Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Салауаттар аҡыл менән эш итә
Салауаттар аҡыл менән эш итә “Борай районы хужалыҡтары һәр саҡ бүтәндәргә өлгө булды, маяҡ ролен үтәне. Ә инде “Салауат” хужалығы рәйесе Ринат Раянов кеүек уңған да, хәстәрлекле лә етәкселәр күберәк саҡта ауыл хужалығы тармағы ярайһы үҫеш кисерәсәк”, – тигәйне агросәнәғәт комплексы буйынса киңәйтелгән ултырышта сығыш яһаусыларҙың береһе. Күп тә үтмәне, ошо тарафтарға юл төштө. Ысынлап та, бында бөтәһе лә шыма барамы икән? Уңыш серен белеү ниәтенән, ҡайһы бер уй-ниәттәрҙе үҙгәртеп, барыһын да үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күрергә ҡарар ҡылдыҡ.

“Салауат” ауыл хужалығы пред­приятиеһында Әбдрәшбаш ауылы кешеләре эшләй, хужалыҡтың идараһы иһә Муллала урынлашҡан.
– Төрлө яҡҡа сәфәргә йыш сығырға тура килә, республикабыҙҙы арҡырыға-буйға киҫтем, – тип башланы һүҙен Ринат Раянов. – Халыҡтың, айырыуса имәндәй ирҙәрҙең ситтә йөрөүенә йәнем әрней. Хәҙер хатта Мәскәү, Санкт-Петербургка ла барып еттеләр, Себер тураһында әйтәһе лә түгел. Тырыштар нисек тә аҡса таба, бәхетте ят ерҙән эҙләмәй. Принцибым шундай: ир-ат ғаиләһе янында булырға тейеш, балаларға бигерәк тә атай таянысы кәрәк. Әйтәйек, кемдер малсы икән, ул төп эшенән һуң үҙенең шәхси хужалығындағы йөктө тарта, донъяһын ҡарай.
Салауаттар малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә һынатмай. Йылдан-йыл һыйыр малын арттырыуҙы маҡсат иткәндәр. Бында биш йөҙгә яҡын баш һауын һыйыры иҫәпләнә, улар дөйөм һыйыр малдарының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Хужалыҡтың бөгөнгө төп маҡсаты – ит етештереүгә иғтибарҙы арттырыу.
Ринат Хәким улы һөйләүенсә, бер йүнәлештән барыу етәксене һәр йәһәттән дә үҫтерә, заман менән бергә атларға этәргес бирә, халыҡҡа эш урындары артыуына көслө йоғонто яһай. Әйткәндәй, һыйыр малдары артҡан, шул уҡ ваҡытта сәсеүлек майҙанын да киңәйтеүгә йөҙ борғандар.
– Төрлө кешеләр осрай, 30 йыл етәксе булғанда кемдәр менән генә танышманым, – ти рәйес. – Берәүҙәрҙе үҙ итеп, икенселәрҙе үгәйһетеп ҡараманым, һәммәһенә лә тигеҙ мөнәсәбәттәмен. Улар менән бергә ҡайнағас, барыһын да күреп йөрөйөм. Һәр береһен, һеҙ миңә ҡарағанда ла егәрле һәм өлгөр булырға тейеш, тип дәртләндерәм. Ғүмер буйы механизатор булған туғаным тиккә генә “йылы һүҙ – йән аҙығы” тимәй торғайны.
Йәштәрҙе эшкә йәлеп итеү – Ринат Раяновтың төп маҡсаты. Әле бына баш бухгалтер Линар Ғәниев “Салауат”ҡа килеүенә ҡыуанып бөтә алмай.






Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Борай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты
Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 6

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 6

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 9

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 10

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 9

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 5

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 10

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 8

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә