 муниципалитетына төҙөкләндереү өсөн 500 миллион һум йүнәлтелә 25.08.2025 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың биш муниципалитетының Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала...

Тотош уҡырға 67