Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Урожай”ҙа уңыш мул
“Урожай”ҙа уңыш мул...Зилара Харисова бөгөн дә иртә торҙо. Мейесен тоҡандырып, сәй ҡайнатып эсте лә фермаға ҡарай юл тотто. Унда ҡырҡтан ашыу һәүкәшкәйе көтөп тора бит.
Тышта яҙ һулышы һиҙелә. Тын алыуы шундай иркен. Тиҙҙән тотош тәбиғәт йәшеллеккә күмелер. Малдар ҡара ергә баҫыр, һутлы үлән уртлар. Ҡатындың кәйефе күтәрелде. Хәйер, ул был юлдан бер бөгөн генә атламай! Йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә уңған ҡатын ошо һуҡмаҡтан эшенә ашыға.
Зилара — “Урожай” крәҫтиән хужалығының Байымбәт һөтсөлөк фермаһы һауынсыһы. Ул бында Миәкә районының Баязит ауылынан килен булып төштө. Ихлас, егәрле ҡыҙҙы үҙ итте халыҡ. Былтыр ул районда иң алдынғы һауынсы булараҡ танылды. Уңған ҡатын төбәгенең ижтимағи-сәйәси тормошонда ла ихлас ҡатнаша. Урындағы һайлауҙарҙың уңышлы үтеүендә уның да өлөшө ҙур.
Заманалар үҙгәреп, гөрләп торған колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡһа ла, үҙҙәрендә хужалыҡты тарҡатмауҙарына ҡыуанды ул. Ысынлап та, миҫал эҙләп алыҫ йөрөргә кәрәкмәй. Үҙ районында ғына кирбестән һалынған әллә күпме ферманы нигеҙенә ҡәҙәр ҡутарып алып, малын тырым-тырағай осороп бөттөләр ҙә хәҙер эш юҡ тип зар илайҙар. Аллаға шөкөр, эше булғас, ашы ла бар, тигәндәй. Бер көн ҡалалағы әхирәте күпме хеҙмәт хаҡы алыуы менән ҡыҙыҡһынғас, уға, 10 – 13 мең һум самаһы, тигәс, китсәле, ысынмы, тип бот сапты.
“Урожай”ҙа уңыш мулБөтәһе лә етәкселәрҙән тора шул. Элекке “Ленинизм” колхозының мөлкәтен әрәм-шәрәм итергә юл ҡуйманылар бында. Шуға ла бөгөн “Урожай”ҙы районда барыһына өлгө итеп ҡуялар.
Бында йәйен — ҡышты, ҡышҡа инһәләр, яҙҙы хәстәрләйҙәр. Аҙыҡ запасы етерлек тупланғас, мал-тыуарға нимә ашатырға тип ыуаланмайҙар, шуға ла һәйбәт кенә ҡышлап киләләр. Һыйырҙың һөтө — телендә, тип тиккә әйтмәгән халыҡ. Тәрбиә, ҡарау етешкәс, аҙыҡты төрләндереп биргәс, һөт мул. Бергә эшләгән әхирәттәре Валентина Фәтҡуллина, Зинира Фәтҡуллина, Ләлә Мусина, Мәүлиҙә Нәбиуллина үҙ-ара ярышып, сәмләнеп эшләй. Малсылар Фәүәрис Харисов, Мөхәммәт Үзбәков, Салауат Нәбиуллин, Азат Ноғоманов, Азамат Шәрипов та — эш тип янып торған егеттәр.
Йәш быҙауҙарҙы Тимербай Фәтҡуллин менән Марат Салауатов ҡарай. Уларҙың эше лә иртәнге 5-тә башланып, кис һуң ғына бөтә. Инәһенән айырғас та, быҙауҙар уларҙың ҡарамағына күсә. Егеттәр уларҙы имергә, һыу эсергә өйрәтә. Әлбиттә, мәшәҡәтле эш, түҙемлек кәрәк. Олораҡтарын ҡарауы бер аҙ еңелерәк. Уларына бесән, сенаж бирәләр, яһалма һөт эсерәләр. Яҡшы тәрбиә булғас, быҙауҙар теремек. Ферма мөдире Венер Фәтҡуллин, хужамын тип тормай, кәрәк икән, өҫ-башын алмаштыра ла үҙе эшкә тотона.
Хужалыҡтың Ерек, Яугилде, Березовка ауылдарындағы малсылар ҙа үҙ эшен күңел һалып башҡара.
Етәкселәре Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов — булдыҡлы, хәстәрлекле егет. Талапсан да, хеҙмәткәрҙәренә ҡарата иғтибарлы ла. Урыны менән шаяртып алырға ла онотмай. Уны барыһы ла хөрмәт итә. Их, шундай йүнсел ир-уҙаман күберәк булһа, ауылдар был тиклем бөлгөнлөккә төшмәҫ ине.
Һуңғы ваҡытта дәүләтебеҙҙең ауылға йөҙ менән боролоуы ла Зилара ханымдың күңелен күтәрә. Юғиһә, буш өйҙәр күҙгә күренеп арта. Ауылды социаль йәһәттән үҫтереүгә, фермерҙарҙы яҡлауға ҡағылышлы махсус программалар һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ, моғайын. Техниканы яңыртыу, тоҡомло мал алыусылар өсөн субсидиялар ҙа үҙ емешен бирер. Эшләйем тигән кешегә уңайы сығып тора — иренмә генә. Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов та үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә, малсылыҡ комплексын яңыртыу программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ, тине. Ул сағында, әлбиттә, ауылда йәштәр ҙә ҡалыр.
Һауылған һөттө Стәрлетамаҡтан килеп алалар. Ә табыш эш хаҡын түләүгә, яғыулыҡ материалдарына етеп тора. Әлбиттә, йүнсел, хужалыҡтың иҡтисадын нығытыуҙы ҡайғыртҡан Нәжип Мәжит улы ҙур хыялдар менән йәшәй. Тиҙҙән Новосибирск ҡалаһынан мини-завод килтерәсәктәр. Ул сағында эремсеген дә, ҡатығын да, ҡаймағын да үҙҙәрендә етештерә башлаясаҡтар. Былай эшләгәндә, апаруҡ ҡына аҡса үҙҙәрендә ҡаласаҡ, йәнә бер нисә кешегә эш урыны буласаҡ.
...Зилара ханым тирә-яҡтағы баҫыуҙарға күҙ һалды. Тиҙҙән ер ҡарҙан әрселер, ялан эштәре башланыр. Быйыл ҡар аҙ булыу сәбәпле, күп урында ужым культуралары өшөп һәләк булған, тиҙәр. Уларҙыҡы, Аллаға шөкөр, имен ҡышлаған. Йыш йөрөгәс, йәйрәп ятҡан яландарҙа ҡотороп ҡый үләне үҫеүен күреп, йәне әрней уның. Ә бит файҙалана белгәндәр өсөн ер — иң ҙур байлыҡ. Тейешенсә көс һалһаң, ул да тоғро хеҙмәт итә, туйындыра. Үкенескә ҡаршы, күптәр быны аңламай шул. Ә “Урожай”ҙа етемһерәп ятҡан ерҙәр юҡ. Хатта күрше-тирәләге хужалыҡтарҙан да ҡуртымға алып, иген үҫтерәләр. Орлоҡ етерлек, сифаты ла һәйбәт, хатта һатырға ла артып ҡала. Әле келәттәрҙә өс йыллыҡ иген запасы ята.
Эшләгәнеңдең һөҙөмтәһен күргәс, кәйеф тә күтәренке. Яҙғы баҫыу эштәренә лә әҙерлек һәйбәт бара. Яҙ һүлпәнлекте яратмай. Бер көнгә түгел, хатта бер сәғәткә һуңлау ҙа уңыштың кәмеүенә килтерә. Уңыш башы — сәсеүҙә. Быны улар яҡшы аңлай. Шуның өсөн дә сәсеүгә әҙерлекте ойошҡанлыҡ менән атҡарып сығырға йыйыналар.
Хужалыҡтың машина-трактор оҫтаханаһында ла эш гөрләй. Миҙхәт Дәүләтбаев, Рәшит Яҡуповтың “тимер ат”тары бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер. Башҡа ир-егет сәскестәрҙе көйләй, тырмаларҙы барлай, йүнәтерен йүнәтеп, запас частар туплай. Тирә-яҡтағыларҙы һоҡландырып, тырышып эшләй, матур итеп йәшәй “Урожай” эшсәндәре.
Зилара, шулай уйлана-уйлана, фермаға килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Уңған һауынсы өҫ-башын алмаштырҙы ла һыйырҙары янына ашыҡты...
Венер ИСХАҠОВ
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 0

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә