Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Рәсәйҙә финанс көрсөгө ҡабатланмаҫмы?
Үткән аҙна иҡтисади яңылыҡтарға бай булды. Өфөлә иң уңышлы йәш эшҡыуар асыҡланды, Рәсәйҙең билдәле иҡтисадсылары финанс көрсөгө тураһында фекер алышты. Шулай уҡ республикала йүнселдәр мәнфәғәтен яҡлаусы вәкил билдәләнәсәк.

Иң уңышлы йәш эшҡыуар – төҙөүсе!

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы йәш эшҡыуары асыҡланды. Баҡтиһәң, ул төҙөлөш өлкәһендә эшләй икән.
Йыл һайын тапшырылып килгән был премияға баш ҡаланан Валерий Баранов лайыҡ булды ("Билдинг" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте). Конкурстың башҡа номинацияларында ла еңеүселәр билдәләнде. Эшҡыуар Марат Хисмәтуллин (Баймаҡ ит комбинаты) "Бизнес-старт" номинацияһында еңеүсе булды. Ул шулай уҡ ауыл хужалығында иң яҡшыһы тип табылған. Тәжрибә һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Илдар Рәжәпов ("Земля") айырым билдәләнгән.
Маркетинг, реклама һәм PR өлкәһендә Вадим Ғабдрахмановҡа ("Мираҫ") тиңдәр табылмаған. Туҡланыу өлкәһендә иң яҡшыһы Сергей Белкин булһа, мәғлүмәт технологияларында Вячеслав Митянин икән. Финанс өлкәһе белгесе – Салауат ҡалаһынан Рөстәм Хәмиҙуллин. Ә туризм тармағында Өфөнән Элмира Ризвановаға етеүсе юҡ. Халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә эшләүсе Светлана Сәйфетдинова ла еңеүсе тип билдәләнгән.
Ойоштороусыларҙың һүҙенә ҡарағанда, был конкурста көсөн һынап ҡарарға теләүселәр бихисап булған.
– Бөтәһе 130 эшҡыуар ҡатнашырға теләһә, шуларҙың ни бары 50-һе генә һайлап алынды. Еңеүселәр "2011 йылдың иң яҡшы йәш эшҡыуары" Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашасаҡ. Премия яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға был өлкәлә тәжрибә туплап өлгөргәндәр менән яҡындан аралашыу мөмкинлеген бирһә, үҙ эшен асыу тураһында уйланғандарға лайыҡлы миҫал булып тора, – тип һөйләне Башҡортостандың Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы рәйесе Илдар Сөйөшев.
Әйткәндәй, конкурста Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, билдәле эшҡыуарҙар ҡатнашты. Шул уҡ көндә банк хеҙмәттәренең презентацияһы үтте. Рәсәйҙең иң эре банктары вәкилдәре инвестициялар яһау, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа кредит бүлеү буйынса кәңәштәр бирҙе.

“Хәүефһеҙлек мендәре”

Рәсәйҙә 2008 йылғы финанс көрсөк ҡабатланмаясаҡ. Әммә иҡтисадта кире үҙгәрештәр үҙен һиҙҙертәсәк әле, тип иҫәпләй Рәсәйҙең билдәле иҡтисадсылары Михаил Хазин менән Олег Григорьев.
Был турала һүҙ Өфөләге "XXI быуат иҡтисады. Көрсөк һәм перспективалар" тип исемләнгән конференцияла барҙы. Шунда уҡ билдәле иҡтисадсылар ҡатнашлығында семинар үтте. Ул бөгөн Европаны ҡамаған көрсөктән сығыу юлын белергә теләгән эшҡыуарҙарға, финанс ойошмалары һәм банк хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгәйне.
Белгестәр фекеренсә, Көнбайыштағы быйылғы көрсөк тамырҙары тәрәндә, шуға ул һис шикһеҙ Рәсәй иҡтисадында ла сағыласаҡ. Әммә беҙҙең илдә хәл әллә ни ҡатмарлашмаясаҡ, тип күрәҙәләй улар.
– Көрсөк ҡабатланырмы, ҡабатланмаҫмы – белмәйем, әммә шуныһы асыҡ: донъя иҡтисады стагфляция дәүеренә аяҡ баҫа. Иҡтисадта бер нәмә менән тәьмин ителмәгән аҡсаның артыуы инфляцияға килтерәсәк. Быға ҡарамаҫтан, нефткә хаҡ тиҙ генә түбән тәгәрәмәйәсәк. Әммә беҙ газ һәм нефткә алмаштырған доллар менән евро (әгәр евро һаҡланып ҡалһа) арзанаясаҡ. Шулай ҙа был 2008 йылдағы кеүек ҡапыл "аҫҡа тәгәрәү" түгел, ә "йомшаҡ" вариант, – ти Олег Григорьев.
Белгестәр фекеренсә, Башҡортостан социаль-иҡтисади йәһәттән илдә иң ныҡ төбәктәр иҫәбендә. Көрсөк ҡабатлана ҡалһа, республиканың сәнәғәт етештереү индексының юғары булыуы һәм үҙебеҙҙең нефть һаҡламдары беҙҙең төбәк өсөн "хәүефһеҙлек мендәре"нә әүерелә аласаҡ.

Эшҡыуарҙы яҡлаусы бар

Башҡортостанда йүнселдәр мәнфәғәтен яҡлаусы барлыҡҡа киләсәк. Административ кәртәләр менән көрәшеүҙә һәм башҡа бихисап мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә эшҡыуарҙарға вәкил ярҙам итәсәк.
Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Эшҡыуарлыҡты яҡлау буйынса республика советы ултырышында белдергәйне. Баҡтиһәң, бындай вәкилдәр Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә һәм Федераль үҙәктә бөгөндән эшләй.
Премьер-министр фекеренсә, берҙәм социаль һалымдан страховкалау взностарына күсеү эшҡыуарҙарға өҫтәмә йөк булып ятты. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа яңылыҡ кире тәьҫир итте: был хеҙмәткәрҙәр һаны ҡыҫҡарыуҙа һәм рәсми эш хаҡының кәмеүендә сағыла.
– Страховкалау взностары тураһындағы Закон тарафынан ҡаралған льготалар күп түгел һәм эшҡыуарҙарҙың бик әҙенә генә ҡағыла. Өҫтөндәге "йөктө" еңеләйтеү өсөн, бәләкәй бизнес рәсми эш хаҡтарын кәметә һәм "һоро түләүҙәргә" кире ҡайта башланы, – тип билдәләне Азамат Илембәтов.
Бөгөн Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән 136 мең ойошма теркәлгән. Унда 450 меңдән ашыу кеше эшләй. Һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ тармаҡтарында ла үҙгәрештәр тойола: мәҫәлән, сауҙа менән шөғөлләнеүселәр һаны кәмеһә, эшкәртеү сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында уларҙың һаны, киреһенсә, артҡан. Үткән йыл бәләкәй эшҡыуарлыҡта аҡса әйләнеше – 4,5 процентҡа, инвестициялар күләме 10 процентҡа үҫкән.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә